kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Уйын-ярыш «Тел бәйгеһе»

Нажмите, чтобы узнать подробности

Викторина о родном языке. Дети закрепляютзнание о Башкортостане.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Уйын-ярыш «Тел бәйгеһе»»

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ЯҢАУЫЛ ҠАЛАҺЫ 9-СЫ ҺАНЛЫ «МИЛӘШКӘЙ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ














Әҙерлек төркөмөндә

белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу

уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына










Тәрбиәсе:

Г.Ә.Абдуллина












Яңауыл 2020

Маҡсат

–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

Белем биреү: туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү;

Үҫтереү: балаларға ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә белеүҙе үҫтереү, диалогик һәм монологик һүҙбәйләнеште ҡулланырға өйрәтеү;

Тәрбиәүи: балаларҙа һүҙлек ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, туған телгә һөйөү, арҙаҡлы шәхестәргә ихтирам тәрбиәләү.




Йыһазландырыу: плакаттар, карточкалар, ҡара мискә, ҡыңғырау.









































Һаумыһығыҙ, балалар, тәрбиәселәр, конкурста ҡатнашыусылар.

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса викторинабыҙҙы башлайбыҙ. Ошо конкурста өс команда ҡатнашасаҡ- тиктормаҫтар, ҡайын еләге һәм тылсымлы сәскә төркөмдәре. Был уйынды бик хөрмәтле жюри хөкөм итә. Баш судья –Светлана Зөфәр ҡыҙы Сәхәува. Уның ярҙамсылары: Динара Таһир ҡыҙы Йосопова, Венера Нәжи ҡыҙы Солтанова ,Гөлнара Нәсим ҡыҙы Ғәлиева

Әйҙәгеҙ рәхим итегеҙ.

Беренсе бирем. Һәр бер командаға һорауҙар бирелә, яуаптарҙы тик ҡатнашыусылар ғына бирергә тейеш. Кемдең командаһы яуап таба ҡыңғырау шылтырата.

Ғаилә тураһында һорауҙар.

-Әсәйеңдең әсәһе һиңә кем була? (Өләсәй)

-Атайымдың атаһы һиңә кем була? (Олатай)

-Атай, әсәй, апай, ағай, ҡустым, һеңлем бер һүҙ менән был һүҙҙәрҙе нисек әйтергә мөмкин? (Ғаилә)


Жури ағзалары мәрәйҙәрҙе яҙып барығыҙ.


Тәрбиәсе:

-Телде, ирендәрҙе уйнатып, матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.


-ға-ға-ға-әйҙә киттек урманға,

-шә-шә-шә-урманда еләк бешә.

-ле-ле-ле-ауыҙ итәйек әле,

-ге-ге-ге-ниндәй тәмле еләге.


-Хәҙер шиғыр ярҙамында, тән өлөштәрен күрһәтергә кәрәк:


Бына-минең танауым,

Күҙем,ҡашым, ҡолағым,

Был минең башым.

Бар минең ике ҡулым,

Бар минең ике аяҡ.

Бер ҡулда биш бармаҡ,

Бер, ике, өс, дүрт, биш,

Алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун.

Ике ҡулымда ун бармаҡ.


Афарин, балалар.Тел төҙәткестәрҙе матур итеп башҡарҙыҡ.



Икенсе бирем. Ҡалабыҙ тураһында һорауҙар.

-Беҙҙең ҡалабыҙ нисек атала? (Яңауыл)

-Беҙҙең балалар баҡсаһы ниндәй адрес буйынса урнашҡан? (Еңеү урамы етмеш дүртсе йорт адресы буйынса урнашҡан)

-Ҡалабыҙҙа ниндәй милләт кешеләре йәшәй? (Башҡорт, татар, марый, удмурт, чыуаш, урыс һәм башҡа милләт кешеләре)

-Һәр-бер командаға киҫелгән һүрәттәр бирелә, шуларҙы йыярға кәрәк. -Улда милли кейем төшөрөлгән. Йыйып тамамлағас, нинди милләт һүрәтләнгәнен әйтергә кәрәк.


Жури ағзалары мәрәйҙәрҙе яҙып барығыҙ.


Йомаҡ әйтәм, тыңлағыҙ әле.


Күпте күргән -күҙе юҡ,

Бер кемдән дә сере юҡ.

Ауыҙы бар -күҙе юҡ,

Тауышы бар-теле юҡ.


-Дөрөҫ, балалар, был ҡурай. Ҡурайҙы күрһәтә. Уйын ҡоралы. Беләһегеҙме, уны бит үләндән яһайҙар.

-Нисек?

Тәрбиәсе:

Ҡурай үләндән эшләнә. Үләндең ике осон ҡырҡып, трубка (оҙон нәҙек торба) яһайҙар. Ҡурайҙың эсе буш, тишектәре бар. Ҡурайҙы ауыҙға алып, эсенә өрәләр, ә бармаҡтар менән тишектәренә бер-бер артлы баҫалар. (Күрһәтә.) Шулай көй сыға. Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон булырға тейеш. Уның өсөн көндә күнекмәләр эшләү кәрәк. Бына шулай: эскә танау аша тын алабыҙ ҙа, ауыҙҙан һауаны, оҙаҡ итеп сығарабыҙ. (Тәүҙә үҙе күрһәтә, аҙаҡ балалар ҡабатлайҙар.)


-Ҡыҙыҡ, эйе бит.



-Радель беҙгә шиғыр һөйләп күрһәтә.


Эй, ҡурайым, ҡурайым,

Үҫтең һин бейеҡ тауҙа.

һайрай унда һандуғас,

Бытбылдыҡ та, турғай ҙа.

Йырла һин үткән тауҙар

Моңға тулғансы,

Тыңларбыҙ иртә-кисен,

ғүмер буйы, туйғансы.




«Ҡурай» уйынын уйнап алайыҡ.


Ҡурай беҙҙе саҡыра,

Түңәрәккә баҫырға.

Һин ҡурай уйна дәртлерәк, моңнораҡ,

Кемдәр матур бейей баҫһын нығыраҡ.

Афарин, балалар.


Осонсо бирем. Башҡортостан тураһында һорауҙар.


-Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән? ( ҡурай сәскәһе)

-Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә? ( күк, аҡ, йәшел.)

-Башҡортостан гербында ниндәй батыр һүрәтләнгән? ( Салауат батыр)

-Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы? ( Өфө )

-Башҡорт алфавитында нисә хәреф? ( 42 )

-Башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы? ( ҡурай )

- Һеҙгә төрлө төҫтә ҡағыҙ киҫәге бирелгән. Һеҙ Башҡортостан флагын дөрөҫ итеп төҙөргә тейешһегеҙ. Онотмағыҙ ҡыңғырауҙы шылтыратырға.


Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙҙең бәйгебеҙ тамам.

Командалар ярышы

калдыра беҙҙе хайран,

тик хөрмәтле ҡунаҡтар һәм балалар,

иртәгә түгел шул байрам,

шуға күрә ошо ерҙә

уйынды туҡтатабыҙ.

Кемдәр 1-се урынды алғанын Жюри әйтер.

Һүҙ Жюригә бирелә.

Жюри:…

Алып барыусы: Барығыҙға ла рәхмәт. Һаубулығыҙ.














Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Уйын-ярыш «Тел бәйгеһе»

Автор: Абдуллина Гульназ Альфировна

Дата: 08.11.2022

Номер свидетельства: 616933


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства