kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Консульация для родиелей "Граммаический срой речи"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Работаю в детском саду долгие годы.Разрабатываю сценарии праздников,консультации для родителей и педагогов,проекты и презенации по логопедии.Я оправляю вам свою рабоу Консультация для родителей "Грамматический строй речи".Консультация соответствует федеральным государственным образовательным стандартам.Правильное произношение слов и звуков, составление предложений основная рабоа речевой кульуры.Надеюсь этот материал вам поможет в вашей нелегкой работе.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Консульация для родиелей "Граммаический срой речи" »

Грамоталы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү нимә ул?

Грамоталы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү - телмәрҙең грамматик сараларын дөрөҫ ҡуллана белеү. Йәғни:

  1. күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуллана белеү: мәҫәлән, бала “Был нимә?” тигән һорауға бер генә предметты күрһә, “Был машина” тип әйтергә тейеш, ә “Былар нимәләр”тигән һорауға күп предметтарҙы күрһә, “Былар - машиналар” тип яуап бирергә тейеш. Шулай уҡ балалар күплектә исем менән ғылымды яраҡлаштыра алмайҙар.( Балалар тауҙан шыуа. Балалар тауҙан шыуалар.) Күплек төшөнсәһен балаларға аңлатыу өсөн төрлө уйындар ойошторорға була ( “Әҙ - күп”)

  2. килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡуллана белеү: мәҫәлән, күп кенә балалар эйәлек килеш ялғауҙарын бутайҙар. Улар “Минең әсәйем” тип әйтеү урынына “Минеке әсәйем” тип әйтәләр. Был, әлбиттә, хата.Килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланыу өсөн төрлө уйынсыҡтар ҡулланырға була. Берәй уйынсыҡ ҡуяндың тән өлөштәрен күрһәтеп, “Был нимәнең ҡойроғо, ҡолаҡтары һ.б.” тип һорарға була. Уйынсыҡтарҙы теҙеп ҡуйып, “Ҡуян нимәгә ҡунаҡҡа барған?”( төлкөгә, айыуға, терпегә һ.б. тип һорарға була. Хайуандарҙың балаларының һүрәттәрен ҡулланып, “Һыйыр нимәне ярата?”( Һыйыр быҙауын ярата) тигән һорау ҡуйырға була.

  3. зат алмаштарын ( мин, һин, ул һ.б. ): мәҫәлән, “мин уйнайым” һөйләмен бала төрлө затта дөрөҫ үҙгәртергә тейеш: һин уйнайһың, ул уйнай, беҙ уйнайбыҙ;

  4. ҡылымдарҙың хәҙерге һәм үткән замандарын дөрөҫ ҡуллана белеү ( ашай, ашаны);

  5. яңы һүҙҙәр уйлап таба белеү ( таш – ташсы, эш – эшсе һ.б.)

  6. һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөй белеү. Һөйләмдә киҫәктәрҙе дөрөҫ урынлаштырыу. Башҡорт телендә ҡылым һәр ваҡыт һөйләмдең аҙағында килә. Күп кенә балалар был законды боҙалар. ( Әсәйем бешерә аш. Әсәйем аш бешерә.)

Баланың телмәрендә грамматик яҡтан дөрөҫ булмаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тойһағыҙ, кисекмәҫтән төҙәтеп барығыҙ. Бала телмәре ни тиклем грамматик яҡтан формалашҡан булһа, ул мәктәптә лә уңышлы уҡыясаҡ, тирә-йүндәгеләр ҙә уға ихтирам менән ҡараясаҡ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Консульация для родиелей "Граммаический срой речи"

Автор: Елкибаева Гульдар Рахимьяновна

Дата: 12.04.2015

Номер свидетельства: 200473


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства