kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий утренника ко дню Республики Башкортостан

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий мероприятия, посвященный ко дню Республики Башкортостан на башкирском языке. Разработка рассчитана для старшей и подготовительных групп детскооо сада.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий утренника ко дню Республики Башкортостан»





Батырҙар һағында”

исемле республика көнөнә арналған

өлкәндәр төркөмө өсөн

байрам сценарийы

Төҙөүселәр: Даньянова Гүзәлиә Сәлих ҡыҙы, Ғилманова Миңлегөл Тимерхан ҡыҙы

Маҡсат: балаларҙың тыуған ил, башҡорт халҡы, уның тарихы, культураһы һәм ғөрүф-ғәҙәттәре тураһында белемдәрен нығытыу

Бурыстар: шиғырҙарҙың,йырҙарҙың һүҙҙәрен асыҡ, тыныс, тасиури итеп әйтергә өйрәтеү,

патриотик тойғо формалаштырыу,

Тыуған илгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.



Йыһазландырыу: флаг, герб, яулыҡтар, ҡылыстар, балалар өсөн тәмлекәстәр

Ҡатнашалар: балалар, алып барыусы, бүре

Зал байрамса биҙәлгән. Экранда матур һүрәт.

Балалар ярымтүңәрәктә торалар. Талғын ҡурай көйө яңғырай, балалар төрлө хәрәкәттәр яһайҙар.

Алып барыусы. Тыуған илем, ғәзиз төйәккәйем,

Бармы ерҙәр һинән гүзәле

Күлдәр, йылғаң, тауың, урмандарың,

Хозурлыҡтың берҙәм биҙәге.

Ер шарында ҡабатланмаҫ ил һин,

Башҡортостан – ғәзиз төйәгем.

Киләсәккә өмөт менән ҡарап,

Илем тиеп типһен һәр кем йөрәге.

Бүре сыға.

Бүре. Борон бик ҡыйыу, сос, рухлы кешеләрҙе оҙатып килеп, ошо матур ерҙәрҙе күрһәттем. Һәм улар был яҡты бик оҡшаттылар, йәнтөйәгебеҙ ошо буласаҡ тип тороп ҡалдылар.

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ. Ә һеҙ ниндәй маҡсат менән килеп сыҡтығыҙ беҙҙең яҡтарға?

Бүре. Мин өйөр башы, баш бүре булам. Шул көслө рухлы халыҡты эҙләп килдем.

Алып барыусы. Аңлашылды. Тимәк баш бүре. Ул халыҡ үҙенә атаманы һеҙҙең исемдән алған– башҡорт ( ҡорт – бүре)тип атаған. Ә был ерҙәр хәҙер республика, Башҡортостан тип атала.

Бүре. Афарин,башҡорттар. Ә һеҙ миңә Башҡортостан тураһында тулыраҡ һөйләп китмаҫһегеҙме?

Алып барыусы. Әлбиттә, һөйләйәсәкбеҙ. Беҙ бөгөн республикабыҙ тураһында күп һөйләйәсәкбеҙ, сөнки бөгөн беҙҙәбик ҙур байрам - республика көнө.

3 бала сыға.

1-се бала.

Башҡортостан – шатлыҡ иле,

Башҡортостан - сафлыҡ иле,

Башҡортостан милләт-ара,

Мәңге һүнмәҫ дуҫлыҡ иле.

2-се бала.

Башҡортостан –тыуған ерем,

Һиндә тыуҙым,һиндәүҫәмен.

Һинән яҡын,һинән гүзәлерәк

Юҡтыр бер ил – шуны беләмен.

3-се бала

Башҡортостан – башҡорт иле,

Шундабеҙҙең тамырҙар.

Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа

Сал тарихтың даны бар.

Йыр “Был минең тыуған ерем”

Алып барыусы. Бөгөн беҙҙә оло байрам –Башҡортостаныбыҙҙың үҙ аллы дәүләт булып иғлан ителгән көнө. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайбыҙ. Баш бүре,байрамдың төп ҡунағы бул.

Бүре. Рәхмәт. Мин шатбулып ҡалыр инем дә ул. Әммә миңәбик ауыр хәбәр еткереп киттеләр бит әле.

Алып барыусы. Ниндәй хәбәр, нимәбулған?

Бүре. Был тарафтарға аждаһа һөжүм башлаған. Әгәр уны туҡтатмаһаҡ, мин йәшәгән ерҙәрҙе лә, хатта Башҡортостанды ла баҫып аласаҡ.

Алып барыусы. Хәҙер беҙ нимә эшләрбеҙ инде?

Бүре. Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең бит батырҙарағыҙ күп. Минең дә ғәскәрем бар. Күмәкләп беҙ дошманды һә тигәнсә еңеп ҡайтасаҡбыҙ.

Алып барыусы. Батырҙар,яуға әҙерләнегеҙ.

Бейеү “Һыбайлылар”.

Алып барыусы. Батырҙар, беҙ һеҙҙе еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәсәкбеҙ. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.

Ҡыҙҙар ҡульяулыҡтар бирәләр, малайҙар бүре менән сығып китәләр.

Алып барыусы. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле, батырҙарыбыҙ ҡайтыуға әҙерләнеп көтөп торайыҡ. Һый-хөрмәт әҙерләйек.

Бейеү “Бишбармаҡ”.

Еңеү маршы яңғырай. Малайҙар теҙелеп сығалар.

Алып барыусы. Һай афарин, беҙҙең ҡыйыу егеттәребеҙ.Һеҙ илебеҙҙе яуыз аждаһанан ҡотҡарып ҡалдығыҙ. Әйҙәгеҙ,үтегеҙ. Беҙ һеҙгә һый-хөрмәт әҙерләнек, ауыҙ итегеҙ. Байрамды дауам итәйек.

Бәй,беҙҙең бит илебеҙҙең билдәләре юғалған.

Бүре сыға.

Бүре. Ошо билдәләр тураһындамы хәбәрегеҙ?

Алып барыусы. Әйе, ә улар нисек һеҙгә барып эләкте?

Бүре. Һеҙҙең батырҙар дошман менән алышҡан арала ни күрәм, бер һайыҫҡан ауыҙына ҡыҫтырып алған да, аждаһаға осоп китеп бара. Алыш ауыр булды, ләкин мин ҡотҡарып алып ҡалдым.

Алып барыусы.Рәхмәт,һиңә баш бүре. Был беҙҙең республикабыҙҙың иң мөһим билдәләре.

3 бала сыға.

1-се бала

Республикамдың флагы,

Тора өстөрлө төҫтән.

Күк,аҡ,йәшел,ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.

2-се бала

Башҡортостан гербы –бөйөк тамға,

Халҡымдың бит һиндә асылы.

Һин генә бит беҙгә бар доньяла,

Аҫылдарҙан иң-иң аҫылы.

3-се бала

Гимн – ул дәүләттең бөйөк көйө,

Уртаҡ йыры халыҡтың.

Бар доньяға яңғырата

Тантанаһын халыҡтың.

Алып барыусы. Башҡортостан республикаһы гимны.

Гимн уйнай.

Алып барыусы. Батырҙар, ә һеҙ ниндәй матур яулыҡтар тотоп алғанһығыҙ?

Батыр. Был-яу бүләге.

Батыр. Рәхим итеп алығыҙ.

Ҡыҙҙарға бүләк итәләр.

Алып барыусы.Был күҙ яуын алып торған яулыҡтар менән бейемәйенсә булмай.

Бейеү “Яулыҡтар”.

Бүре. Үҙегеҙ ҙә, бейеүҙәрегеҙ ҙә, кейем-һалымығыҙ ҙа, телегеҙ ҙә бик матур. Әйтегеҙ әле, Башҡортостанда бөтәһе лә ошо матур телдә һөйләшәме?

Алып барыусы. Башҡортостан – күп милләтле халыҡ. Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа халыҡтар дуҫлыҡта, бер ғаиләләй йәшәйҙәр бында. Һәр кем үҙ телендә һөйләшә, үҙ ғөрүф-ғәҙәттәрен ҡуллана. Беҙ ҙә үҙ телебеҙҙе яратабыҙ,хөрмәт итәбеҙ.

3 бала сыға.

1-се бала.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Миңә ҡоштар тиңләшә.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

2-се бала.

Малайҙар, ҡыҙҙар һөйләшһен,

Илемдә үҙ телендә.

Башҡорт теле – минең телем,

Башҡортостан – минең илем,

Мин бәхетле еремдә.

3-се бала.

Доньяла иң-иң матур ил,

Ул – минең тыуған илем.

Доньяла иң –иң матур тел

Ул –минең туған телем.

Йыр “Башҡорт телендә һөйләшәм”.

2 бала сыға.

1-се бала.

Башҡортостан – тыуған илем,

Ул бит һаҡлай туған телем.

Ул бит һаҡлай яҡты көнөм,

Бирә миңә аҡыл, белем.

2-се бала

Башҡортостан –тыуған ерем,

Әсәйемдәй берҙән-берем.

Башҡортостан – минең Ватан,

Яратамын бала саҡтан.

Бүре. Афарин, балалар. Башҡортостанығыҙҙы,телегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән. Тыуып-үҫкән ерҙәрегеҙҙе гел шулай яратып тороғоҙ, һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ. Ә миңә ҡайтырға ваҡыт.Миңә һеҙҙә бик оҡшаны. Балалар,һеҙгә бүләктәрем бар,апайҙарығыҙ таратып бирер. Һау булығыҙ.

Алып барыусы. Һау булығыҙ,тағы ла килегеҙ. Рәхмат, бүләктәр өсөн.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Сценарий утренника ко дню Республики Башкортостан

Автор: Даньянова Гузелия Салиховна

Дата: 14.10.2024

Номер свидетельства: 657627


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства