kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий утренника на праздник мам

Нажмите, чтобы узнать подробности

Беҙ яҙҙы эҙләйбеҙ

Музыка аҫтында балалар залға инәләр,ярым түңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы:

Ниңә бөгөн бөтә ерҙә

Сәскәләр балҡый беҙҙә

Ниңә ҡояш көлөп ҡарай

Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!

Бала:

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе әсәйҙәр

Көләс йөҙлө өләсәйҙәр

Эштә уңған апайҙар

Һигеҙенсе март менән!
Бала:

С днем 8 марта!

Праздником весенним!

С радостным волненьем

В этот светлый час!

Дорогие наши,

Добрые, хорошие,

С днем 8 марта

Поздравляем Вас!

Бала:

Мин әсәйемде яратам

Ул да мине ярата

Бүләк итеп йыр сығарҙым
Әсәйем тураһында.
Йыр “Әсәйҙәр  байрамы”

(Балалар ултыралар)

Алып барыусы:

Күңелдәргә шиңмәҫ нурҙар тула

Яҙ байрамы булған өсөн ме

Иңҡәҙерле итеп ҡабатлайым

“Әсә” – тигән бөйөк исемде.

Хөрмәтле әсәйҙәр, тик  һеҙҙең өсөн  ҡыҙҙар  башҡарыуында бейеү

Бейеү “Күбәләк”

Залға йүгерепФиксик Симка  килеп инә.

Фиксик Симка: Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Яҙҙың беренсе байрамы  менән.Ә тышта һаман да һыуыҡ уф өшөнөм.

Алып барыусы:

Һипкелкәй ә һин ҡайҙан киләһең?

Фиксик Симка:: Ҡайҙан, ҡайҙан. Яҙһылыуҙы мин эҙләйем.Димычҡа ярҙам итер кәрәк бит,ул яҙҙы көтә.Бына бында күңелле тауыштар ишеттем дә килеп индем.

Ә-ә-ә.(Илай)

Алып барыусы:

Нимә булып китте, нимәгә илайһың һуң.

Фиксик Симка:: Нимә-нимә,Яҙһылыуҙы тиҙерәк тапҡым килә.

Алып барыусы:

Юҡҡа илама Фиксик,оҙаҡламай беҙҙең шат йырҙарҙы, дәртле бейеүҙәребеҙҙе ишетеп Яҙһылыу үҙе лә килеп етер.Бөгөн бит әсәйҙәрҙең генә байрамы түгел,тағы ла кемдәрҙең байрамы әле  балалар?Симкабәлки һин беләһеңдер?

Бергә: Апайҙарҙың,ҡыҙҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең байрамы.

Алып барыусы:

Балалар әйҙәгеҙ өләсәйҙәрҙе лә байрам менәнҡотлап үтәйек.

Шиғырҙар өләсәй тураһында.

Бала:

Өләсәйҙе яратам мин

Әсәйемдеңәсәһен

Әлләҡайҙан белеп торам

Ҡунаҡҡа киләсәген

Өләсәйем  килеп инһә

Хатта гөлдәр көлөшә

Хуш киләһең, әйҙүк тием

Гүйә хәлен белешә

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий утренника на праздник мам»

Әсәйем берҙән – берем”

Күңелле көй яңғырай.Өс малай залға йүгерешеп уйнай – уйнай инәләр , береһенең ҡулында нимәлер бар.

Малай : Нимә ул ҡулыңда?

Малай: Күрһәт инде

Малай: Йә инде күрһәт.

Малай:Күрһәтмәйем,был беҙҙең яратҡан әсәйҙәргә бүләк.Бөгөн бит әсәйҙәрҙең , өләсәйҙәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың байрамы.

Малай : Улай булғас әйҙәгеҙ байрамға беҙ үҙебеҙҙең иптәштәребеҙҙе саҡырайыҡ.

Малай : Әйҙәгеҙ алҡышлап беҙҙең дуҫтарыбыҙҙы саҡырайыҡ.Ҡаршы алығыҙ.

(Көй уйнай,балалар залға инәләр.)

Алып барыусы:Һаумыһығыҙғәзиз әсәләр, һылыу ҡыҙҙар, һөйкөмлөөләсәйҙәр!

Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

Был донъяның таймаҫ терәге

Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

Бөтә кешелектең йөрәге.

Алып барыусы:Әсәй! Ошо һүҙҙе ишетеү менән күңелдәр яҡтырып китә. Шатлыҡ булһын мы, ҡыйын булһын мы беҙ һәр саҡ иң беренсе әсәйгә киләбеҙ. Әсәй, ул йыуата ла ала, кәңәш бирә лә ала. Ул иң ышаныслы кеше донъяла.

Алып барыусы:Бөгөнгө байрамыбыҙ ҡәҙерлеләрҙән – ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән – ғәзиз әсәйҙәребеҙгә бағышлана. Ниндәй мәрхәмәтле, изге йөрәкле ул әсә! Һин бишектә ятҡанда тау саҡлы мәшәҡәт сиккән кеше ул – һинең әсәйең. Иң беренсе һүҙҙе әйтергә, тәпәй баҫырға өйрәткән кеше ул. Һаҡлаусы, яҡлаусы, йыуатыусы, дәрт биреүсе лә әсә.

Алып барыусы:

Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ

Шат бейеүҙәр матур йырҙар

Шиғырҙар һәм уйындар

Һеҙгә тип әҙерләнек.

Йыр “Әсәйемдең байрамы”

(Балалар ултыралар).

Алып барыусы:Бөтә балаларҙың да теле әсәй тигән һүҙҙән асыла. Әсәһенең күкрәк һөтөн имеп, уның йөрәк йылыһын, һөйөүен татып үҫкән баланан да бәхетле бала юҡтыр.

Шиғырҙар

Алып барыусы:

Матур кейемдәрен кейеп

Сыҡтылар уртаға бейеп

Аяҡтары тик тормай

Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Бейеү “Дуҫлыҡ

Алып барыусы:

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын

Юлдаш булһын ҙур – ҙур уңыштар

Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар

Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Алып барыусы:

Оҙаҡ – оҙаҡ йәшәгеҙһеҙ ерҙә

Яҡты нурын һибеп донъяға.

Беҙ бәхетле әгәр эргәбеҙҙә

Һеҙ иҫән – һау ғына булғанда.

Алып барыусы:Әсәйҙәр тураһында күпме йырҙар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, әйтемдәр бар. Әйҙәгеҙ мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп әйтеп китәйек.

Әсә - өйгә нур сәсә.

Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала.

Әсәй өйҙә - ҡот өйҙә.

Әсә ҡулы алтын.

Әсәле бала – иркәле бала.

(Карлсон килеп инә. Ҡулына ҙур кәнфит тотҡан)

Карлсон. Һаумыһыыҙ балалар! Мин һеҙҙең шундай матур итеп уйнап, йырлап бейегәнегеҙҙе ҡыйыҡ башынан ҡарап ултырҙым да, түҙмәнем, килеп еттем. Тик минең бер һорауым ғына бар, ниндәй байрам ды байрам итәгеҙ?

Алып барыусы: Нисек инде, ниндәй байрам, 8 март – әсәйҙәр байрамы!

Карлсон. Әәәәә, шулай тип уйлағайным да ул, тик әллә яңылышам микән әллә тип кенә һораным. Мин ҡыйыҡ башында ултырғанда, бииик матур итеп йырлай инегеҙ, әллә тағы ла йырлап күрһәтәгеҙ ме?

Алып барыусы:Булдырабыҙ беҙ уны, һин ошонда ултырып тор. (карсон ултыра)

Алып барыусы:

Күңелдәргә шиңмәҫ нурҙар тула

Яҙ байрамы булған өсөн ме

Иңҡәҙерле итеп ҡабатлайым

“Әсә” – тигән бөйөк исемде.

Хөрмәтле әсәйҙәр, тик һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында

Йыр “Мамочка моя” (русса)

Карлсон. Был йырҙы тыңлап ултырғас, минең дә йырлағы килеп китте әле. Әллә берҙе үҙемдә йырлап ишеттерәйем ме.

Алып барыусы:Йә, йырлап ҡара

Карлсон. Байрамға, байрамға килдем мин

Ля – ля – ля – ля-

Ҡотлайым байрам менән

Ля – ля – ля – ля-

Шунан нисек, матур йырлайым мы? былай үҙемсә килештерегә тырыштым инде.

Алып барыусы:Афарин Карсон, күберәк ҡыйыҡ башында түгел, ә балалар баҡсаһына йөрөһәң, һинән бик шәп йырсы сығасаҡ.

Карлсон. Эйе ме. Ҡалай һеҙ мине ҡыуандырҙығыҙ. Улайһа, мин ни бик матур уйын да беләм ул, байрам булғас, байрам булһын, әйҙәгеҙ балалар уйнап алайыҡ.

Уйын “Өй йыйыштырыу”

(тупты щетка менән савокка һалыу һәм кәрзингә һалыу)

Алып барыусы:Рәхмәт Карлсон.

Һеҙ килгәнһегәҙ был доңъяға

Йөрөр өсөн таңдар аттырып

Йылмайғанда һеҙүтәнән-үтә

Күренәһегеҙһеҙ беҙгә яҡтыраҡ

Йыр “Бәхет өсөн”

Карсон. Мин бында уйлап ултырҙым да, мин әллә әсәйҙәрҙе лә уйнатып алайым мы?

Алып барыусы:Була инде, бик шәп булыр ине.

Карлсон. Ундай рөхсәт биргәстәр, хәҙер мин уны

Уйын “Күңелле бейеү”

(биш милләт төр бейеүен бер көйгә бейейҙәр)

Алып барыусы:

Ниндәй рәхәт байрам көндә

Ҡояштай балҡый бүлмә

Күбәләктәй осоп ҡына

Бейейбеҙ бергә-бергә.

Бейеү “Дуҫлыҡ”

Алып барыусы:Әсәй, әсәкәйем! Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис йәшерелгән. Әсәй тигән һүҙҙе ишетеү менән күңелдәр йылынып китә.

Хөрмәтле әсәйҙәр, тик һеҙҙең өсөн байрам бүләге булып балалар башҡарыуында

Бейеү “Морячка”

Карлсон. Афарин балалар, минең тағы бер тәмле генә уйыным бар ине, әйҙәгеҙ шуны уйнап алайыҡ.Әсәйҙәр һеҙҙе көндә тәмле аштар менән һыйлай,һеҙ тәмлекәстәр яратаһығыҙмы икән?Быны белер өсөн миңә уйыным ярҙам итер.

Уйын “Эх тәмле”

(Түңәрәккә торалар. Тәмлекәстәр әйтһә – ҡулдарҙы өҫкә күтәреп сәпәкәйләйҙәр, әсене әйтһә – тыпырлайҙар.)

Алып барыусы:Рәхмәт карлсон.

Карлсон. Төрлө – төрлө тәмлекәстәр

Күстәнәстәр алып килдем

Яратҡан балаларыма тип

Бүләк итеп бирермен

(Карлсон балаларға тотоп килгән ҙур кәнфитен бүләк итә)

Ә инде миңә китергә ваҡыт, тегендә ҡыйыҡ башында, минең дуҫтарым, ҡоштар көтөп ултыра, уларға ашыға һалайым. Ә һеҙҙе, әсәйҙәр, барығыҙ ҙы ла яҙҙың күркәм беренсе байрамы менән ҡотлайым. Күңелдәрегеҙ шат, йөрәгегеҙ бәхетле булһын. Һау булығыҙ!

(Карлсон сығып китә)

Алып барыусы:

Рәхим ит! – тип ҡаршылайбыҙ,

Яғымлы, ҡояшлы ай.

Бөгөн әсәйҙәр йөҙөндә

Балҡый ҡояш, балҡый ай.

Алып барыусы:

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

Һәр саҡ хөрмәт итәбеҙ

Байрам һайын беҙ уларға

Йырҙар бүләк итәбеҙ

Йыр “Иң матур йыр”

Алып барыусы:Әсәй!

Оҙон – оҙаҡ йәшәһин ерҙә

Яҡты нурын һибеп донъяға.

Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә

Һин иҫән – һау ғына булғанда.

Алып барыусы:Әсәй!

Ырыҫ бәхет һиңә юлдаш булһын

Күтәреңке булһын күңелең

Һаулыҡ – шатлыҡ, именлектә генә

Гөрләп үтһен һинең ғүмерең.

Алып барыусы:Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеҙҙе тағы ла берҙе яҙҙың тәүге байрамы 8 март менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә именлек, һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм аҡ бәхеттәр теләп ҡалабыҙ. Ә инде әсәйҙәрҙе һәм өләсәйҙәрҙе төркөмгә Карлсондың күстәнәсе менән сәй эсергә,әсәйҙәрҙе үҙебеҙҙең бүләктәребеҙҙе тапшырырға саҡырабыҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сценарий утренника на праздник мам

Автор: Асылбаева Мавлида Ахметовна

Дата: 15.03.2017

Номер свидетельства: 400640

Похожие файлы

object(ArrayObject)#861 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(89) "Сценарий утренника  «Праздник мужества и чести» "
    ["seo_title"] => string(51) "stsienarii-utriennika-prazdnik-muzhiestva-i-chiesti"
    ["file_id"] => string(6) "199030"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428504981"
  }
}
object(ArrayObject)#883 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(129) "Сценарий утренника  "Женский день - 8 Марта" в младшей группе "Смешарики""
    ["seo_title"] => string(77) "stsienarii-utriennika-zhienskii-dien-8-marta-v-mladshiei-ghruppie-smieshariki"
    ["file_id"] => string(6) "312134"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1459312344"
  }
}
object(ArrayObject)#861 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(74) "Сценариий утренника посвященный 8 марта "
    ["seo_title"] => string(47) "stsienariii-utriennika-posviashchiennyi-8-marta"
    ["file_id"] => string(6) "187396"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1426511571"
  }
}
object(ArrayObject)#883 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(72) "Сценарий утренника посвященный 8 марта "
    ["seo_title"] => string(46) "stsienarii-utriennika-posviashchiennyi-8-marta"
    ["file_id"] => string(6) "187507"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1426522884"
  }
}
object(ArrayObject)#861 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(113) "Сценарий утренника  «Милую мамочку с праздником   поздравим!» "
    ["seo_title"] => string(60) "stsienarii-utriennika-miluiu-mamochku-s-prazdnikom-pozdravim"
    ["file_id"] => string(6) "209184"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1431055290"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства