Макет-балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын,уй-кисерештәрен,фантазияларын байытыу өсөн,күҙаллауҙарын киңәйтеү,үҫтереү өсөн бик кәрәкле уйындың төп элементы.
Просмотр содержимого документа
«Уйын макеттарын ҡулланыу»
Уйын макеттарын ҡулланыу
Хәҙерге көндә балалар баҡсаһында сюжетлы-ролле уйындарға ҙур әһәмиәт бирелә.Уйын баланың үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.Уның аша бала төрлө яҡлап үҫешә.
Һәр бала үҙенең ҡыҙыҡһыныуына ярашлы, үҙенең мөмкинлектәренән сығып,
үҙ-аллы уйын сюжетын төҙөп,уны тормошҡа ашыра,унда уның индивидуаль һыҙаттары ярылып ята .
Макет нимә ул?
Макет
-
ул берәй предметтың,объекттың,киңлектең бәләкәйсәйтелгән формаһы
( уменьшенный образец пространства и объектов воображаемого мира)
Уйын макеттары
Модель- макет
Макет-карта
Макетты иҙәнгә,өҫтәлгә ,таҡтаға ,махсус подставкаларға ҡуйырға була.
Макет ниндәй булырға тейеш?
-ул ныҡлы булырға,бер урындан икенсе урынға еңел генә күсерелергә;
-ҡулланыуға уңайлы,бала ирекле алып уйнай алырлыҡ ерҙә урынлашҡан булырға;
-баланың йәш үҙенсәлегенә ярашлы;
-эстетик күренешле;
-ысынбарлыҡҡа тиңләштерелгән;
-хәүефҙеҙлек ҡағиҙәләре үтәлгән булырға тейеш.
Макетты иҙәнгә,өҫтәлгә ,таҡтаға ,махсус подставкаларға ҡуйырға була.
Макет-балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын,уй-кисерештәрен,
фантазияларын байытыу өсөн,
күҙаллауҙарын киңәйтеү,үҫтереү өсөн бик кәрәкле уйындың төп элементы.
Бәләкәй формалағы уйынсыҡтар,
предметлы һүрәттәр ҡулланып уйнау өсөн мөхит булдырыу сараһы.Балаларҙың күҙ алдына килтереүҙәрен киңәйтеү,
ижад итеү теләген уятыу формаһы булып тора.Улар үҙ-аллы яңынан-яңы сюжет уйлап,уйынды дауам итеүгә килтерә.