kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Консультация для родителей на тему "Мой родной язык - Башкирский"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Консультациядля родителейна тему"Родной язык" на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Консультация для родителей на тему "Мой родной язык - Башкирский"»

Ата-әсәләр өсөн консультация
“Туған телебеҙҙе белеү балаларҙа рухи, илһөйәрлек тәрбиәләү
»

Тәрбиәсе

Ата-әсәләр

Һаумыһығыҙ!Ниндәй һорау менән һеҙ миңә килдегеҙ?

Һаумыһығыҙ. Минең ҡыҙым башҡортса һөйләшмәй, ғәиләбеҙ башҡорт булһа ла.

Әйҙәгеҙ иң алдан ултырайыҡ. Һеҙ нимә теләйегеҙ?Ниндәй һөҙөмтә кәрәк һеҙгә?

Минең ҡыҙым башҡортса һөйләшһен ине, үҙенең телен белһен ине. Теленең кәрәклеген аңлаһын ине.

Был әлбиттә хәҙерге заманда, бик актуаль проблема. Әлбиттә был бик ҡурҡыныс, телебеҙ юғала. Иң тәүҙә, ата-әсә булараҡ, һәр беребеҙ үҙ балабыҙҙы, унан ҡала балаларыбыҙҙың балаларын башҡортса һөйләшергә, уҡырға, яҙырға, бейергә, йырларға өйрәтергә тейешбеҙ, бар нәмә ғәиләнән тора. Һеҙ өйҙә башҡорт телендә һәйләшәһегеҙ ме?Һеҙ ҡыҙығыҙ менән йыш аралашағыҙ мы?

Әйе, һөйләшәбеҙ. Йыш аралашып булмай шул. Бәләкә саҡтан беҙ уны баллар баҡсаһына бирҙек, үҙебеҙгә эшкә сығырға тура килде. Эштән ҡайтып, өй эштәрен эшләгәнсе ҡыҙыбыҙға ваҡытыбыҙ ҡалмай.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Ниндәй ысулдыр бар был проблемана сығырға?Нимәләр эшләргә була?

Бер нимә лә әйтә алмайым.

Һәр бала алдағы көнгә өмөт менән йәшәргә,кемгәлер таяныр- ға,нимәгәлер ышанырға тейеш. Таяныр кешеһе һеҙ – атай һәм әсәй. Баланың ижади һәләтен бәләкәйҙән асыу һәм үҫтереү-үҙ-үҙенә ышанған,тирә - яҡтағы кешеләрҙе хөрмәт иткән,тыуған илен яратҡан,үҙ юлын табырға ынтылған шәхес тәрбиәләү тигән һүҙ ул. Тәү сиратта, һәр кем үҙ туған теленә битараф булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем, сөнки бөтә бәлә башында ғәмһеҙлек, битарафлыҡ тора. Миҫалға бөгөнгө атай-әсәйҙәрҙе алайыҡ. Улар сабыйҙары телен милләтебеҙгә ят булған “мама”, “папа” һүҙҙәре менән асыу өсөн бөтә көсөн һала, әйтерһең дә, шунан ғына балалары ҙур милләт вәкиле булып китә! Күптәре, минең балам ғына әсә телен белмәүҙән башҡорт теленә ни зыян, тип, үҙ-үҙенә аҡланыу эҙләй. Тамсынан күл йыйыла, тигән әйтемде белмәйҙәр, күрәһең, йә иһә белмәмешкә һалышалар. Тимәк, был һорауҙар иң тәүҙә атай-әсәйҙең әсә теленә булған ҡарашына йүнәлтелә, сөнки балаңдың теле нисек асылғаны уларҙан ғына тора. Башҡортса һөйләшеү генә түгел, хатта үҙ телен аңламаған милләттәштәребеҙ быуыны үҫте. Мин ундайҙарҙы йәлләйем, сөнки атай-әсәһе иҫән-һау булған етем балалар кеүек күрәм.

Бына, ҡарағыҙ әле: меңәрләгән йыл атай-олатай йыйған, булдырған ғөрөф-ғәҙәттәрҙән, мәҙәни ҡомартҡыларҙан, йолаларҙан, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек һәм башҡа халҡыбыҙ ынйыларын аңламаған, күңел түренә һалмаған, ҡанына һеңдермәгән быуын үҫә. Әҙәм балаһы фани донъяға нәҫелен дауам итергә, рухи байлыҡты, телен киләсәк быуынға тапшырыу бурысы менән килә

Күберәк аралашығыҙ, ҡыҙығыҙ менән. Тәрбиә ғәиләнән башлана.

Нимә эшләйәсәкһегеҙ бөгөндән?

Ҡыҙыбыҙғф күберәк ваҡыт бүлергә тырышырбыҙ. Башҡорт теленең матурлыҡғын асырға тырышырбыҙ.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Консультация для родителей на тему "Мой родной язык - Башкирский"

Автор: Яйляува Юлия Ильгизовна

Дата: 06.12.2021

Номер свидетельства: 593700


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства