kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Бүләкбай ағайға ҡотлау

Нажмите, чтобы узнать подробности

Кеше матур эше менән. Үҙ тормошон үҙе биҙәй ул.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Бүләкбай ағайға ҡотлау»

Июль айы беҙҙең ғаилә өсөн тыуған көндәргә бик бай. Шуларҙың береһе -хәләл ефетем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ Бүләкбай Муллахәлит улы Йыһаншин үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ул Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында 1961 йылдың 4 июлендә Разия һәм Муллахәлит Йыһаншиндар ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға ауаз һала. Әммә уларҙың ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай. Бер-нисә көнлөк кенә булған сабыйҙың атаһы фажиғәле вафат була. Шулай ҙа, әсәһе әсәй ҙе лә, атайҙы ла алмаштырып, апалары, ағалары ҡурсыуында бәләкәйҙән сөс, етеҙ, аҡыллы, егәрле булып буй еткерә. 1978 йылда ул Сибай педучилищеһына уҡырға инә. Ике йыл уҡығандан һуң, Ватан алдындағы һалдат бурысын үтәр өсөн әрмегә алына. Унан ҡайтҡас уҡыуын дауам итеп, ниһайәт, ҡулына диплом алыу менән, йәш белгес тыуған ауылының урта мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эш башлай. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеү өсөн (выслуга лет) пенсия тәғәйенләнгәс, 2009 йылдан алып, яратып башҡарған һөнәри эшен ҡалдырып, себер тарафтарына юллана. Әлеге көндә лә ул донъяны әсәйебеҙ ҡулына тапшырып, йыраҡта эшләүен дауам итә. Хәләл ефете итеп ул Иҫәнгилде һылыуы Рәмилә Шәрифйән ҡыҙын һайлай.Һөйөү емеше итеп улар беҙгә, өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Атайыбыҙ нимәгә генә тотонһа ла ҡулынан килә. Бәләкәй сағыбыҙҙа беҙҙе күтәреп кенә йөрөтөр ине. Интернет заманы булһа ла, яратҡан баҫмаларын алдырып кинәнеп уҡый, кроссвордтар сисергә ярата.Тыуған оябыҙҙа ҡанат нығытып, беҙ, күптән инде үҙ оябыҙҙы ҡороп, ҡошсоҡтар үҫтерәбеҙ. Атай нигеҙен ташламай, уны нығытып, әсәйебеҙ менән беҙҙе һәр саҡ ашҡынып, һағынып көтөп алалар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡартатай тип өҙөлөп тора. Уҡытыусы булған атайыбыҙ уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс таба белә. Артабан да әсәйебеҙ менән тыуған йортобоҙҙо йәмләп, һау-сәләмәт булып, именлектә, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Киләһе юбилярыбыҙ Рәзилә Бүләкбай ҡыҙы Кәлимуллина иһә һ июлдә 35 йәшен ҡаршылай. Ғаиләлә икенсе бала булараҡ, апаһы Рәлиә өсөн дә, һеңлеһе Фәниәгә лә һәр саҡ ныҡлы терәк, дуҫ, оло таяныс. Бала сағында аҡ йөҙлө, һары сәсле ҡыҙ бала була ул. Хәҙерге көндә лә һылыу, көләс, ихлас, мул ҡуллы, йырларға яратыусы ҡәҙерлебеҙ Тимур Әмир улы менән ғаилә ҡороп, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерләп Сорғот ҡалаһында ғүмер итә. Ике балаға ғүмер бирҙеләр. Әйткәндәй, тағы бер юбиляр Камилла, Рәзилә һәм Тимур Кәлимуллиндарҙың һөйөү емеше булып, 5 йыл элек донъяға килде. Ҡыҙыҡһыныусан, үҙен һис кемдән йәберләтергә юл ҡуймаған Камилла бейергә, тауҙан шыуырға, өләсәй, ҡәртәсәй, ҡартатайҙарында рәхәтләнеп ял итергә ярата. Кескәй ҡустыһы Аяз өсөн өҙөлөп торған апай ҙа. Бала сағы ҡыуаныста, шатлыҡта ғына үтеп, киләсәге яҡты, матур була күрһен уның!

Ғүмер байрамдарын ҡаршылаусы ғәзиздәребеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе генә юллайбыҙ! Беҙ һеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ! Ихлас йөрәктән һаулығығыҙҙың ҡоростай ныҡ, кәйефегеҙҙең һәр саҡ күтәренке, үтер юлдарығыҙҙың һикәлтәһеҙ, оҙон, хәүефһеҙ булыуын теләйбеҙ.

Һеҙҙе ҡотлап иң-иң яҡындарығыҙ исеменән-ҡатынығыҙ, әсәйегеҙ, өләсәйегеҙ Рәмилә Шәрифйән ҡыҙы һәм Вәлиевтар, Кәлимуллиндар ғаиләһе. Шулай уҡ, туғандарығыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Бүләкбай ағайға ҡотлау

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 27.09.2021

Номер свидетельства: 587632


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства