kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

М?кт?пк?с? й?шт?ге балалар?а экологик белем бире? - педсовет

Нажмите, чтобы узнать подробности


3. “Т?би??тте? ялыу кен?г??ен т???г??”.
Ялыу кен?г??ен? ??емлект?р??н ??м й?нлект?р??н килг?н ялыу?ар терк?л?. Бындай х?лд?р булма?ын ?с?н ним? эшл?рг? к?р?клеген асы?ла?ы?.

Эш а?а?ында ??р т?рк?мс? ?? эшен я?лай. Эшк? 7-10  минут ва?ыт бирел?.

  1. Педсовет ?арар?ары
  1. Балалар?ы? экология тура?ында?ы ?йтк?нд?ре я?ыл?ан “Балалар ??йл?й” исемле альбомдар ??ерл?рг?. Срок – март. Яуаплы – Г.Р.Газина.;
  2. Балалар ?с?н “?ы?ыл китап” тура?ында м??л?м?тт?р ??ерл??. Срок – апрель. Яуаплы – С.Р.Бикбова.
  3. Балалар ба?са?ында экологик т?рби? бире??е “Т?би??т ??м кеше” ?улланма?ына таянып, федераль д??л?т стандарттарын и??пк? алып ??м я?ы технологиялар ?улланып дауам итерг?. Срок – йыл буйына. Яуаплылар – т?рби?сел?р;
  4. Балалар мен?н эшт? ИКТ ки? ?улланры?а (??ер презентациялар, видеоя?малар, художестволы – музыкаль к?рг???млект?рен ?.б.). Срок - йыл буйына;
  5. Балалар мен?н эшт? валеология буйынса м??л?м?тт?р даими  бирерг? (т?н т???л?ш?, эске а?залар,  улар?ы? фай?а?ы, т?н гигена?ы ?.б.). Срок – ??р ва?ыт. Яуаплылар – т?рби?сел?р;
  6. Балалар?ы э?л?не? – тикшерене? эшт?рен? актив й?леп итерг?. Быны? ?с?н т?рк?мд? к?р?кле 
Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«М?кт?пк?с? й?шт?ге балалар?а экологик белем бире? - педсовет »

Педсовет “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү”

Үткәреү формаһы – “экологик ҡунаҡхана”


Көн тәртибендә


  1. Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше тураһында информация (өлкән тәрбиәсе);

  2. БЕРЕНСЕ БЛЮДО. Экологик релаксация;

  3. - ИКЕНСЕ БЛЮДО. Инеш һүҙ “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү”;

- Тематик тикшереү буйынса аналитик белешмә менән таныштырыу.

  1. ӨСӨНӨС БЛЮДО( “Ҡырҡыу аш”). Блиц – турнир “Уйла һәм яуап бир” (Бикбова С.Р.);

  2. ДҮРТЕНСЕ БЛЮДО (“Винегрет”) Дискуссия “Экология тураһында беҙ нимә беләбеҙ?” (өлкән тәрбиәсе );

  3. БИШЕНСЕ БЛЮДО (“Йән аҙығы”)Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр (Танһыҡҡужина З.Ғ.);

  4. АЛТЫНСЫ БЛЮДО “Аукцион”. Уйындар һәм күргәҙмәлек аукционы. (Ҡәйепҡолова З.Ғ.)

  5. “Ялыу кенәгәһе” Практик эш;

  6. Педсовет ҡарарҙары. Сәй эсеү.


Педсовет музыка залында үткәрелә. Залда айырым өҫтәлдәр әҙерләнгән (3 кешегә бер өҫтәл). Өҫтәлдәрҙә педсоветтың көн тәртибенә ярашлы тәрилкәләрҙә “ашамлыҡтар” ҡуйылған.


1.Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше тураһында өлкән тәрбиәсе мәғлүмәт бирә.

2. Экологик релаксация (тәрбиәсе үткәрә)


Тәбиғәт – матурлыҡ сығанағы. (Релаксация)

  1. Инеш һүҙ “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү”;


Рәсәй федерацияһы буйынса “Белем биреү” тураһындағы законға ярашлы белем биреүҙең төп бурыстарының береһе – рухи - әхлаки тәрбиә биреү. Ә экологик тәрбиә - рухи - әхлаки тәрбиә биреү эштәренең бер йүнәлеше. Хәҙерге заманда экологик тәрбиә биреү – мөһим бурыстарҙың береһе булып һанала. Ни өсөн? Беренсенән, кешенең экологик грамоталы тәртибе – Ер йөҙөндә тормош итеүҙең сығанағы. Икенсенән, балаларҙа матурлыҡҡа , гуманлылыҡҡа ынтылыш тәрбиәләүҙә тәбиғәттпеү роле баһалап бөткөһөҙ. Кескәйҙәр тәбиғәткә ололарға ҡарата нығыраҡ яҡын. Үлән ысынында ла баланың биленән, сәскәләр үҙәренең таждарын балаларҙың күҙҙәре тәңгәлендә асалар. Ләкин завод – фабрикалар торбаларынан сыҡҡан төтөн дә баланың йөҙөнә бәрә. ..

Нимә ул экология? Экология - «йәнле тәбиғәттең бер береһе менән үҙ – ара һәм уратып алған мөхиткә ҡарата бәйләнеше». Беҙҙе уратып алған донъя бай, матур, һәм төрлө. Ә мәктәпкәсә йәштәге бала тирә - йүнгә ҡарата асыҡ, ышаныслы ҡарашта. Шуға күрә лә өлкәндәрҙең бурысы – баланы был донъяға индереү, уның матурлығын, ҡабатланмаҫлығын асыу, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтеү.

Экологик культура тәрбиәләү – тәбиғәт менән аралашыу формаларына өйрәтеүҙең оҙон – оҙаҡ юлы ул. нисек экологик тәрбиә биреү иртәрәк башланһа, шунса һөҙөмтәләр ҙә йәһәтерәк күренә. Шулай булған экологик тәрбиә биреүҙе лә балаларҙың тәүге аҙымынан башларға кәрәк.

Балаларға экологик белем биреү – экологик культура формалаштырыу буйынса белем тәрбиә биреүҙең өҙлөкһөҙ барышы. Тәбиғәттә булған бәйләнештәрҙе аңлау, бөтә йән эйәләренә, үҙ һаулығыңа ҡарата ыңғай ҡараш, кеше ҡулы менән эшләнгән донъяға ҡарата һаҡсыл ҡараш – былар барыһы ла экологик культураны тәшкил итеүселәр.

Тимәк, экологик тәрбиә , экологик белем биреү хәҙерге заманда иң актуаль проблемаларҙан һанала. Сөнки, тик экологик үҙ аңлы, экологик мәҙәниәтле кеше генә Планетаны һәм унда йәшәүсе кешеләрҙе хәҙерге заман катастрофик хәленән сығара ала. Экологик белем биреүҙең бала үҫешенә лә ҙур йоғонтоһо бар. Юғары экологик культуралы педагогтар ғына балаларҙың аң – зиһенен үҫтереүҙә, ихтыяр көс тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Экологик белем биреүҙә төркөмдә тәбиғәт мөйөштәре, тышта тәбиғәт күренештәрен күҙәтеүҙәр, тәбиғәтттә хеҙмәт – төп эш формаларының береһе. Саф һауала йөрөүҙе балалар өсөн ҡыҙыҡлы, белем алырлыҡ итеп ойоштороу мөһим. Бала үҙен уратып алған донъяны тикшерә, ҡыҙыҡһына. баланы бар нәмә ҡыҙыҡһындыра, шатландыра

Педагогтарҙың бурысы – кескәйҙәргә эмоциональ, асыҡ, тәбиғәт тураһында ысынбарлыҡты ҡабул итергә өйрәтеү, аңын тулыландырырға ярҙам итеү.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы балаларға экологик тәрбиә биреүҙә интегратив саралар ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.Йәғни, экологик белем биреүҙе төрлө эшмәкәрлектәр аша ойоштороу: хеҙмәт эшмәкәрлеге, эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге, музыкаль эшмәкәрлек, уйын эшмәкәрлеге, хәрәкәт эшмәкәрлеге, һүрәтләү эшмәкәрлеге. Экологик эш формалары ла бик күп төрлө.

4. Блиц – турнир “ Уйла һәм яуап бир”. (тәрбиәсе үткәрә)

(Яҙ тураһында)

- Ниндәй ҡар тиҙерәк ирей һәм ни өсөн? (бысраҡ ҡар сөнки ҡояш нурҙары ҡараға нығыраҡ үтеп инә.)

- Ни өсөн ҡайындың йәш япраҡтары йәбешкәк була? (Ыҫмала япраҡтарҙы һалҡындан һаҡлай.)

(Йәнлектәр тураһында)

- Ниндй йәнлек урманда ерҙе ҡаҙып бөтә? (Ҡабан сусҡаһы)

- Ниндәй йәнлек ағастарҙа һәм ерҙә тәрән эҙ ҡалдыра? Ни өсөн? (Айыу. Башҡа айыуҙар шул эҙҙәргә ҡарап, урын буш түгеллеген белә)

(Үҫемлектәр тураһында)

- Ни өсөн мухомор бәшмәктәрен бөтөрөргә ярамай? (Ҡыҙыл мухомор мышылар өсөн дарыу булып хеҙмә итә.)

- Үлән ни өсөн кәрәк? (Матурлыҡ өсөн, йәнлектргә аҙыҡ, духи эшләү өсөн материал, һауа таҙарта.)

(Ҡоштар тураһында)

- Ҡоштарға ҡойроҡ ни өсөн кәрәк? (Ҡойроҡ ярҙамында ҡоштар осоу менән идар итәләр)

- Ни өсөн июнь айын шым ай тиҙәр? (Ҡоштар бала сығаралар)

(Бөжәктәр тураһында.)

- Ниндәй бөжәктең ҡолаҡтары аяҡтарында? (Сиңерткәнең.)

- Үрмәксенең нисә аяғы бар? (8)

- Ҡырмыҫҡалар иләүҙе нимәнән эшләйҙәр? (ылыҫ энәләренән,япраҡтарҙан, ағас ҡайырыһынан, ботаҡтарҙан)

- Ҡыш көнө бөжәктәр ҡайҙа булалар?

5. Дискуссия “Эколгия тураһында беҙ нимә беләбеҙ” (өлкән тәрбиәсе үткәрә)

1. “Экология” нимә ул?

“Экология” термины немец биологы Э.Геккелеь тарафынан 1886 йылда индерелгән, грек һүҙенән “экойс”, “экус” – өй, йорт, һәм йәшәү урыны, йәки организмдарҙы. уратып алған мөхиттә үҙ ара – бәйләнеше.

2 .Ҡалабыҙҙа, илдә, Планетала экологик проблемалар бармы?

Экологик обстановка - иң актуаль проблемаларҙың береһе. Хәҙерге заманда донъя экологик катастрофа сигендә тора. юғары кимәлдә һауа, тупраҡ, һыу бысрана. Быға сәнәғәт, транспорт, энергетика тәьҫир итә.

3. Экологик тәрбиә - нимә ул?

Экологик тәрбиә – был экологик культура нигеҙҙәре формалаштырыу буйынса эш системаһы һәм балаларҙа, ололарҙа экологик культураһы үҫтереү.
Экологик тәрбиә биреү системаһы – шарттар булдырыу, эш йөкмәткеһе, балалар һәм ата - әсәләр менән эш алымдары һәм формалары.

Экологик белем – үҫемлектәр, йәнлектәр, уларҙың үҙ – ара бәйләнеше тураһында күҙаллауҙар, йыл миҙгелдәре, йәнһеҙ тәбиғәт, тере йәндәрҙең йәшәү мөхите менән бәйләнеше тураһында белемдәр .

Экологик тәрбиә биреү түбәндәге программаларҙа ҡаралған:

“Башҡорт балалар баҡсалары өсөн комплекслы уҡытыу – тәрбиә биреү программаһы” (авторҙары Ғ.Ғ.Ғәлиева, З.Ғ.Нафиҡова, 2009 йыл), программаға ярашлы төҙөлгөн “Кеше һәм тәбиғәт” методик ҡулланмаһы, (авторҙары Ф.Ғ.Аҙнабаева, Г.Р.Шафиҡова), “Детство”, “Развитие”, “Радуга”, “Истоки”, “Кроха” , “Успех” һ.б. Парциаль программалар : “Наш дом – природа” Н.Рыжова, “Юный эколог” С.Н.Николаева, “Тропинка в природу” В.В.Смирнова, Н.И.Балуева, Г.М.Парфенова, “Паутинка”, “Мы”, “Азбука Природы”, “Мы земляне” һ.б.

4. Һеҙҙеңсә, ни өсөн экологик тәрбиә биреүҙе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан башларға кәрәк?

Мәктәпкәсә йәштәге осор – экологик тәрбиә биреү өсөн иң уңайлы осор.

Бала үҙен уратып алған донъяны асыҡ күңел һәм йөрәк менән ҡабул итә. Тап ошо осорҙа асыҡ, аныҡ булған эмоциональ тьәҫораттар барлыҡҡа килә, тәүге күҙаллауҙар формалаша, тәбиғәткә ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт нигеҙе һалына. А.В.Луначарский әйтеүенсә, “ кескәй баланы әүәләргә була, өлкәнерәктәрҙе бөгөргә кәрәк була , ә ололарҙы һындырырға”. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, аңлы рәүештә һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кесе йәштән башлана ла инде.

Экологик тәрбиә биреү маҡсаты: яңы экологик фекерләү йөрөтөүсе үҙ илен яратҡан, тәбиғәт менән гармониялы мөнәсәбәттә булған гражданин тәрбиәләү.

5. Экологик тәрбиә биреүҙең бурыстары нимәлә?.

– тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, матурлыҡты тәрән күңел менән аңлау һәм ҡабул итеү, үҫемлектәргә һәм йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

– Тәбиғәт тураһында элементарь белемдәр биреү, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт буйынса аныҡ күҙаллауҙар үҫтереү;

– Үҫемлектәрҙе тәрбиәларгә йәрәтеү;

6. Экологик тәрбиә биреүҙә ололарҙың роле нимәлә?

Экологик белем биреү өсөн педагог үҙе белемле булырға тейеш. Тәбиғәтте яратырға, һаҡларға бурыслы. Педагог белем биреүҙе балаларға аңлайышлы формаларҙа ойоштора. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып эш итә

7.Тәбиғәткә ҡарата һаҡһыҙлык күрһәтеү сәбәптәрен нимә менән аңлата алаһығыҙ? Үҙегеҙгә тәрбиәсе булараҡ ғәйепле һанайһығыҙмы?

Аңламау, ҡыҙыҡһыныу булмауы, балаларҙың өлкәндәргә оҡшарға тырышыуы. Тағы ла балаларҙың тотоп ҡарап танып белергә ынтылышы. Балаларҙың вайымһыҙлығы, балаларҙың тәртибенә ололарҙың иғтибарһыҙлыҡтары.

Балалар менән һәм ата - әсәләр менән эштә системалылыҡ булмауы.

8. Махсус ойошторолған һәм бергә эшмәкәрлек формаларын һанап китегеҙ.

1. Махсус ойошторолған:

– экскурсиялар;

–тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге (танып белеү, интеграциялы,комплекслы);
– күҙәтеүҙәр (үҫемлектәрҙе, йәнлектәрҙе, тәбиғәт күренештәрен, кеше хеҙмәтен)

2. Бергә эшмәкәрлектәр:

–тәбиғәт мөйөшөндә эш,
– маҡсатлы прогулкалар һәм походтар,
– тәбиғәт тураһында нәфис әҙәбиәт уҡыу, иллюстрациялар ҡарау;
– рәссамдар картиналарын ҡарау И.И.Левитана, А.К.Саврасова, В.Д.Поленова, И.И.Шишкина, К.Ф.Юона, Башҡортостан рәссамдары К.С.Дәүләткилдеев, А.Ф. Лотфуллин, Домашников В.Б. һәм башҡалар;
– тәрбиәсенең хайуандар, үҫемлектәр, йәнһеҙ тәбиғәт тураһындағы һөйләүҙәре, ҡурсаулыҡтар, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында әңәгәмләр ойоштороу.
– модель – схемалар буйынса эш,
– коллекциялар йыйыу,таштар, үҫемлек орлоҡтары һ.б.
– экологик күңел асыуҙар (“Ҡоштар көнө”, “Ер көнө”, “Урман көнө” һ.б.),
– эҙләнеү – тикшеренү эштәре,
– аукциондар, акциялар,
– экологик һуҡмаҡтар,
– уйындар (хәрәкәтле, дидактик, театр, музыкаль, интелектуаль уйындар “КВН”, “Мөғжизәләр яланы “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” һ.б.

– экологик темаһына һүрәтләү эшмәкәрлеге,
– тәбиғәт календарҙары, күҙәтеү көндәлектәре буйынса эштәр,
– макеттар әҙерләү һәм улар менән уйындар ойоштороу (зоопарк, ҡыр хайуандары, йорт хайуандары, йылы яҡта йәшәүсе хайуандар, паннолар әҙерләү (урман, һыу ятҡылығы, диңгеҙ һ б.).

9. Тәбиғәт тураһында балалар яҙыусыларын һанап китегеҙ.

кескәйҙәр төркөмө:

- Р.Заһиҙуллин “Ҡояшбикә”, М.Ғәли “Яҙ башланды”, М.Дилмөхәмәтов “Сәскә менән күбәләк”, М.Ғәли “Ҡырмыҫҡалар”, Әлибаев “Ҡырмыҫҡа”, һ.б.

уртансылар , өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре өсөн

Тәбиғәт һәм кеше” методик ҡулланмаһын ҡара

10. Ата - әсәләр менән хеҙмәттәшлек формаларын һанап китегеҙ.

1. Экскурсиялар, прогулкалар, телетапшырыуҙар, нәфис әҙәбиәт уҡыу, йорт йәнлектәрен ҡарашыу - өй шарттарында.

2. Балалар баҡсаһында ата - әсәләр менән эш:

- консультациялар

- семинарҙар

- күңел асыуҙар

- экологик стендтар

- йомаҡтар һәм телмәр уйындары (өйҙә өйрәнеү өсөн)

- шиғырҙар, тәбиғәткә арналған һынамыш – юрамыштар йыйыу

- альбомдар әҙерләү

- методик тәҡдимдәр әҙерләү

- акциялар

- экологик темаға гәзиттәр сығарыу

- фотокүргәҙмәләр

- йыйылыштар һ.б.

6. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәтәр (тәрбиәсе үткәрә)

  1. Урманда ҡалдырылған ҡағыҙҙар 5 йыл эсендә саҡ тарҡалып бөтә. Пластик бутылкалар тарҡалыу өсөн 15 йыл ваҡыт кәрәк . Автопокрышкалар 150 йыл буйына ерҙе ҡыйлап ята.

  2. Ландыш сәскәһе орлоҡтан үҫеп сыҡһын өсөн 7-8 йыл сарыф ителә.

  3. Көртмәле үҫентеһе үҫеп сыҡҡас беренсе емеше биргәнсә 10 йыл ваҡыт үтә.

  4. Бер ҡырмыҫҡа иләүе ғаиләһе йылына 2миллиондан ашыу бөжәктәрҙе юҡ итә. Уларҙың күбеһе – урман ҡоротҡостары.

  5. Астрономдар йыл башы тип 21 мартты иҫәпләйҙәр, сөнки был ваҡытта тәүлек ике тигеҙ өлөшкә бүленә.

  6. Донъяла киң таралған йәшелсә - һуған. Уның ҡалдыҡтарын Египет фараондары гробницаларында тапҡандар. . Египтсылар һуғанды ҙур байрмадарҙа ғына ашарға ҡулланғандар икән.

  7. Бал - берҙән бер боҙолмай торған аҙыҡ. Уны Египет фараондары гробницаларында тапҡандар һәм ашап ҡарағандар икән.

  8. Плантела иң тәрән күл – Байкал.Уның йәше – 20 миллион йыл.

  9. Ер йөҙөндә иң ҡоро урын – Чили Республикаһында сүллек Арика.

  10. Ер йөҙөндә иң һыуыҡ урын – Антарктида. Унда 1983 йылда һауа температураһы 89 градус булғанын приборҙар күрһәткән.

  11. Кеше үҙ ғүмерендә 100 кубометр ағас тотона. Был бәләкәй урманға тиң.

7. Уйындар һәм ҡулланмалар аукционы (тәрбиәсе үткәрә)

Мин һатам, һеҙ алаһығыҙ 
нимә алаһығыҙ, эштә ҡулланығыҙ!

Алығыҙ – оялмағыҙ!

Алғас аптырап ҡалмағыҙ!

8. Практик эш (3 төркөм менән эш)

1. Һыу тураһында экологик плакат әҙерләү. (Һыу – тормош сығанағы. Уны һаҡлағыҙ!)
2. “Умырзаяларҙы һаҡлағыҙ” акцияһына план төҙөгөҙ.
Акция – комплекс, в которых заделы сара. Был сарала балалар менән төрлө эш алымдары ҡулланыла. Бындай акцияларҙа балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм ата - әс әләр ҡатнаша ала.
3. “Тәбиғәттең ялыу кенәгәһен төҙөгөҙ”.
Ялыу кенәгәһенә үҫемлектәрҙән һәм йәнлектәрҙән килгән ялыуҙар теркәлә. Бындай хәлдәр булмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген асыҡлағыҙ.

Эш аҙағында һәр төркөмсә үҙ эшен яҡлай. Эшкә 7-10 минут ваҡыт бирелә.

  1. Педсовет ҡарарҙары

  1. Балаларҙың экология тураһындағы әйткәндәре яҙылған “Балалар һөйләй” исемле альбомдар әҙерләргә. Срок – март. Яуаплы – Г.Р.Газина.;

  2. Балалар өсөн “Ҡыҙыл китап” тураһында мәғлүмәттәр әҙерләү. Срок – апрель. Яуаплы – С.Р.Бикбова.

  3. Балалар баҡсаһында экологик тәрбиә биреүҙе “Тәбиғәт һәм кеше” ҡулланмаһына таянып, федераль дәүләт стандарттарын иҫәпкә алып һәм яңы технологиялар ҡулланып дауам итергә. Срок – йыл буйына. Яуаплылар – тәрбиәселәр;

  4. Балалар менән эштә ИКТ киң ҡулланрыға (әҙер презентациялар, видеояҙмалар, художестволы – музыкаль күргәҙәмлектәрен һ.б.). Срок - йыл буйына;

  5. Балалар менән эштә валеология буйынса мәғлүмәттәр даими бирергә (тән төҙөлөшө, эске ағзалар, уларҙың файҙаһы, тән гигенаһы һ.б.). Срок – һәр ваҡыт. Яуаплылар – тәрбиәселәр;

  6. Балаларҙы эҙләнеү – тикшеренеү эштәренә актив йәлеп итергә. Бының өсөн төркөмдә кәрәкле мөхит булдырыуҙы дауам итергә. Срок – майға тиклем. Яуаплылар – тәрбиәселәр.











Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
М?кт?пк?с? й?шт?ге балалар?а экологик белем бире? - педсовет

Автор: К?римова Й?мил? С?йфулла ?ы?ы

Дата: 26.05.2015

Номер свидетельства: 215205


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства