Тема | Үткәреү ваҡыты | Эш йөкмәткеһе | Йомғаҡлау сараһы |
Белем илендә В стране знаний Мин һәм минең хәүефһеҙлегем Я и моя безопасность | 01 – 03 сентябрь | Балаларҙың көнкүрештә, урамда, тәбиғәттә хәүефле әйберҙәр, улар нимәһе менән хәүеф тыуҙырыуы тураһында белемдәрен киңәйтеү, ят кешеләр менән аралашырға ярамауын төшөндөрөү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. | ОББЭ «Урам һәм юл ҡанундары» «Минең хәүефһеҙлегем» «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» лепбугын ҡарау |
Алтын көҙ килде еремә Осень к нам пришла «Тыуған еремдә алтын көҙ». «Баҫыуҙа көҙгө эштәр». | 06 - 10 сентябрь | Балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм тәбиғәт күренештәре араһындағы бәйләнеште күрә белеүен формалаштырыу (көндәр һыуыта, күбәләктәр юҡ булды, сәскәләр һулыны һ б.) сезон буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Ауыл хужалығы һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәттә хәүефһеҙлек һаҡлау буйынса күҙаллауҙарын киңәйтеү. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Элементар экологик күҙҙалауҙар формалаштырыу. | «Көҙгө матурлыҡ» тәбиғи материалдарҙан күргәҙмә Көҙ байрамы «Сөмбөлә килде беҙгә» |
Икмәк – ҙур байлыҡ Хлеб – наше богатство | 13 –17 сентябрь | Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арпа) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәр биреү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Элементар экологик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡурмас, талҡан, һалма, бишбармаҡ һ.б.)Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | «Икмәктең өҫтәлгә тиклем юлы» проекты |
Көҙгө муллыҡ | 20 – 24 сентябрь | Баҡсалағы көҙгө эштәр, йәшелсә, емеш-еләк тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү | Продуктив эшмәкәрлек «Тәрилкәлә алмалар» |
Яратҡан баҡсамда Мой любимый детский сад | 27 сентябрь – 1 октябрь | Мәктәпкәсә белем биреүселәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, балалар баҡсаһында эшләүселәрҙең хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү. Ололар көнө тураһында мәғлүмәт биреү, оло йәштәгеләргә ихтирам, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыш тәрбиәләү | Продуктив эшмәкәлек “Оләсәйемә (олатайыма) бүләк” |
Минең Башҡортостаным Мой Башкортостан «Тыуған ерем - Атайсалым» «Башҡортостандың дәүләт символдары» «Башҡортостандың иҫтәлекле урындары» | 4 – 8 октябрь | Балаларға “Бәләкәй тыуған ил” төшөнсәһен һеңдереү. Башҡортостандың ҙур ҡалалары менән (Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат) таныштырыу. Тыуған ил, уның тарихы һәм мәҙәниәте тураһында тәүге күҙаллауҙарын формалаштырыу. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар, уларҙың теле, мәҙәниәте тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Тыуған яҡта үҫкән үҫемлектәре менән таныштырыу. тыуған яҡта йәшәүсе йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү. | Тематик сара «Сәскә ат, тыуған илем!» Милли мәҙәниәт аҙналығы |
Йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың көҙгө тормошо | 12 – 15 октябрь | Ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең көҙөн нисек йәшәүе, нимә менән туҡланыуы тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Уларҙың тормошона сезонға бәйле үҙгәрештәр нисек тәьҫир итеүен асыҡлау. Тәбиғәт күренештәре араһындағы сәбәп-эҙемтә бәйләнеште аңлатыу. | “Көҙ көнө ҡоштар” темаһына фильм ҡарау |
Кеше Человек «Мин һәм минең организмым» «Һаулығыңды һаҡла» | 18 – 22 октябрь | Һаулыҡ һәм сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Балаларҙа бөхтәлеккә, үҙенең тышҡы ҡиәфәтендә матурлыҡ, таҙалыҡ һаҡлауға ынтышлыш тәрбиәләү. Гигиена кәрәк – яраҡтары менән үҙ–аллы эш итә белергә өйрәтеүҙе дауам итеү. Саф һауала төрлө хәрәкәтле уйындар ойоштороу һәм үткәреү. Кәүҙә һәм һиҙеү ағзаларының тирә – йүнде, ысынбарлыҡты аңлау һәм өрәнеүҙәге роле тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтеү.тән тиреһе тураһында төшөнсә биреү. Кешегә файҙалы витаминдар һәм башҡа аҙыҡтар тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. “Һаулыҡ” һәм “ауырыу” төшөнсәләре менән таныштырыу. | Лепбук әҙерләү «Минең организмым» |
Дуҫлыҡ ептәре Нити дружбы «Тыуған илем бергенәм. Дәүләт символдары» «Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы» | 25 октябрь - 5 ноябрь | Беҙ йәшәгән ерҙең халҡы, уларҙың бер–береһе менән дуҫ булыуҙары, татыу йәшәүҙәре тураһында тәү төшөнсөлөр биреү. Мәҙәниле аралашыу күнекмәләре формалаштырыу.дуҫлыҡ, татыулыҡ, бер-береңә йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү. | «Рәсәй – илем минең» һүрәттәр күргәҙмәһе Халыҡ уйындары уйнау |
Минең тыуған ҡалам Мой родной город «Тыуған йортом, ҡалам» «Тыуған ҡалам тарихы һәм иҫтәлекле урындары» | 8 – 12 ноябрь | Тыуған ҡала менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү. Транспорт төрҙөре һәм уның тәғәйенләнеше тураһында белемдәрен киңәйтеү. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү. Ҡалала үҙ – үҙеңде тороу ҡағиҙәләре тураһында белемдәр арттырыу. Ҡала кешеләре һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Сибай ҡалаһында йәшәүсе арҙаҡлы шәхестәр менән таныштырыу. Сибай ҡалаһының йәмәғәт биналары һәм уларҙың тәғәйенләнеше менән таныштырыу. | Коллектив аппликация «Тыуған ҡалам урамдары» «Тыуған ҡаламдың иҫтәлекле урындары» альбомын төҙөү |
Тыуған илемдә көҙ аҙағы | 15 – 19 ноябрь | Көҙҙөң һуңғы айының үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы дауам итеү, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе күрә белергә, тасуирларға, сағыштырырға күнектереү. Үҙгәрештәр нимә менән бәйле булыуын төшөндөрөү, фаразларға, фекереңде аңлатырға күнектереү. | |
Мин һәм минең ғаиләм Я и моя семья «Бергә йыйылғанда» «Әсәйҙәр көнө» | 22 – 30 ноябрь | Сәләмәт тормош рәүеше буйынса башланғыс төшөнсәләр биреү. Үҙ – үҙеңде тәрбиәләү буйынса гигеник күнекмәләр формалаштырыу. Гендер тәрбиәһе буйынса күҙаллауҙар үҫтереү. Үҙенең ғаилә ағзалары буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү (тапиб, һатыусы, ашнаҡсы, уҡытыусы, сәс киҫеүсе, хат ташыусы).уларҙың эш ҡоралдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәстәрлекле ҡараш үҫтереү. Баланың әсәй өсөн ярҙамсы икәнен аңлатыу эштәне дауам итеү. | «Беҙҙең ғаиләнең гербы» художестволы-продуктив эшмәкәрлек «Татыу ғаилә» фотокүргәҙмәһе |
Урал аръяғында ҡыш Зимушка – зима в Зауралье «Уралда ҡыш» «Беҙҙең яҡтың ҡышлаусы ҡоштары» «Нардуған байрамы» | 1– 10 декабрь | Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һауа торошон билдәләү һәм аңлата белергә өйрәтеү. Һауа торошо тураһында халыҡ һынамыштары менән таныштырыу. Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белешмәләр биреү.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыу. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Һыу һәм боҙ менән эксперименттар үткәргәндә балаларҙың аҡыл – зиһенен үҫтереү һәм эҙләнеү–тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыу. | «Ҡыш тылсымсы» продуктив эшмәкәрлек Ҡышлаусы ҡоштарға тағараҡтар әҙерләү |
Ҡышҡы уйындар. Ҡышҡы спорт төрҙәре | 13 – 17 декабрь | Ҡышҡы уйындар һәм спорт уйындары менән таныштырыу. Боҙ, ҡар, һыу менән тәжрибәләр үткәрергә, һығымталар яһарға күнектереү. Ҡыш көнө хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә күнектереү. | |
Шыршыҡай - ҡупшыҡай В лесу родилась елочка «Яңы йыл ишек ҡаға» «Ҡыш бабайға хат» «Тәҙрәләге серле биҙәктәр» | 20 – 31 декабрь | Балаларҙың Яңы Йыл тураһында белемдәрен киңәйтеү: (иртәлектәр, спектаклдәр, әкиәттәр; каникулдар, ата – әсәләр менән бергә байрамдар, ; теләктәр әйтеү; ҡыш миҙгелдәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | Яңы йыл поделкалары (ата-әсәләр менән берлектә эшмәкәрлек) (күргәҙмә) Яңы йыл иртәлеге |
Китап – белем шишмәһе Книга – источник знаний «Китаптың тарихы» «Аҡыллы китаптар». | 10 – 14 ғинуар | Китаптар ҡарау һәм уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу. Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыу. | «Минең яратҡан китаптарым» - күргәҙмә |
Башҡортостан рәссамдары һәм яҙыусылары | 17 – 21 ғинуар | Башҡортостан мәҙәниәте менән таныштырыуҙы дауам итеү. Сәнғәт төрҙәре менән таныштырыу, уларҙың күренекле эшмәкәрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү. | Сәнғәт мәктәбенә маҡсатлы экскурсия |
Йәнлектәрҙең туҡланыуы | 24 – 31 ғинуар | Тыуған яҡтағы хайуандар донъяһыменән таныштырыуҙы дауам итеү. уларҙың йәшәү, ашарға табыу, торлаҡ хәстәрләү үҙенсәлектәре айырмалыҡтарын билдәләү. Урман мөхитендә йәшәүсе тереклектең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм уларҙың туҡланыу сылбырының бер-береһенә бәйле булыуы тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында белемдәрен камиллаштырыу. | «Беҙ – тәбиғәт дуҫтары» викторина |
Башҡортостандың ҡыҙыл китабы | 1 – 4 февраль | Бөтөп барыусы үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡоштар “Ҡыҙыл китап” тураһында мәғлүмәт биреү. Ҡоштарға, йәнлектәргә, үҫемлектәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү | “Ҡыҙыл китап” әҙерләү |
Туған телем – наҙлы гөлөм | 7 – 11 февраль | Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе дауам итеү. Башҡортса саф матур итеп һөйләшеү. Ата – әсәһенең милләте буйынса үҙенең милли сығышы менән таныштырыу. башҡорт халҡының үтәкне, теле, арҙаҡлы кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәр туплау. Балаға уның ошо милләтең бер вәкиле, уны дауам иттереүсе икәнлеген аңлатыу. | Йыр өйрәнеү «Башҡорт телендә һөйләшәм» |
Һөнәрҙәр илендә Все работы хороши «Һөнәрҙәр иленә сәйәхәт» «Кеше эше менән маҡтаулы» | 14 – 18 февраль | Балаларҙы һөнәрҙәр менән таныштырыуҙы дауам итеү, һәр бер һөнәрҙең, һөнәр эйәһенең эшенең мөһимлеген күрә, аңлай белеү күнекмәһе биреү. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам, эшһөйәрлек тәрбиәләү. Ата-әсәләренең һөнәрҙәре, эш урындары тураһында һөйләргә күнектереү. | Күҙаллауҙар буйынса хикәйәләү «Минең киләсәктә һөнәрем» |
Ватанды һаҡлаусылар көнө День Защитников Отечества «Рәсәй армияһы» «Милли геройҙар» (М.Гәрәев, М.Шайморатов, А.Матросов, Т.Кусимов). | 21 – 28 февраль | Балаларҙың армия тураһында белемдәрен киңәйтеү. Тыуған илде һаҡлау ир-егеттәрҙең бурысы икәнен аңлатыу. Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Төрлө хәрби һөнәрҙәр, ғәскәр төркөмдәре, техника төрҙәре менән таныштырыуҙы даум итеү. гендер тәрбиәһе биреү. Ил һаҡсылары ниндәй булыуын асыҡлау. Балаларҙа патриотизм тойғоһо тәрбиәләү. Башҡорт халҡының электән үк ғәскәр туплап Рәсәй сиктәрен һаҡлауы, батырҙар тураһында һөйләү. Малайҙарҙа – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарҙы, ә ҡыҙҙарҙа ил һаҡсыларына ихтирам тойғоһон тәрбиәләү. | Фотокүргәҙмә «Атайым иң көслөһө, иң шәбе» Тематик сара «Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!» |
Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө Международный женский день «Әсәйгә ярҙам итәм» «Әсәйемдең алтын ҡулдары». | 1 – 11 март | 8 мартҡа арналған байраамдың тарихы менән таныштырыу. Был байрамдың әсәй, ҡатын-ҡыҙға арналғаны менән уларға ҙур ихтирам, һөйөү тойғоларының белдерелеүен аңлатыу. Башҡорт халҡының әсәйҙәргә мөнәсәбәте халыҡ ижадында сағылыуын күрһәтеү. Гендер тәрбиәһе буйынса белем биреүҙе дауам итеү. малайҙарға ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамын һәм иҡтибарлы булыуын формалаштырыу. Балаларҙа иң яҡын кешеләренә ҡарата һаҡсыл ҡараш, йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү, уларҙы үҙҙәренең яҡшы эштәре менән ҡыуандырыу теләген үҫтереү | «Әсәйемдең алтын ҡулдары» (ҡул эштәренән күргәҙмә) «Әсәйем! Байрам менән!» иртәлек |
Ҡаламда яҙ Весна в нашем городе «Тәбиғәттә яҙғы үҙгәрештәр». «Ҡоштарҙы ҡаршылап». | 14 – 18 март | Миҙгел байрамы Науруз тураһында мәғлүмәттәр биреү. Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Ҡояштың ер йөҙөнә яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе һәм тормош сығанағы булып тороуы хаҡында аңлатыу. Яҙ миҙгеленең кешегә, үҫемлектәр, йәнлектәр тураһында белешмә биреү. Һауа торошон миҙгелгә ярашлы билдәләргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Тәүлек өлөштәрен билдәләргә өйрәтеү. Театр төрҙәре менән таныштырыу, театрлаштырылған тамашалар әҙерләү. | ОББЭ «Яҙҙы ҡаршылап» |
Ер – дөйөм йортобоҙ Земля – наш общий дом Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уяна | 21 – 25 март | Йәшәгән еребеҙгә, эскән һыуыбыҙға аңлы, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына ҡыҙыҡһыныу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Кешеләрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү шарттары (ер өҫтөндә, һыуҙа – ерҙә, ерҙә һәм һауала, тупраҡта) йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәттәр биреү. Балаға күк есемдәре (ҡояш, ай, йондоҙҙар) һәм башҡа күренештәр тураһында аңлатыуҙы дауам итеү. Һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тәбиғи материалдарҙың (ҡом, балсыҡ, һыу, таш, ағас) үҙенсәлектәре һәм уларҙың хужалыҡ өсөн әһәмиәте тураһындағы төшөнсәләрҙе байытыу. | Тәбиғәт зоналары макеты әҙерләү |
Һыу йәнлектәре | 28 март – 1 апрель | Ер планетаһының тәбиғәт төрлөлөгөн күрһәтеү, аңлатыу. Балыҡтар, һыуҙа йәшәүселәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. | “Һыу йәнлектәре” темаһына продуктив эшмәкәрлек |
Арктика һәм Антарктикала йәшәүсе йәнлектәр | 4 – 8 апрель | Балаларҙы Арктика һәм Антарктикала йәшәүсе хайуандар менән таныштырыу. Улар йәшәгән мөхит, уларҙың үҙҙәрен тотошо тураһында белемдәрен киңәйтеү. Белем алыуға ынтылыш үҫтереү | «Арктика һәм Антарктика йәнлектәре” темаһына альбом төҙөү |
Сикһеҙ йыһан Космос без границ «Йыһан киңлегендә» | 11 - 15 апрель | Космонавтика көнө, йыһан тураһында мәғлүмәт биреү. Йондоҙҙар, ай, Ҡояш системаһы тураһында легендалар менән таныштырыу | Продуктив эшмәкәрлек «Ракета йыһанға оса» |
Народная культура и традиции башкирского и русского народов Башҡорт һәм рус халҡының мәҙәниәте һәм традициялары. «Башҡорт халҡының традициялары һәм ғөрөф - ғәҙәттәре». «Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре». «Башҡорт һәм рус халҡының ауыҙ – тел ижады». | 19 – 29 апрель | Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар ҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Кәсептәре – быйма баҫыу, шәл бәйләү, балаҫ һуғыу, тал үреү, ағастан һауыт-һаба, йөндән кейем әҙерләү һ.б., шөғөлдәре – малсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы, кейеме, йыр-моңона ҡыҙыҡһыныу уятыу. Башҡорт халҡының кәсеп, шөғөлдәренең борондан бөгөнгө көнгәсә ктлеүен төшөндөрөү. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре аша сәләмәт тормош тәрбиәһе биреү | Музейға экскурсия Проект эше «Халҡым шөғөлө» |
Еңеү көнө День Победы «Мәңгелек хәтер» | 4 – 10 май | Балаларға патриотик тәрбиә биреү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һәйкәлдәр менән таныштырыу. олатайҙар һәм өләсәйҙәрҙең хәрби миҙалдары һәм ордендары тураһында һөйләү. Балаларҙа данлы батыр образын формалаштырыу, уларҙың халыҡ хәтерендә һаҡланыуын төшөндөрөү. Малайҙарҙа батырлыҡ, мәргәнлек, етеҙлек, сослоҡ сифаттарын үҫтереү. | Тематик шөғөл «Еңеү көнө» + Мәңгелек утҡа экскурсия |
Бөжәктәр уянғанда | 11 – 13 май | Бөжәктәр, уларҙың тормошо менән таныштырыу | Ҡорама “Ҡамҡа” |
Сәскәле яҙ Цветущая весна «Үҫемлектәр донъяһы» «Йортобоҙ - тәбиғәт» | 16 – 31 май | Сезонлы үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, тасуирларға күнектереү. Йәйҙең билдәләре менән таныштырыу. Мониторинг | ОББЭ «Һаумы, һаумы, йәй!» |