kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Балалар ижады-иң күркәм, бай ижад

Нажмите, чтобы узнать подробности

балалар ижады шул тиклем эскерһеҙ, фантазияға бай ижад.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Балалар ижады-иң күркәм, бай ижад»

Балалар баҡсаһында башҡорт телен яңы технологиялар буйынса өйрәнеү

Бөгөнгө көндә тәрбиәсенән бик күп нәмә талап ителә;үҙ эшеңде бик яҡшы белеү,балаларҙы яратыуҙан тыш,уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү,уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу,рухи һәм физик үҫешен тәьмин итеү.Ә бының өсөн педагогтан үҙ шәхесенә тәнҡит күҙлегенән ҡарау,яңылыҡҡа ынтылыу,заман һулышын тойоп,белемде өҙлөкһөҙ камиллаштырыу,уҡытыу-тәрбиә эшендә ижади яҡтан эшләү талап ителә.Бөгөнгө көндә яңыса уҡытыу –заман талабы. Бөтәбеҙгә лә билдәле, хәҙерге заманды компьютер технологияларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Хәҙерге заман балалары ла мәғлүмәт - компьютер технологиялары менән бик иртә таныша. Китаптағы һүрәттәргә ҡарағанда , экрандағы асыҡ, сағыу, бер - береһен алмаштырып торған һүрәттәр , балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ундағы ваҡиғалар уларҙың хәтерендә тиҙ генә һаҡлана. Заман үҙ талаптарын ҡуя : бөгөнгө көндә уҡытыу - тәрбиә барышында яңы технологияларҙы ҡулланыу төп мәсьәлә булып тора. Һәр баланың белемде үҙләштереүгә һәләте төрлөсә була. Ҡайһы бер балаларҙа ишетеп иҫтә ҡалдырыу дәрәжәһе өҫтөнлөк алһа, ә күпселек балаларҙа күреп иҫтә ҡалдырыу яҡшы үҫешә. Шуға ла, хәҙерге педагогтар балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу,уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар уйлап табырға – шул уҡ мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланырға тырыша. Сөнки мониторҙа барлыҡ биремдәр матур һәм эстетик яҡтан камил бирелә. Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында заманса технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге бар. Шуға күрә, мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу маҡсаты алдынғы урында тора. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу барышында төрлө интерактив уйындар, мультимедиялы презентациялар, аудио һәм видео яҙмалар аша киләһе эш төрҙәрен ҡулланырға мөмкин:



-һүрәт һәм схема буйынса һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөү,

-сюжетлы һүрәттәр аша бәләкәй күләмдәге хикәйә төҙөү,

-фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү,

-сылбыр буйынса хикәйә төҙөү,

-“Нимә артыҡ?” , “Нимә йә кем етмәй?” , “Күрһәт һәм әйт” һәм башҡа уйындар уйнау,

-ял минуттары ҡулланыу.

Был эш алымдары балаларҙың уйлау,фекерләү һәләтен,һүҙ байлығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтерә һәм ижади яҡтан үҫешкә булышылыҡ итә, сөнки ҡулланылған эш биремдәре матур, сағыу һәм музыкаль өҙөктәрҙе тәшкил итә. Шуға күрә, бирелгән мәғлүмәт тиҙерәк үҙләштерелә һәм телде өйрәнгәндә ыңғай һөҙөмтә бирә. Интеграцияланған уҡытыу һәм мәғлүмәт коммуникатив технологияларҙы ҡулланып эҙмә-эҙлекле эшләү балаларҙың үҙ үҫешен һәм яңы белем алыу йүнәлешен бирә. Иң әүҙем мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар улар: аудио-видео яҙмалар, мультимедия һәм төрлө уйындар. Сөнки, уйын—мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иң мөһим эшмәкәрлек төрө булып тора. Башҡорт телендәге аудио һәм видео әҫәрҙәр, әкиәттәр ҡулланыу балаларҙың телмәр үҫеше өсөн ҙур роль уйнай. Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда мультимедиялы презентацияларының мөмкинлектәре сикһеҙ. Бирелгән әҫәрҙәрҙең сюжеттарының матур һүрәттәре балаларҙы ылыҡтыра һәм тыңлау теләген үҫтерә. Шулай уҡ, әкиәттәрҙе, хикәйә һәм үҫтереүсе фильмдарҙы үҙ телеңдә ҡарау балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттыра һәм улар туған телдең семантик нигеҙен тиҙ генә отоп алып, телмәрҙә ҡуллана. Мультимедиялы презентация ул –компьютер программалары ярҙамында мәғлүмәтте еткереү өсөн уңайлы һәм нәтижәле ысул.Ул үҙенә динамика, тауыш, сағыу һүрәттәр һ.б мөмкинлектәрҙе ала һәм балаларҙың иғтибарын оҙаҡҡа йәлеп итә. Белем биреү эшмәкәрлегендә презентацияларҙы ҡулланыуҙың бик күп өҫтөнлөктәре бар:

-балаларҙың танып белеү әүҙемлеген үҫтерә һәм өйрәнелгән материалдың күләмен арттыра;

-бала һәм тәрбиәсе араһында барған хеҙмәттәшлеккә,аралашыуҙың яңы төрөн формалаштырыуға булышлыҡ итә;

-мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған мәғлүмәт төрөн ҡулланырға ярҙам итә;

-ижади һәләтте, хәтерҙе үҫтерә, һүҙлек байлығын һәм бирелгән материалды үҙләштереүҙең һөҙөмтәһен арттыра;

-эшмәкәрлек барышында баланың хис-тойғоһона ыңғай йоғонто яһай. Был иһә уңыштың нигеҙе һанала. Шуға күрә, башҡорт телен өйрәтеүҙә медиа төрҙәрен ҡулланыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен оҙаҡ булмаған ваҡыт эсендә формалаштырырға булышлыҡ итә.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу :

-һүлпән балаларҙы әүҙем эшмәкәрлеккә йәлер итергә;

-дәресте күрһәтмәле һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә;

-танып белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырырға;

-фекерләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә. Баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй. Иң мөһиме – башҡорт теленең бәҫен күтәреп, балалар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр.

Компьютер технологиялары – ул хәҙерге заман педагогының иң кәрәкле эш ҡоралы. Шулай итеп, үҙ эшен яратҡан һәр бер тәрбиәсе заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, балаларҙың башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала тип ышанырға ҡала.



Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

2. М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

3.Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006

4. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

5.Акименко В.К. Кескәйҙәр өсөн компьюютер.

Конкрет темаға бағышланған дәрестәрҙе үткәргәндә маҡсаттар аныҡ төҫ ала. Мәҫәлән: “Өс кейемдәре”, “Йәшелсәләр”, “Һауыт-һаба” һәм башҡа ошондай темаларҙы өйрәткәндә, түбәндәге алымдарҙы ҡулланып була: ҡурсаҡ ярҙамында яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу күнекмәләре; дидактик йәки хәрәкәтле уйындар аша дәрестә өйрәнелгән һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләм өлгөләрен балаларҙың отоп алыуы, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу һәм ҡабатлатыу, һүрәттәргә йәки предметтарға ҡарап, һорауҙар биреп, уға яуаптар ҡайтартып, үҙләштерелгән һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләм өлгөләрен нығытыу һәм башҡа шундай эш төрҙәре алырға була. Һәр дәрестә өндәрҙе (фонемаларҙы) дөрөҫ әйтеү күнекмәләре үткәреү-балаларҙың фонематик һиҙгерлеген үҫтереүгә ярҙам итә.

Өйрәтелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр дәрестән тыш шулай уҡ уйын һәм башҡа көн тәртибенә ярашлы уҙғарылған балалар эшмәкәрлегендә ҡабатлатыла һәм нығытыла (йыуынғанда, ашағанда, саф һауала йөрөгәндә, йоҡларға ятҡанда, йоҡлап торғас). Өйрәнелгән һүҙҙәр дәрестәрҙә һәм унан тыш ҡабатланһалар ҙа,балалар уларҙы тиҙ оноталар. Шуның өсөн, өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе 10-15 көндән һуң балалар телмәренә яңынан индерергә кәрәк. Көн дә балалар менән биш-ун минутлыҡ махсус һөйләшеү ойоштороу кәрәк.

Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.

Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.

Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар. Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн, “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә, бармаҡ эшмәкәрлегендә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.

Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.



Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.

Балаға телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.

Яңы телдең матурлығы, аһәңлеге ритм, рифма һәм йырҙар аша күренә, сөнки улар балаларҙың нескә күңеленә ныҡ тәьҫир итә.

Телде өйрәнгәндә лә уйын аша уның орфоэпик, орфографик, грамматик һәм башҡа нормаларын практик яҡтан үҙләштерә. Шунлыҡтан, һәр дәрестә,уның маҡсаттарынан сығып, төрлө уйын төрҙәре ҡулланылырға тейеш. Телде өйрәткәндә дидактик уйындар, лото, домино кеүек уйындарҙы балалар теләп, әүәҫ уйнай.

Балалар баҡсаһында һүҙле,йырлы түңәрәк уйындары,хәрәкәтле уйындар, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен ятлау, әкиәттәрҙе театрлаштырып уйнау, шуның һымаҡ башҡа яңы алымдар ҡулланылһа, балалар башҡорт һүҙҙәрен тиҙерәк отоп аласаҡтар. Бигерәк тә, йырлы түңәрәк уйындарын , хәрәкәтле һәм һүҙле уйындарҙы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәткәндә ҡулланыу ғәйәт файҙалы була, сөнки һүҙҙәр һалмаҡ, көйләп, ижекләп һәм көслө тауыш менән әйтеләләр. Йырлы уйындарҙың һүҙҙәре балалар өсөн ҡыҫҡа текслы, әйтер һәм отоп алыр өсөн еңел булырға һәм шулай уҡ тема эстәлегенә тура килергә тейеш.

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.



Халыҡ педагогикаһына күҙ һалғанда ла ата- бабалар балаларҙы һөйләшергә өйрәткәндә төрлө шиғырҙар ҡулланған. Теләктәр, юрауҙар, имләүҙәр, таҡмазалар, балаларҙы әүрәткәндә әйткән һүҙҙәр шиғри формала булған. Улар йә һамаҡлап, йә көйләп әйтелгән. Тел өйрәткәндә лә яңы телдең матурлығын, аһәңлеген еткереү өсөн поэтик әҫәргә мөрәжәғәт итеү файҙалы.

5 йәш- баланың телмәр үҫеше өсөн иң әүҙем осор. Ул әңгәмәлә еңел ҡатнаша, уй- фекерен ата- әсәләргә, ололарға әйтә башлай. Һүҙ байлығын арттырыуға телевидение, ололар менән аралашыу, әкиәттәр тыңлау булышлыҡ итә. Шулай уҡ балалар баҡсаһында йәки өйҙә өйрәнгән төрлө һамаҡтар, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, тел көрмәлдергестәр, һанашмаҡтар өндөрҙе дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итә. Кескәйҙәр өндө ишетһен, айырһын һәм дөрөҫ әйтһен өсөн телмәр ағзаларының һығылмалылығын, хәрәкәтселеген үҫтереүгә артикуляцион, дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнегеүҙәрен ойоштороу ҙа файҙалы. Мәҫәлән:

Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.

Шә-шә-шә урманда еләк бешә.

Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.

Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.

Тәрбиәсенең телмәре, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте отошло. Хәрәкәтле уйындар ял итеү өсөн генә түгел, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.

Айыу килә алпан-толпан,

Ҡуян килә һикереп.

Төлкө килә әкрен баҫып,

Айыу килә үкереп.

Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр ҡулланыу, ҡабатлау кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар.

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға- ҡаға.

Әнисә, Әнисә, әйт әле, сәғәт нисә.

Ҡара ҡарға төшкән ҡарға, ҡара түгел аҡ ҡарға

Балалар өсөн әкиәттәр уҡыу, уларҙы инсценировкалау, бармаҡ театры, би-ба-бо ҡурсаҡтары театры, күләгә театры, ҡурсаҡ театры ойоштороу башҡорт телен теләп өйрәнеүҙә бик отошло юлдар булып тора. Әкиәттәрҙе ата- әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Төркөмдөң ҡабул итеү бүлмәһендә ата- әсәләр өсөн махсус стендта дәрестә өйрәнелгән һүҙ, диалог, шиғыр һәм һүҙҙәрҙең грамматик формаларын биреп был эшкә ата- әсәләрҙе лә йәлеп итергә була. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, 3-5 һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә, 4-8 юллыҡ шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә өйрәнһәләр, башланғыс кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар килтермәйәсәк.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк.

Был сығышымды мин З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыренән өҙөҡ менән тамамлаһым килә.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле-минең телем!


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Балалар ижады-иң күркәм, бай ижад

Автор: Тувальбаева Р.Н.

Дата: 29.05.2024

Номер свидетельства: 651735


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства