kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий утренника "Наш любимый детский сад !"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий утренника посвященный к выпускному балу "Наш любимый детский сад!"Сценарий соответствует ФГОС.

Балалы? мен?н хушлашыу

??р ва?ыт бик ауыр ик?н

А? караптар  а?ып киттел?р

Ап- а? той?олар?ы х?терл??

Бала са??а  бе??е илтер??р.

2 –се алып барыусы:

Был изге  Баласа? планета?ы  ?е??е? и?еге?г? бик к?п тап?ыр?ар т?ш?р ?ле. Был планетала балалар?ы? б?хет мен?н тулы  к?? нуры та? мен?н осраша. Бында бары?ы ла тылсым?а ышана,  т?рл? сер??р мен?н ду?тар. Барлы? ?ки?тт?р был планета?а ????ре кил?.(Зал?а илай-илай Ягусик ин? л? и??нг? ултырып илай,артынан м?ск?й ?бей килеп ин?)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий утренника "Наш любимый детский сад !" »

Залға тәрбиәселәр сыға.

Ә.Ә.:Һөйләй

Залға балалар инәләр”Кораблик детства”көйөнә хәрәкәттәр яһап шахмат теҙмәһе буйынса ултыралар.

Сәскәләр бейеүе


Балалар ярым түңәрәккә торалар.

Г.Ә.:Һөйләй

А.Назгуль:Бөгөн беҙҙә оло байрам

Баҡсаны тамамлайбыҙ

Бик теләһәктә бында

Бүтәнсә ҡала алмайбыҙ

Наиля:

Һәр көн иртән шатланышып

Ашығабыҙ дәрескә

Беҙ мәктәпкә күмәкләшеп

Барасаҡбыҙ уҡырға.


Диана:Ты нас принял малышами

Детский сад,наш дорогой

Мы теперь большими стали

И прощаемся с тобой.

К.Ильяс:Бала сағым бәхетле саҡ

Баҡсала гөрләп үтте

Мин үҫтем инде,ҙур үҫтем

Хушлашыр ваҡыт етте.


Йыр“Тиҙҙән мәктәпкә”


2 –се алып барыусы

Биш йыл буйы баҡсаға килдегеҙ, ә хәҙер һеҙҙең менән хушлашыр ваҡыт етте. Бөгөн һеҙҙең менән хушлашыу көнө, ниндәй генә изге һүҙҙәр әйтәйек?

Гульназ:

Һинән алған илһам шишмәләре

Көндәлек тормошта бик кәрәк

Күңелдәрҙе нурлы,моңло иткән

Кәңәш тәҡдимдәрең ҙур терәк.

З.Назгуль: Нисәнсе ҡат ошо ишек алды

Йыя инде осар ҡоштарын

Фатихаһын биреп сәләмләй ул

Киләсәккә атлар дуҫтарын

Зарина:Рәхәт түгел тәрбиәсе булыу

Атай-әсәй юҡта янымда

Һинән өлгө,наҙ һәм илһам алам

Һағынып уянам таңдарҙа.

Сирина:До свиданья детский сад

Отчего же все грустят

Ждут нас парты в школе новой

И звонок зовет ребят.

Воспитателям своим

Мы спасибо говорим

Вы для нас как мамы были

Расставаться не хотим.

Данияр:Бик ҡыйын да,ҡыуаныста

Һеҙҙән айырылышыуы

Үҙемдең тәрбиәселәремә

Рәхмәтемдең иң ҙуры

Гузель:Тәрбиәсем тоғро дуҫым

Йән аҙығы бирҙе ул

Белем сере баҡсаһында

Шытымдарға һибә ул.

Йыр”Тәрбиәсемә”

(Балалар ултырғастарға ултыралар)


1 –се алып барыусы:

Балалыҡ менән хушлашыу

Һәр ваҡыт бик ауыр икән

Аҡ караптар ағып киттеләр

Ап- аҡ тойғоларҙы хәтерләү

Бала саҡҡа беҙҙе илтерҙәр.

2 –се алып барыусы:

Был изге Баласаҡ планетаһы һеҙҙең иҫегеҙгә бик күп тапҡырҙар төшөр әле. Был планетала балаларҙың бәхет менән тулы күҙ нуры таң менән осраша. Бында барыһы ла тылсымға ышана, төрлө серҙәр менән дуҫтар. Барлыҡ әкиәттәр был планетаға үҙҙәре килә.(Залға илай-илай Ягусик инә лә иҙәнгә ултырып илай ,артынан мәскәй әбей килеп инә)

Мәскәй әбей:

Һин ҡайҙа? Эй тыңлауһыҙ тейем? Туҡта тейем! Мине - хужабикәңде тыңламайһыңмы?Ҡайҙа бараһың инде? Бөтөнләй ҡулдан ысҡынды. Иртәнсәктән бирле телевизор аша төрлө бейеүҙәр ҡарап ултырып бөтөнләй ҡулдан ысҡынып бара. Нимә эшләйһең инде? Уның менән булышырға бөтөнләй көсөм юҡ инде, уның менән нисек көрәшмәк кәрәк?Нимә ейәнем һине берәйһе ҡурҡыттымы, әллә берәй ҡурҡыныс күрҙеңме,йә әйт әле ултырма илап хәҙер мин кәрәктәрен бирермен.Мә сәй эсеп ал,рәхәт булып китер үҙеңә лә,миңә лә.

Ягусик:Юҡ,өләсәйем,мине берәүҙә ҡурҡытмай,бына мин бит ҙур үҫтем минең

мәктәпкә барғым килә,миңә күңелле булһын тиһәң тап әйҙә тиҙерәк портфель.

Мәскәй:Ха-ха-ха!Мәктәпкә!тапҡан нимә!Бына өләсәйеңде күрәһеңме өс йөҙ йылдан ашып китте мин мәктәпһеҙ үлмәнемә киреһенсә ана кешеләрҙе ҡурҡытып йөрөрһең,ошо бына ҙинең эшең булыр,уф.горе-горе мое!

Ягусик:Мин бит әйттем,уҡығым килә.

Мәскәй:эй,хоҙайым,ошо йәштәрҙе хәҙер аңламаҫһың да,мәктәп,мәктәп,башымды ғына ҡаңғырталар,арыным инде.(Мәскәй менән ейәне артҡы планға китәләр,һөйләшә-һөйләшә)

1 –се алып барыусы:

Эй, өләсәй, шаулама!Ваҡытында килеп еттегеҙ,бөгөн байрам ҙур байрам балалар баҡса менән хушлашалар,мәктәпкә баралар.

Мәскәй:Тимәк байрам!Хәҙер боҙам байрамығыҙҙы.Эй,ейәнем кил әле.Туҡта,туҡта,красавица,ә һиндә теге портхель бармы ул?Һеҙ миңә портхель бирегеҙ ҙә әйҙә артабан празднуйте.

2-се алып барыусы: Нимәгә һиңә портфель?

Мәскәй: Ейәнем бит мәктәпкә барам тей,һүҙ бирәм ул шәп малай,ундай уңған хулиганды йөҙ йыл эҙләһәң дә таба алмаҫһың!

1-се алып барыусы:Әйҙә беҙҙең менән байрамға.

Мәскәй:Әйҙә,кил бында ултыр,күңелләнеп ал бергә.

2-се алып барыусы: Беҙҙең балалар һиңә ярҙам итә алырҙар тип уйлайым. Улар үҙҙәренең тыуған баҡсаларында күпме бейеүҙәр бейенеләр – һанап та бөтөп булмай.Һинең кеүек батырҙар ҙа бар беҙҙә.

Баҫ,баҫ,өҙә баҫ

Матур баҫа түгелме

Матур баҫып бейегәндә

Күңел аса түгелме.

Бейеү”Батырҙар”

1-се алып барыусы:Мәскәй әбей һинең ейәнең шәп-шәп тейһең,ә йомаҡтар сисә беләме.

Мәскәй:Әлбиттә,ул ғынамы ни?(Ейәненә ҡарап)Ҡара уны мине оятҡа ҡалдырһаң!Ярай,әйҙә ни пуха һиңә,ни пера!

Йомаҡтар.

Ягусик:Эй,өләсәй ҡайғырма уйын ғына бит ул минең өсөн!

2-се алып барыусы: Мәктәпкә йөрөмәһәләрҙә беҙҙең балалар хәрефтәрҙе беләләр,ябай мәсьәләләрҙе лә,һанауҙы ла өйрәнделәр баҡсала.(портфельдән мәсьәләләр сығара)

(Математика буйынса мәсьәләләр,Ягусик бутап әйтә)

Мәскәй: Уф,башым,һин нимә эшләйһең ул?(баҫтыра ейәнен)

Ягусик:Бөтә тәнем,йәнем ауырта,һиҙендем мин энцефалит икәнен,уҡыу былай бармаҫ,өйрәнеп тә булмаҫ,бер мучение инде.

1-се алып барыусы:Юҡҡа ҡайғырма,Ягусик,мәктәптә бөтәһенә лә өйрәнерһең.

Һәр ҡошсоҡтоң үҙ моңо бар

Ул үҙ көйөн көйләп ҡыуана

Һин дә шул ҡошсоҡтай булып

Моң өләшәһең донъяға

И.Элина башҡарыуында

Йыр”Ҡупшыҡай”

Мәскәй:Әйҙәгеҙ бергәләп бейеп алайыҡ әле,беҙ бейергә яратабыҙ.

2-се алып барыусы:

Байрам бөгөн,байрам бөгөн

Тик ул ябай түгелдер

Уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ ҙа

Баҡсабыҙҙа бик йәмле.

Бейеү”Полька”

Шиғырҙар:

С.Элина:Өйрәтә ул яратырға

Тыуған илде,хеҙмәтте

Айырырға аҡ-ҡараны

Булырға ла әҙәпле.

Бөтә уйынсыҡтарымды

Ҡустыма бүләк итәм

Мин өлкән бит инде хәҙер

Бөгөн мәктәпкә китәм.

Ислам:Беҙ бөгөн бик шатланышып

Йыйылғанбыҙ байрамға

Сөнки тиҙҙән мәктәпкә

Барасаҡбыҙ уҡырға.

Лиана:Йырлы айҙар,йырлы йылдар

Хәтеремдә ҡаласаҡ

Һау бул баҡсам,һау булып тор

Гөрләүекле баласаҡ.



Ягусик:Әйттем инде өләсәйгә бир мине лә баҡсаға тип,ошолай күп нәмәгә мин дә ваҡытында өйрәнер инем.

1-се алып барыусы: Беҙҙең балалар тағы ла бик күп һөнәргә өйрәнделәр.(портфельдән ҡәләм сығара)Бына мәҫәлән һүрәт төшөрөргә.

Мәскәй:Әйҙә уйнап алайыҡ,матур һүрәттәр эшләп.

Ягусик:Әйҙә,әйҙә,тик мин иҫкә төшөрөп кенә алайым.(Магнит таҡтала ҡағыҙға төҫлө ҡәләмдәр менән мәктәп һүрәтен төшөрәләр,икекоманда:бер яҡта ултырғандар беренсе,икенс яҡтағылар икенсе,Ягусик ҡайһы яҡта ултыра шулар менән һүрәт төшөрә)

1-се алып барыусы:Ҡайһылай матур һүрәт килеп сыҡты.

Йыр”Башҡорт телен өйрәнәм”

Ягусик:Күрҙеңме нисек шәп әйтәләр аңлап ҡына өлгөр.

2-се алып барыусы:эйе,балалар баҡсаһында саф башҡортса һөйләшергә өйрәнделәр буласаҡ уҡыусылар.

1-се алып барыусы:Ә музыка дәрестәрендә инде балалар төрлө бейеүҙәр,йырҙар өйрәнделәр,ҡала масштабында сығыштар яһап призлы урындарға лайыҡлы булдылар.

Бейеүсенең итәге

Бейей-бейей ҡыҫҡара

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Бейей-бейей оҫтара

Бейеү”Парлы”

Йыр”Школьная полька”

Шиғырҙар

Урал:Мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ

Апайҙар бөтәгеҙгә

Һеҙҙе бер ҙә онотмабыҙ

Һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә.

Нурислам:Гел изге уйҙарығыҙ

Арыу белмәй ҡулдарығыҙ

Көн буйына эшләйһегеҙ

Яҡты булһын таңдарығыҙ.

Алтынай:Айырылышыу мәле етте

Беҙ инде хәҙер ҙурҙар

Һеҙгә беҙ ҡунаҡҡа ғына

Килербеҙ инде апайҙар.

Бейеү”Күбәләк”

Йыр”Хушлашыу йыры”(Күңелле йәшәнек бергә)

Шиғырҙар

Радмир:Милые сотрудники Вас мы не забудем

И долго благодарны за заботу будем

Уж час прощаться близко-близко

Мы до земли поклонимся вам низко.

Арслан:С любовью мы ходили в детский сад

Не год,ни два а много лет подряд

И здесь нас все сотрудники любили

Оберегли,многому учили.

Азалия:Тәрбиәсенән дә бөйөгөрәк

Бармы ҡәҙерле исем

Шуға ла һеҙҙең байрам

Байрам бөтәбеҙ өсөн.

Сабина:Кескәйҙән үк ҡабул иттең

Баҡсам мине-дуҫ иттең

Хушлашабыҙ һинең менән

Хәҙер инде ҙур үҫтек.

Мәскәй:Һай афарин,балалар.Күрҙеңме Ягусик нисек оҫта баҫалар,шиғырҙар ҙа һөйләйҙәр.

Мәскәй:Әйҙә уйнап алайыҡ.Һеҙ мәктәпкә әҙерме икән тикшереп ҡарайыҡ әле.

Уйын”Мәктәп кәрәк-яраҡтары”(Портфельгә айырып һалалар)

Ягусик:Бына рәхмәт балалар,күп нәмәгә өйрәндем.

1 –се алып барыусы:

Балалар йөҙөнә ҡараһаң

Яҡтырып китә донъя

Тиҙҙән мәктәпкә һеҙгә

Йылмайыу булһын даръя.


2 –се алып барыусы:

Хушлашыу минуты етә, тип

Моңаймайыҡ дуҫтарым

Баҡсаны һис онотмағыҙ

Изге булһын уйҙарығыҙ

Һеҙҙең тормошоғоҙҙә бик күп ауырлыҡтар ҙа осрар, әммә беҙ һеҙҙең был ауырлыҡтарҙы еңел генә үтеп сығырығыҙға ышанабыҙ

Ягусик:Мин өләсәйемдең төйөнсөктәре араһында бер яҙыу таптым, ә уҡый алмайым, бында мәктәп төшөрөлгән. Ярҙам итегеҙ.

2 –се алып барыусы:

(Төйөнсәкте ала) беренсе синыфҡа барыусыларға сер итеп яҙылған кәңәштәр:

- Иртә таң менән тор. яҡшы итеп йыуын

- Мәктәптә йоҡлап китмә, танауыңды партаға төкөтмә

- Бөхтәлекте һин ярат, кейемдәрең менән йәшенмәк уйнама

- Һәр китап менән ғорурлан, таҙа портфелдә генә тот

-Дәрестә шаярма һин, бер кемгә ҡамасаулама, өҫтәлеңде һис һелкетмә

-Ошаҡлашма, үсекләшмә, һис юҡҡа үпкәләмә

-Ярҙамсыл бул бер ҡасан да, юҡҡа көйөп ултырма

Шул саҡта дуҫтарың да, ярҙамсыларың да бик күп булыр. Бына минең кәңәштәр. Уларҙы һис онотма. Хушығыҙ, изге юлға.

1 –се алып барыусы:

Йәгеҙ әле һеҙгә ҡурҡыныс түгелме. Улайһа ошо залда барыһы алдында ант итегеҙ: “ Бер ҡасан да күңелһеҙләнмәҫкә, белем тупһаһында бер ҡасан да артҡа сикмәҫкә! Ант итәм” Ант итәм!”

1-се алып барыусы:Балаларҙы ваҡытында баҡсаға йөрөткәндәре өсөн атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.Гөлназ башҡарыуында

Йыр”Әсәйем”

2-се алып барыусы: Бына был инде һиңә,мәктәптә тырышып уҡы,күп шаярма.

(Ягусик ҡыуана,рәхмәт әйтә)

Мәскәй:бына рәхмәт балалар,портфельдә бүләк иттегеҙ,ә быныһы инде беҙҙән бүләк төркөмдә тәрбиәсе апайҙарығыҙ таратып бирер.(сладкий подарок)

Ягусик:Мәктәптә осрашҡанға тиклем,хушығыҙ.(сығалар)

1-се алып барыусы:балалар һеҙҙең ярҙам менән беҙ Ягусикка мәктәпкә барырға ярҙам иттек,рәхмәт һеҙгә ә беҙҙә байрам дауам итә.Әйҙәгеҙ йырлап алайыҡ әле.

Йыр”Прощальная”

Бейеү”Носа”

Йыр”Детский сад”

1-cе бала:

Ололар ҙа, балалар ҙа

Бик яҡшы белә уны

Был бит беҙҙең мөдиребеҙ

Таңһылыу Хәләф ҡыҙы

Рәхмәт һеҙгә беҙҙең өсөн

Бар уңайлыҡ булғанға

Баҡсабыҙ иң бәхетле

Балалар менән тулғанға.

Хор менән:

Рәхмәтебеҙ ҙур һеҙгә

Бик ҡәҙерле һеҙ беҙгә

бала:
Балаларҙы яҡшы итеп

Өйрәтергә теләһәң

Белер кәрәк бик күпте

Гиҙергә кәрәк күкте

Бар фәнде генә түгел

Балаларҙы ла яратыу.

Йәмилә Сәйфулловна

Ҙур рәхмәт бөгөн уға.

бала:

Тәрбиәсе булыу ауыр

Күпме бала тора ҡаршыңда

Улар һинән көтә белемдәр

Яғымлы ҡарашыңды.

Һинең бер йылмайыуың

Иретә күңелдәрҙе

Һин бит беҙгә иң яҡыны

Араһынан йөҙҙәрҙең

бала:
“Ярҙамсы” тигән һүҙҙең

Эсендә ҙур мәғәнә

Тәрбиәсе буш булмаһа

Ул “Әсәйгә “ әйләнә.

Арҡабыҙҙан да һөйә,

Матур һүҙҙәрен әйтеп.

Ваҡытында ашата

Беҙ һау булып үҫһен тиеп.

бала:
“Фа” нан “Соль”ды айырмайбыҙ

Талант юҡ бит һәр кемдә

Беҙ быға һис ҡайғырмайбыҙ

Музыкант бит эргәмдә.

бала:

Гимнастикала беҙ

Һаулыҡты нығытабыҙ

Нервылар ҡаҡшап китһә

Психологҡа барабыҙ

Айзиля:Тел төҙәтеүсе апайҙар

Һеҙгә рәхмәттең ҙуры

Һеҙҙән алған белемдәрҙе

Онотмам ғүмер буйы.

бала:

Мәүлидә Рафиҡ ҡыҙы

Рәхмәтебеҙ ҙур һеҙгә

Дөрөҫ итеп һөйләшергә

Өйрәттегеҙ бит беҙгә

Хәҙер матур итеп һөйләшәбеҙ

Ҙур рәхмәт,- тип һеҙгә өндәшәбеҙ.

бала

Һаулыҡ серен улар белә

Ул талант ҡайҙан килә

Шәфҡәт туташы тигән

Исеме лә тап килә

Ҙур, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ

Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.

бала

Тәмле, тәмле бутҡаларҙы

Көн дә улар бешерә

Былау, кәтлит, азуларын

Беҙгә бешереп өлгөрә.

Рәхмәт һеҙгә ашнаҡсылар

Беҙҙе гел ашаттылар.

бала:

Баҡсала берәй нәмә

Кәрәк икән ул әҙер.

Завхозға шылтыратһаң

Алып килер ул, хәҙер.

Ҙур рәхмәттәр әйтергә

Беҙ бөгөн һеҙгә әҙер.

Бала

Ҡулдарын да йәлләмәйҙәр

Көнө буйы йыуалар

Тап – таҙа урындарҙа

Йоҡлағыҙ тип торалар.

Рәхмәт һеҙгә, ҙур рәхмәт

Кер йыуыусы апайҙар.

Беҙ бәләкәй балаларҙы

Һис кенә онотмайҙар.

бала:

Һәр байрамда, иң матуры

Булһын өсөн бар ерҙә

Костелянша апайыбыҙ

Көсөн һала бит бергә

Рәхмәт һеҙгә ҙур рәхмәт

1 –се алып барыусы:

Мәктәпкә оҙатабыҙ

беҙ бөгөн балаларҙы

2–се алып барыусы:

Һуңғы вальс бейергә

Саҡырабыҙ уларҙы
Хушлашыу вальсы

1-се алып барыусы:Бына инде хушлашыу минуттары ла килеп етте,алда һеҙҙе күңелле ҡыҙыҡлы мәктәп йылдары көтә.Һеҙгә киләсәктә теләктәрҙең иң изгеһен генә теләйбеҙ.Ә инде беҙҙең ошо балалар баҡсаһында эшләгән апайҙарға оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Йыр”Апайыма аҡ сәскәләр”(Зарина)

Х.Ильяс:Алығыҙ һеҙ бүләк итеп

Сәскәләрҙең тере бәйләмен

Ҡаршылағыҙ тағы бик күп йылдар

Татып матур тормош йәмен

Тимур:Иң тәүге нәфис сәскәләр

Тик һеҙҙең өсөн үҫкән

Яҙғы моңдар,таңғы нурҙар

Шул сәскәләргә күскән.

Миля:Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр

Аяҙ булһын күгебеҙ

Беҙҙең сәскә шәлкемдәре

Булһын рәхмәт һүҙебеҙ

Тормош юлдарын үткән

Һеҙ булырһығыҙ көҙгөбеҙ

И.Элина:Бәхетле бала саҡ өсөн

Һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ

Рәхмәтебеҙ менән бергә

Сәскә бүләк итәбеҙ.

Сәскәләр биреү.

Йыр”Һау бул баҡсам”(балалар баҡсаһы менән)

1 –се алып барыусы:

Хөрмәтле балалар! Һеҙҙең менән хушлашыу көнөнөдә Балалар баҡсаһы мөдире таңһылыу Хәләф ҡыҙы изге теләктәрен әйтергә теләй.

2 –се алып барыусы:

Сығарылыш балалары! Һеҙҙең барлыҡ ҡыуаныстарығыҙҙы, шатлыҡтарығыҙҙы, ауырлыҡтарыҡғыҙҙы ла ата-әсәләрегеҙ менән бүлештегеҙ. Хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәйек.

1 –се алып барыусы:

Барығыҙға ла баҡса менән хушлашыу ваҡыты етә. Һәр кемегеҙгә лә ҡайҙалыр барырға кәрәк, уҡырға, белем алырға. Яңы ҡыуаныстар, яңы талаптар көтә һеҙҙе. Ә хәҙергә сентябргә тиклем һеҙгә тәүге каникул башлана.
2 –се алып барыусы:

Залыбыҙҙа бөгөн күпме ҡунаҡтар. Улар барыһы ла һеҙҙең менән хушлашырға килгән. Ә хәҙер буласаҡ уҡыусыларҙы оҙатайыҡ мәктәп юлына.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сценарий утренника "Наш любимый детский сад !"

Автор: Кунакбаева Гульназира Робертовна

Дата: 03.05.2015

Номер свидетельства: 207779

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(73) "сценарий утренника "осень" в МЦ "Балапан""
    ["seo_title"] => string(41) "stsienarii-utriennika-osien-v-mts-balapan"
    ["file_id"] => string(6) "274462"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1452407499"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(73) "сценарий утренника "осень" в МЦ "Балапан""
    ["seo_title"] => string(43) "stsienarii-utriennika-osien-v-mts-balapan-1"
    ["file_id"] => string(6) "274463"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1452407506"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(89) "Сценарий утренника  «Праздник мужества и чести» "
    ["seo_title"] => string(51) "stsienarii-utriennika-prazdnik-muzhiestva-i-chiesti"
    ["file_id"] => string(6) "199030"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428504981"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(183) "СЦЕНАРИЙ УТРЕННИКА «ПРАЗДНИК МУЖЕСТВА И ЧЕСТИ»,   посвященного Дню Защитника Отечества Казахстана. "
    ["seo_title"] => string(113) "stsienarii-utriennika-prazdnik-muzhiestva-i-chiesti-posviashchiennogho-dniu-zashchitnika-otiechiestva-kazakhstana"
    ["file_id"] => string(6) "199046"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428506181"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(85) "Сценарий утренника к 8 марта " Наши мамы хороши""
    ["seo_title"] => string(44) "stsienariiutriennikak8martanashimamykhoroshi"
    ["file_id"] => string(6) "303305"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457505797"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства