Хуш киләһең, Наурыз!
Йыһазландырыу: артҡы фонда яҙ күренеше, ағастар, ҡайын ағасы, башҡорт тормош – көнкүреш әйберҙәре, ҡолға, төҫлө таҫмалар
Залға балалар йүгереп килеп инә, ҡолғаға таҫма бәйләнгән. “Наурыз” бәйете әйтәләр:
Ас ишегең, инәбеҙ,
Наурыз әйтә киләбеҙ.
Хәйер – доға ҡылабыҙ,
Аш – һыу көтөп торабыҙ.
Ҡыш китте, яҙ килде,
Өйрәк менән ҡаҙ килде.
Былбылдан ауаз килде:
Наурыз мөбәрәк булһын!
Науруз хаҡы биш алтын,
Бирһәң ярар ике алтын.
Ҡарама алан – йолан,
Наурыз мөбәрәк булһын!
Наурыз әйттек беҙ һеҙгә,
Хаҡын бирегеҙ беҙгә.
Йәшегеҙ етһен йөҙгә,
Малығыҙ артһын көҙгә.
“Наурыз мөбәрәк булһын, наурыз мөбәрәк булһын!” тип бергә әйтәләр. “Айҙар ғынайым” йырын йырлап балалар килеп инә һәм теҙелешеп баҫа.
Алып барыусы: Наурыз – мосолман халҡының иң изге һәм оло байрамдарының береһе. Уны яҙ мәлендә, көн менән төн тигеҙләшкәндә, йәғни марттың 21 – 22-ләрендә ҡаршы ала торған булғандар. Наурыз һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә. Халыҡ ҡыш ауырлығынан ҡотолоп, мал – тыуарын иҫән – һау йәйләүгә алып сығыуына шатлана, шуға ла Наурыз - халыҡ өсөн икеләтә байрам.
Бала: Апай, ә табаҡта нимә?
Алып барыусы: (Ҡулына бойҙай алып) Был – бойҙай, туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе. Оҙаҡламай ҡар иреп бөткәс, ошо бойҙайҙы сәсәләр. Ул өлгөргәс, уны тарттырып төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләйҙәр.
Наурыз йылға баш булыр,
Бойҙай ашҡа баш булыр.
Бойҙай уңһа аш булыр,
Уңмаһа аш – таш булыр.
Балалар менән бөтәһе бергә:
Йылдың башы уң булһын,
Ризығы мул булһын.
Ҡаҙандар ташып торһон,
Бир көндәрҙең һилен,
Илдәр булһын имен!
Алып барыусы: Амин, шулай булһын.
Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, беҙҙең байрамға ноҡотсо инәй ҙә килә түгелме? Инәй, әйҙә түргә уҙ!
Таҡмаҡ йырлап, ноҡотсо инәй килеп инә, ҡунаҡтарға ҡул бирешеп һаулыҡ һораша.
Наурыз ҡотло булһын,
Һыйырҙар һөтлө булһын,
Иген – бесәндәр уңһын,
Мал менән кәртә тулһын!
Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн байрам бит. Бына мин дә байрамға килеп еттем. Туҡта, барайым, кәңәш итәйем, тинем.
Алып барыусы: Әйҙә, инәй, кемдәр байрамға килеүен белә һалайыҡ, ноҡотоңдо һала һалайыҡ (балалар әбей тирәләп ултыралар)
Әбей: Эй, ноҡотом, ноҡотом,
Ноҡотомдо бир ҡотом! (әбей таштар менән ноҡот һала) Был байрамға матур – матур ҡыҙҙар килер (бер төркөм ҡыҙҙар килеп сыға. Ҡыҙҙар бейеүе).
Ҡыҙҙар, килегеҙ әле минең эргәмә, мин һеҙгә бәхет юрайым. (Ноҡот таштарын ергә һибеп, бөтә ҡыҙҙарға ла бәхет юрай)
Ҡыҙҙар һеҙгә:
Ҡаҙҙар ҡанат бирһен,
Торналар аяҡ бирһен,
Бүҙәнәләр май бирһен,
Ябалаҡтар йөн бирһен.
Ҡыҙҙарым, ҙур үҫегеҙ,
Тәүфиҡле булығыҙ!
Алып барыусы: Әбей, тағы ла беҙҙең байрамға кемдәр килер икән?
Әбей: Эй, ноҡотом, ноҡотом,
Ноҡотомдо бир ҡотом!
Оҙон – оҙон юл булыр – осона сығыр берәү. Йөрәккә ут һалып, бер егет килә, үҙе батыр, үҙе матур! (Егет килеп инә).
Алып барыусы: Әйҙә, егет, түргә уҙ, Наурыз байрамында һөнәреңде күрһәтмәйенсә, уҙым юҡ.
Ҡулдар сабып алҡышларға
Дуҫтар, булығыҙ әҙер!
Бына тигән егетебеҙ
Бейергә төшә хәҙер! (“Перовский” бейеүе)
Әбей: Афарин, афарин! Кил әле, улым, кил әле, һиңә лә бәхет юрайым.
Һарыҡтан йөн ал,
Һыйырҙан – май.
Һөттән – аҡлыҡ,
Һыуҙан – паклыҡ,
Улым, һинән килер
Донъяға шатлыҡ!
Тағы ла байрамға күстәнәсен тотҡан һылыу ҡыҙ килә. (йыр)
Әбей: Ҡыҙым, тауышың һандуғас моңолай. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙҙың бер сағыу йондоҙо булырһың. Уңыштар һиңә!
Малай: Әйҙәгеҙ, уйын уйнап алайыҡ. (Уйын “Күмер йөҙөк”) ИГРА №9
Әбей: Эй, ноҡотом, ноҡотом,
Ноҡотомдо бир ҡотом!
Байрамға йәм өҫтәп, байрамдың хужабикәһе Наурызбикә килә!
Балалар бөтәһе ҡыуанып: “Наурызбикә килә, Наурызбикә килә!” тип ҡысҡырышалар.
Наурызбикә бейеп килеп инә (“Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе), ул бейеп бөтөүгә бөтә ҡыҙҙар, артынан тороп, түңәрәк бейеп, ҡайынға таҫма бәйләйҙәр, теләктәр әйтәләр:
Ил тыныс булһын!
Һау – сәләмәт булайыҡ!
Яуызлыҡ юҡҡа сыҡһын!
Йыл изге булһын!
Әбей: Ярай, балалар, байрамығыҙҙы дауам итегеҙ, ә мин ҡайтып, байрам сәйе әҙерләй торайым, сәй эсергә барырһығыҙ, йәме. (Таҡмаҡ йырлап, бейей – бейей сығып китә).
Ҡой самауыр, сәй эсәйек,
Йәлләмәгеҙ күмерҙе,
Ашап – эсеп, уйнап – көлөп,
Үткәрәйек ғүмерҙе!
Алып барыусы:
Бөтмәҫ ризыҡ алып килһен Наурыз көн!
Ямғырҙар яуһын!
Аллам рәхмәтен һалһын.
Яҙғы көндәр нурлы булһын.
Йылғаларҙа һыуҙар тулһын.
Мал – тыуарҙар ишәйһендәр,
Балалар ҡыуанһындар!
Балалар, әйҙәгеҙ, яңы көнгә ҡыуанып йырҙар яңғыратайыҡ. (“Яҙ йыры”)
Әйҙәгеҙ, балалар, яңы йылдың яңы көнөндә Наурызбикәнән юрауҙар юратайыҡ.
Наурызбикә:
Яҡшы килер йылыбыҙ,
Туҡ булыр һәр көнөбөҙ,
Ямғыр яуып, ҡояш ҡалҡыр,
Емешләнер гөлөбөҙ,
Илгә килер именлек,
Һау булырҙар уландар,
Иген ишелеп уңыр,
Ҡуйырырҙар урмандар!
Алып барыусы: Амин, шулай ғына булһын, юрағанығыҙ юш килһен!
Балалар, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә көн торошон юрағыҙ.
Ай ҡолаҡланып ҡалҡһа, көн боҙола.
Балыҡ өҫтә йөҙһә, ямғыр яуа.
Эт ергә ятып аунаһа, көн һыуыта.
Көн ҡыҙҙырһа - ямғырға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа – һыуыҡҡа.
Наурызбикә: Афарин, балалар! Бигерәк күҙәтеүсәнһегеҙ икән. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйнап алайыҡ. (“Йәшерәм яулыҡ” уйыны
Наурызбикә: Әйҙәгеҙ, күңелле бейеү бейейек. “Күмәк бейеү”.
Балалар: Наурыз мөбәрәк булһын,
Тормош түңәрәк булһын,
Мал – тыуарығыҙ артһын,
Ҡолондарығыҙ сапһын,
Игенеҙ бик уңһын,
Йомортҡалай туҡ булһын!
Наурызбикә: Илгә аслыҡ килмәһен,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яман сирҙәр йөрөмәһен.
Иген – ашлыҡ күп булһын,
Буралар ныҡ тулһын!
Алып барыусы: Наурыз байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле милләттәштәр!
Ер атаһы Ерҙе һаҡла,
Ер инәһе – аҫыл бикә,
Илемә тыныслыҡ бир,
Илемә муллыҡ бир! – тип әйтәйек теләкте, һыҙғанайыҡ беләкте.
Бөтәһе бергә: Наурыз! Наурыз! Йыр “Наурыз”