kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Бүләкбикә. Кинәйәле әкиәт

Нажмите, чтобы узнать подробности

Исем һайлау ҙа эш шул. Ҡолаҡҡа яҡмаған исемдәр тула башланы

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Бүләкбикә. Кинәйәле әкиәт»

Бүләкбикә

Борон-борон заманда түгел, тап беҙҙең көндәрҙә йәшәгән, ти бер йәш ғаилә. Ир кеше Нәдир биш бала араһында иң өлкәне булһа, кәләшкәйе Миңсара ата-әсәһенең көтөп алған бер бөртөк кенә балалары икән. Уға тиклемдәре, йә ҡарында саҡта, йә булмаһа донъяға килеп, оҙаҡ йәшәмәй үлә торған, ти. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың бар теләге балаларының бәхетле йәшәп, тиҙерәк ейән йәки ейәнсәр бүләк итеүҙәре булған. Тик, йәштәр: “Тәүҙә үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ, бала һуңынан!”- тигән маҡсат ҡуя. Сит илдәрҙә ял итеп, өйлө, машиналы булғас, кешеләрҙең гел генә: “Ҡасан бәпәй алаһығыҙ? Ни эшләп һаман өсәү булырға уйламайһығыҙ?”-тигән һорауҙарынан ялҡып бөткәс, ниһайәт, бала тураһында хыяллана башлайҙар. Әммә, һәр ваҡыт тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Табиптан-табипҡа йөрөп тағы ла бер-нисә йыл үтеп китә. Миңсара тамам төшөнкөлөккә бирелгән саҡта, Нәдир ҡәйнәһенең йыш ҡына:

-Нәҡифә әбейгә барып күренһәгеҙсе! Тел-теш ҡырҡып, өшкәрһә, тылсымлы ҡулдары менән эсеңде һылаһа, ауырға ҡалғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалыр инең,-тиеүен иҫкә төшөрөп, кәләшкәйен көсләп тигәндәй уға алып китә. Һәм, бына мөғжизә, әллә теләктәре шул тиклем ныҡ булғанаға, әллә инде Нәҡифә әбей ысынлап тылсымсы була, Миңсара балаға уҙа. Ҡыҙ буласағын белгәс, йәштәр Лиана тип исем дә әҙерләп ҡуя. Муйыл ап-аҡ сәскәгә күмелеп, хуш еҫтәрен бөркөп ултырған мәлдә, ата-әсәһен бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡҡа күмеп, сабый донъяға ауаз һала. Кәләшкәйе менән ҡыҙыҡайғынаһы бала тыуҙырыу йортонан сыҡмаҫтан элек, йәш атай йүгереп түгел, осоп йөрөп бар кәрәкле ҡағыҙҙарҙы, шул иҫәптән Нәсибуллина Лиана Нәдир ҡыҙы тип яҙҙырып, тыуыу тураһында таныҡлыҡты ла алып ҡуя. Шартына килтереп тимер атын, фатирын биҙәп, ҡәҙерлеләрен алып ҡайтҡас, алыҫ араларҙы яҡын итеп, ашҡынып өләсәй, ҡартатайҙар ҙа килеп етә. Сабыйға барлыҡ изге теләктәрен теләп, ҡыуаныстарын йәшерә алмай, өҙөлөп торған өлкәндәр исем тураһында һүҙ ҡуҙғата.

-Исеме бар инде беҙҙең ҡыҙыбыҙҙың-Лиана ул,-тигәнде ишетеп, ышынмаһағыҙ бына, ҡарағыҙ, тигән кеүек Нәдир тыуыу тураһында таныҡлыҡты күрһәткәс, нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалалар. Миңсараның ҡәйнәһе:

-Әллә инде...Беҙ Нәсимә тип уйлағайныҡ, эйеме, атаһы?-ти иренә ҡарап. Ә уныһы башын түбән эйгән көйө ултыра бирәгәс:

-Сырмалсыҡ була бит ул инглиз теленән тәржемә итһәң,- ти күңелһеҙ генә. Әсәһе менән атаһы ла һүҙгә ҡушылып:

-Беҙ иһә Бүләкбикә булыр тигәйнек. Ярай, үҙегеҙгә оҡшағас,- тиеү менән сикләнә. Ҡайтыр мәлдә өләсәй-ҡартатайҙар:

-Мулланан һис шикһеҙ бәпәйҙең ҡолағына аҙан әйттереп, исемен ҡуштырығыҙ, юғиһә, сабый уны таптырып илар,- тип бойороп, бәләкәс кенә, иркәләтеп түгел, еҫкәп туймаҫ йомроҡасты яратып ҡайтып китә. Бәпестәре менән мәж килгән йәш атай-әсәй, башта өлкәндәрҙең һүҙенә әһәмиәт бирмәһә лә, уның яйлап, көндән-көн нығыраҡ илай башлауына иғтибар итә. Дауаханаға алып барып табиптарға күрһәтеү ярҙам итмәгәс, ҡайны-ҡәйнәләренең был һүҙҙәре иҫтәренә төшә. Мәсеткә килгәс, уларҙы имам үҙе тап итә. Танышҡандан һуң, сабыйға Лиана тип ҡуштырырға теләүҙәрен ишеткәс:

-Ни өсөн был исемде һайланығыҙ?-тип һорай. Йәштәр ҡаушап ҡала.

-Беҙгә оҡшай, русса ла, башҡортса ла матур яңғырай, -тип кенә әйтә алалар.

-Оҡшай менән уның матур яңғырауына ғына ҡарап исем һайламайҙар шул, балалар. Ә инглиз теленән килеп ингән был исемдең сырмалсыҡ булып йөрөүен белмәй инегеҙме ни? Элек-электән исем кешенең яҙмышына тәьҫир итә, уны билдәләй тип һанағандар. Шәхес таныҡлығы кеүек ул кешенең ҡайһы илдән, ниндәй милләттән икәнен күрһәтеп тора. Үҙегеҙҙеке һуң!? Ҡайһындай мәғәнәле, матур исем биргән атай-әсәйҙәрегеҙ. Нәдир—ғәрәп теленән бик һирәк осрай торған тигәнде, ә Миңсара—миңле, һәйбәт ҡыҙ, бәхетле тигәнде аңлата. Шуға күрә, төптән, ныҡлап уйлағыҙ,-тип һүҙен йомғаҡлаған.

Өйгә ҡайтып, ҡат-ҡат уйлап, өләсәй-ҡартатайҙары әйткән исемдәрҙе хәтергә төшөргәс:

- Нисә йыл буйына көтөп алған Хоҙай бүләге бит ул, әйҙә, булһын Бүләкбикә,-тип килешәләр. Насип исемен алғандан һуң, сабый шунда уҡ илауҙан туҡтаған, ти.

Бына шулай, исем һайлау ҙа ҙур эш икән ул.

Теүәлбаева Разалия Наиловна

Сибай ҡалаһы




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Бүләкбикә. Кинәйәле әкиәт

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 04.12.2021

Номер свидетельства: 593459


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства