kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сенсорик т?рби? бире??? дидактик уйындар?ы? роле

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тир?-я?ты ?йрєне?  ?и?е? ??м ?абул ите???н башлана. Был той?олар ни тиклем байыра? бул?а, бала тарафынан алын?ан белем д? шул тиклем тулыра?, а?лайышлыра? була бара. Баланы а?ыл, физик, эстетик, экологик й???тт?н т?рби?л??  к?п осра?та уны? ни тиклем тир?-я?ты ??йб?т ишете?е, к?ре?е, тойоуына б?йле. Тормошто хис-той?олар аша ?абул ите?–баланы? тир?-я?ты ?йр?не???ге и? м??им ?л?ш? ??м уны? интеллектуаль ??ешен? эт?ргес булып тора.

Актуаллелек. Баланы? ??ен уратып ал?ан тормошто ?йрєне?е, ?абул ите?е ?лк?н кешенекен?н ?ыр?а айырыла. ?лк?нд?р тормошто а?ыл мен?н ?абул ит??, кескєй??р тир?-я?ты эмоциялар яр?амында ?йр?н?. 3–5 й?шлек балалар?ы? ?йр?не? ???емлеге, т?? сиратта, уны? тормошто ?абул ите?ен?, фекерл???е? символик функция?ына ??м эшт?р?е уйлап эшл??ен? б?йл?нг?н. Был эшт? м?кт?пк?с? й?шт?ге балалар?ы? тормошто к?реп-беле?ен, а?лауын, ?абул ите?ен ??тере??? яр?ам ите? буйынса эшт?р ?арал?ан. С?нки я?ы белемде балалар т?би?и белем бире? эшм?к?рлеге аша т?гел, ? уйын яр?амында я?шы ?абул ит?л?р. Был эш бик актуаль тип ?анайым, с?нки ул т?рби?сел?рг? балалар?ы? белем даир??ен ки??йте??? яр?ам ит?с?к.  

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сенсорик т?рби? бире??? дидактик уйындар?ы? роле »

Муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы

Бала үҫтереү үҙәге -«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы









Ижади эш:







Сибай- 2014


Йөкмәткеһе

Инеш һүҙ

1.Тәҡдим ителгән бурыстар һәм уларҙы хәл итеү юлдары

2.Балаларҙың һиҙемләүен үҫтереү тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеген планлаштырыу һәм үткәреү методикаһы

3.Тактиль-хәрәкәт һиҙемләү

4.Мәктәпкәсә кесе йәштәге балаларың һиҙемләүен тәрбиәләүҙә дидактик уйындар ҡулланыу

5.Эшләнгән эшкә анализ

6.Эштең һөҙөмтәһе

7.Тәжрибә ҡулланыу буйынса тәҡтимдәр

8.Әҙәбиәт

9.Балаларҙың һиҙемләүен үҫтереүгә диагностикалау

10.Ҡушымта

11.Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һиҙемләүен төрлө эштәр барышында үҫтереү

12.Дәрестәр














Инеш

Тирә-яҡты өйрєнеү һиҙеү һәм ҡабул итеүҙән башлана. Был тойғолар ни тиклем байыраҡ булһа, бала тарафынан алынған белем дә шул тиклем тулыраҡ, аңлайышлыраҡ була бара. Баланы аҡыл, физик, эстетик, экологик йәһәттән тәрбиәләү күп осраҡта уның ни тиклем тирә-яҡты һәйбәт ишетеүе, күреүе, тойоуына бәйле. Тормошто хис-тойғолар аша ҡабул итеү–баланың тирә-яҡты өйрәнеүҙәге иң мөһим өлөшө һәм уның интеллектуаль үҫешенә этәргес булып тора.

Актуаллелек. Баланың үҙен уратып алған тормошто өйрєнеүе, ҡабул итеүе өлкән кешенекенән ҡырҡа айырыла. өлкәндәр тормошто аҡыл менән ҡабул итһә, кескєйҙәр тирә-яҡты эмоциялар ярҙамында өйрәнә. 3–5 йәшлек балаларҙың өйрәнеү әүҙемлеге, тәү сиратта, уның тормошто ҡабул итеүенә, фекерләүҙең символик функцияһына һәм эштәрҙе уйлап эшләүенә бәйләнгән. Был эштә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың тормошто күреп-белеүен, аңлауын, ҡабул итеүен үҫтереүҙә ярҙам итеү буйынса эштәр ҡаралған. Сөнки яңы белемде балалар тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге аша түгел, ә уйын ярҙамында яҡшы ҡабул итәләр. Был эш бик актуаль тип һанайым, сөнки ул тәрбиәселәргә балаларҙың белем даирәһен киңәйтеүҙә ярҙам итәсәк.

Балалар баҡсаһының төп бурысы булып балаларға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап мөмкин тиклем белем биреү һәм мәктәпкә әҙерләү тора.

Баланың мәктәпкә әҙерлеге күп осраҡта уның һиҙемләү (тойомлау) үҫешенә ҡарап билдәләнә. Психологтар үткәргән тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, башланғыс (бигерәк тә беренсе) класта уҡыусы балаларҙың күп өлөшө яңы теманы дөрөҫ аңлай һәм ҡабул итә алмауҙа ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Һөҙөмтәлә уның яҙған хәрефтәре тигеҙһеҙ, төшөрөлгән һүрәттәре, ҡул эштәре наср килеп сыға.

Балаларҙың тойоу-һиҙеү үҫешен яҡшыртыу өсөн мәктәпкәсә тәрбиәләүҙә балалар баҡсаһында яңынан-яңы эффектив алымдар ҡулланырға кәрәк.



Тәҡдим ителгән бурыстар һәм уларҙы хәл итеү юлдары


Бурыстар:

  • Уратып алған донъя, предметтар нигеҙендә һәр баланың белем даирәһен киңәйтеү;

  • Балаларҙың үҙ аллы тормошто өйрәнеү булышлыҡ итеүсе шарттар тыуҙырыу;

  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сенсорик эталонын һәм сенсомоторик үҙешен уңышлы үҙләштереү.


Бурысты хәл итеү алымдары:

  • Ғилми-методик әҙәбиәт уҡыу

  • Алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеү

  • Мониторинг үткәреү.

  • Сенсорик эталондарҙы үҫтереү буйынса уйындар, күнекмәлєр һәм дәрестәр

  • Фронталь һәм төркөм менән тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге

  • Үҫтереүсе мөхит булдырыу

  • Ата-әсәләр менән эш






Балаларҙың сенсорик үҫеше системаһын булдырыу

Маҡсат–балалар баҡсаһы шарттарында мәктәпкәсә йєштәге балаларҙы сенсорик тәрбиәләү бурыстарын хәл итеү.

Түбәндәге бурыстар билдәләнде:

  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡабул итеү, аңлау төрҙәрен үҫтереү һәм уларҙың тойоу, һиҙеү тәжрибәһе байытыу.

  • Балаларҙың һиҙеү тойоу аша тормошто ҡабул итеү һәләтен бигерәк тә тактиль һәм кинестетик тойомлауҙарын, микро һәм макромоторикаһын үҫтереү.

  • Балаларҙың сенсорик үҫеше һәм сенсорик тәрбиәләү буйынса ата-ата- әсәлєрҙең белемен арттырыу.

  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сенсорик үҫеше һәм тәрбиә буйынса педагогтарҙың компетентлыҡ кимәлен күтєреү;

  • “Балалар баҡсаһында һәм өйҙә балаларҙы сенсорик тәрбиәләү” темаһына ата-әсәләр менән төрлө эштәр эшләнде: практикумдар. консультациялар бирелде, информацион ҡағыҙҙар, памяткалар таратылды, тематик күргәҙмәләр һәм асыҡ ишектәр көнө үткєрелде.

Тәүге ике бурысты атҡарыу түбәндәге идеяға нигеҙләнеп эшләнде: баланы сенсорик тәрбиәләүҙә беҙҙе уратып алған донъяны, бигерәк тә балалар баҡсаһы һәм бинаның территорияһында булған «тормошсан шарттарҙы» бөтә яҡлап та ҡулланыу.

Кескәйҙәргә сенсорик тәрбиә биреү эштәрен төрлөсә алып барам:

—төркәмдә сенсорик мөйөш булдырылды

—үҙләштереүҙең бөтә төрөн үҫтереү өсөн уйын-тәжрибәләр үткәрелде.

—фронталь һәм төркөмдәргә бүленеп тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеген ойошторам.

—күңел асыуҙар үткәрәм.

—балалар баҡсаһы территорияһында сенсорик маршрут төҙөнөм.

—«Беҙҙе уратып алған предметтар» темаһына тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәре үткәрәм.

—«Беҙҙең ярҙамсылар» тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәрен ойошторам

Төркөмдә балаларҙың сенсомоторик үҫеше буйынса мөйөш булдырылды. Эштә ярҙам итеү өсөн “Дошкольное воспитание”, “Ребенок в детском саду”, “Обруч”, “Дошкольная педагогика” журналдарынан алынған материалдарҙы ҡулланам. Уларға мөйөштө биҙәү буйынса идеялар бар. Быларҙың барыһы ла сенсомоторик мөйөштө булдырыуҙа фантазия һәм ижад өсөн этәргес булып торҙо.

Сенсоматорик мөйөштөң тәғәйенләнеше:

  • сенсоматорик функцияларға стимул биреү (күреү, һиҙеү, ишетеү).

  • ваҡ моторика үҫешена, хәрәкәт әүҙемлегенә йоғонто яһау.

  • физик һәм психоэмоциональ көсөргәнешлек биреү һәм уларҙын хәл-торошон якшыртыу .

  • Ыңғай змоциональ мөхит булдырыу, балаларҙың эшмәкәрлеген арттырыу.

  • Когнитив прцестарҙы әүҙемләштереү (уйлау, андау, хәтер, иғтибар).

  • Балаларзың, тэжрибә һәм үҙ аллы эшмәкәрлеген көйләү.

Сенсомоторик мөйөште булдырған сакта мин уны биҙәүҙә авторлыҡ концепцияһын булдырыуға ҙур иғтибар бүлдем. Мөйөштөң, дизайны төркөмдөн, дөйөм биҙәлешенә тап килә һәм уны тулыландыра. Әкиәт геройы балаларға уйын ярҙамында сенсориканын, бөтә ҡанундарын, тактиль һиҙемләузә яҡшыраҡ ан,лау һәм программаны үҙләштереүҙә ярҙам итә. Бөтә уҙғарылған саралар балаларға бер-береһе, ата-әсәләр, тирә-як тормош менән якшырак аралашыуға булышлык итә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар предметтың, барлыҡҡа килеүе һәм тәғәйенләнешен өйрәнәләр, сенсорик мөйөштә булған экспонаттар менән уйнайҙар һәм тәжрибә үткәрәләр. Уйын ваҡытында улар аңлау, тоя алыу тәжрибәһен байыталар.

Хәрәкәтләнеүҙең, һәр вакыт үҙгәреүендә, баланың, һәм предметтын, үҙ-ара әүҙем йоғонтоһонда сенсорик үҫештең, әүҙемлеге куҙәтелә.

Төркөмдә тактиль һиҙемләүҙе, ацлауҙы үҫтереү буйынса бик куп материалдар тупланды: тубырсыктар, сәтләүектәр, борсаҡ һ.б.

Ҡулдарға массаж эшләу өсөн бер һауыттарға фасоль һәм борсаҡтар тултырып ултырттым. Бындай ванналарҙа кескәйзәр зур ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс менән уйнайҙар. Бер ук вакытта улар предметтың формаһын, төҫөн, ҙурлығын айырырға өйрәнәләр. Төҫтәрзе билдәләргә өйрәтеү маҡсатында «Төҫлө мозаика» тип аталған пособие һәм материалдар тупланды. Ошо уҡ маҡсатта тирә-яктағы төҫтәрҙе, колоритты айырыу өсөн мөйөштәге төрлө материалдар менән төрле кунекмэлөр үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, балаларға төрле төҫтәге карточкалар курһәтелә, шулар буйынса кескәйзәр ошо ук төҫтө тәбиғәттә (балалар баксаһында, территорияһында, өйҙә) табырға тейеш.

Мөйөштөң бер булеге—«Тәбиғәт байлығы» тип атала. Балаларҙың бөтә ағҙаларының һизгерлеген үстереү өсөн бында тәбиғәт тарафынан булдырылған материалдар тупланған. Кескәйҙәр өлгө буйынса ярма, тубырсык, зур булмаған сыбыктар, ҡабырсак, таштар ярҙамында биҙәктәр эшләйҙәр, тәбиғи материалдарҙан композициялар төҙөйҙәр. Күнекмәләр үҫемлектәр, орлоҡтар тураһындағы һөйләшеүҙөр менэн оҙатылып бара. Балалар бер үк вакытта материалдарҙын, үзенсәлектәре менән таныша, тактиль һәм бармак менәән тойомлау һәләттәрен үҫтерә. Сенсомоторик мөйештәге кунекмәләр менэн мин балаларға беҙҙе уратып алған тәбиғәтте тактиль өйрәнеү күзлегенән сығып кабул итергә ярзам итэм. Был кескәйҙәрҙең, ижади һәләттәрен үҙтереүгә булышлыҡ итә. Шулай ук мин уларға тәбиғи һәм яһалма мөхиттә осраған формаларҙын, һәм һыҙыктарҙың, кабатланыуын өйрәтәм. Мәсәлән, япраҡтарҙың, һыҙаттары ағас сытырҙарына, балыҡтың, тәнкәләре—өй кыйығына ябылған түшәмгә окшаш. Тәбиғәт үзенең, күп төрлөлөгө, төҫө һәм хәрәкәтсәнлеге менэн балаларзы үҙенә йәлеп итә һәм кыуандыра.

Төркөмдәге сенсомоторик мөйөштө урынлаштырған мәлдә, мин дидактик принциптарға иғтибар иттем һәм балаларға уңайлы булған ерҙе һайланым. Сенсомоторик объекттарҙы һайлаған вакытта уларҙын, балаларҙың, һаулығына булрған йоғонтопһо һәм хәүефһеҙлегенә ҙур ирғтибар бирҙем. Сенсомоторик мөйөш педагогик процеста ла, балаларҙың, үҙ аллы уйындарында ла әүҙем ҡулланыла. Шулай итеп, мин үземдең, эшемдә мөйөште ойоштороуҙа түбәндәге принциптарзҙы билдәләнем:

  • Аңлайышлылыҡ

  • Хәүфһеҙлек

  • Ижадилыҡ

Төркөмдәге сенсорик мөйөштөң тәғәйенләнеше—балаларҙың аңлау, тойоу, ҡабул итеүен бөтә төрҙәрен үҫтереү, сенсорик-перцептив һәләттәрен реализациялау, уларҙың телмәр һәм психик үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, предметтарға ыңғай эмоциональ мөнәсәбәт булдырыу. Кесе йєштєге тµркµм балалары өсөн сенсорик мөйөш сюжетлы булырға ла мөмкин. Бында кескәйҙәрҙең үҙ аллылығы үҫешә. Сенсорик мөйөштәге уйын ваҡыты сикләнмәй.

Сенсорик үҫештең тағы ла бер мөһим маҡсаты булып предметтарҙы һәм уның үҙенсәлектєрен өйрәнеү тора.

Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү уйын-эксперименттар ярҙамында башҡарыла. Улар үҙ сиратында баланың бөтә төр һиҙемләүҙәрен: тактиль, ишете‰ү, күреү, һиҙеү һәләттәренең үҫешенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ «Предметтар беҙҙең тирәләй», «Беҙҙең ярҙамсылар» дәрестәре үткәрелә.

Балаларҙың сенсорик мәҙәниәтен тәрбиәләүҙә тәбиғәттәге күп төрлө формалар, төҫтәр, тауыштар, шулай уҡ уларҙың күҙәтә белеү һәлєте булышлыҡ итә. Тєбиғәттең матурлығы хатта иң бәләкәй балаларҙы ла битараф ҡалдырмай. Бында беҙгә баҡса территорияһы буйлап сенсорик сәйәхәт ярҙамға килә. Баҡса территорияһындағы сенсорик маршрут ҙур түгел һәм ул йыл әйләнәһендә үткәрелә. Сенсорик маршрут буйлап үткәндә балалар ағастарҙың ҡабыҡтарын тотоп ҡарайҙар. Шулай уҡ, һаулыҡ һуҡмағынан ялан аяҡ үткән саҡта улар аяҡ аҫтындағы ҡомдо, ташты, үләндәрҙе һиҙәләр.

Ошо этапта ваҡыт арауығына һөҙөмтәләр килтерергә лә мөмкин:

  • Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ арта.

  • Билдәле сенсорик эталон тураһында белем туплайҙар.

  • Тикшеренеүҙең рациональ саралары менән танышалар.

  • Нимәлер эшләү теләге уяна.

  • Тәжрибә-эксперименталь эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу арта





Балаларҙы сенсорик тәрбиәләү буйынса тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәрен планлаштырыу


Эште планлаштырып башҡарыу балалар баҡсаһында тәрбиә-ойоштороу эшенең мөһим принциптарының береһе. Процесты дөрөҫ планлаштырған ваҡытта ғына баланың шәхес булараҡ төрлө яҡлап үҫешеүенә өлгәшеп була.

Предметтың ҙурлығы, төҫө, формаһы менән таныштырған дәрестәрҙе планлаштырған ваҡытта балаларҙың йәше, белем кимәлен иғтибарға алам.

Сенсорик үҫеш буйынса уҙғарылған дәрестәргә материалдар һайлаған саҡта баланың белем кимәлен иҫәпкә алырға кәрәк. Балалар үҙ сиратында дєрестә яңы белемдәр ала һәм уларҙы башҡа эшмәкәрлектәрендә лє ҡуллана ала. Сенсорик тәрбиәләү эштең башҡа бүлектәре менән берлектә алып барыла. Балаларҙы предметтарҙың күләме, төҫө, ҙурлығы менән таныштарғанда уларҙың физик үҫеш кимәленә лә иғтибар итер кәрәк. Бигерәк тә ҡулдарҙың хәрәкәтсәнлеген үҫтереә зарур, бигерәк тә һүрәт төшөргәндә, мозаика төҙөгәндә, әйберҙәрҙе теҙгән саҡта баланың ҡул хәрәкәте үҫешә. Предмет хәрәкәтсәнлеге процесында баланыә аңын үҫтереүсе мөһим шарттарҙың береһе булып сенсорик һәм моторик мәсьәләләрҙең ҡушылмаһы тора. Балалар сағыу төҫтәге уйынсыҡтар менән уйнарға яраталар: балдаҡтарҙы кейҙереү, предметтарҙы теҙеү һ.б. Был этапта сенсорик характерҙағы мәсьәләләр иң отошлоһо һәм иң мөһиме.

Ҡайһы бер күнекмәләр барышында балаларҙы икешәрләп ултыртыу, иптәшеңә ҡамасауламаҫ өсөн тәбиғи белем биреү барышында тауышланмай ғына сығып китеүҙе талап итә. Былар иһә, үҙ сиратында, балаларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә ярҙамлаша. Ҡайһы бер дәрестәрҙә балалар ҡушылған ябай йөкләмәләрҙе башҡаралар. Мәҫәлән, улар индивидуаль материалды тәрбиәсенең өҫтәленә алып барып матур итеп һалалар. Ә тәрбиәсе баланың был эштәрҙе тыныс ҡына, эштәрен бөтмәгән башҡа иптәштәренә ҡамасауламай ғына алып барып һалыуын күҙәтә. Сенсорик тәрбиәнең эстетик яғы күп ваҡытта дидактик материалдарҙың сифаты менән дә билдәләнә. Дидактик пособиеларҙағы таҙа асыҡ төҫтәр, аныҡ формалар балаға шатлыҡ килтерә һәм уның сенсорик күҙаллауҙарының тупланыуына булышлыҡ итә. Материалды тематик планлаштырыу йыл миҙгеленә, миҙгел күренештәренә, тирә-яҡ донъя менән танышыу программаһына ярашлы рәүештә төҙөлә. Мәҫәлән, ботаҡтарҙағы япраҡтарҙы төшөрөргә ҡушыр алдынан банкаға һыу алып, уға ағас ботаҡтары ҡуйып, бөрөләнгәнен көтөргә кәрәк. «Төнгө уттар» темаһына һүрәт төшөрөрҙән алда балаға төндә өйҙәрҙә янған уттарҙы күрһәтергә кәрәк һ.б.

Балаларҙы предметтарҙың төҫө, ҙурлығы, формаһы, күләме менән таныштырыусы дәрестәрҙе планлаштырған ваҡытта эҙмә-эҙлелекте һаҡлау зарур, йєғни балаға бирелгән эштәр иң ябайҙан алып яйлап ҡатмарлаша барырға тейеш. Балаларҙы тәүҙә тойоу, һиҙеү кеүек сенсорик үҙенсєлекле, мәҫәлән, тотоп ҡарап белә алырлыҡ ҙурлыҡ һәм күләм менән, ә инде аҙаҡ, предметтарҙың төҫө һ.б. буйынса күреп иҫтә ҡалдырыу һәләте менән таныштырыу зарур.

Шулай уҡ башта кескєйҙәрҙе аныҡ формалар (түңәрәк,өсмөйөш ћ.б.), аныҡ төҫтәрҙе (ҡыҙыл, һары) танырға өйрөтеү, ә аҙаҡ үҙенсәлектәре буйынса оҡшаштары менән таныштыра башларға мөмкин, мәҫәлән, түңәрәк—овал, һары—ҡыҙғылт һары һ.б.

Балалар әйберҙәрҙе уларҙың ҙурлығына, төҫөнә, формаһына ҡарап айыра. Башта уларға, аныҡ сенсорик үҙенсәлектәре мен!н ҡырҡа айырылып торған (форма һәм төҫ) предметтарҙы тупларға, ә инде аҙаҡ үҙенсәлектәре яғынан оҡшаш булған предметтарҙы тупларға ҡушыла. Бер дәрестә балалар түңәрәк һәм квадрат предметтарҙы, ә икенсе дәрестә түңәрәк һәм овал формалағы әйберҙәрҙе бер урынға тупларға ҡушыла, ләкин ошо уҡ ваҡытта предметтарҙың төҫө күләме, формаһы һаҡланып ҡала. Күнекмәләрҙе башҡарыу төрлөлөгө белемдең тәрәнлеген, ныҡлығын тәьмин итә.

Балаға предметты төркөмләргә ҡушылғанда түбәндәге моделдәр тәҡдим ителә:

  • тәрбиәсе биргән предметты ентекләп ҡара

  • тәрбиәсе һалған ике предметҡа ҡара: башта беренсеһенә, аҙаҡ икенсеһенә.

  • тағы ла үҙеңдәге предметҡа ҡара.

  • күҙҙәрең менән тәрбиәсе өҫтәлендә ятҡан оҡшаш предметты эҙләп тап.

  • шул предметты тәрбиәсегә күрһәт

  • ҡулыңдағы предметты өлгөләге оҡшаш предмет эргәһенә һал.

Балаға шәхси рәүештә аңлатҡанда, әгәр бала ҡушылған эште яҡшы аңлаһа, өҫтә һанап кителгән инструкция звеноларының ҡайһы берҙәре төшөп ҡалырға мөмкин:

  • Үҙеңдең уйынсығыңа ентекләп ҡара

  • Ә хәҙер миндєәге уйынсыҡтарҙы ҡара

  • Һиндәге кеүек уйынсыҡ минең уйынсыҡтарым араһында бармы?

  • Үҙеңдең уйынсығыңды миндәге ошондай уҡ уйынсыҡ янына һал

Материалдарҙы үҙләштереүгә ҡарап, тәбиғи белем биреү эшмәкәрлегенең инструкцияһы тарая бара:

  • Предметты ал

  • Минең уйынсыҡтарыма ҡара

  • Үҙеңдең уйынсығыңды миндәге ошондай уҡ уйынсыҡ янына һал

Балалар менән индивидуаль эште планлаштырған мәлдә үҙенсәлекле такт булырға тейеш. Был эштєрҙең өҫтәлмә күнекмәләргә әйләнеп китмәүен иҫтән сығармаҫ кәрәк. Педагог балала дидактик материалдар менән уйнауға ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Әгәр бала ҡушылған эштәрҙе эшләргә теләмәй икән, уны көсләп уҡытыуҙан файҙа булмаясаҡ. Бөтә күнекмәләр ҙә бөткәс, ул баланы яратҡан уйынсығынан айырмай, башҡа балалар менән бергә өҫтєәл артына ултыртырға һәм ҡулындағы машинаға бер төҫтәге таяҡсаларҙы һалырға. Быны күргән бала ҡыҙыҡһынып таяҡсаларҙан төҫтәрҙе айырып машина кузовына һала башлаясаҡ.

Үткєрелгєн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлгендә анализ эшләү айырым иғтибарҙы талап итә. Уларҙың критерийҙары булып үҙ аллы эшләнгән эштәр кимәленең баһаһы тора. Ҡайһы бер балалар бирелгән эштәрҙе тиҙ һәм хатаһыҙ итеп башҡара. Балаларҙың күп өлөшө индивидуаль күнекмәләрҙе педагог ярҙамында эшләйҙәр. Улар хата ла ебәрергә мөмкин. Хаталарҙы улар йә үҙ аллы, йә тәрбиәсенең «Һиндә нимә дөрөҫ түгел?» һорауынан һуң төҙәтеп ҡуя. Йәиһә педагог яңылыш һалынған предметтарҙы кире ала һәм балаға тағы бер тапҡыр хатаһын табырға ҡуша. Был саҡта бала эшләгән эштәрен сағыштыра, ҡаршы ҡуйып ҡарай. Ә был иһә белемде яҡшы үҙләштерергә ярҙам итә. Ҡайһы бер балаларға һәр ваҡыт тәрбиәсе ярҙамы кәрәк. Был кимәлдәге кескәйҙәргә ҡушылған күнекмәләрҙе башҡарыуы ауыр. Уларҙың артта ҡалыуының сәбәбен асыҡлар кәрәк (бала йә ауырый, йә баҡсаға йыш йөрөмәй, дәрестәр ҡалдыра). Тәрбиәєсегә һәр дәрестә балаларҙың уңыштарын белеп тороу зарур.

Йәйге миҙгелдә балаларҙа яңы уйындар планлаштырабыҙ.

Йәйге ялдан һуң тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәре дауам итә. Уҡытыу программаһы алынған белемдәр нигеҙенә таянып, һәр дәрес һайын ҡатмарлаша бара.

Кесе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, өс йәштән башлап өйрәнгән балалар өсөн сенсорик тәрбиәләүҙе бөтә күнекмәләрен тәҡдим итергә була. Уҡытыу методикаһы бер аҙ үҙгәрәсәк. Уның төп айырмаһы булып программаларҙы тиҙ, бәләкәй ваҡыт арауығында үтеү тора. Башлыса был предметтарҙы төрлө сенсорик үҙенсәлектәренә ҡарап төркөмләүгә дәрестәренә ҡағыла. Өс йәшлек балаларҙы уҡытыу методикаһы тығыҙлаша. Мәҫәлән, бер дәрес эсендә балаға предметтарҙы оҡшаш үҙенсәлектәре йәки ҡырҡа айырылған үҙенсәлекле предметтарҙы төркөмләргә ҡушыла. Был йәштә балаларҙың иғтибары тотороҡло, ҡул хәрәкәттәре яҡшы үҫешкән була. Шуға күрә, дәрестәрҙә сенсорик күнекмәләргә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек тыуа.

Сенсорик тәрбиә биреү дидактик уйындарын планлаштырыу һәм үткәреү методикаһының мөһим факторҙарының береһе—дәрестә алған белемде көндәлек тормош менән бәйләп өйрәтеү. Уйын ваҡытында бала предметтың сифатын белә, йыуынған ваҡытта һыуҙың температураһын билдәләй, саф һауала йµрөү ваљытында ҡарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә, санала шыуған ваҡытта предметтарҙың ауырлығын тойорға өйрәнә. Бәләкәй һәм ҙур ҡурсаҡтарҙы кейендергән мәлдә уның ҙурлығын билдәләйҙәр, предметтарҙың формаһын төҙөлөш материалдары менән уйнаған саҡта белә алалар.

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлегенән һуң дидактик материалдарҙы балаларға уйнарға бирергә мөмкин.

Көн режимында сенсорик тєрбиәләү айырым бер урынды алып тора. Төҫтәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән дәрестәр көн яҡтылығында өйрәнелергә тейеш. Лампа яҡтылығында бала төҫтәрҙе яҡшылап күрә алмай, сөнки уға лампаның һарыраҡ, зәңгәрһыу төҫө ҡамасауларға мөмкин. Дидактик материалдар сағыу ашъяулыҡҡа һалына.

Предметтың төҫө, формаһы, ҙурлығы буйынса тупланған күҙаллауҙар балаға предметтың үҙенсәлектәрен айырыуға ярҙам итә. Сенсорик күҙаллауҙарҙы туплау өсөн баланы 3-4 үҙенсәлек менән таныштырыу ғына етмәй. Ул төҫ, форма, ҙурлыҡ һәм башҡа төп үҙенсєлектєрҙе белеүҙе талап итә. Был система төп төҫтәрҙе (ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, йәшел, күкһел, күк, зәңгәр, аҡ һәм ҡара), 5 фигура (түңәрәк, квадрат, шаҡмаҡ, өсмөйөш, овал), 3 ҙурлыҡ (ҙур, уртаса, бәләкәй) үҙ эсенә ала. Балаға, тәү сиратта, ошо фигуралар, төҫтәр, ҙурлыҡ тураһында белергә кәрәк.

Тәүҙә, баланың дөйөм күҙаллауҙары үҫешмәгән саҡта, предмет үҙенсєлектєрен предметтарҙы үҙ-ара сағыштырыу юлы менән, ә инде бала үҫешенең юғары кимәленә күтәрелгәс, төҫтө, форманы, ҙурлыҡты айырыу өсөн, алынған белемд!ренә таянып, предмет үҙенсәлектәрен сағыштырып өйрәнә.

Оҡшаш мәсьәләләрҙе сисеү өсөн, уҡытыу процесы балаларҙың күп сифаттарҙы ысулдарҙы дөйөмләштереп өйрєнеүҙе талап итә.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар:ы предметтарҙың төрлө үҙенсәлектәре менән таныштырыу методтары түбәндәге күнекмәләр системаһын булдырыуға нигеҙ булып торҙо.

  1. Предмет эшмәкәрлегенә бәйле күнекмәләр.

  1. Предметтарҙың төҫөнә, ҙурлығына, формаһына ҡарап ике төркөмгә айырырға.

Маҡсаты: Балаларҙың иғтибарын предмет үҙенсәлектәренә йүнәлтеү. Төҫ, форма, ҙурлыҡ үҙенсәлектәрен иң ябай ысулдарға таянып айырырға өйрәтеү. Материалдар: ике төрлө ҙурлыҡтағы, биш төрлө формалы, һигеҙ төрлө төҫлө предметтар. Уҡытыу ваҡытында балаларҙың эшмәкәрлектәрен яйға һалыу өсөн түбәндәге һүҙҙәр әйтелә: төҫ, форма, шул, ул түгел, ҙур, бәләкәй һ.б.

  1. Төрлө ҙурлыҡтағы, формалағы вкладыштарҙы тап килгән ояларға ҡуйырға.

Маҡсаты: балаларға төрлө типтағы предметтарҙың үҙенсәлектәрен сағыштырырға өйрәтеү (төҫ, форма, ҙурлың). Ағастан эшләнгән ҙур һәм бәләкәй вкладыштар, тишекле рамкалар, 5 төрлө формалы вкладыштар һәм уларҙы урынлаштырыу өсөн рәшәткәләр.

  1. Ябай продуктив хәрәкәттәр.

  1. Төрлө формалағы, ҙурлыҡтағы, төҫтәге мозаикаларҙы өлгө буйынса төҙөү.

Маҡсаты: балаларҙың иғтибарын ошоға йүнєлтеү. ҙурлыҡ, төҫ, форма төрлө предметтарҙың үҙенсәлеге булырға, һәм уларҙы билдәләү өсөн ҡулланырға мөмкин.

Төрлө төҫтәге, ҙурлыҡтағы, формалағы мозаика материал булып тора. Һүрєттє күргән предметты мозаика ярґамында төҙөйҙәр. Ике төрлө ҙурлыҡтаѓы, биш төрлө формалы, һигеҙ төрлө төҫлө мозаика ҡулланыла.

  1. Буяу менән һүрәт төшөрөү.

Маҡсаты: балаларың предмет үҙенсәлектәренә булған мөнәсәбәтен нығытыу, уларҙы яҡшы таныш предметтарға ғына хас үҙенсєлєгєн биреү өсөн үҙ аллы төҫ, форма, ҙурлыҡ һайлауғы этәреү.

Һигеҙ төрлө төҫлө буяуҙар, төрлө төҫтәге ҡағыҙҙар материал булып тора.

Һәр дүрт төрлө күнекмә буйынса бер нисә тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеген үткәрер кәрәк. Уларҙың һәр береһендә мәсьәләне эшләү шарттары үҙгәрә.


Тактиль-хәрәкәт һиҙемләү


Уратып алған әйберҙәр донъяһын тулыһынса аңлау тактиль-хәрәкәт һиҙемләүе булмаған осраҡта мөмкин түгел. «Тактиль» ( латин һүҙенән. «һиҙеү, тойомлау»).

Объекттарҙың тактиль образдары уларҙың сифаттары, үҙенсәлектәре сағылышының дөйөм бер комплексы булып тора. Кеше предметҡа ҡағылған саҡта уныњ баҫымын, температураһын һиҙє, ауыртыу тойорға мөмкин. Кеше уларҙы тәне менән ҡағылғанда тоя, уның ҙурлығын, тығыҙлығын, өҫтөндәге тигеҙһеҙлеген билдәләй ала.

Тактиль-хәрәкәт һиҙемләүе арҡаһында предметтарҙың формаһы, ҙурлығы, ниндәй арауыҡта урынлашыуы, уның сифаты тураһында беренсе тәҫьораттарҙы алабыҙ. Тактиль һиҙемләү төрлө эштәр эшләгән саҡта, тормошта, ғөмүмән ҡул эштәре менән булғанда ҙур роль уйнай.

Тактиль-хәрәкәт һиҙемләүен үҫтереү өсөн түбәндәге күнекмәләр ярҙамға килә:

  • Пластилиндан, балсыҡтан төрлө һындар әүәләү.

  • Төрлө материалдарҙан аппликациялар эшләү (ҡағыҙ, туҡыма, йөн, мамыљ, фольга).

  • Аппликацион әүәләү (рельефлы һүрәттәрҙе пластилин менән тултырыу).

  • Ҡағыҙ менән эшләү (оригами).

  • Макраме (ептәр ярҙамында үреү)

  • Бармаҡтар, мамыҡ, ҡағыҙ бумала менән һүрәттәр эшләү.

  • Конструкторҙар, мозаикалар менән уйнау.

  • Пазлдар йыйыу.

  • Бәләкәй предметтарҙы тµѕ, форма, ґурлыљ ‰ґенсєлектєренє љарап айырыу

Бынан тыш, практик эштәр балаларға ыңғай эмоциялар тыуғыра һәм арыуҙы бөтөрә.

Шулай уҡ ҡулдарға массаж, үҙ-үҙеңә массаж эшләргә лә оноторға ярамай. Быларҙың барыһы ла һиҙемләүҙе үҫтерә.

Тәндең 18% тиренән торғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Уларҙың нервы күҙәнәктәрен стимуллаштырып уратып алған әйберҙәр тураһында тулы мәғлүмәт алыуға ярҙам итә.

Тактиль һиҙемләүҙе үҫтереү өсөн балаларға предмет-үҫтереү мөхите булдырырға кәрәк. Төҫтәрҙең, формаларҙың төрлөлөгө балаларға яҡшы эмоциональ йүнәлеш бирә.

Балаларҙың тактиль һиҙемләүҙәрен үҫтереү өсөн мин төрлө дидактик тренажерҙар, уйындар, пособиелар ҡулланам.

Массаж туптары ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Туптарҙың төрлө ҙурлыҡта, тығыҙлыҡта булыуы балаларға бик күп төрлө тойғолар бирә.

«Шарлы ванналар»ҙа «йөҙгән» балалар ҙа бик күп ыњѓай тойғолар кисерә.

Шулай уљ «һиҙеү ванналары» ла эшләргә мөмкин. Һауыттарға тултырылған тубырсыҡтар, борсаҡтарҙы сүпләгәндә, уларҙың бармаҡ хәрәкәтсәнлеге. һиҙгерлеге үҫә.

«Диҡгеҙ төбө», «Күңелле кешеләр» панноһын да булдырҙым. Унда балалар тєрбиәсе ҡушыуы буйынса ла, үҙ аллы ла һүрәттәр төҙөйҙәр.

«Аяҡтар өсөн сенсорик һуҡмаҡ» кавролин материалынан эшләнгән. Йәбешкәк (липучка) ярҙамында уларға борсаҡ, таш, сепрәк, күн, поролон тултырылған тоҡсайҙар тегелгән. Тойомлауҙарҙың күп төрлөлөгө һуҡмаҡ буйлап йөрөүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итә. Бындай йөрөүҙәр яҫы табанлылылҡты профилактикалауға, балаларҙың тактиль һиҙемләүҙәрен үҫтереүҙә ярҙамлаша.

«Сәнскеле балаҫ»та балалар атлай, ята, тора алалар.

Массаж щеткалары, тәгәрмәсле массажерҙар ярҙамында ҡулдарға, аяҡтарға үҙ аллы массаж яһау ҙа бик файҙалы.

Мөминлек булған саҡта мин тәбиғи мөхитте ҡулланырға тырышам: ҡом, таш, һыу менән уйнау.

Балаларҙың тактиль һиҙемләүҙәрен үҫтереү буйынса өйрәтеү уйындары бер нисә этапта үткәрелә. Унда балалар предметтарҙың сифаттары һәм тµп үҙенсәлектәре менән таныша ала.

Шуларҙың иң мөһимдәре:

  • Төрлө тигеҙ булмаған йөҙлө предметтарҙы башта асыҡ күҙҙәр менән, аҙаҡ күҙҙәрҙе йомоп тотоп ҡарау. Уларҙы төрлө тикшереп ҡарау хєрєкєттєренє өйрәтеү (һыйпау, ыуыу, туҡылдау, ҡыҫыу). Айырым һүҙҙәр менән предметтарҙың сифаттарын һәм үҙенсәлектәрен атау;

  • Предметты эшләнгән материалының сифаттарын һәм үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлау аша тотоп ҡарап табыу (башта ике предмет араһынан, аҙаҡ 3-5 предмет араһынан эҙләп табыу);

  • Тәҡдим ителгән предметарҙың берәүҙенең контурын табыу (3-4 предмет);

  • «Бәйләнгән» күҙҙәр менән контурҙар аша предметтың үҙен табыу;

  • «Бәйләнгән» күҙҙәр менән ике бер төрлө предмет контурҙарын тәҡдим ителгән предметтар араһынан табыу;

Шулай итеп, практик күнекмєлєрҙе бер нисә тапҡыр эҙмә-эҙлекле ҡабатлағандан балаларҙың тактиль һиҙемләүенең үҫешенә ирешергә була.




Эшләнгән эшкә анализ яһау

Сенсорик тәрбиәләү буйынса үткәрелгән эштәр:

  • Балаларға геометрик фигуралар менән танышырға һәм уларҙың исемдєрен иҫтә ҡалдырырға ярҙам иттем

  • Балаларҙы төҫ айырырға өйрәттем

  • Балаларға ҙурлығы буйынса предметтарҙы айырырға өйрәттем

  • Тактиль һәм күреп иҫтә ҡалдырыу һәләттәрен үҫтерҙем

  • ҡулдарының бәләкәй моторикаһын үҫтереүгә булышлыҡ иттем

Эштең һөҙөмтәһе һәм преспективаһы

Эшләнгән эштәргә анализ яһаған ваҡытта ошо проблеманы хәл итеүґә систематик һөм планлаштырып эшләүҙең, шулай уҡ дидактик уйындарҙың тирә-яҡты танып-белеүҙә, сенсорик эталон һәм телмєр үҫтереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Был эш балаларҙың сенсомоторик үҫешенә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә уларға уҡыуға тәүшарттар тыуҙыра. Сенсомоторика буйынса үткәрелгән тактиль һәм күреп таныуға йүнәлтелгән уйындар һәм күнекмәләр аша балаларҙың күҙәтеүе, иғтибары, хәтере, күҙаллауы үҫешє, күргән тәҫьораттарының эҙмә-эҙлелеге һаҡлана, һүҙ запасы байый. Сенсорик тєрбиә математика һәм яҙырға өйрәнеүгә нигеҙ булып тора.

Киләсәктә был теманы дауам итеп балалар баҡсаһында һәм ҡалала эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы планлаштырам. Балалар баҡсаһында 2013 йылда, ә ҡалала 2014 йылда дөйөмләштереү үткәреүҙе үҙемә маҡсат итеп алдым. Әлегә был йүнәлештә материалдар өйрәнәм, тәрбиәселәргә консультациялар менән сығыш яһайым. Семинарҙар һәм семинар прктикумдарҙа был йәһәттән үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашам.


Сенсорик тәрбиә биреү буйынса методик тәҡдимдәр


Был материалды ҡулланѓанда түбәндәгеләрҙе тәҡдим итєм:

  • Беренсе уйындар ҡабул итеүгә еңел булырға тейеш

  • Белем биреүҙең һәр этабында балаға тик бер генә төҫ, бер төрлө форма ћєм үҙенсєлек тәҡдим итергә кәрәк

  • Күп уйындарҙы бер үк ваҡытта күрһәтергә тырышмағыҙ, ә ошо уйындың варианттарын тәҡдим итегеҙ. Бер аҙна үткәс кенә икенсе уйын тәҡдим итергә була.

  • Уҡытыу уйын формаһында үтергә тейеш

  • Уйындарҙы үткєреү ваҡыты 5-10 минуттан да ашмаҫҡа тейеш.








Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. Амонашвили Ш.А. «Здраствуйте, дети!», М.:«Просвещение», 1983.

  2. Баландина Л.А., Гаврилова В.Г. «Диагностика в детском саду», Ростов н/Д.: «Феникс», 2004.

  3. Венгер Л.А., Пилюгина Э.Г., Венгер Н.Б. «Воспитание сенсорной культуры ребенка», М.: «Просвещение», 1988.

  4. Дидактические игры и упражнения по сенсорному воспитанию дошкольников. Под редакцией Л.А.Венгера. М.: «Просвещение», 1973.

  5. Дагмар Альтхауз, Эрна Дум «Цвет, форма, количество», М.: «Просвещение», 1984.

  6. Дыбина О.В., Рахманова Н.П., Щетинина В.В. «Неизведанное рядом. Занимательные опыты и эксперименты для дошкольников».















Мәктәпкәсә йәштәге баланы төрлө эшмәкәрлектә сенсорик тәрбиәләү





Танып белеү.

Тәбиғәт менән танышыу




Художестволы ижад.

Һүрәт төшөрөү.





Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы сенсорик тәрбиә биреү


Тәбиғи материалдарҙың үҙенсәлеге

Төҫ, форма, күләм менән танышыу


Коммуникация телмәр үҫеше


Танып белеү. Математика



Музыка.

Музыкаль эшмәкәрлек





Ишетеү буйынса аңлау


Предметтарҙың үҙенсәлектәре


Форма менән танышыу


Күләм менән танышыу


25



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сенсорик т?рби? бире??? дидактик уйындар?ы? роле

Автор: Япанова Эльвира Фаязовна

Дата: 26.09.2015

Номер свидетельства: 233924


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства