“Нардуған” фольклор байрамы
Маҡсат:
Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү , “Нардуған” байрамы ,Селлә ваҡыты менән танышыу , байрамдың исемен , ғәмәлен атай белергә өйрәтеү;
Балаларҙың иғтибарын ,үҙләштереү , ҡабул итеүҙе , сенсор тойоу һәләтен , һорауҙарға яуап биреү оҫталығын үҫтереү;
Башғорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәренә , байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү.
Байрам барышы.
Өй күренеше.Өләсәй өйҙә нимәгәлер әҙерләнеп һөйләнеп йөрөй
Өләсәй: Э-э-э-э-э-й . ваҡыт тигәнең һиҙелмәйҙә үтеп китә шул , әле генә балаларым менән Сөмбөлә байрамына әҙерләнә инек , бына хәҙер Нардуғаны ла килеп етте.....
Өйгә бер ҡыҙ йүгереп инә , ҡыуана –ҡыуана.
Ҡыҙ : Өләсәй , өләсәй һин нимә эшләйһең ул?
Өләсәй: Һуң , ҡыҙым бөгөн бит нардуған байрамы , сәй әҙерләйем , тәмләп ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ балам.
Ҡыҙ: Өләсәй байрамға мөмкинме мин үҙемдең балалар баҡсаһынан дуҫтарымды саҡырам.
Өләсәй: Әлбиттә ҡыҙым,бар-бар саҡыр инде , байрамға Селлә бабай менән Нардуған үҙе лә килеп етерҙәр оҙаҡламай.Йүгер балам,йүгер.
Ҡыҙ йүгереп сығып китә , өләсәй өйҙә ҡала.Көй яңғырай , балалар тәрбиәсе апай менән инәләр.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ өйгә инегеҙ ҡыҙҙар , малайҙар , тышта бик һыуыҡ , буран ыжғыра!
Малай: Ысынлап та бында йылы икән , әйҙәгеҙ.
Ҡыҙ: Өләсәй беҙ байрамға һуңламаныҡмы?
Өләсәй: әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ , һеҙ байрамдың тап өҫтөнә лә килеп индегеҙ.Әйҙә , әйҙә.
Малай: Уф өшөттөрҙө өләсәй , тышта бик һыуыҡ икән.
Өләсәй: Һуң улым ҡыш етте бит .
Ҡыҙ: Беләбеҙ , беләбеҙ өләсәй ,ҡыш еткәнен һиҙәбеҙ.
Икенсе ҡыҙ: Әйҙәгеҙ булмаһа йырлап алайыҡ , беҙ бит ҡыш тураһында бик матур йыр ҙа беләбеҙ.
Йыр “Ҡыш етте”
Балалар ултыралар.
Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған байрамы мөбәрәк булһын!Донъялар имен торһон!
Тәрбиәсе: нар - нар , нарына .
Бәхет бирһен барына!
Бала: Мал-тыуарҙар түл йәйһен!
Малдар ашһын ҡуранан!
Ашлыҡ ашһын буранан!
Илебеҙ тыныс булһын!
Күңелегеҙ киң булһын!
Өләсәй: изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт!
Тәрбиәсе: Юрауығыҙ юш килһен , изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Өләсәй: балалар ә һеҙ Нардуған байрамы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Ҡыҙ: Өләсәй ә Нардуған нимәне аңлата ул?
Өләсәй: Улайһа тыңлағыҙ балалар. “Нар” һүҙе ҡояш ҡояш тигәнде аңлата , шулай булғас , Нардуған ул ҡояш тыуған көн .Боро – борон заманда атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә иң ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: “Нар туған беҙгә йөҙөң менән борол инде!”Көндәр оҙая башлағас , ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар.
Малай: Ә ҡышҡы Нардуған ҡасан була ул?
Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған декабрь айының 25-ендә башланып бер аҙна буйы дауам иткән.Был йола борон-борондан күсеп килгән.Һәр халыҡ үҙенсә был байрамды билдәләп үткән.
Ҡыҙ: Ә нисек Өләсәй?
Өләсәй: Ут аша һикергәндәр , төрлө уйындар уйналған,әйтемдәр әйтешкәндәр,йомаҡтар ҡойғандар,йырҙар йырлағанда . бейегәндәр,ә балалар урам буйлап “Нар-нар Нардуған , Нардуғанға кил туған”-тип байрамға саҡырып йөрөгәндәр.
Тәрбиәсе: Өләсәй әйҙәгеҙ балалар менән бергәләп ҡабатлайыҡ , иҫтәрендә ҡалһын.
Бергәләп: Нар-нар-Нардуған!
Нардуғанға кил туған!
Өләсәй: хәҙер һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетеп Нардуған килеп тә етер инде балалар.
Көй яңғырай , Нардуған инә.
Нардуған: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар! Саҡырғанығыҙҙы ишетеп килеп тә еттем бына.
Нардуған мөбәрәк булһын
Тормош түңәрәк булһын
Мал-тыуарыбыҙ артһын
Игендәребеҙ уңһын!
Тәрбиәсе: Әйҙә түрҙән уҙ Нардуған.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ балалар нардуған менән түңәрәктә йырлап-бейеп алайыҡ.
Түңәрәк уйын “Нардуған”
Нардуған: Балалар һеҙ бик матур йырланығыҙ , ә ҡыш тураһында йомаҡтар , әйтемдәр беләһегеҙме?
Балалар: эйе . беләбеҙ.
Тәрбиәсе: Нардуған беҙҙең балалар зирәктәр , уңғандар бик күпте беләләр.
Йомаҡтар ,әйтемдәр,һынамыштар.
Аҡ толобын ябынып(Ҡыш)
Бөтә ерҙе тултыра(Буран)
Ҡапҡа артына ҡаса(Ел)
Тәрбиәсе: Ә хәҙер әйҙәгеҙ һынамыш – әйтемдәр әйтәйек.
Бесәй ишек тырнаһа , буран була.
Ҡыш көнө ағас бәҫләнһә , иген уңа.
Эшләмәһәң йәй көнө – ни ашарһың ҡыш көнө.
Ҡалын ҡар ер өсөн юрған.
Ҡыш ҡар күп булһа , йәй ямғырлы була.
Ҡыш тәҙрә тирләһә , ҡар яуа.
Малай: Өләсәй , беҙҙең ҡар тураһында йырыбыҙ бар.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ малайҙар улайһа йырлап ишеттерегеҙ әле.
Йыр “Ҡар яуа”.
Өләсәй: Һай афарин балалар,ысынлап та бигерәк шәп йыр.Эй,ноҡот һалып быйылғы йылдың уңышлыҡтарын беләйем тигән инем , ҡайҙа әле ул минең ноҡот таштарым , күрмәнеңме ҡыҙым.
Ҡыҙ: бына Өләсәй . бына ул һинең таштарың.
Өләсәй:Оҙон – оҙаҡ юл төшә
Кемдер беҙгә ашыға
Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә
Үҙе ҡарт , үҙе дәрт
Уның байрамда булыуы шарт.
Ноҡотҡа күп һындар төшә
Күңелле байрам көтә.
Был ноҡотҡа бер һын төшә.
Тәрбиәсе: Ә кемдең һыны һуң Өләсәй?
Өләсәй: Был беҙҙең Селлә бабай.
Нардуған: балалар ә һеҙ Селлә бабай тураһында беләһегеҙме?
Ҡыҙ: Өләсәй бәлки һин беҙгә һөйләп бирерһең?
Өләсәй: Ҡышҡы селлә ҡырҡ көн дауам итә.Ул көндәр иң сатлама һыуыҡ көндәр була.Селлә ҙур мәжлестәр , туйҙар үткәрергә ярамай һәм тағы ла йәйге селлә лә була.Йәйге селләлә көндәр ныҡ эҫе була,һыйырҙарҙың һөтө кәмей.
Тәрбиәсе: Балалар Селлә ваҡытын һеҙ киләсәктә онотмаҫһығыҙ инде.
Нардуған: Балалар бәлки Селлә бабай килгәнсе бейеп күрһәтерһегеҙ?
Тәрбиәсе:Әйҙәгеҙ парлашып “дуҫлыҡ ”бейеүен бейеп алайыҡ.
Бейеү “Дуҫлыҡ ”
Селлә бабай инә.
Селлә бабай: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!Нардуған байрамына ашығып килеп еттем ,һеҙҙең менән йырлап – бейеп күңел асырға килдем.Киң ризыҡ , киң дәүләт бирһен хоҙайым!Барыбыҙға ла һаулыҡ , сәләмәтлек теләйем!
Нардуған: Тотоноғоҙ ҡулға – ҡул
Яһайыҡ ҙур түңәрәк
Селлә бабайым менән
Әйләнәйек бергәләп.
Түңәрәк уйын “Әйләнәйек”
Ултыралар
Селлә бабай: Һай афарин күңел күтәрелеп дәртләнеп киттем.Ә хәҙер минең менән уйнап алығыҙ.бына ошо бейәләйем менән.Ул минең тылсымлы бейәләйем.Хәҙер көй уйнаһа мин бейәләйемде ебәрәм , көй туҡтағанда кемдә бейәләй ҡала , уға яза(наказ)бирелә.Әҙерһегеҙме балалар?Улайһа башлайыҡ.
Уйын “Туңдырам ”
Йыр “Егеттәр”
Шиғыр
Бейеү “Лирик”
Үсекләшеүҙәр
Ҡышҡыһын сана шыуған.
Ҡыйыҡ башындағы ҡалайҙар.
Һауалағы йондоҙҙар.
Ҡолаҡтарын йыумаған
Күҙ йәштәрен йыумаған.
Ситән араһында.
Йыр “Ал бәйлә ҡулыңа”
Өләсәй: Селлә бабай , Нардуған ултырып ял итеп алығыҙ.
Селлә бабай: ҙур рәхмәт балалар ихтирамығыҙ , иғтибарығыҙ өсөн.
Нардуған: бик күп һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәттегеҙ, рәхмәт һеҙгә.
Селлә бабай: миңә ҡыҙым эҫе була башланы ,хәлем бөтә башланы.
Нардуған: Ҡайтайыҡ инде селлә бабай.
Селлә бабай: Байрамдар гөрләп торһон
Күктәр гел аяҙ булһын
Ер йөҙөндә бар балалар
Бәхетле . таҙа булһын!
Һау булығыҙ балалар,һау булығыҙ ҡунаҡтар.
Сығалар.
Тәрбиәсе:ғөрөф-ғәҙәт йолаларҙан
Ярамай шул ҡасырға
Бөгөнгөләй һәр саҡ шулай
Кәрәк күңел асырға.
Ҡыҙ: Өләсәй , мин дуҫтарымды балалар баҡсаһына оҙатып ҡуяйым.Мин хәҙер Өләсәй.
Балалар сығалар.Өләсәй өйҙә теләктәрен теләй-теләй һөйләнеп ҡала