Балалар баҡсаһында Мәүлит байрамын үткәреү сценарийы
Залда балалар өсөн дини китаптар күргәҙмәһе урын алған. Сәскләр менән биҙәлгән. Барыһы ла байрамса матур кейенгән: малайҙарҙың баштарында түбәтәй, ә ҡыҙҙарҙыҡында-яулыҡ.
Г.Ишҡыуатованың “Рәхмәт һиңә, Аллам” йыры аҫтында балалар сыға.
1). Йыр “ Әссәләмәғәләйкүм!”
1-се алып барыусы: Әссәләмәғәләйкүм, килгән ҡунаҡтар һәм балалар! Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә. Артабан уны йыл буйына билдәләйҙәр. «Мәүлит» — ғәрәп һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм донъяға килгән көн Мәүлит исеме менән аталып мосолмандарҙың байрамына әйләнә. Ҡунуҡҡа саҡырышып пәйғәмбәрҙе иҫкә алып, бигерәк тә балаларға бүләктәр өләшәләр.Бына беҙ ҙә бөгөн ана шул күркәм байрам тантанаһына йыйылдыҡ. Алҡышлайыҡ үҙебеҙгә!
2-се алып барыусы: Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша Ҡөрьән индерә, пәйғәмбәрлек бирә. Аллаһы Тәғәлә уға бәндәләрҙе Ислам диненә өндәргә бойора. Шуға күрә уның тыуған көнө ҙур байрам. Кешелек донъяһында Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-енең исем-шәрифе Ҡөрьән китабына индерелә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) – иң һуңғы, заман ахыры пәйғәмбәре. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә был яҡты донъянан китә. Ана шул 23 йыл эсендә Ғәрәбстан ярымутрауын мәжүсиҙәрҙән – төрлө һындарға табыныусыларҙан таҙарта һәм бер Аллаға ғына табынырға өндәй. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) башҡарған эштәре, тормош юлы, йәшәү рәүеше, холҡо, сифаттары барлыҡ кешеләргә үрнәк булып тора. Барыбыҙ ҙа өлгө алһаҡ ине. Ин шәә Аллаһ. Һүҙҙе ҡәҙерле ҡунағыбыҙ абыстай...хәҙрәт...хажи ....бирәйек.
2). Ҡунаҡ һөйләй.
3).Шиғыр (Динийәр)
Мин – мосолман. Гүзәл Ситдыҡова
Динем - Ислам,
Дин - йәннәт,
Пәйғәмбәрем -
Мөхәммәт.
Изге китап
Ҡөръәнем -
Аллаһ биргән
Йәм-йәнем.
Йома етһә,
Барыбыҙ
Ғибәҙәткә
Барабыҙ.
Манарала
Һилал - ай,
Яңы ғына
Тыуған ай;
Йондоҙо бар
Янында.
Ислам дине -
Ҡанымда
1-се алып барыусы: Һай, афарин! Иманлы булғыр! Мәүлит байрамында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с-гә күп итеп салауат, мөнәжәт, нәсихәттәр әйтелә.Ә хәҙер, балалар, иғтибар менән тыңлағыҙ, тәрбиәсе апайҙарығыҙ һеҙгә шағирә Динә Талхина ижад иткән нәсихәт әйтә.
4). Тәрбиәселәр (Разалия Н., Элеонора Д., Лилиә Р., Илсиә Х.,)
НӘСИХӘТ. Динә ТАЛХИНА
1.Ал таңдарҙы, балаҡайым,
Бисмилла менән башла,
Аш менән яуап бирәләр
Атылған яуыз ташҡа.
2.Йоҡоларға талған саҡта
Рәхмәт уҡы Хоҙайға.
Иртән торғас, урының йый,
Шайтан аунап ятмаһын,
3.Үҙҙәренә етмәҫ аңды
һиңә бер кем һатмаһын.
Ашағас та ҡашыяҡ йыу —
Шайтан ялап ҡуймаһын,
4.Сама белеп һөйлә һүҙҙе —
һине кеше тыймаһын.
Мыжыҡ булма, илаҡ булма,
Өйҙөң ҡотон ебәрмә,
5.Үпкәләрҙе һөйлә, балам,
Бары иҫкән елдәргә.
Таңдар менән, балаҡайым,
Хоҙайҙан бәхет һора,
Насар төштәр күрһәң дә гел,
яҡшыға ғына юра.
Рәхмәт уҡы Хоҙайға һин,
Тыныс таңдар атҡанға,
Күҙең асып кинәнеп яңы көнгә
баҡҡанға.
Дөрөҫ һүҙҙәр һөйлә, балам,
ялғанды Хоҙай һөймәй,
Хоҙай һөмәгән әҙәмгә, бел, балам,
бәхет теймәй.
Кеше йәшен алма, балам,
уйлап һөйлә һүҙеңде,
Был донъяла көслө түгел,
еңә, балам, түҙемле.
Көйөнөстәр — ҡайғы түгел,
түҙемлегеңде юйма,
Йырлап та ал, илап та ал,
һағышты эскә йыйма.
2-се алып барыусы: Рәхмәт, бик фәһемле нәсихәт булды. Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле. Пәйғәмбәребеҙ тураһында нимәләр белгәнегеҙҙе асыҡлайыҡ. (Балалар яуап бирә алмаһа, ҡунаҡтар ярҙам итә)
5). Һорауҙар
1. Кем ул Мөхәммәт с.ғ.с.? (ахыры заман пәйғәмбәре)
2.Мөхәммәт с.ғ.с.ҡайһы ҡалала тыуған (Мәккә)
3.Нисә йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын ала? (40 йәшендә)
5.Ул ниндәй айҙа тыуған? (Раббиғел әүүәл)
6.Ул ниндәй кеше булған? ( иң күркәм сифаттар булған унда. Ғәҙел, алдашмаған, тоғро, ҡыйыу, үҙ һүҙендә торған....)
7.Әсәһенең исеме кем булған? (Әминә)
1-се алып барыусы: Һай, уңғандар! Рәхмәт яуаптарығыҙға!Әйҙәгеҙ, тағы бер фәһемле нәсихәт тыңлап үтәйек.
6). Т.Р.Н. нәсихәт йырлай.
Нәсихәттәр (Аҡмулла)
Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер,
"Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән.
Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.
Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.
2-се алып барыусы. Бына шундай күркәм нотала байрамыбыҙҙы тамамлайбыҙ.
1-се алып барыусы. Килгән ҡунаҡтарға, ҡатнашысыларға, байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәт! Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлын белмәйенсә, ислам динен тулыһынса аңлау мөмкин түгел. Өйрәнәйек, иманыбыҙҙы арттырайыҡ!