kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мине? Ватаным - кер?? тамырым

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема:“Мине? Ватаным ул – к?р?? тамырым”

Ма?сат : тыу?ан илг? ??й??, патриотик той?олар т?рби?л??;тыу?ан ил  тура?ында?ы белемд?рен ??тере?;?йр?нг?н йыр?ар?ы ?абатлау.

Бурыстар:

    • Балалар?а тыу?ан ил  тура?ында?ы белемд?рен ?абатлау ??м ?йр?не?;
    • Балалар?ы? ??? байлы?ын активлаштырыу;
    • ?ушма телм?р мен?н ??йл?рг? ?йр?те?;
    • Балалар?ы к?й?? ты?лар?а ?йр?те?;

??тере?се:

  • К?й??? характерын ??м к?йефен тойоу?ы,эстетик т?рби?не? м?мкинлект?рен  ысынбарлы?та ??м музыкаль ???р??р?? ??тере?;
  • Тембрлы ишете? ??м йырлау ??л?тт?рен ??тере?(дикция,тын алыу, берг? йырлау,?????р?е? д?р?? ?йтелеше);
  • Балалар?ы? музыканы? характерын  ??м к?йефен айыра беле??е, улар?ы х?р?к?т мен?н к?р??т? беле??е ??тере?;
  •  
  • Бер – бере?? ?арата татыулы?ты ??м ду? булыу?ы т?рби?л??;
  • Музыкаль ???р??рг? ??м музыка?а ??й?? т?рби?л??;
  • “Талантлы ш?хес”булдырыр?а м?мкинлек т?рби?л??;
    • Мине? Ватаным.Г.Иш?ыуатова ???. ??м к?й?;
    • Тыу?ан илем,ерем,телем.Р.??рипов ???.,М.С?лм?нов к?й?.
    • Баш?ортостан республика?ы  гимны;
    • Баш?орт полька?ы.Гершова к?й?.

??ерлек эшт?ре:

  • Репертуар ?айлау
  • Йыр?ар ?йр?не?
  • Бейе? х?р?к?тт?ре мен?н танышыу ??м ?йр?не?
  • К?? тура?ында ?йр?не?

???лек эше:Балалар ?с?н ауыр бул?ан ?????р?е ?абатлау,?йр?не? : к?? етте,ба?салар?а,беште,к??елле,к??ел?е?,ям?ыр,?ары,япра?.   

Методик алымдар:

  • ??г?м?
  • Уйындар
  • ??р?тт?р ?арау

Йы?азландырыу:Монитор,доска, нота я?малары, музыка ?оралы(?урай ??м баян), “тылсымлы китап”, баш?орт халы?  кейеме.

Д?рес барышы

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мине? Ватаным - кер?? тамырым »

Телмәр төҙәтеү төркөмө № 6 № 12

Тема:“Минең Ватаным ул – кәрәҙ тамырым”

Маҡсат : тыуған илгә һөйөү , патриотик тойғолар тәрбиәләү;тыуған ил тураһындағы белемдәрен үҫтереү;өйрәнгән йырҙарҙы ҡабатлау.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе:

  • Балаларҙа тыуған ил тураһындағы белемдәрен ҡабатлау һәм өйрәнеү;

  • Балаларҙың һүҙ байлығын активлаштырыу;

  • Ҡушма телмәр менән һөйләргә өйрәтеү;

  • Балаларҙы көйҙө тыңларға өйрәтеү;

Үҫтереүсе:

  • Көйҙөң характерын һәм кәйефен тойоуҙы,эстетик тәрбиәнең мөмкинлектәрен ысынбарлыҡта һәм музыкаль әҫәрҙәрҙә үҫтереү;

  • Тембрлы ишетеү һәм йырлау һәләттәрен үҫтереү(дикция,тын алыу , бергә йырлау,һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше);

  • Балаларҙың музыканың характерын һәм кәйефен айыра белеүҙе , уларҙы хәрәкәт менән күрһәтә белеүҙе үҫтереү;

Тәрбиәүи:

  • Бер – береңә ҡарата татыулыҡты һәм дуҫ булыуҙы тәрбиәләү;

  • Музыкаль әҫәрҙәргә һәм музыкаға һөйөү тәрбиәләү;

  • “Талантлы шәхес”булдырырға мөмкинлек тәрбиәләү;

Репертуар:

  • Минең Ватаным.Г.Ишҡыуатова һүҙ. Һәм көйө;

  • Тыуған илем,ерем,телем.Р.Ғәрипов һүҙ.,М.Сәлмәнов көйө.

  • Башҡортостан республикаһы гимны;

  • Башҡорт полькаһы.Гершова көйө.

Әҙерлек эштәре:

  • Репертуар һайлау

  • Йырҙар өйрәнеү

  • Бейеү хәрәкәттәре менән танышыу һәм өйрәнеү

  • Көҙ тураһында өйрәнеү

Һүҙлек эше:Балалар өсөн ауыр булған һүҙҙәрҙе ҡабатлау,өйрәнеү : көҙ етте,баҡсаларҙа,беште,күңелле,күңелһеҙ,ямғыр,һары,япраҡ.

Методик алымдар:

  • Әңгәмә

  • Уйындар

  • Һүрәттәр ҡарау

Йыһазландырыу:Монитор,доска, нота яҙмалары, музыка ҡоралы(ҡурай һәм баян), “тылсымлы китап” , башҡорт халыҡ кейеме.

Дәрес барышы

Балалар күңелле башҡорт көйө аҫтында залға инәләр ,уларҙы башҡорт халҡының милли кейемендә кейенгән музыка етәксеһе ҡаршы ала.

Музыка етәксеһе:

Иртә менән ҡояш ҡалҡа

Ботәһен ул тышҡа саҡыра

Мин сығамын өйөмдән

Сәләмләйем урамды.

Мин йырлайым .ҡыуанам

Ҡоштар миңә ҡушыла

Үҫ тиҙерәк дуҫҡайым тип

Үләндәр ҙә серләшә

Үләндәргә йырлайым

Йырлайым елдәргә лә

Йырлайым мин ҡояшҡа

Һаумы тыуған илкәйем!

Музыка етәксеһе:

Хәйерле иртә балалар! Мин бик ныҡ шатмын һеҙҙе тағы ла ошо залда күреүемә!Ысынлап та беҙҙең иртә шундай хәйерлелер, сөнки һеҙ бөтәгеҙҙә шатһығыҙ, көләсһегеҙ.Әйҙәгеҙ бер – беребеҙҙе ҡояш менән ҡотлап алайыҡ.

(“Хәйерле иртә” – тип исемләнгән сәләмләү үткәрелә)

Музыка етәксеһе:

Хәйерле иртә күҙҙәрем!(күҙ ҡабаҡтарын яраталар)

Һеҙ уяндығыҙмы?(биноколгә ҡарау)

Хәйерле иртә ҡолаҡтарым!(Ҡолаҡтарҙы яратабыҙ)

Һеҙ уяндығыҙмы?(Ҡул суҡтары менән ҡолаҡтарҙы һүрәтләйҙәр)

Хәйерле иртә ҡулдар!(Устарҙы ыуалар)

Һеҙ уяндығыҙмы?(Сәпәкәй итәләр)

Хәйерле иртә аяҡтар!(тубыҡтарҙы ыуалар)

Һеҙ уяндығыҙмы?(тыпырлайҙар)

Хәйерле иртә балалар!(бер – береһенә ҡарайҙар)

Һеҙ уяндығыҙмы?(йылмаялар бер -береһенә)

Хәйерле иртә ,ҡояшҡай!(ҡояшҡа ҡарайҙар)

Беҙ бына хәҙер уяндыҡ!!!(ҡулдарҙы өҫкә күтәрҙек)

Музыка етәксеһе:

Афарин,балалар!Һеҙҙең кәйефтәрегеҙ шундай яҡшы,әйҙәгеҙ бергәләп бейеп алайыҡ әле!

Ә хәҙер балалар түңәрәккә парлашып тороғыҙ.

Музыкаль-ритмик хәрәкәттәр:

Балаларға таныш булған бейеү үткәрелә “Дуҫлаштыҡ” башҡорт полькаһы

Афарин, балалар! Бигерәк матур итеп бейенегеҙ, ә хәҙер урындарға ултырайыҡ.

Музыка етәксеһе:Балалар күрәһегеҙме минең ҡулымда китап ,ул ябай түгел тылсымлы.Был китаптың һәр битендә беҙҙең тыуған илебеҙ Башҡортостан менән бәйле һүрәттәр.һең бөтә эште лә яҡшы үтәп сыҡһағыҙ,китаптың һуңғы битендә һеҙгә тип әһерләнгән бүләкте табырһығыҙ.(слайд - Башҡортостан тәбиғәт)

Башҡортостаным минең

Гүзәл тыуған илкәйем

Гөрләп үҫә ауыл,ҡалалар

Үҫә йәштәр,тыуа балалар

Шаулай игендәре ҡырҙарҙа

Һайрай ҡошҡайҙары урманда

Тыуған яғым,тыуған бишегем

Һин генә бит минең уйымда.

Балалар әйтегеҙ әле һеҙ ниндәй республикала йәшәйһегеҙ?(слайд – башҡортостан картаһы)

Китаптың беренсе бите.(Башҡортостан һүрәте,Өфө ҡалаһы)

Балалар: Башҡортостан республикаһында!

Музыка етәксеһе: Башҡортостандың баш ҡалаһын әйтегеҙ әле.

Балалар: Өфө ҡалаһы

Музыка етәксеһе: эйе,дөрөҫ балалар,башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө.Өфө – ҙур матур ҡалаларҙың береһе.унда бик күп заводтар,фабрикалар,музейҙар,парктар.(слайд 1) Балалар ә беҙ һеҙҙең менән ниндәй ҡалала йәшәйбеҙ?

Балалар : Сибай ҡалаһында!

Музыка етәксеһе: Дөрөҫ.Сибай Зауральеның үҙәге.(слайд 2)

Китаптың икенсе бите(дәүләт символдары)Һәр бер дәүләттең үҙ дәүләт символдары була.Былар инде башҡортостандың флагы,гербы һәм гимн.

Башҡортостан республикаһының флагы өс төҫтән тора(слайд 7)Күк ,аҡ,йәшел,ә уртала ҡурай сәскәһе төшкән.Күк төҫ – аяҙ күк йөҙөн,аҡ төҫ – аҡлыҡты һәм сафлыҡты.йәшел төҫ мәңгелек йәшеллекте аңлата.

Ҡурай сәскәһе – ете ырыуҙың дуҫлығын һәм татыулыҡты аңлата.

Герб бик матур,унда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев ҡояш нурҙары фононда һүрәтләнгән,(слайд 8)

Һәм инде өсөнсө символ ул – гимн.Уны Фәрит ағай Иҙрисов яҙған.(слайд 9)

Гимнды һәр ваҡытта ла баҫып тыңлайҙар.

Тыңлау өлөш:Балалар баҫып тороп гимн тыңлайҙар

Музыка етәксеһе:

Балалар ниндәй кәйефле музыка яңғыраны?

Балалар:Ғорур һәм тантаналы һ.б.

Музыка етәксеһе: Афарин , балалар дөрөҫ.Гимн – ул шундай тантаналы , ғорур көй,уны байрамдарҙа,тантаналы ултырыштарҙа тыңлайҙар.

Музыка етәксеһе:Балалар китаптың киләһе битен асайыҡ.Бында һеҙ нимә күрәһегеҙ?Эйе был һүрәттә аттар төшөрөлгән.Башҡорт халҡы элек-электән ат тотҡандар,ҡымыҙ яһағандар.Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән телдәргә ат сабыу күнегеүен эшләйек.(Телдәргә күнегеү)

Музыка етәксеһе:балалар был биттә инде һеҙ умартасыны күрәһегеҙ.бал инде башҡорт халҡының иң тәмле файҙалы аҙыҡтарының береһе.Бал ҡорттары ниндәй тауыш сығаралар әле.Әйҙәгеҙ бергәләп тауыштарҙы асып алайыҡ.

Тауышты көйгә һалыу: Бал ҡорттары булып бызылдап тауышты асыу.

Йырлау : Һәр миҙгел үҙенсә матур,бай.Ә башҡортостан көнөн беҙ йылдың ниндәй миҙгелендә билдәләйбеҙ?Дөрөҫ, беҙ Башҡортостандың тыуған көнөн көҙ миҙгелендәбилдәләйбеҙ, ул йылдың шундай матур ,уңышҡа бай миҙгелендә тыуған.Әйҙәгеҙ көҙ тураһында йырлап алайыҡ.

Йыр “яуа ҡайын япрағы”

-Афарин , балалар ә һеҙ тыуған ил тураһында йыр беләһегеҙме ? Эйе,йырлап алайыҡ.

Йыр “Минең Ватаным”

Йыр “Ерем,илем,телем”

Музыка ҡоралы менән танышыу: - Бына был ниндәй музыка ҡоралы?Эйе , ҡурай.Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.Ҡурай ул флагта ла , гербта ла һүрәтләнгән.уның ете тажы ете ырыуҙың берләшеүен белдерә.шулай уҡ дуҫлыҡты,татыулыҡты аңлата.Башҡортостанда төрлө милләт халҡы йәшәй,улар үҙ-ара дуҫ,татыуҙар.Өфө ҡалаһында дуҫлыҡ монументы ла бар.Беҙ ҙә дуҫ һәм татыу булырға тейешбеҙ.Ә хәҙер бергәләп түңәрәктә уйнап-йырлап алайыҡ .

Уйнау өлөшө: Түңәрәк уйын “Әйләнәбеҙ”көй менән бергә хәрәкәтте үҫтереү.

Йомғаҡлау өлөшө: Балалар , беҙ һеҙҙең менән тылсымлы китап ярҙамында бөгөн дәрестә Башҡортостан турыһында күп нәмәләр белдек. Һеҙ бөгөн нимәләр тураһында белдегеҙ , нимәләр менән таныштығыҙ.?Нимәләр эшләнек дәрестә?Афарин балалар.Ә хәҙер китаптың һуңғы битен асайыҡ,мин һеҙгә дәрес башында әйткән инем,унда һеҙгә тип әҙерләнгән бүләктәр.(Сәк-сәк һүрәте.)Байрам төркөмдә дауам итә.(Башҡорт балы менән болғанып әҙерләнгән сәк-сәк менән төркөмдә байрам сәйен эсәләр).

















































































Сәскә ат Башҡортостан !”

Маҡсат:

  • Башҡортостан ,тыуған ил тураһында белемдәрен киңәйтеү,

  • Тыуған яҡҡа мөхәббәт һәм ғорурлыҡ тәрбиәләү,

  • Уның тарихына , мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу үҫтереү.

Йыһазландырыу : Флаг,герб.Карта.

Балалар залға Г.Ишҡыуатова ижад иткән “Иманлы ил” көйөнә инәләр.Хәрәкәттәр яһайҙар.Һуңынан ярым түңәрәккә барып торалар.

А.б.: Хәйерле иртә , балалар.

Хәйерле иртә ҡунаҡтар . бөгөнгө байрамыбыҙҙы Башҡортостандың тыуған көнөнә бағышлайбыҙ.Ошо байрам айҡанлы бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.Илебеҙ тыныслығы , һаулыҡ , бәхетле тормош теләйбеҙ.

А.б.: Башҡортостан һин беҙҙең

Тыуып үҫкән еребеҙ

Беҙгә икмәк өй биргән

Һыуын эскән еребеҙ.

Йыр “Минең Ватаным”

Шиғырҙар

(Балалар ултыралар)

А.б.: Башҡортостан – Урал тауҙарының көньяғында урынлашҡан бәрәкәтле һәм күркәм төбәк. Уның баш ҡалаһы – Өфө. Өфө – ул ҙур һәм матур ҡала. Урамдары киң һәм таҙа.,йәшеллеккә күмелгән.

А.б.: Картала бәләкәй генә күренһә лә , ул бик ҙур һәм бай республика.

А.б.: Йәйрәп ятҡан далалар

Күккә олғашҡан тауҙар

Йәшел хәтфә урмандар

Ул беҙҙең Башҡортостан.

Балалар башҡарыуында бейеү

А.б.: башҡортостан күп милләтле республика. Беҙ үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ . башҡа милләт халыҡтары менән дә татыу йәшәйбеҙ.

Бөтә республика буйлап икһеҙ – сикһеҙ иген баҫыуҙары һуҙылған , ә инде башҡорт йырҙары , уйындары ,бейеүҙәре һоҡландырғыс матур.Һеҙҙең иғтибарығыҙға батыр уңған малайҙар башҡарыуында йыр

Йыр “Тыуған ерем”

А.б.: Халҡымдың моң шишмәһе

Йор тауышлы ҡурайым

Тауышыңды ишетһәм

Яҡтыралыр сырайым

Тылсымлы моңдарына

Мин ҡушылып йырлайым

Күк Уралдың данын



Яңғырат һин ҡурайым.

А.б.: Башҡорттарҙың борон – борондан килгән йолалары , уйындары , ғөрөф – ғәҙәттәре бик күп , шуларҙың береһе түңәрәк уйындары.Әйҙәгеҙ беҙҙә һеҙҙең менән бергәләп уйнап алайыҡ балалар.

Түңәрәк уйын “Әйләнәбеҙ”

А.б.: Ҡулдар сабып алҡышларға

Дуҫтар булығыҙ әҙер

Һылыу – һылыу ҡыҙҙарыбыҙ

Бейергә төшә хәҙер.

Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Бейеү “”

А.б.: Башҡорт халҡының батыры кем ул балалар? Эйе , дөрөҫ Салауат батыр.Башҡорт халҡының батырына Өфө ҡалаһының һәр яҡтан күренеп торған ерендә , ағиҙел ярында һәйкәл ҡуйылған.ул салауат Юлаев һәйкәле.Шағирҙар уның тураһында шиғырҙар ижад итһәләр , ә бына композиторҙар шул шиғырҙарҙы көйгә һалып йырлағанда.Беҙҙең малайҙар ҙа батыр булып үҫмәксе.улар башҡарыуында йыр

Йыр “Салауат батыр”

А.б.: Әйҙәгеҙ балалар тыуған ил . еребеҙ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.

Мәҡәлдәр

А.б.: мин хайранмын киңлегеңә

Башҡортостан илкәйем

Бер сигең – яйыҡ ярында

Ыҡ буйында бер сигең

Бөркөт ҡанатын талдырыр

Сал тауҙарың бар һинең.

А.б.: Башҡортостан минең күкрәгемә

Телдәреңде ҡаҙап үҫтерҙең

Мин муйыныма аҫып йөрөр инем

Тупрағымдың кескәй бөртөгөн.

Йыр “Ерем,илем,телем”

А.б.: Киләһе осрашҡанға тиклем.байрам төркөмдә дауам итә.(Балалар сығалар)








Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мине? Ватаным - кер?? тамырым

Автор: Кунакбаева Гульназира Робертовна

Дата: 30.10.2015

Номер свидетельства: 245744


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства