kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Алдар батыр тоҡомо вариҫы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Алдар батыр ике фамилия менәнбилдәле. береһе Иҫәкәйев, икенсеһе Иҫәнгилдин. Уҫа күп тапҡыр бюст, һәйкәл ҡуйылған.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Алдар батыр тоҡомо вариҫы»

“Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ансар Нурғәлиндың әсәһе йәмилә Ирек ҡыҙы аша нәҫел ебе данлыҡлы Бөрйән бей, Алдар батыр, тархан Иҫәкәевтарға (Иҫәнгилдин) барып тоташа. Алдар Иҫәкәев—Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы. Ул Петр I ҡаһарманы – Рәсәй батыры, 1704 – 1711 һәм 1735 – 1740 йылдарҙа башҡорттарҙың милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, Рәсәй батшалығының Ҡаҙағстандағы тәүге илсеһе, Ҡаҙағстанды тыныс юл менән Рәсәй составына ҡушыуҙа ҙур роль уйнаған дипломат. 1696 йылда батша Петр I етәкселегендә Ҡырымға, Азовҡа яһалған хәрби походта беҙҙең яҡташыбыҙ Алдар батыр Иҫәкәевтың батырлығы тураһында ғалимдарыбыҙ Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәров, Ғайса Хөсәйенов, Рим Йәнғужин ентекле яҙып сыҡты. Көс-ҡеүәте ташып торған олпат кәүҙәле, киң күкрәкле утыҙ йәштәр самаһындағы Алдар көрәштәрҙә ер күрмәгән, алыштарҙа ал бирмәгән, яуҙарҙа дошманды аяуһыҙ тураған, походтарҙа шаҡтай тәжрибә туплаған яугир була.

Төрөктәр яғынан хәтәр алышҡа мыҡты кәүҙәле, йыуан беләкле, оло ялтыр башлы черкес батыры сыға. Дошман ҡуйған шарт буйынса ике яҡ та хәнйәр менән үлемесле алышҡа әҙерләнә.

Бына алыш майҙанында ике батыр ғына тороп ҡала. Секундант-бағауыл ҡул күтәреп оран һалыуға, үлемесле алыш башлана. Батырҙар бер-береһен һынап, алыш-сәнсеш яйын самалап, ҡара-ҡаршы әле былай, әле тегеләй йөрөй. Алдар һөжүмгә күсергә ашыҡмай, күберәк һаҡланыу яғын ҡарай, уңайлы мәлде көтә. Алыш сәғәттәр буйына дауам итә. Әммә өҫтөнлөк Алдар яғында була. Алдар үҙенә яҡынлашып килгән хәнйәрле дошман ҡулын көскә шаҡарып, бар ғәйрәте менән этеүе була, дошман үҙ ҡоралына үҙе сәнселеп ергә ауа.

Алдарҙың дошманды еңеүе рус ғәскәренә дәрт, ышаныс өҫтәй, походтың хәйерле булыуына ишара яһай. Бында көс, таһыллыҡ, ғәйрәтлек еңә. Бөтә ғәскәр уны алҡышлай, ҡотлай. Алдар батыр Петр I ышанысын тулыһынса аҡлай. Батша Алдарҙы һәр һалдатына, ғәскәр башлыҡтарына өлгө итеп ҡуя. Көрәштә күрһәткән батырлығына хайран ҡалған иптәштәре уға Алдар батыр тип өндәшә башлай. Петр батша Алдарҙы һәр саҡ үҙе эргәһендә алып йөрөй һәм мөһим хәрби заданиеларға уны ебәрә. Алдар дошман тылына үтеп инеп күп батырлыҡтар эшләй. Дошман яғынан мөһим «тел» алып сыға. Өс тапҡыр ҡаты яраланһа ла, үҙ позицияһын ташлап китмәй. 1696 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында Алдар батырҙың ҡустыһы менән ағаһы ла ҡатнаша. Шул һуғышта ағаһының һәләк булыуын ишеткәс, батша батырға ағаһын тыуған еренә алып ҡайтып ерләү өсөн махсус ылау, аҙыҡ-түлек, аҡса, һаҡсылар бирә.

«Алдар – Рәсәй батыры», – тигән хәбәр тиҙ арала бөтә илгә тарала. Дошманды еңгәс, Петр I ҙур йыйын йыйып, ғәскәр алдында иң беренсе Алдар батырҙы ололап тәбрикләй һәм батшалыҡ исеменән уға тарханлыҡ грамотаһы (ярлыҡ) һәм алтын ҡынлы ҡылыс бүләк итә. Алдар Иҫәкәев (1670 – 1740) Нуғай даруғаһы (юлы) Бөрйән улусында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) бай феодаль-тархан ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы Иҫәкәй ҙә, олатаһы Ҡәҙербәк тә, Этҡол да Бөрйән улусының тархандары булған. Был бик боронғо, бай тарихлы нәҫел. 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалда ла баш күтәреүселәрҙең төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе Алдар батыр була. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған ихтилал еңелә. 1740 йылдың 10 мартында Алдар Иҫәкәев үҙенең тоғро дуҫтары – старшиналар менән башҡорттарға язаны еңеләйтеүгә ярлыҡау һорап Һамар ҡалаһына генерал-лейтенант Урусовҡа килә. Әммә Ҡырым, Азов походтарында ҡатнашҡан, Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең иң тәүге илсеһе булған Алдарҙы һәм уның иптәштәрен аяҡ-ҡулдарын бығаулап зинданға ташлайҙар. Аҙаҡ 1740 йылдың 15 майында рус генералы Саймонов етәкләгән карателдәр отряды уларҙы Минзәләгә оҙата. Батшалыҡҡа ҡаршы баш күтәреүҙә ҡатнашҡандары өсөн, уларға үлем хөкөмө сығарылып, Минзәләлә дар ағасында аҫып үлтерәләр. Генерал Саймонов менән полковник суҡынған Тәвкилевтың Нуғай юлы Бөрйән улусы башҡорт вәкилдәре менән «һөйләшеүе» шулай тамамлана.

Бына улар: Алдар Иҫәкәй улы, Көҙәк Бүләш улы, Ҡаныҡай Аллаяр улы, Сәйет Алҡалы улы, Яҡуп Әбләй улы, Исҡужа Ҡараш улы, Алдаҡай Мерәк улы, Йәнеш Юныс улы, Йәммәт Бикәй улы.

Ун икенсе быуын Мөхәммәтрәхимдән ҡыҫҡартылып, Рәхимовтар фамилияһын алып, Башҡортостаныбыҙға, унан ситтә йәшәүселәргә билдәле булған ҡурайсы, фән белгестәре, архитектор, журналист, уҡытыусылар бар.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Алдар батыр тоҡомо вариҫы

Автор: Тувальбаева Р.Н.

Дата: 22.03.2024

Номер свидетельства: 647748


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства