Тема | Үткәреү ваҡыты | Эш йөкмәткеһе | Йомғаҡлау сараһы |
До свидания, лето! Здравствуй, детский сад! Хуш, йәй! Һаумы, Баҡсам! Мониторинг | 2 – 6 сентябрь | Балаларҙың мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү. Балалар араһында бер–береһенә ҡарата дуҫлыҡ мәнәсәбәттәре формалаштырыу. Балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү (балаларҙың иғтибарын балалар баҡсаһындағы үҙгәрештәргә йәлеп итеү). Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һөнәрҙәре тураһында белемдәрен киңәйтеү (тәрбиәсе, тәрбиәсе ярҙамсыһы, табип, урам һепереүсе, ашнаҡсы һ.б.) | Балалар баҡсаһы, территорияһы буйлап экскурсия |
Беҙҙең хәүефһеҙлек. Наша безопасность. Мониторинг | 9 – 13 сентябрь | Балаларҙың көнкүрештә, урамда, тәбиғәттә хәүефле әйберҙәр, улар нимәһе менән хәүеф тыуҙырыуы тураһында белемдәрен киңәйтеү, ят кешеләр менән аралашырға ярамауын төшөндөрөү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. | “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” лепбугы төҙөү |
Сөмбөлә килде беҙгә. Золотая осень в моем городе | 16 – 20 сентябрь | Балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм тәбиғәт күренештәре араһындағы бәйләнеште күрә белеүен формалаштырыу (көндәр һуыта, күбәләктә юҡ булды, сәскәләр һулыны һ б.) сезон буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Ауыл хужалығы һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәттә хәүефһеҙлек һаҡлау буйынса күҙаллауҙарын киңәйтеү. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Элементар экологик күҙҙалауҙар формалаштырыу. | Балалар менән коллектив эш “Көҙгө ҡайын” |
Йомарт Көҙһылыу. Осенние дары. | 23 – 27 сентябрь | Йәшелсәләр һәм емештәр тураһында белемдәрен байытыу. Тышҡы күренеше һәм тәме буйынса йәшелсәләрҙе айырырға күнектереү. Йәшелсәләрҙең атамалары менән таныштырыу. Йәшелсәләрҙе үҫтереү тураһында мәғлүмәт биреү. | Ата-әсәләр менән берлектә “Түтәлдән мөғжизә” ижади эшмәкәрлек күргәҙмәһе |
Икмәк – дәүләт байлығы Хлеб – наше богатство | 30 сентябрь - 4 октябрь | Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арпа) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәр биреү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Элементар экогоик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡурмас, талҡан, һалма, бишбармаҡ һ.б.)Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | |
Башҡортостан - гөлбостан | 7 – 18 октябрь | Балаларға “Бәләкәй тыуған ил” төшөнсәһен һеңдереү. Башҡортостандың ҙур ҡалалары менән (өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө , Салауат)таныштырыу. Тыуған ил, уның тарихы һәм мәҙәниәте тураһында тәүге күҙаллауҙарын формалаштырыу. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар, уларҙың теле, мәҙәниәте тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Тыуған яҡта үҫкән үҫемлектәре менән таныштырыу. тыуған яҡта йәшәүсе йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү. | “Тыуған яғым тәбиғәте” альбомы төҙөү, тулыландырыу |
Сибайым – тыуған ҡалам Сибай - мой город родной | 21 – 30 октябрь | Тыукған ҡала менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү. Транспорт төрҙөре һәм уның тәғәйенләнеше тураһында белемдәрен киңәйтеү. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү. Ҡалала үҙ – үҙеңде тороу ҡағиҙәләре тураһында белемдәр арттырыу. Ҡала кешеләре һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Сибай ҡалаһында йәшәүсе арҙаҡлы шәхестәр менән таныштырыу. Сибай ҡалаһының йәмәғәт биналары һәм уларҙың тәғәйенләнеше менән таныштырыу. | Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге: “Сибайым – тыуған ҡалам”. |
Дуҫлыҡ ептәре. Нити дружбы | 31 октябрь – 8 ноябрь | Беҙ йәшәгән ерҙең халҡы, уларҙың бер – береһе менән дуҫ булыуҙары, татыу йәшәүҙәре тураһында тәү төшөнсөлөр биреү. Мәҙәниле аралашыу күнекмәләре формалаштырыу.дуҫлыҡ, татыулыҡ, бер-береңә йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү. | Халыҡ уйындары уйнау |
Мин йәшәгән йорт. Мой дом родной | 11 – 15 ноябрь | Тыуған йорт, фатир, йыһаз тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Үҙ йортоңа һөйөү, бөхтәлек тәрбиәләү. | Сюжетлы – ролле уйын “Беҙҙең өй” |
Минең ғаиләм. Моя семья. | 18 – 22 ноябрь | Сәләмәт тормош рәүеше буйынса башланғыс төшөнсәләр биреү. Үҙ – үҙеңде тәрбиәләү буйынса гигеник күнекмәләр формалаштырыу. Гендер тәрбиәһе буйынса күҙаллауҙар үҫтереү. Үҙенең ғаилә ағзалары буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу. | “Беҙҙең татыу ғаилә” фотокүргәҙмә |
Әсәйҙәр көнө. День матери | 25 – 29 ноябрь | Әсәйҙәрҙең һөнәрәҙре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү (тапиб, һатыусы, ашнаҡсы, уҡытыусы, сәс киҫеүсе, хат ташыусы).уларҙың эш ҡоралдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәсәтрлекле ҡараш үҫтереү. Баланың әсәй өсөн ярҙамсы икәнен аңлатыу эштәне дауам итеү. Экскурсиялар ваҡытында тормош хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләрен нығытыу. Балалрға халыҡ мәҡәлдәре , ҡанатлы һүҙәре тураһында белемдәр биреү. | Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар ятлау |
Ҡышҡы Нардуған Зима в Зауралье | 2 – 13 декабрь | Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һауа торошон билдәләү һәм аңлата белергә өйрәтеү. Һауа торошо тураһында халыҡ һынамыштары менән таныштырыу. Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә , үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белешмәләр биреү.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыу. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Һыу һәм боҙ менән эксперименттар үткәргәндә балаларҙың аҡыл – зиһенен үҫтереү һәм эҙләнеү – тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыу. | Балалар һүрәттәренән күргәҙмә “Ҡышҡы биҙәктәр” |
Хуш киләһең, Яңы Йыл! С новым годом! | 16 – 31 декабрь | Балаларҙың Яңы Йыл тураһында белемдәрен киңәйтеү: (иртәлектәр, спектаклдәр, әкиәттәр; каникулдар, ата – әсәләр менән бергә байрамдар, ; теләктәр әйтеү; Ҡыш бабайҙың тыуған иле Лапландия тураһында мәғлүмәттәр биреү), ҡыш миҙгелдәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | Яңы йыл иртәлеге |
Башҡортостанда ҡышын хайуандар донъяһы. Животные Башкортостана зимой | 9 – 17 ғинуар | Ҡырағай хайуандар һәм уларҙың балалары менән таныштырыу. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте, кәүҙә төҙөлөшө, ҡышҡы йәшәйеше, туҡланыуы тураһында белем биреү. Йорт хайуандарының ҡыш көнө йылы һарайҙа йәшәүен аңлатыу. | Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге “Хайуандар нисек ҡышлай?” |
Мин һәм минең һаулығым Я и мое здоровье | 20 – 31 ғинуар | Һаулыҡ һәм сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Балаларҙа бөхтәлккә, үҙенең тышҡы ҡиәфәтендә матурлыҡ, таҙалыҡ һаҡлауға ынтышлыш тәрбиәләү. Гигиена кәрәк – яраҡтары менән үҙ – аллы эш итә белергә өйрәтеүҙе дауам итеү. Саф һауала төрлө хәрәктле уйындар ойоштоу һәм үткәреү. Кәүҙә һәм һиҙеү ағзаларының тирә – йүнде, ысынбарлыҡты аңлау һәм өрәнеүҙәге роле тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтеү.тән тиреһе тураһында төшөнсә биреү. Кешегә файҙалы витмаиндар һәм башҡа аҙыҡтар тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. “Һаулыҡ” һәм “ауырыу” төшөнсәләре менән таныштырыу. | ОББЭ “Һаулығым – байлығым” |
Китап – белем шишмәһе Книга – источник знаний | 3 – 7 февраль | Китаптар ҡарау һәм уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу. Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыу. | Төрлө темаларға ата-әсәләр менән китапсыҡтар эшләү |
Теле барҙың – иле бар Мой родной язык | 10 – 14 февраль | Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе дауам итеү. Башҡортса саф матур итеп һөйләшеү. Ата – әсәһенең милләте буйынса үҙенең милли сығышы менән таныштырыу. башҡорт халҡының үтәкне, теле, арҙаҡлы кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәр туплау. Балаға уның ошо милләтең бер вәкиле, уны дауам иттереүсе икәнлеген аңлатыу. | Башҡорт телендә шиғырҙар ятлау |
Ил һаҡсылары. Защитники отечества | 17 – 28 февраль | Балаларҙы хәрби һөнәрҙәр тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү (һалдат, танкист, осоусы, моряк, ил һаҡсыһы, ракетасылар, йәйүле ғәскәр һалдаттары). Хәрби техника менән таныштырыу (танк, самолет, хәрби крейсер). Рәсәй флагы менән таншытырыу. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү Гендер тәрбиәһе биреү (малайҙарҙа көслө, ҡыйыу булыу теләген формалаштырыу, тыуған илде һаҡларға, яҡларға тейешле икнәдәрен аңдарына һеңдереү, ҡыҙҙарҙа буласаҡ ил һаҡсыларына хөрмәт итеү тойғолары тәрбиәләү). | Фотокүргәҙмә “Минең атайым менән” |
Әсәләр нур сәсәләр Мамин день | 2 – 13 март | Әсәйҙәргә, өләсәйҙәрәгә ҡарата ҡәҙер – хөрмәт тәрбиәләү. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Гендер тәрбиәһе буйынса балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Бүләктәр әҙерләүгә балаларҙы йәлеп итеү. | Иртәлек |
Яҙ килә. Хуш киләһең, Науруз! Весна на Урале | 16 – 28 март | Миҙгел байрамы Наүруз тураһында мәғлүмәттәр биреү. Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Ҡояштың ер йөҙөнә яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе һәм тормош сығанағы булып тороуы хаҡында аңлатыу. Яҙ миҙгеленең кешегә, үҫемлектәр, йәнлектәр тураһында белешмә биреү. Һауа торошон миҙгелгә ярашлы билдәләргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Тәүлек өлөштәрен билдәләргә өйрәтеү. Театр төрҙәре менән таныштырыу, театрлаштырылған тамашалар әҙерләү. | Театрлаштырылған тамаша: “Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?” |
Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар Наши пернатые друзья | 30 март – 5 апрель | Ҡоштар, уларҙың төрҙәре, атамалары, яҙын ҡоштарҙың тормошо менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡоштарҙың тәбиғәттәге роле тураһында мәғлүмәт биреү, уларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. | Атайҙар менән берлектә ҡоштарға оя яһау |
Ер – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Земля - наш общий дом | 6 – 10 апрель | Йәшәгән еребеҙгә, эскән һыуыбыҙға аңлы, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына ҡыҙыҡһыныу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Кешеләрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү шарттары (ер өҫтөндә, һыуҙа – ерҙә, ерҙә һәм һауала, тупраҡта) йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәттәр биреү. Балаға күк есемдәре (ҡояш, ай, йондоҙҙар) һәм башҡа күренештәр тураһында аңлатыуҙы дауам итеү. Һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тәбиғи материалдарҙың (ҡом, балсыҡ, һыу, таш, ағас) үҙенсәлектәре һәм уларҙың хужалыҡ өсөн әһәмиәте тураһындағы төшөнсәләрҙе байытыу. | Дидактик уйын “Нимә үҙгәрҙе?” |
Бөжәктәр Насекомые | 13 – 17 апрель | Балаларҙың бөжәктәр тураһында белемдәрен байытыу. Уларҙың тышҡы ҡиәфәттәрен, кәүҙә төҙөлөшөн, хәрәкәтләнеү ысулдарын, йәшәү шарттарын айыра белеү. Яҙ етеү менән уларҙың йоҡонан уяныуын аңлатыу, һүрәттә уларҙы таныу. Бөжәктәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. | Хәрәкәтле уйын “Ҡамҡа” |
Халҡым йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре Народные традиции | 20 – 30 апрель | Башҡорт халыҡ йоларары менән таныштырыу (бишек туйы, миҙгел байрамдары) башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыу (малсылыҡ, ҡортсолоҡ). Халыҡ ижады өлөгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Халыҡ уйынсыҡтары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Фольклор өлөгөләрен бөтә төр эшмәкәрлектәрҙә ҡулланыу. | Әсәйҙәр менән берлектә ҡурсаҡтарға кейемдәр тегеү |
Еңеү яҙы День победы! | 6 – 8 май | Балаларға патриотик тәрбиә биреү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һәйкәлдәр менән таныштырыу. олатайҙар һәм өләсәйҙәрҙең хәрби миҙалдары һәм ордендары тураһында һөйләү. | Тематик күргәҙмә |
Тәбиғәт уяна Природа пробуждаетя | 13 – 17 май | Сезонлы үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, тасуирларға күнектереү. Йәйҙең билдәләре менән таныштырыу. | “Ҡарға бутҡаһы” байрамы менән таныштырыу |
Батырҙар – ил терәге Национальные герои Башкортостана Мониторинг | 20 – 31 май | Башҡорт халыҡ батыры Салауат менән таныштырыу. Патриотик тәрбиә биреү. Батырлыҡ тураһында белемдәр байытыу. Башҡорт тарихына балаларҙы ылыҡтырыу. Салуат ижады һәм уның тормошо менән таныштырыу. Һунарсы һөнәре һәм һунарсылыҡ тураһында балаларға тәү мәғлүмәттәр биреү. Үҫеш карталары тултырыу | Альбомдар ҡарау |