kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Выпускной утренник "Кораблик детства"

Нажмите, чтобы узнать подробности

«Баласа? корабле» 

Алып барыусы:  Ва?ыт бик ш?п ?т?, балалар ???.

Б?г?н кит? улар м?кт?пк?.

Музыка,уйындар, байрамдар

?алыр?ар и?т?лекк?.

Музыка а?тында баллар зал?а ин?л?р, ярымт???р?к я?ап торалар.

Алып барыусы: Х?рм?тле балалар! ?е? б?г?н ба?сабы? ишеген м??гелекк? ябып я?ы тормош?а ая? ба?а?ы?ы?. Был тормош ?е??е ололар донъя?ына илт?с?к.   Бе?г? был к?н бик ?ыуаныслы., с?нки ?е? х??ер ?урай?ы?ы?, м?кт?пк? бара?ы?ы?, бера? мо??оу ?а, с?нки ?е??е? мен?н хушлашабы?. 

Бына ?теп т? китк?н

М?кт?пк?с? тормошо?

М??гелекк? и?т? ?ал?ы?

Был сы?арылыш балы?.

  1. Бе??е? ?с?н бик яуаплы

М?л килеп етте б?г?н.

Ба?са мен?н хушлашып

М?кт?пк? барам к???н.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Выпускной утренник "Кораблик детства" »

«Баласаҡ корабле»

Алып барыусы: Ваҡыт бик шәп үтә, балалар үҫә.

Бөгөн китә улар мәктәпкә.

Музыка,уйындар, байрамдар

Ҡалырҙар иҫтәлеккә.

Музыка аҫтында баллар залға инәләр, ярымтүңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы: Хөрмәтле балалар! Һеҙ бөгөн баҡсабыҙ ишеген мәңгелеккә ябып яңы тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Был тормош һеҙҙе ололар донъяһына илтәсәк. Беҙгә был көн бик ҡыуаныслы., сөнки һеҙ хәҙер ҙурайҙығыҙ, мәктәпкә бараһығыҙ, бераҙ моңһоу ҙа, сөнки һеҙҙең менән хушлашабыҙ.

Бына үтеп тә киткән

Мәктәпкәсә тормошоң

Мәңгелеккә иҫтә ҡалһыҙ

Был сығарылыш балың.

  1. Беҙҙең өсөн бик яуаплы

Мәл килеп етте бөгөн.

Баҡса менән хушлашып

Мәктәпкә барам көҙөн.


  1. Кескәй генә саҡтан беҙҙе

Ҡабул иттең баҡсабыҙ

Бәхетле баласаҡты

Мәңге лә онотмабыҙ.


  1. Һәр бер стена, карауат

Уйынсыҡтар, һәм дуҫтар

Беҙ мәктәпкә киткәс тә

Беҙҙе һис онотмаҫтар.


  1. Бик теләһәк тә бөгөн

Ҡалырға баласаҡта

Хыялда ғына килербеҙ,

Әйләнеп ошо яҡҡа


  1. Йәй айҙары ла бик тиҙ үтеп

Тағы көҙҙәр етерҙәр

“Аҡбуҙаттан килгән,” - тип мәктәптә

Беҙҙең турала әйтерҙәр


  1. Ҡоштар ҙа бит ояларын ташлап

Йыл да көҙөн осоп китәләр.

Беҙҙе лә бит ошо юлдар

Ҙур белем юлына илтәләр

Йыр

  1. Шарҙар өрөп, һүрәт төшөрөп

Ҙурайғанды һиҙмәй ҡалғанбыҙ.

Әсәйҙәр ҙә беҙгә ҡарап

Ғорурланып ултыра ҡарап.

Атайҙар ҙа талапсан ғына

Ҡараштарын беҙгә йүнәлтә.

Өләсәйем генә ниңәлер

Йәшереп кенә күҙҙәрен һөртә.


  1. Борсолоуҙан онотолоп бәттә

Барлыҡ белгән шиғырҙар.

Бөгөн беҙ хушлашабыҙ

Беҙ бит хәҙер бик ҙурҙар.


  1. «Дошколенок, дошколенок!»- слышу я почти с пеленок, Только с завтрашнего дня не зовите так меня: Встану завтра рано- рано, и с утра «школёнком» стану!


Йыр


Алып барыусы: хөрмәтле балалар! Бына балалар баҡсаһы менән хушлашыр ваҡыт та етте. Серле баласаҡ, шаян уйынсыҡтар һеҙҙең менән хушлаша, ә алда тылсымлы, ҙур донъя көтә. Был донъя Белем донъяһы тип атала.

Балалар һеҙ беләһегеҙме,әкиәт буйынса

Бар икән серле утрау.

Исемеп лә юҡ әлегә, әммә бик ҡыҙыҡлы тиҙәр,

Барыуы ғына унда бик урау

Балалар: ҡыҙыҡ!

Алып барыусы: Был серле Белем утрауына барыу өсөн диңгеҙ аша кораблдә йөҙөп сығырға кәрәк. Ә диңгеҙҙә тулғындары ла сихри, утрау среҙәр менән тулы. Ә капитанһыҙ нисек була инде, балалар беҙгә капитанды саҡырырға кәрәк.


«Капитан йыры» ишетелә (Капитан сығып бейей.)
Капитан: Һаумыһығыҙ балалар! Билдәһеҙ утрауға барғығыҙ киләме?

Балалар: Әйе!
Капитан: Был һүҙҙәр ысын хыял итеүселәрҙеке! Был утрауға беҙ мотлаҡ барып етербеҙ. Беҙгә тылсымлы корабл ярҙам итер. Диңгеҙ буйлар сәйәхәткә әҙерһегеҙме?

Балалар: Әҙербеҙ
Капитан: Кәйефтәрегеҙ нисек?
Балалар: Бик яҡшы:
Капитан: Берәү бөтәһе өсөн!
Балалар : Бөтәһе, берәү өсөн!
Капитан ( бинокльгә ҡарай) Причалда бик күп халыҡ күрәм. Ата-әәсәләрегеҙҙе, ҡунаҡтарҙы күрәм. Бөтәһе лә йылмайышалар, н имәгәлер ҡыуаналар.

Капитан: Ә ишек төбөндә кем ул? (биноклгә ҡарай)

Алып барыусы:

Кем һуң ул ишек төбөндә инергә ҡурҡып тора. Ҡарайым әле, һуңынан һеҙгә һөйләрмен (ишеккә бара). Тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Беҙгә ҡунаҡтар килә.балалар баҡсаһына килгәндә һеҙ ҙә ошо кескәйҙәр кеүек бик бәләкәй инегеҙ.


«Топ, топ, топает малыш» көйө аҫтында 1 кескәйҙәр төркөмө балалары инә.

1 Кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе:

Беҙҙең менән осрашыуға аптырап тораһығыҙмы. Кескәйҙәр иленә килеп сыҡтығыҙ дуҫтар. Һеҙ ҙә бәләкә булған саҡта, ошо илдә йәшәнегеҙ. Һеҙ хәҙер ҙурайҙығыҙ, тиҙҙән һеҙгә мәктәптәр үҙ ишеген асасаҡ. Ә кескәйҙәр илендәге балалр һеҙең менән хушлашырға килгәндәр.


1 бала: Һеҙҙе ҡотлайбыҙ дуҫтар

Һеҙ тиҙҙән уҡыусылар


2 бала:Ә беҙгә лә һеҙҙең менән

Ярамаймы китергә

Бергә уҡып китергә.

3 бала: Һин, Язгөл, бик ашыҡма.

Әҙерәк баҡсала туҡта.

Беҙ ҙә тиҙҙәң үҫербеҙ

Мәктәпкә лә китербеҙ.

4 бала: Һеҙгә беҙҙең теләктәр

Мәктәптә шәп уҡығыҙ

Аҡбуҙат” баҡсаһын гел

Иҫләп кенә тороғоҙ.

Алып барыусы: һеҙ ҙә ошо кескәйҙәр кеүек бик бәләкәй саҡта балалар баҡсаһына килдегеҙ. Бына хәҙер ниндәй ҙурҙар, аҡыллылар. Хатта билдәһеҙ утрауға барырға ла ҡурҡманығыҙ.

Капитан: Сәйәхәт башлана! Тулыһынса алға!

Хушлашыу йырын башларға!

(штурвалға тора, ҡыңғырау шылтырата.)


Йыр «Уплывает наш кораблик»

Шторм көйө ишетелә.
Капитан: Шторм күтәрелеп тора

Ә мине был ҡурҡытмай.

Ә ҡурҡаҡ булған капитан

Штурвалды тотоп тормай.

(биноклдән ҡарай)

Шундар диңгеҙ киңлеге. Ана, бер утрау күренә. Был бит “әкиәт” утрауы. Был донъяла бик күп күңелле лә, моңһоу ҙа әкиәттәр. Әммә әкиәтһеҙ был донъяла йәшәт тә булмай бит.


Өйрәтеүсе әкиәт


Сценка «Өс ул»
Алып барыусы: Борон- борон заманда тыныс ҡына йәшәгәндәр, бергә икмәк ашағандар бер бабай һәм өс улы. Аталары бик аҡылы булған ти.

(өс улы сыға)
Булған уның өс улы: өлкәне- бик аҡыллы бала ти, Уртансыһы тегеләй ҙә, былай ҙа, кесеһе лә алйот түгел.

Атаһы: Белем алырға һеҙгә ваҡыт етте. Мин һәр берегеҙгә уҡ – һаҙаҡ бирәм Уҡтарыҡыҙ ҡайҙа барып төшә, һеҙҙе шул мәктәп көтә.

(Өлкән улы атып ебәрә – “Лицей” тип яҙылғаентабличкаға барып төшә.


Өлкән улы: Һис кенә лә ҡайғырмайым, мин лицейға барамын. Шиғриәт бында көслө. Шиғыр һөйләп, шиғыр яҙып, яҙыусыла булырмын.

ВАлып барыусы: Уйлағаныңды эшлә. Бик яҡшы юл һайланың. Уйлағаныңды эшлә.

Атаһы: Йә инде уртансы улым! Һине ниҙәр көтә икән. Ҡурҡып торма ат уғың!
Уртансы улы “Гимназия” тигән табличка алып килә.



Уртансы улы: Мин гимназияға барам, булған фәнде үҙләштерәм. Бизнесмен булыу теләге күптән йәшәү күңелдә.

Алып барыусы: Атаһы бик маҡтаған.
Атаһы: Йә инде , ескәй улым, күңелең бик төшөнкө.башыңды өҫкә күтәр. Һинең сират етте хәҙер уҡ атып мәктәп һайларға.

Малайы: Һис тә уҡығым киләм, яратмайым шөғөлдәр. Уҡығым да килмәй, көнө буйы нисек парта артында ултырырға мөмкин инде. Мин тормошто яратам, төшкә тиклем йоҡлайым, кискә тиклем уйнайым. Бына барлыҡ тормошом.





Атаһы: Юҡ инде, балаҡайым, ат уғың һайла мәктәп.

Малай ата һәм Тәлмәрйен менән ҡайта

Ағалары: (бергә) Быныһы тағы нимә – үҙе йәшел, матур ҙа түгел.
Бәләкәй малай: Ярай булһын ти йәшел, бәлки минең яҙмышым.
Атаһы: Ә мәктәп? Белдем шулай булырын!

Бәләкәй малай: Ярай инде, Миңә мәктәп нимәгә, былай ҙа барығыҙҙан да аҡыллымын?Минең тәлмәрйенем миңә һаҙлыҡта романстар йырлар.
Тәлмәрйен: (аптырап, һуҙып)

Һаҙлыҡта романс йырлау. Ишеттегеҙме дуҫтар. Минең үҙ наказым бар: Миңә принц килергә тейеш Тәүҙә әкиәтте уҡы.шунан килерһе минең янға.Ишеттеңме. наказымды үтәмәһәң мин кире һаҙлыҡҡа китәм.
Атаһы: бына шәп әйттең бит. Улым аңланыңмы?
Өлкән улы: Ҡустым йоҡлап ултырма, күтәрелергә кәрәк
Уртасы улы : Әйҙә күп уйлап торма, ҡушҡуңанды эшләй башла.

Алып барыусы: Ҡаушап ҡалды йәш егет. Һәм уйланды ла уҡырға булды
Иван: (ҡулын һелтәп)

Мин кемдән кәм был тормошта.

Уҡыуға ла барырмын

Бәлки тиҙҙән ошо ерҙә

Президент та булырмын

(барыһы ла ҡул сабалар)

Атаһы: Тыңлағыҙ һеҙ ҙә балалар, мәктәптә йәшенмәк уйнамағыҙ. Компьютерҙы өйрәнегеҙ, уҡытыусыны тыңлағыҙ. Яңы телдәр үҙләштерегеҙ, тормоша бик кәрәгер. Тормош менән ҡулға ҡул атлағыҙ, артта ҡалмағыҙ.


Малайҙары: (бергә) Беҙ ҙә уҡырға барабыҙ. Һис ялҡауланмайбыҙ.

Атаһы: Изге юл һеҙгә уландар, яҡшы билдәләр юлдаш булһын (барыһы ла сыға)

Капитан: беҙҙе диңгеҙҙә көтә

Урындарҙы алабыҙ! Алға табан барабыҙ!

Диңгеҙ көйө.

Капитан: Иғтибар! Иғтибар! “Ииҫтән сығарыу” диңгеҙе

Көй ишетелә Ҡошо сыға. Көнъяҡ бейеүен бейей. Ҡанаттарын ҡағып йоҡо саҡыра.


Ҡош (яй ғына): Тыныслыҡ һеҙгә йәш диңгеҙҙә йөҙөүселәр! Һеҙ маҡсатығыҙға ирештегеҙ! Онотолоу диңгеҙенең йылы тулҡындары һеҙең арығына аяҡтарығыҙҙы йыуа... һеҙҙең өсөн тыныс йыр яңғырай. Яғымлы тулҡындар һеҙҙе йоҡоға саҡыра, йоҡлағыҙ, йоҡлағыҙ...

Барыһы ла йоҡлай


Капитан (ҡапыл уянып китә): Был бит йоҡо ҡошо. Беҙҙе сихырлап йоҡлатырға теләй. Балалар уның т отҡоно булырға тырышмағыҙ, асығыҙ күҙҙәрегеҙҙе. Ул һеҙҙе мәңгелеккә йоҡлатырға теләй.

Алып барыусы : Балалар, йоҡламағыҙ, асығыҙ күҙҙәрегеҙҙе әйҙәгеҙ бергәләп йыролап алайыҡ.


Йыр (малайҙар)

Капитан: Һинеңсә булманы бит Сирин
Ҡош: Был ваҡытлыса ғына (яйлап һөйләүен дауам итә)

Онотолоу диңгеҙенең йылы тулҡындары һеҙең арығына аяҡтарығыҙҙы йыуа... һеҙҙең өсөн тыныс йыр яңғырай. Яғымлы тулҡындар һеҙҙе йоҡоға саҡыра, йоҡлағыҙ, йоҡлағыҙ...
Алып барыусы: Тыңламағыҙ уны. Әйҙә ҡыҙҙар үҙегеҙҙең бейеүегеҙ менән сихырсы ҡоштоң сихырын юҡа сығарығыҙ.

Бейеү (ҡыҙҙар)

Капитан: Бына бит тағы ла һинеңсә булманы.
Ҡош: Алдан ҡыуанмағыҙ. Барыбер минең утрауымда ҡаласаҡһығыҙ (һөйләүен дауам итә)

Онотолоу диңгеҙенең йылы тулҡындары һеҙең арығына аяҡтарығыҙҙы йыуа... һеҙҙең өсөн тыныс йыр яңғырай. Яғымлы тулҡындар һеҙҙе йоҡоға саҡыра, йоҡлағыҙ, йоҡлағыҙ...

Алып барыусы: тыңламағыҙ уны балалар. Әйҙәгеҙ бергәләп бейеп алайыҡ


Бергә бейеү

Капитан: Сихырсы ҡош барыбер беҙҙеңсә булды.

Птица: Ярай мине еңдегеҙ. Бындай утрауҙар һеҙҙең өсөн түгел икән. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ. (осоп сыға)
Алып барыусы: Афарин балалар, бик ауыр ҡаршылыҡты үттек.

Капитан: Ә беҙ юлыбыҙҙы дауам итәйек. Беҙҙең тылсымлы пароход беҙҙе алыҫҡа илтер. Урындарҙы алайыҡ, алға табан барайыҡ! (ҡыңғырауҙы шылтырата)



Диңгеҙ көйө ишетелә.


Капитан: Иғтибар! Алдыбыҙҙа Хыял диңгеҙе! Һеҙгә хыялланып алырға тәҡдим итәм.


Нисек итеп был тормошта

Тура юлдан барырға

Бер ерҙә лә абынмайса

Дөрөҫ юлды табырға

  1. Мин табиб һөнәрен күптән

Уйлап торам һайларға.

Күрһәтермен тиҙ ярҙам

Ололарға, балаларға


  1. Хәрби хеҙмәт минең өсөн

Бәлки, булам осоусы

Күк йөҙөндә һеҙҙе һаҡлап

Һауаларҙы ҡосоусы.

  1. Балерина һәм йырҙы

Минең күптәнге хыялым

Матур кейемдә кейеп

Сығыш яһарға уйлайым


  1. Рәссам булырға теләйем

Һүрәттөшөрөү күңелле.

Бөйөк рәссамдар кеүек

Тоям һәр саҡ үҙемде

  1. Ә минең үҙ хыялым,

Тәрбиәсе булырға

Балаларҙы өйрәтермен

Илгә тоғро булырға.

Алып барыусы: бик яҡшы балалар. Барығыҙ ҙа үҙ хыялығыҙ менән йәшәйһегеҙ. Ә хәҙер бергәләп уйнап алайыҡ.

Мин кем булам” уйыны

(Түңәрәк буйлап карточкалар һалына. Карточканың артына һөнәрҙәр төшөрөлгән. Музыка аҫтында бейейҙәр көй туҡтауға карточка алалар һәм киләсәккә һөнәр һайлайҙар).

Алып барыусы: Балалар, беҙ бөгөн һөнәр һайлап уйнгап ҡына алдыҡ, ә тормошта үҙ һөрәрегеҙҙе һәр берегеҙ үҙаллы һайлар.

Йыр

Һеҙ бөгөн әле бәләкә балалар, балалар баҡсаһы менән хушлашаһығыҙ. Әммә уҡытыусы, банкир хатта президент ҡасандыр тәүге тапҡыр мәктәпкә барған. Һеҙҙең арала ла тыуған илебеҙ өсөн кәрәкле табибтар, уҡытыусылар, төҙөүселәр бәлки президенттар ҙа ултыралыр.


Капитан: Беҙҙеү корабль тағы юлын дауам итә. Әҙерләнегеҙ. Тулҡындар шаярып беҙҙе алға әйҙәй. Арыу ғына юл үттек. Диңгеҙ тымды, бик тыныс (биноклгә ҡарай)

Турала Музыкаль утрау күрәм Әммә унда етеүе еңел түгел. Һорауға яап бирергә кәрәк

  • Нисә нота була

  • Ете

Ҡыҙар металлофон менән сыға

Ҡыҙҙар: Оркестр менән сығыш яһап һеҙҙе ҡыуандырайыҡ әле.


Оркестр «Баллада Аделины» Ф.Дюваль

Ҡыҙыҡай:

Бик күп бейеүҙәр өйрәндек

Рок-н –рол һәм хоровод.

Еңелсә вальс, буги-вуги

Тик торорға теләк юҡ.

Егеттәребеҙ ҙә оҫта

Әйҙә сәхнәгә, ҡурҡма


Малайҙар бейеүе

Звуковой эффект.

Алып барыусы: был ни булды? Кораблдең нимәһелер боҙолдо.

Капитан: (биноклгә ҡарай): Яңы утрау күрәм

Музыка ишетелә Бер һәм Ике, Ошаҡсы күренә, сумаҙан тотҡандар

Музыка, вбегают Кол, Двойка и Ябедка с чемоданом, можно с тележкой….

Ике: Тиҙерәк, тиҙерәк, кораблгә һуңлайбыҙ

Бер: Өлгөрөрбеҙ. Бына бит өлгөрҙөк.

Ике: Һуңлай яҙҙың һинең өсөн. Өлгөрәбеҙ – өлгөрәбеҙ.

Бер: Өлгөрҙөк бит инде

Алып барыусыБеҙҙең кораблгә ултырырға теләүселәр бар түгелме? Һаумыһығыҙ!? Бәлки үҙегеҙ менән таныштырырһығыҙ.

Ике: Таныш? Нимә тейһең?

Алып барыусы:  Үҙегеҙ менән беҙҙе таныштырығыҙ тием

Бер:  Таныш? Нисек?

Алып барыусы:  Әйҙә танышайыҡ

Ике: Ә!!!! Шулай тигеҙ …Атыу таныш, таныш!!! Беҙ ялҡауҙар! Ошо утрауҙа йәшәйбеҙ! Мин- ике!

Бер:  Ә мин бер!

Ике: Ә бына беҙҙең ошаҡсы ла килә. Миңә бөтә нәмәне һөйләй, ошаҡлай, тикшереп тора.

Бер :  Алдап та ебәрә үҙе

 (Ошаҡсы ручка, блокнот тотоп, бинокль аҫып йүгереп килеп инә, балларҙы ҡарай) Балаларҙы ҡурҡыта

Ошаҡсы:  - бөтәһен дә яҙып алам, бөтәһен дә һөйләйем
         (Музыка етәксеһе янына йүгереп килә,аптырап ҡарай)

Ошаҡсы:   Йырларға насар өйрәтәһегеҙ.!
        (тәрбиәселәргә)

Ябеда:  - Насар тәрбиәләйһегеҙ!
       (ата әсәләргә)

Ябеда:  -  әҙ аҡса эшләйһегеҙ. Аҡса эшләү юлын бөтөнләй белмәйһегеҙ.
       
Ябеда:   бөтәгеҙ тураһында ла яҙыпалдым. Бөтәгеҙ тураһында ла һөйләйәсәкмен. Хужаларға барыһын да еткерермен! Ошаҡлай тип уйламағыҙ, бик ҡыуанып эшемде башҡарам.

Алып барыусы Аңлашылды. Беҙҙең корабль белем Иленә юллана, ә һеҙгә ҡайҙа барырға кәрәк?

Ике: беҙгә лә шунда. Үҙебеҙҙең мәктәпкә уҡыусылар йыйырға барабыҙ. Беҙ кораблгә дөрөҫ ултырҙыҡ.
Алып барыусы:   знаю Белмәйем- белмәйем һеҙҙең менән уҡырға теләүселәр булырмы икән?

Бер: беҙ Ике менә коп нәмәгә үйрәтә беләбеҙ.Дәфтәрҙе бысратыу, китап йытыу. Хатта портфель менән футбол уйнау. Аяҡ менән бер тибеп ебәрһән – гол!

Ике: Дөп дөрөҫ. Тағы дәрестән ҡасыу. Хатта күп икеләр булған дневникты дуҫтарға биреп ҡайтарып әсәләрен ҡурҡытыу. Уҡытыусының сумкаһына баҡа һалһаң иң ҡыҙығы. Кем беҙҙең мәктәптә уҡырға теләй?

Ошаҡсы: Ә уларҙан кем һорап тора!  Әйтелгән икән ялҡауҙар утрауына тип бөтәһе лә шунда юллана. Беҙгә тиҙ арала ялҡауҙар класы йыйырға кәрәк.

Кастинг иғлан итәм.

Ултырғысҡа менә һәм ҡысҡыра:
КАСТИНГ! Класс йыйыу – дөрөҫөн әйткәндә ! Номеры булмаған мәктәпкә кем теләй барырға? Бушлай!! (балаларға аптырап ҡарай) теләүселәр юҡмы ни?

Бер: Ҡайғырмағыҙ. Беҙҙең утрауҙа мәңгелек бәхетле тормош!

Ошаҡсы: Әсәйҙәр балалрығыҙ беҙҙең менән барырға теләмәй.

Ике:Теләй- теләмәй. Теләмәһәләр һорап та тормайбыҙ, белмәһәләр – өйрәтербеҙ. Ә беҙ уларҙы тикшереп ҡарайыҡ  Бына бында бик күп билдәләр кем күбәрәк икеләр, берҙәр йыя шул беҙҙең менән бара


Билдәләр йый” уйыны

(балалар, күҙҙәре бәйләнгән килеш иҙәндә ятҡан картон билдәләр йыя. Ике уларға ипләп кенә үҙенең билдәләрен һала).

Ике: Бик шәпһегеҙ, кәрәкле билдәләрҙе генә йыйып алдығыҙ. Йә балалар, беҙҙең утрауға барабыҙмы?

Бер:  Беҙ һеҙҙе тәрбиәләрбеҙ, тырышырбыҙ. Ризаһығыҙмы?


Алып барыусы:  Балалар уларҙы тыңламағыҙ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең утрауығыҙға ҡайтығыҙ. Беҙҙең балаларыбыҙ бөгөн балалар баҡсаһы менән хушлашып ысын, яҡшы мәктәпкә барырға теләйҙәр.

Ике: Тәк, мин аңлап етмәнем! Кастингта бер бала ла йыйманыҡмы ни үҙебеҙҙең мәктәпкә?



Ошаҡсы: Ошо иҫке балалр менән ҡалабыҙмы инде? ( коляскала ялбыр, бысраҡ яланғас ҡурсаҡтар алып сыға)

Ике:Туҡта әле!!! Бында минең балаларҙың яртыһы ла юҡ Ҡайҙа теге уйынсыҡтарын, бар нәмәһен ташлап йөрөгән һәпрә ҡыҙ?  Текге илаҡ, битенә сөгөлдәр һылар бөткәне ҡайҙа.? Һәптән дә күренмәй, Ә минең яратҡан алдаҡсы малай ҡайҙа. Бер (уҫал итеп) барлыҡ баллары төшөрөп ҡалдырып бөткәнһең? Тиҙ генә барыһы да алып ҡайт та йыуындырып ашатып йоҡларға һал. Йоҡлар алдынан телевизор йә компьютер тоҡандырырға онотма.

Бер : Йәнһүрәттәрме?? 
Ике:Шулай булмаһа ярар ине. Йәнһүрәттәр яҡшы балалар өсөн ә беҙгә ҡурҡыныс ужастиктар, төрлө шоуҙар (Бер колясканы этеп сығып китә. Ике уйлап тора)
Двойка: Ҡарағыҙ үҙенә, бөтә балалрҙы юғалтып бөткән.Ярай әле Ошаҡсым ҡалған (уны ҡосаҡлай). Бер бер инде Бер ңҙем балалрҙы ла тәрбиәләйем, бөтә ергә лә өлгөрәм, наказать итеп тә өлгөрәм, барлыҡ насарлыҡтарға өйрәтәм, уларҙы тупой итеүе анһат түгел Бер һин ҡайҙа булдың, әллә үҙең дә йоҡлап киттеңме?

Бер:  Бөтөһен дә һеҙ әйткәнсә эшләнем йыуындырҙым, йоҡларға һалдым, ҡулдарына пульт тотторҙом, күңүел асалар.

Ике:  Ярай ярай!!! Сер итеп кенә әйтәйем, һуңғы арала үҙемдең дә хәтер яҡшынан түгел, бөтә нәмәне онотоп барам. Ике икәнемде генә онотҡан юҡ. Беҙ бында нимәгә килдек әле? Двойка я всё-таки….

Ошаҡсы: Үҙебеҙҙең мәктәпкә күберәк ялҡау, уҡырға теләмәгән балалар йыйырға килдек бит, ә улар беҙгә барырға теләмәйҙәр.

Ике: Ысын барғығыҙ килмәйме? (нет) Ҡарағыҙ әле уларға! Беҙҙең иҫ киткес мәктәптән дә баш тартыусылар бар икән. Әсәләренән, атайҙарынан һорайым әле, улар мәктәптә ниндәй билдәләр алып йөрөгәндәр икән?

Ата-әәсәләр: Биш! Дүрт!

Бер: Әйе! Алты! Ете!  

Ике Ҡарағыҙсы уларға, ҡалай аҡыллы булып ултырған булалар. Беҙ тағы килербеҙ әле, һеҙгә кәрәгебеҙ тейер. Әйҙә бер дуҫ ҡайттыҡ.

Ошаҡсы Ә мин һеҙҙең турала барыһына ла һөйләрмен Музыка аҫтында сығалар)

Алып барыусы:  : Балалар, Белем иле беҙҙе көҙ көнө ҡаршылар. Ә беҙгә балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт етте. Капитан курсты үҙгәрт !

Капитан: Беҙ юлыбыҙҙы дауам итәйек. Беҙҙең тылсымлы пароход беҙҙе кире балалар баҡсаһына илтер. Урындарҙы алайыҡ, алға табан барайыҡ! (ҡыңғырауҙы шылтырата)


Алып барыусы: Матур йырҙар йырлап уйнанығыҙ. Әммә хушлашыр ваҡыт та етте. Хәҙер инде һеҙгә балалар Белем иленең алыҫ ярҙарына табан йөҙөргә кәрәк буласаҡ.

Балаларҙың рәхмәт шиғырҙар

Йыр «Воспитательницы наши»

Алып барыусы:Рәхмәт балалар, матур йыр өсөн. Бына ҡайтып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әйҙәгеҙ капитанға рәхмәт әйтәйек. Бик күңелле сәйәхәт булды.

Балалар: Рәхмәт

Капитан: Ҡыҙҙар һәм малайҙар, һеҙҙе изге юл саҡыра. Белем баҫҡысын ышаныслы үтегеҙ. Һеҙҙең юлвығыҙҙа тик аҡыллы китаптар, мәрхәмәтле дуҫтар осраһын.

Капитан сыға

Алып барыусы: балалар портта ата-әсәләргеҙҙе күрәм. Белем илендә лә улар һеҙҙең иң яҡын кәңәшсегеҙ булыр.

Бер әсәй улы менән сыға

Әсәй:

Балаҡайым бөгөн һин баҡсанан

Ҙурайып өйгә ҡайтыһың

Һурайырға күптән теләнең

Тормошҡа ашты һинең теләгең.

Һинең өсөн һәр саҡ ғорурланып

Йәшәрбеҙ атайың менән

Ишетәһеңме, ҡоштар тауышын

Һине ҡотлаға килгән.

Ағастар бөрөһөн аса,

Үләндәр ҙә йәшәрә.
Бәхетле, тырыш булып

Теләй улар һиңә йәшәргә

Ҡояш та бит күк йөҙөндә

Ҡарай һиңә генә туралап.

Ҡайҙа ҡына йөрөһәң дә

Торормон ит һине ҡурсалап.

Ә был баҡсала тағы ла

Кескәй балалар йөрөр

Ҡом тауында хыял менән

Киләсәкте лә күрер.

Ышаныслы атла улым

Бир ҙә миңә йылы ҡулың.

Алып барыусы:

Ваҡыт үтә балалар үҫә

Сығарылыш көнө етә.

Атай, әсәйҙәр янында

Торомош та күңелле үтә.

Әйҙәгеҙ әсәйҙәргә, атайҙарға рәхмәт әйтеп ҡул сабып алайыҡ.

Ә хәҙер ата-әсәйҙәрҙе тикшереп ҡарайым әле, улар мәктәпкә әҙерме икән?

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр мин һеҙгә һорауҙар бирәм ә һеҙ яуабын эҙләгеҙ:

1.”Яңы өй, яңы кәритә, дворянство һатам” Был иғланды ниндәй әкиәт геройы биргән икән? (“Алтын балыҡ” әкиәтенән әбей)

2. “Алтын йомортҡалар һатам Ҡыйбат” (Сыбар тауыҡ).

3. “Өләсәйегеҙгә бәлеш ташый алам” (Ҡыҙыл ҡалпаҡ)

4. Ветеринар хеҙмәтен алып барам. Ерҙең бөтә нөктәләренә лә тиҙ барып етә алам. (Айболит)

Һеҙ балаларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирергә әҙерме?

Улайһа тикшерәйек.

  1. Нимәне әҙерләп була, әммә ашап булмай (дәрес)

  2. Ниндәй бәпәй мыйыҡ менән тыуа (бесәй)

  3. Ниндәй ҡул менән сәйҙе болғау яҡшыраҡ (ҡалаҡ менән)

  4. Һыуҙан ниндәй ҡойроҡ күренеп тора (һыу ҡойроҡ)

  5. Ике таяҡтың нисә осо (дүрт)

Алып барыусы: Афарин барығыҙ ҙа балалар менән беренсе синыфҡа барырға әҙер икән.

Балалар шиғырҙар һөйләйҙәр


Йыр

Алып барыусы: беҙ бөгөн балаларҙы мәктәпкә оҙатабыҙ. Балаларҙы баҡса вальсына саҡырабыҙ.

Баҡса вальсы

Алып барыусы:Тормошоғоҙҙа тәүге ҡаҙаныш өсөн дипломдар тапшырыу ваҡыты етте. Һүҙҙе бабаалар баҡсаһы мөдире Т. Хәләф ҡыҙына бирәйек.

Дипломдар бүләктәр тапшырыу

Алып барыусы: Ата-әсәләрҙең дә бөгөн әйте:р һүҙәре бар.
Ата-әсәләр сығышы

Алып барыусы: Ә хәҙер барығыҙҙы ла теләктәр әйтеп шарҡар осорорға урамға саҡырабыҙ.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Выпускной утренник "Кораблик детства"

Автор: Кунакбаева Гульназира Робертовна

Дата: 20.09.2015

Номер свидетельства: 232013

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(95) "Выпускной утренник "Кораблик детства тихо уплывает""
    ["seo_title"] => string(48) "vypusknoiutriennikkorablikdietstvatikhouplyvaiet"
    ["file_id"] => string(6) "335076"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1466153375"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(91) "Сценарий выпускного утренника "Кораблик детства.""
    ["seo_title"] => string(51) "stsienarii_vypusknogho_utriennika_korablik_dietstva"
    ["file_id"] => string(6) "471507"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1527620333"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(96) "Сценарий выпускного бала " До свиданья, детский сад!" "
    ["seo_title"] => string(53) "stsienarii-vypusknogho-bala-do-svidan-ia-dietskii-sad"
    ["file_id"] => string(6) "219695"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1434344855"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(63) "Утренник "Прощай, начальная школа ""
    ["seo_title"] => string(38) "utriennik_proshchai_nachal_naia_shkola"
    ["file_id"] => string(6) "346302"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1474995244"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства