kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Ҡурайға тәңкә таҡтым, йәшәһен милли ҡоралым!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡурайға тәңкә тағыу йолаһы фольклор байрамына ҡарай. Бала күңеленә милли ҡоралға ҡарата һөйөү тәрбиәләнә.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Ҡурайға тәңкә таҡтым, йәшәһен милли ҡоралым!»

Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы

2.Алып барыусы:Эй, ҡурайым,ҡурайым.

Үҫтең һин ҡырлас тауҙа

Һайрай унда һандуғас,

Бытбылдыҡ та, турғай ҙа

Йырла, һин үҫкән тауҙар

Моңға тулғансы,

Тыңларбыҙ иртә- кисен

Ғүмер буйы, туйғансы.

Бер бала ҡурайҙы ҡулына ала:

-Ҡурай!

-Әү!

-Һин ниңә уйнамайһың?

-Мине бит ҡурайсы уйнай.

-Ә ҡурайсы ҡайҙа икән?

Алып барыусы: Беҙҙә ҡурайсы ағай бөгөн ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, уны саҡырайыҡ.

Уны ултырғысҡа ултырталар.

Бала :-Борон- борондан ҡурайсыны ҡәҙерләп, түргә ултыртҡандар.

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡурайсыға хөрмәт күрһәтәйек.

Ҡурайсы:-Теләгегеҙ булһа, бер бейетеп алайым.

“Һоп-һа” бейеүе башҡарыла.

Әбей килеп инә:-Уф, арып бөттөм, йомғағым артынан килә торғас. Һаумыһығыҙ, иҫәнмеһегеҙ. Балалар, минең кемлегемде беләһегеҙме? Мин ябай әкиәтсе түгелмен,әкиәтсе әбеймен. Серле йомғағым һеҙгә килтергәс, берәй әкиәт һөйләп китәйем булмаһа.

Балалар:-Һөйлә, әйҙә һөйлә!

Әбейҙе ҡурайсы эргәһенә ултырталар.

Әбей һөйлә башлай: -Борон- борон заманда Искәндәр исемле бер батша йәшәгән. Ул мөгөҙлө булған. Сәсен алған кешене үлтертеп торған. Әгәр үлтермәһәм, мөгөҙөм барлығын халыҡҡа һөйләрҙәр, тип ҡурҡҡан. Бер ваҡыт уға сәсен алдырырға туғаныраҡ тейешле кешене ебәрәләр. Теге Искәндәрҙең сәсен ала. Ә Искәндәр батша уйға ҡала:”Сәс алыусыны үлтерергәме, юҡмы?” Үлтермәҫ ине хур була, үлтерер ине- туғаны. Шунан: “Был сер һинең эсеңә һыймаҫ инде,минең мөгөҙөм барлығын халыҡҡа һөйләргә теләрһең.Бына һиңә бер ҡурай. Серҙе әйткең килһә, сәхрәгә сыҡта ошо ҡурайҙы өр ҙә өр,” –тигән.

Сәс алыусы ҡайтып киткән. Батшаның мөгөҙө барлығын әйткеһе килһә, сәхрәгә сыға ла ҡурайын өрә икән. Шулай йөрөй торғас, бер матур көй килеп сыҡҡан. Башҡалар ҙа унан күрмәксе, ҡурайҙан көй сығарырға өйрәнгәндәр.

Балалар:-Әбей, ә ҡурайҙы сәс алыусы уйлап тапҡанмы?

Әбей:- Балаҡайҙарым, ҡурай тураһында бик күп легендалар йәшәй. Мәҫәлән, беҙҙең яҡтарҙа ҡурай бик күп үҫә.Кибеп бөткән көпшәле үләндәр һына ла ел өргән һайын, тауыш сығара икән.

Таҡыя башлы, ваҡ сәскәле, төбөнән осона тиклем ҡыуыш үлән күрһәң, ҡурай булыр. Уны көҙөн, япраҡтары ҡойолғас, киҫеп алып ышыҡ урында киптерергә кәрәк. Балалар, ә һеҙ үҙегеҙ ҡурай тураһында нимә беләһегеҙ?

бала:-Мин шиғыр беләм (Абдулхаҡ Игебаев. Ҡурайым)

Ерҙең йөрәк тамырынан

Яралғанһың, ҡурайым,

Шуға ла һин, ер әсәмдәй,

Моңлоһоңдор, моғайын.

2-се бала:Нисә быуаттар буйына

Һайрайһың, һин, ҡурайым,

Моңдарыңды хайран ҡалып,

Тыңлағандыр Арҡайым.

3-сө бала: Халҡымдың Моң шишмәһе һин,

Йор тауышлы ҡурайым,

Тауышҡайыңды ишетһәм

Яҡтыралыр сырайым.

4- се бала: Һин һыҙҙырып уйнағанда

Мин ҡушылып йырлайым.

Милли моңға йән өрөүсе

Әл дә һин бар, ҡурайым.

Бер ҡыҙ бала: Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ ҡурайсыны ҙурлап, яңы ҡурайға тәңкәләр тағайыҡ.

Алып барыусы:Ҡурай моңона рәхмәтле кеше күп, ул моң ҡурайсы йөрәгенән бәреп сыҡҡан шишмә тауышы икәнен дә беләбеҙ. Оҫта көйсөгә ярҙам, бәрәкәт бирергә теләп, уның ҡурайына тәңкә тағыу бик тантаналы күренеш.

Ҡыҙҙар берешәрләп теләктәр әйтеп тәңкә тағалар.

1-се ҡыҙ:Оҙон еп менән тағам, оҙон ғүмерле бул!

2-се ҡыҙ: Милли рухлы бул!

3-сө ҡыҙ: Башҡортомдоң аҫыл улы бул!

4-се ҡыҙ: Батыр бул!

5-се ҡыҙ: Етмеш төрлө һөнәрле бул!

Алып барыусы: Сәләмәт бул!

Алып барыусы: Моңло күңелле бул!

Алып барыусы: Оҙон еп менән тағам, оҙон ғүмерле булһын...»

Тәңкә таға бара ете ҡыҙ теҙелеп баҫалар һәм “ Ҡурай “ бейеүен башҡаралар.

Әбей:- Ә мин ысын ҡурайсыларҙы күргәнем бар. Башҡортостандың күренекле ҡурайсылары: Азат Айытҡолов, Ғата Сөләймәнов, Әҙһәм Исхужин, Кәрим Дияров, Йомабай Иҫәнбаевтар тураһында ла беләм. Ә бына Ишмулла Дилмөхәмәтовтың олатаһының атаһы һәм үҙе лә ҡурай менән Парижға уҡ барып еткән. Тәүге ҡурайсы көмөш миҙал алһа, француздар ошондай ябай ғына үҫемлектән көй сығарған музыкант Ишмулла олатайға алтын миҙал бирәләр.

Балалар -Ҡурай тураһында бик күп әйтемдәр, йомаҡтар ҙа беләбеҙ. (Йомаҡ ҡойошоу, әйтемдәр)

Ошо урында ???? башҡарыуында Ишмулла Дилмөхәмәтов ижад иткән “Ҡурайсы” йыры башҡарыла. Көйгә ҡушылып бейеү башҡарыла.

Әбей:-Һай, рәхмәт төшкөрҙәре, ҡурай тураһында бик күп нимә беләһегеҙ икән дә. Ярай, рәхмәт, балалар, һеҙҙең менән бик күңелле. Һеҙ мине бик ныҡ шатландырҙығыҙ. Әкиәт йомғағым ары тәгәрәп китте. Мине башҡа урындарҙа ла балалар көтәләр. Уларҙы әкиәт һөйләп ҡыуандырырға кәрәк миңә. һеҙгә тағы ла килермен әле. Әлегә хушығыҙ .

Балалар :-Хуш, һау булып тороғоҙ, әбей!

Ҡурайсы:-Бигерәк яҡшы күңелле балалар икәнһегеҙ. Миңә лә бик оҡшанығыҙ.

Балалар : -Ә ҡунаҡтарға оҡшаныҡмы икән? Әгәр оҡшаһаҡ бергәләп “ҡурай” уйынын уйнайыҡ.

Уртала ҡурайсы баҫа. Уйын башлана.“Ҡурай” уйыны

Сыңрай, моңлана ҡурай.

Беҙҙе саҡыра буғай.

Ҡурай көйөнә дәртләнеп,

Бейеп йөрөйбеҙ шулай

Һай,һай,һай,һай

Дәртлерәк уйна ҡурай.

Ҡурай көйөнә дәртләнеп

Бейеп йөрөйбеҙ шулай

Әйҙә, дуҫтар, баҫайыҡ,

Ҙур түңәрәк яһайыҡ.

Кем арҡаға килеп һуҡты,

Шуны эҙләп табайыҡ

Һай,һай.һай,һай

Ҡара минең күҙемә

Тапсы кем һуҡты һиңә

Мин түгел, мин түгел

Беренсе наказ: ҡурай һүҙенең баш хәрефтәре менән тәүҙә малайҙар исемен, аҙаҡ ҡыҙҙар исемен әйт

Икенсе наказ: ҡурай тураһында бер номер

Алып барыусы:

- Йыр, бейеү, шиғыр ғүмер буйына айырылмаҫ юлдашығыҙ булһын, балалар. Улар һеҙҙе матурлыҡ донъяһына алып инер. Матурлыҡты тоя белгән кеше бер ваҡытта ла насарлыҡ эшләмәй. Донъябыҙҙа ҡояш илаһи йылыһынан айырмаһын, һәр яҙҙа ер өҫтөн меңдәрсә үлән ҡаплаһын, ҡоштар бала сығарһын, һәммә тере йән йәшәһен. Матурлыҡты күреү, тойоу менән бергә бар ерҙә үҙегеҙ матурлыҡ тыуҙырығыҙ. ТАМАМ.

(Тағы бер уйын, ҡайыныһы һәйбәт шуны уйнатырға

1-се бала.

Ҡурай тауышын ишетеп

Беҙ сығабыҙ болонға,

Ҡурайсы менән бергәләп

“Кем һуҡты”ны уйнарға.

Һай-һай-һай-һай!

Матур йәшел болонда,

Уйнап алайыҡ шунда.

Ҡурайыңды беҙгә бир ҙә,

Үҙең ҡарама бында.

2-се бала.

Түңәрәк буйлап тауышһыҙ

Беҙ йүгереп йөрөйбөҙ.

Шауламағыҙ, шауламағыҙ,

Һуғып алайыҡ беребеҙ.

Һай-һай-һай-һай!

Мин дә түгел, мин дә түгел,

Кем һуҡҡанын үҙең бел!

Ҡурайсы кем һуҡҡанын белергә тейеш. Дөрөҫ күрһәтмәһә, һөнәрен күрһәтә.Ҡурайсы кем һуҡҡанын белергә тейеш. Дөрөҫ күрһәтмәһә, һөнәрен күрһәтә)














Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Ҡурайға тәңкә таҡтым, йәшәһен милли ҡоралым!

Автор: Тувальбаева Р.Н.

Дата: 29.05.2024

Номер свидетельства: 651739


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства