kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Презентация на тему : эпос "Урал батыр"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Альшина Минсылу Нуритдиновна это маленькая папка с уроками

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Презентация на тему : эпос "Урал батыр"»

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Мәғариф уҫтереү институты

«Киләсәк интеллекты» Кесе фәндәр академияһы

Бөтә Рәсәй Ойошмаһының башҡорт бүлексәһе



Секция:Эпосы народа мира.







«Урал батыр» эпосында һандар











Фазылйәнова Айһылыу

8 класс, ГБОУ Республика

инженер лицей интернаты Өфө ҡалаһы

Орджоникидзе районы

Етәксеһе:

Альшина Миңһылыу Нуритдин ҡыҙы



Өфө ҡалаһы



Эштең маҡсаты:

1.Кеше тормошонда нумерология;

2.”Урал батыр” эпосы менән танышыу;

3.”Урал батыр” эпосындағы һандарҙы билдәләү;

4.”Урал батыр” эпосындағы һандарҙы күрһәтеү һәм асыҡлау;

5.”Урал батыр” эпосындағы һандарҙың билдәләнешен иҫбатлау.





Эштең актуаллеге:

1.”Урал батыр” эпосында һандарҙы өйрәнеп,башҡорт халҡының тормошонда уларҙың оло мәғәнәгә эйә икәнен күрһәтеү.

1.Йәшәйештең ҡоролошо һандарҙан айырылғыһыҙ икәнен иҫбатлау.

2.Һандарҙың кешелеәргә,тәбиғәткә,донъяға һәм йыһанға йоғонтоһон күрһәтеү

3.Ҙур донъяның ҡоролошо уларға туранан-тура бәйле булыуын билдәләү.













1.Инеш

Мин, Фазылйәнова Айһылыу, Республика инженер лицей интернатының 8 класс уҡыусыһы.Ғилми эшемде «Урал батыр” эпосында һандар тип атаным.Был эшемдә “Урал батыр” эпосындағы һандарҙың билдәләнешен иҫбатлауҙы һәм асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

Нумерология һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте-һандарҙың мәғәнәләрен, кеше йәки башҡа тере йәндең йәшәйешен,уларҙың йоғонтоһон өйрәнеүсе фән.Уларҙың быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән фәнни мираҫы,тәжрибәһе бар,шуға күрә иһә ҡайһы бер шәхестәрҙең һандарға мауығып китеп,уларға ышаныуҙарына һис аптырарға түгелдер.Ҡайһы бер ғалимдар уны боронғо ариҙарҙың мираҫы,ти,икенселәре нумерологияның тыуған иле-боронғо Греция,тип иҫбатлай.Сығышы менән ҡайҙан булыуына ҡарамаҫтан,ул-бөгөнгө заман кешеләре өсөн дә ҡыҙыҡлы фән.



2.Кеше тормошонда һандар.

Беҙ бер һанынан һанай башларға өйрәнһәк тә,баҡтиһәң, һандар башында нуль тора икән.Ул-орлоҡ.Шуға күрә кемдең тыуған көнөндә нуль һаны бар икән,уларҙа теләһә ниндәй башланғыс үҫеш алырға мөмкин.Бары тик бының өсөн һөҙөмтәле эш күрһәтергә кәрәк.

Бер һаны һандарҙың башында торһа ла,ул уңыш,алдынғылыҡ,вәғәҙә итә, тип көтөргә ярамай икән. Ул һан кешеләрҙән ҙур яуаплылыҡ дәрәжә,аҡыл ҡеүәһе талап итә.Әгәр кешелә үрҙә әйтелгән сифаттарҙың береһе лә юҡ икән,бер һаны ҡоро таяҡҡа әйләнергә мөмкин.Әгәр кешенең тыуған көнөндә,айында,йылында ла,бер һаны бар икән, ул кешенең Хоҙай тарафынан ебәрелгән яҡлаусыһы бар,имеш.Әгәр кеше ҙур ғонаһтар эшләүҙән баш тарта алһа,уны ғүмер буйынса һаҡлаясаҡ,яҡлаясаҡ.Айҙың беренсе көнөндә эш башлау әллә ни ҙур уңыштар вәғәҙә итмәҫкә мөмкин,ә бына ай тулғандан һуң яңы ай башында нимәгәлер өмөт итеү үҙен аҡларға мөмкин.

Ике һаны бер һанына ҡарағанда күпкә уңышлыраҡ һан,тип иҫәпләй ҡытайҙар.Мосолман динендә лә,башҡорттар араһында ла ике һаны ғына түгел,ә,ғөмүмән,парлы һандар уңышлы һаналған.Кемдең тыуған көнөндә,айында, йылында ике һаны бар,улар менән ниндәйҙер эште килешеп эшләү,уртаҡ тел табыу еңел икән.Бигерәк тә тыуған көнөндә ике һаны бар булған кешеләр-тормоштоң яҡшылыҡтан һәм яманлыҡтан,аҡтан һәм ҡаранан торғанын яҡшы аңлаусылар.Кемдең тыуған көнө,айы,йылында ла ике һаны бар,ул кеше донъяһының гармонияһын тойоп йәшәйәсәк имеш.Ул кеше – уңышлы кеше. Хоҙай уны әллә нисәмә тапҡыр үлемесле хәлдәрҙән алып ҡалыр,сөнки ул тормоштоң теге һәм был яғын да күрә,әммә иҫән һау ғүмер кисерә.

Өс һаны тыуған көнөндә,айында,йылында булған кешеләр ғүмерендә ҙур уңышлы мәлдәр кисерә.Әгәр улар актерлыҡ юлын һайлай икән,тимәк,мотлаҡ Гамлетты уйнап,халыҡты таң ҡалдырасаҡ кеше икән,билдәле кеше булыу уға гарантияланған.

Дүрт һаны-ниндәйҙер эштең уртаһына ишара.Әгәр кемдер дүрте көндө эш башлай икән,ул һис кенә эше тиҙ тамамланыуына ышанырға тейеш түгел.Киреһенсә,дүрт -ҡыҙыу мәл.Әле һеҙгә эшләргә лә эшләргә.Артабан ниндәй һөҙөмтә кәрәклеген был кеше уҙе ук хәл итә ала.Әгәр ул көсөн йәлләмәй эшләй икән,уға уңыш юлдаш була,әгәр күңеле,уйы менән ул кеше эш һөҙөмтәһенә,көсөнә шикләнә икән,тимәк,100 процентлы уңыш көтөлмәйәсәк.

Биш һаны мәктәп эскәмйәһенән уңышлы һан тип ҡабул итеп өйрәнһәк тә,ул-гелән уңышлы һан түгел икән.Биш-ул һөҙөмтә. Һин нисек көс түгәһең,нисек хеҙмәт итәһең –нәҡ бишенсе көндә,айҙа,йылда бөтәһе лә күренәсәк.Биш бөтәһен түңәрәкләй.Нәҡ ике биш булған мәлдә һәр кем үҙенең аҡыл һәм физик көсөнөң мөмкинлектәрен һанай ала.Йондоҙҙар,имеш,нәҡ шул мәлдә кешене үҙ асылына алып ҡайта,кешенең ысын йөҙө башҡалар алдында сағылыш таба.

Алты һаны боронғо дәүерҙәрҙән алып ҡара көстәр тьәҫирендә һаналған.Ул көндә,айҙа,йылда тыуған кешеләрҙең күңелдәре икеләнеүсән.Улар үҙҙәре аңлата алмаған сәбәптәр арҡаһында шикләнеү хистәренә бирелеүсән. Был тойғо уларға тормошта үҙ урындарын табырға ҡамасаулай. Улар үҙҙәренә ышанмаған кеүек, башҡаларға ышанмай башлай. Икеләнгән мәлдәрендә уларға аҡты ҡара тип иҫбатлаһаң, был кешеләр шуға ышанып кеше йоғонтоһона бирелергә мөмкин.

Алтыһы көндө боронғо башҡорттар һис кенә лә эш башларға тырышмаған. Сөнки, имеш, ул эш яҡлау, аҡлау, аңлау тапмаҫ. 100 процентҡа уңышлы, бәхет килтерер ниәттәр ҙә нәҡ ошо көндө башлағаны өсөн генә өмөтһөҙлөккә дусар булған.

Әгәр алты һаны йоғонтоһо аҫтында тыуған берәүҙәр дәрәжәле кеше булып китә икән, уның артабанғы юлы аҡ һәм ҡара төҫтәргә буялырға мөмкин. Тыумыштан кешеләргә яҡшы ,яҡты хистәр һалынһа ла, йондоҙо уны һандар йоғонтоһона дусар итә һәм ул көрәш юлында теләһә ниндәй сараларҙы ла ҡулай һанаясаҡ.

Ете һаны- боронғо замандарҙан иң күп тигәнде аңлатҡан. Хатта бороңго башҡорт әкиәттәрендә алыҫ ерҙе һүрәтләргә, ете диңгеҙ артында, тип яҙғандар. Урыҫ әкиәттәренә лә шулай уҡ “За семью морями” тип яҙылған. Аҙнала ете көн булыуы ла уның оҙонлоғона ишара.

Ете һаны-яҡты һан. Был көндә, айҙа йылда донъяға килгәндәрҙең куңеленә тәбиғәттән яҡты хистәр һалынған. Был кешеләр үҙҙәре яҡшылыҡҡа ышанғас, башҡаларҙа шундай уй менән йәшәй, тип уйлай. Улар тормош ваҡлыҡтарына ҡош бейеклегенән ҡарай. Ҡайһы берәүҙәргә был кешеләр реаль тормоштан айырылған кеүек тойолһа ла, уларҙан да донъяны тәрән аңлаған кеше юҡ. Әгәр улар һәр нәмәгә мәңгелек күҙлегенән ҡарай икән, бары донъяны яҡтылыҡ ишәйә генә, тип фекер йөрөтә ете тәьҫире аҫтында йәшәүселәр.

Һигеҙ һаны-оялсан һан, тип иҫәпләй боронғо ҡытайҙар. Кемдендер тыуған көнөндә ул һан бар икән, был кешеләр уйламаған ерҙә уңайһыҙланып, ҙур эштәрҙе юҡҡа сығарырға һәләтле. Улар өсөн оялыу-матурлыҡ билдәһе. Оялған кеше, имеш, баҫалҡы, ипле, әҙәпле. Ояла белергә кәрәк. Әммә ул баҫылҡылыҡ, әҙәплелек менән бер үк тойғолар уятыусы хис түгел.Баҫаҡы булып та, кеше оялмай үҙ һүҙен әйтергә, эшен эшләргә мөмкин. Әҙәпле кеше лә шулай. Йәнә лә әҙәпле кеше өсөн урынһыҙға оялыу ят. Улар үҙҙәре өсөн түгел, ә башҡаларҙың ҡырағай сифаты өсөн оялырға мөмкин.

Туғыҙ һаны-нумерология донъяһында үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы менән айырылып торған һан.Башҡа дин вәкилдәре ,халыҡтар уны алтыға әуереләсәк ике йөҙлө һан тип ҡарай .

Африкала йәшәүсе ҡырағай ҡәбиләләр ,имеш ,башҡа һандарҙы белмәһә лә ,туғыҙҙы яҡшы хәтерләй . Сөнки ул – хамелеон ,кәйеф һаны . Туғыҙ ул – доньяла йәшәүсе кеше образы . Ул доньяны яратыусыға табынып тора . Шул уҡ ваҡытта һәр кешенең кәйефе минут ,секунд һайын үҙгәреп торған кеүек ,туғыҙ һаны тәьҫире аҫтында доньяға килеүселәр –хис-тойғо йоғонтоһо аҫтында йәшәүселәр .Улар менән идара итеп була ,әммә һәр ваҡыт нимә уйлап йәшәүҙәрен белеп тороу мөһим .Сөнки уйламаған мәлдә уларҙың башҡа йоғонтоға бирелеп китеүе бар .

Мосолмандан туғыҙ һаны тәьҫир аҫтында йәшәүселәрҙе яҙмышы үҙ ҡулында булған кешеләр тип иҫәпләй .Уларҙы теләһә – батша ,теләһә ҡол булыуы мөмкин .Уларға доньяның бөтә мөмкинлектәре ,ишектәре лә асыҡ .Бары тик теләк , тырышлыҡ кәрәк .Хатта тырышлыҡтың да эш мәлендә тыуыуы мөмкин ,бары теләк кенә кәрәк ,тип иҫәпләй нумерология .

Һандарҙың кешеләр тормошона ниндәй генә тәьҫире булған хәлдә лә ,Хоҙай Тәғәләнең кешегә аҡыл ,тимәк бәйле эт кеүек ,үрелә алам тип иҫәпләгән ризыҡҡа ғына риза булып йәшәйһең .Әгәр хисле йөрөгең ,рухи көсөң аҡылыңды ҙурыраҡ киңлектәргә ,уйларға саҡыра икән ,һандар күп яҡлы тормоштоң бер яғы,сағылышы икәнен аңлап ,алған маҡсатыңа ынтылып йәшәүеңде дауам итәһең.

3.“Урал батыр “ эпосында һандар сағылышы

Ғилми эшемде дауам итеп , ”Урал батыр” эпосындағы һандарҙы тикшереүгә күсәм. ”Урал батыр “эпосы ,мәңге һайыҡмаҫ шишмә һымаҡ ,яңынан-яңы серҙәрен аса .Ғалимдар уны төрлө яҡлап тикшереп ,ғилми хеҙмәттәр ижад итә .Эпостың сағыштырмаса аҙ өйрәнелгән өлкәһе-һандар доньяһы үҙенең серлелеге менән иғтибарҙы тарта .

Боронғо кешеләр алтыға тиклем генә һанай белгән ,ә етенән башлап һандар ”күп ” тигәнде аңлатҡан .Аңһыҙ кешеләр һандарҙан ҡурҡҡан ,улар алдында баш эйгән .Ете һаны хикмәтле, серле һанала ,ул-яңырыу символы.Ете айҙан баланың теше сыға,аҙнала ете көн,өҫтә ете ҡат күк,аҫта ете ҡат ер бар,тип иҫәпләнә.Йәйғорҙоң ете төҫөн беләбеҙ,моңдоң ете өнөн ишетәбеҙ,ете мөғжизәгә һоҡланабыҙ,Етегәнгә табынабыҙ,ете быуыныңды белеүҙе фарыз һанайбыҙ.

Әкиәттәрҙә геройҙар ғәҙеллек,хәҡиҡәт өсөн көрәшә һәм,ғәҙәттә,өс төрлө һынау үтеп ,маҡсаттарына ирешә.Батыр өс башлы дейеү менән өс көн,өс төн алыша һәм еңә.Бының өсөн ул алдан өс ҡаҙан ит ашай,өс самауыр сәй эсә.Ҡамыр батыр өс көнлөк юл алыҫлығында уҡ атып тейҙерә ала.Мәмерйәләрҙә,әҙәм аяғы баҫмаған ҡара урмандарҙа,хатта күктең етенсе ҡатында йәшәгән мифик образ-дейеү өс,алты,туғыҙ,ун ике башлы була.Ошондай уҡ ҡабатлауҙар,хиҡмәтле һандар халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосында ла күп.Донъяның өс ҡаттан тороуы тураһындағы ҡараш төрки халыҡтарынан башҡорт һәм яҡут эпостарында ғына һаҡланған. “Урал батыр” эпосында өс-йыһан,ер өҫтө,ер аҫты һүрәтләнеше сағыла.Өҫкө,күктәге донъяла ҡоштар батшаһы Самрау хаҡимлыҡ итә,ерҙә тәү кешеләр Йәнбикә менән Йәнбирҙе йәшәй,ә ер аҫты донъяһында аждаһалар батшаһы Ҡатил һымаҡтар хөкөм һөрә.

Дүрт һаны-дүрт миҙгел,донъяның дүрт тарафын билдәләүсе һан.Эпос аныҡ өс өлөшкә бүленә һәм быуын кешеләре тормошон сағылдыра:Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ,уларҙың улдары –Урал менән Шүлгән.Аталары башлаған изге эште дауам итеүселәр итеп балаларының һүрәтләнеүе быуындар күсәгилешлеген күрһәтә.Эпостың инеш өлөшөндә,бөтә донъяны һыу баҫҡандан һуң,ер йөҙөн кешелекте башлап ебәреүсе Йәнбикә менән Йәнбирҙе тураһында бәйән ителә.Артабан Урал батырҙан яуыз Ҡатил батша илендәге батырлыҡтары тураһында һүҙ бара.Һүрәтләүҙең башында үлемде эҙләп юлға сыҡҡан Урал батыр менән уның ағаһы Шүлгән ике юл сатына килеп сығалар.Был осраҡта ике һаны икеләнеүҙе,алдағы бидәһеҙлекте белдерә,көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға ишаралай,донъяның ике яртыға:яуызлыҡ һәм яҡшылыҡҡа бүленгәнлеген аңлата.Артабан ҡапма-ҡаршы төшөнсәне-яҡшылыҡ менән яуызлыҡты кәүҙәләндерәсәк.

Эпоста Ҡатил батшаның ҡылған яуызлыҡтары өс тапҡыр һүрәтләнә.Беренсе тапҡыр-Урал батырға яуыз батша тураһындағы уның яманлыҡтарын үҙе кисергән ҡарсыҡ,ткенсе тапҡыр халыҡ араһында торған ҡарт һөйләйә өсөнсөһөндә инде батыр был ҡот осҡос хәлдәрҙе,халыҡты мыҫҡыллауҙы үҙ күҙҙәре менән күрә.

Эпоста дүрт һаны ла йыш ҡулланыла.Мәҫәлән,Ҡатил батша илендә уның тауҙай кәүҙәле үгеҙен еңгәндән һуң,Урал батыр батшаның дурт батырына ҡаршы көрәшә.Был һан Уралға ҡаршы сыҡҡан көстөң донъяның дүрт тарафынан һелкетерлек ғәйрәтле булыуына ишара яһай.

Ун ике һаны элек-элек халыҡ араһында хөрмәт менән файҙаланған.Ун ике айҙан тора,ун ике йыл һайын ерҙәге ваҡиғалар алышынып,билдәле бер циклға бойһона.Эпоста ун ике тарбаҡ мөгөҙлө болан ун ике айҙан торған йылды аңлата.Атаһы Зәрҡүмгә,тап ошондай боланды ашап,төрлө ҡиәфәткә кереү мөмкинлеге тураһында әйтә,йәғни ер йыл ваҡыт үтеп,икенсе йыл башлана һәм ҡиәфәт үҙгәрә.



Һығымта

Һандар донъяһына сәйәхәт ҡылыу – үҙе бер ғилем.Уларҙы берәүҙәр ҡабул итә,икеселәре юҡ.Һандарҙың уңышһыҙ булыуына берәү ышанған,икенселәре ышанмаған.Һандар кешеләр тормошона ниндәй генә тьәҫире булған хәлдә лә,Хоҙай Тәғәләнең кешегә аҡыл,хис,көс биреүен оноторға ярамай.Ә аҡылың һандарға ышаныуҙан,һынамыш-юрамыштарҙан ары китә алмай икән,тимәк,бәйле эт кеүек,үрелә алам тип иҫәпләгән ризыҡҡа ғына риза булып йәшәйһең.







Йомғаҡлау

Кеше донъяға тыуғандан алып бихисап һандар сорналышында йәшәй.Әҙәм балаһының психикаһы шундай:ул һандарҙың мәғәнәләрен һәр ваҡыт туранан-тура аңларға һәләтһеҙ,шуға күрә уның теге йәки был һанға ынтылышы аҫҡы аңында йәшәй.

Беҙҙең ата-олатайҙар һандарҙы нескәрәк тойған.Хәҙерге заманда һандарҙы ҡабул итеү тойғобоҙ тупаҫлана,һандар уҙҙәренең мәғәнәһен юғалта бара.Һандың мәғәнәһен аңламай тороп,кешенең күңелен,интеллектын күҙ алдына килтереп,күрһәтеп һәм үлсәп булмай.Эпоста «Урал батыр”ҙың тыйыуға саҡырыуына йәнлектәр өндәшмәү менән яуап бирә,әммә төп фекер һанға һалына.

Сығышымды Б.П.Юсуповтың һүҙҙәре менән тамамлағым килә:

« Халыҡ яҙмышы иң мөһиме уның туған теле һәм географик хәле- уны уратып алған мөхите,сөнки барлыҡ һүҙҙәрҙең өстән ике өлөшө күҙ күргән төшөнсәләрҙән тора.Телен һәм тыуған ерен юғалтҡан этнос көндән-көн мәғәнәһен юғалта барған традицион байрам көндәренә кейенгән кешеләр төркөмөнә әүерелә.»



Эш сығанаҡтары:

1.«Урал батыр» эпосы

2.С.Ғәлләмовтың хеҙмәттәре

3.Гәзит-журналдарҙағы материалдар

4.«Былар ҡыҙыҡлы» рубрикаһы


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Презентации

Целевая аудитория: 9 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Презентация на тему : эпос "Урал батыр"

Автор: Минслу Нуритдиновна Альшина

Дата: 07.11.2022

Номер свидетельства: 616834


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства