Йәйге осорҙа балаларҙың травматизмын иҫкәртеү
Йәй – балаларҙың иң яратҡан йыл миҙгеле. Йәйгеһен балаларға күберәк уйнарға, хәрәкәт итергә, тимәк, йәйгеһен балалар травматизмы арта. Балалар травматизмы – бик етди һәм мөһим проблемаларҙың береһе булып тора.
Бала алған йәрәхәттәрҙең төрлөсә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы тыуҙырған сәбәптәре типик . Тәү сиратта, ул тышҡы, уратып алған мөхиттең насар йоғонтоһо , өлкәндәрҙең тейешле кимәлдә иғтибары етмәүе,һалҡын ҡарашы,балаларҙың көнкүрештә, урамда, уйын ,спорт менән шөғөлләнгән ваҡыттағы һаҡһыҙ, дөрөҫ булмаған ҡылығы тора.
Әлбиттә,бындай йәрәхәттәрҙең барлыҡҡа килеүе баланың психологик үҙенсәлектәренә бәйле булыуын оноторға ярамай.Сөнки был осорҙа улар ҡыҙыҡһыныусан, күп хәрәкәтләнергә яраталар, эмоциональ,тормош тәжрибәһе алып өлгөрмәгән, ҡурҡыу хистәре булмауы менән айырыла.
Өлкәндәр мөмкин тиклем бындай хәүефтәрҙән үҙҙәрен дә,балаларын да араларға , ваҡытында иҫкәртергә бурыслы.
Шуға күрә , ата-әсәләр менән балалар травматизмын иҫкәртеү буйынса эштәр алып барылырға тейеш.Балалар баҡсаһында ла күп осраҡтар килеп сыға, шуның өсөн хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен үтәргә кәрәк. Иҫкәртеү эштәре ике йүнәлешкә бүленә:
-йәрәхәтләнеү янаған хәлдәрҙе бөтөрөү (устранение травмоопасных ситуаций)
-травматизмдан һаҡланырға өйрәтеү.
Балалар травматизмының иң йыш осрағаны – көнкүрештә алынған йәрәхәттәр осрағы.
Йәрәхәтләнеүҙең төп төрҙәре, уларҙы балалар өйҙәрендә лә алырға мөмкин, һәм уларҙың сәбәптәре:
• ҡайнар плитаға, эҫе һауыт-һаба, ризыҡҡа, парға, үтеккә һәм башҡа
ут һәм электр йыһаздарына бешеү;
• карауаттан, асыҡ тәҙрәнән, баҫҡыс һәм өҫтәлдән ҡолап төшөү;
• ваҡ-төйәк ,ыуаҡ әйберҙәр менән тын юлдарын ҡаплау (тәңкә, төймә, һәм һ. б.);
• көнкүреш химик матдәләр менән ағыуланыу (инсектицид,
шыйыҡса, отбеливатель һ. б.);
• боҙоҡ , дөрөҫ ҡуйылмаған электр ҡорамалдары аша , осло әйберҙәр һ.б.
Ҡолап төшөү, ҡолау (ушиб )- таралған сәбәп, һөйәк һыныуына килтереүе мөмкин һәм етди йәрәхәт башы тип һаналаУны булдырмау мөмкин, әгәр:
-хәүефле урындарҙа балаларға үрмәләргә рөхсәт ителмәй;
- балкон ,өй тәҙрәһе ҡуйылған, дөрөҫ итеп ябылған булырға тейеш .
Йәйге осорҙа балалар майҙансығы юғары хәүеф зонаһы булмаҫҡа , ә
хәүефһеҙ уйын урыны булырға тейеш.
Ҡырҡылыу ( порез)
Ҡырҡылыуҙың төп сәбәбе булып, быяла тора, уның арҡаһында күп итеп ҡан юғалтырға һәм зарарланырға мөмкин.Быяла шешәләрҙе баланан, сабыйҙан алыҫ тоторға кәрәк. Бысаҡ, ҡайсы тотҡан урыны балаларҙың уйы етмәҫлек, ала алмаҫлыҡ ерҙә урынлашырға тейеш.
Өлкән балаларҙы был әйберҙәр менән һаҡ мөғәләмә итергә өйрәтергә кәрәк.
Күп йәрәхәттәрҙән ҡотолорға мөмкин, әгәр балаға таш һәм башҡа осло әйбер, бысаҡ йәки ҡайсы менән уйнау бик хәүефле икәнен аңлатыу мотлаҡ. Майҙансыҡты сүп-сарҙан, ят әйберҙәрҙән таҙа тоторға өйрәтергә кәрәк.
Юл травматизмы
Балаға юл йөрөү ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур, ни тиклем бала юл ҡағиҙәләрен нығыраҡ белә, уның өсөн тик ыңғай йоғонто яһай.Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе бала белергә һәм үтәргә тейеш:
• юл аша сығыр алдынан ,туҡтарға ;
• ике яғына ҡарарға ;
• светофорҙың йәшел төҫө янғас ҡына хәрәкәтләнергә;
• юлға тыныс сығырға, ышаныслы итеп юл аша сығыуҙы дауам итергә кәрәк.
• бәләкәй баланы ҡулынан тотоп, юл аша ғына барырға мөмкин;
• тротуарҙан хәрәкәтләнергә өйрәтергә кәрәк.
Баланы автомобилдә алып йөрөү өсөн, ата-әсәләр махсус креслолар , хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡулланырға кәрәк.
Тағы ла балалар велосипедта йөрөгәндә, башына шлем һәм башҡа яҡлау өсөн ҡулайлама кейеп кенә йөрөтөргә кәрәк.
Һыу травматизмы
Үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк һәм һыуҙа бер генә минутҡа ла балаларҙы яңғыҙ, ҡараусыһыҙ ҡалдырмау хәйерлерәк.
Йәйге осорҙа балалар баҡсаһында ,иң беренсе сиратта,майҙансыҡтарҙы сит әйберҙәрҙән таҙартып сығыу(саф һауаға сығыр алдынан,тикшереп сығыу), хәүеф янамаған уйынсыҡтар менән эш итеү, ҡояштан һаҡланыу сараларын күреү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.
Ошо ябай ғына булған ҡағиҙәләрҙе үтәһәк, уларҙы һәр ваҡыт иҫтән сығармай, был турала балаларға ла һөйләп, аңлатыу эштәре алып барылһа, күп кенә йәрәхәтләнеүҙәрҙән һаҡланырға мөмкин буласаҡ!
Башҡортостан Республикаһы
Сибай ҡалаһы ҡала округының
«Сулпылар» берләштерелгән балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкә тиклемге белем биреү
бюджет учреждениеһы
Йәйге осорҙа балаларҙың травматизмын иҫкәртеү
(тәрбиәселәр өсөн консультация)
Әҙерләне һәм башҡарҙы :
тәрбиәсе Малабаева Н. З.
Сибай-июль,2020