kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий новогоднего утренника для средней группы на башкирском языке

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мероприятие для дошкольников. Содержит стихи, песни на башкирском языке.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий новогоднего утренника для средней группы на башкирском языке»

“Ҡар бабай нисек үҙенә дуҫтар эҙләгән?”

(уртансы төркөм өсөн шыршы байрамы сценарийы)

Ҡатнашалар: Ҡарһылыу, Ҡарбабай, Ҡыш бабай, шыршыҡайҙар, ҡуяндар.

Ҡарһылыу балаларҙы эйәртеп сыға, ярымтүңәрәк яһап торалар.

Ҡарһылыу: Яңы йыл байрамы, шыршы байрамы көтә беҙҙе. Әйҙәгеҙ ултырышығыҙ саналарға, киттек елдереп алға!

Балалар “саналарҙа” түңәрәк буйлап баралар- парлашып.

Ҡарһылыу: Бына инде килеп еттек,

Ниндәй матур бүлмә көтә.

Шыршы –ҡупшы биҙәлгән,

Урмандан бит ул килгән!

Балалар матурмы шыршы?

Балалар: Матур, матур.

Айлина:

Беҙ йыйылдыҡ уйынға,

Йәшел шыршы янына,

Шыршы матур кейенгән,

Ал нурҙарға күмелгән.

Айҙар:

Ниндәй рәхәт беҙгә,

Шыршы менән бергә

Рәхмәт шыршы һиңә,

Рәхмәт тыуған илгә!

С.Мәликә:

Яңы йыл байрамын

Бик һағынып көттөк.

Ҡупшыҡай шыршыға,

Ялтыр тәтәйҙәр элдек.

Алиса:

Ҡулға-ҡул тотоношоп,

Шыршыны уратайыҡ,

Яңы йылды ҡаршылайыҡ,

Бәхеттәр юратайыҡ.

Ильяс:

Беҙҙең шыршы балҡып тора,

Ай-һай матур биҙәлгән,

Йәғор кеүек сулпылары

Төшөп тора иҙәнгә.

Ҡарһылыу: Ҡарағыҙ әле,беҙгә шыршы ҡүҙ ҡыҫа, бейергә сыҡара.

Шыршы –ҡупшы кейенгән” йырына шыршы тирәләй йырлап бейеү.

Ҡарһылыу: Етте, етте шауламағыҙ,

Тылсым – әкиәтте ҡурҡытмағыҙ!

Кемдер бында килә, ишетәһегеҙме?

Күңелһеҙ генә Ҡарбабай килеп инә.

Ҡарһылыу: Һаумы, һаумы, Ҡарбабай!

Ҡарбабай: Һаумыһығыҙ!

Ҡарһылыу: Ҡарбабай, ә ниңә әле һин бик күңелһеҙһең. Иң күңелле байрам етеп килә бит. Балалар, әйтегеҙ әле Ҡарбабайға, ниндәй байрамды беҙ көтәбеҙ әле?

Балалар: Яңы йыл байрамы!

Ҡарбабай: Һеҙгә рәхәт, күңелле, һеҙ бергә. Ә мин урманда бер үҙем генә торам. Ҡуяндар, ана, бергәләп уйнайҙар, һикерәләр, шаяралар, бейейҙәр.

Бейеү: “Ҡуянҡайҙар”

Ҡарһылыу: Ҡарбабай, ә һин беҙҙең балалар менән дуҫлаш, ана улар күпме!

Ҡарбабай: Ә нисек ул -дуҫлашыу?

Ҡарһылыу: Дуҫ булыу - ул бер-береңә ярҙам итеү! Ул ауыр саҡта ла, бергә булыу.

Ҡарбабай: Ә хәҙер ниндәй саҡ?

Ҡарһылыу: Әле шатлыҡлы, күңелле саҡ, сөнки тиҙҙән Яңы йыл байрамы! Һәм беҙгә Ҡыш бабай килә! Ҡарале, ниндәй беҙҙең шыршыбыҙ ҡупшы, күпме унда матур –матур уйынсыҡтар эленгән. Ҡарбабай, әйҙә әле беҙҙең менән уйын уйнап ал!

Ҡарбабай менән уйын.

Ҡарбабай: Уй, хәлемде бөтөрҙөгөҙ бит, балалар.

Ҡарһылыу: Ҡарбабай, шунан, оҡшаймы һиңә балалар менән күңел асыу?

Ҡарбабай: Оҡшай ҙа ул, ләкин миңә бик эҫе булып китте. Мин йылыла йәшәп өйрәнмәгәнмен. Ирейем инде хәҙер.



Ҡарһылыу:

Ә беҙ һиңә иререгә ирек бирмәйбеҙ,

Ҡышҡы йырҙы йырлайбыҙ!

Йыр:”Тышта ҡар яуа”

Ҡарһылыу: Ә хәҙер, һыуыҡ мы һиңә Ҡарбабай?

Ҡарбабай: Эҫе миңә, эҫе. Ирейем.

Ҡарһылыу: Балалар, ярҙамға Ҡыш бабайҙы саҡырыр кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләп саҡырайыҡ әле.

Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

( ишек артынан) Киләм! Киләм! (килеп сыға)

Һаумыһығыҙ, бәләкәй дуҫтарым. Һаумыһығыҙ, өлкәндәр! Һаумы, Ҡарбабай! Һаумы, Ҡарһылыу ҡыҙым.Етеп килгән Яңы йыл менән барығыҙҙы ла!

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай! Беҙгә һинең ярҙамың кәрәк ине: Ҡарбабай ирей башланы.

Ҡыш бабай: Ирей. ( Ҡарбабайҙың маңлайын тотоп ҡарай) Эҫе икән. Бирегеҙ әле миңә градусник.

Ҡарһылыу: Бына, Ҡыш бабай, тот!

(Ҡарбабайға градусник ҡуялар).

Ҡыш бабай: Ай-ай-ай. 37 бит. Нимә генә эшләйек икән?

Ҡарһылыу: Нисек дуҫыбыҙҙы ҡотҡарабыҙ!

Ҡыш бабай: Белдем! Һеҙҙең балалар баҡсаһында һыуытҡыс бармы? Ҡарбабайҙы тиҙ генә һыуытҡысҡа керетеп торор кәрәк. Әйҙә, Ҡарбабай!

Ҡарбабай: Ирейем! Ирейем!

Ҡарһылыу: Балалар, Ҡыш бабай киткән саҡта, әйҙәгеҙ унан йәшенеп торайыҡ. Килегеҙ бында.

(Юрған менән яба)

Ҡыш бабай: Ә балалар ҡайҙа булдылар?Уңда ла юҡ, һулда ла юҡ. Ултырғыс аҫтында ла юҡ, шыршы артында ла юҡ. Ҡайҙан табайым икән балаларҙы? Кем менән хәҙер байрамды дауам итергә икән?

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай ,ә беҙ бында!

Ҡыш бабай: Ах, һеҙ, шаянҡайҙар. Йәшенгәндәр.

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, әйҙә әле балалар менән бергә уйнап алайыҡ

Һаумы, Ҡыш бабай” уйыны.

Ҡыш бабай: Балалар, һеҙҙең менән бик күңелле. Мин әҙерәк ял итеп алайым ултырып, ә һеҙ миңә һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.

Арсен:

Иҫәнме, шыршы, һаумы,

Яңыйыл килеп етте.

Күңелле шыршы байрамын,

Балалар күптән көттө.

Зарина:

Ҡыш бабай килде беҙгә,

Ҡарһылыу менән бергә.

Бүләктәре бер ҡапсыҡ,

Һиңә миңә уйынсыҡ.

Ралина:

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы,

Бына килде ул беҙгә.

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды,

Беҙ уның менән бергә.

Йыр “ Әйҙә, әле Ҡыш бабай”

Мансур:

Малайҙар көлөп тора,

Ә ҡыҙҙар бейеп тора.

Күмәкләшеп бөтәбеҙ,

Яңы йылды көтәбеҙ.

Ринат:

Уҫал түгел Ҡыш бабай,

Һәр баланы ярата.

Башыбыҙҙан һыйпай-һыйпай,

Йөрөй бүләк таратып.

Аделина:

Шыршы тирәләй әйләнеп,

Тыпыр- тыпыр бейейбеҙ.

“Бүләктәрең өсөн һиңә,

Рәхмәт, Ҡыш бабай” – тибеҙ.



Ҡарһылыу: Балалар, ә беҙҙең шыршының уттары ниңә янмай икән?

Әйҙәгеҙ, тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтәйек әле.

Ян шыршы, ян шыршы.

Бул һәр саҡ шулай ҡупшы! (2 тапҡыр)

Әй, мин бит онотоп торам, шыршының уттарын уның бәләкәй һеңлеләре бөгөн яндырасаҡтар. Әйҙәгеҙ әле,шыршыҡайҙар,үҙегеҙҙең бейеүегеҙ менән беҙҙең байрам шыршыһына уттар ҡабындырығыҙ!

Шыршыҡайҙар “ бейеүе.

Ҡыш бабай: Афарин, балалар!

( Ҡарбабай килеп инә)

Ҡарбабай: Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, мине ҡотҡарып алып ҡалдығыҙ.

Ҡарһылыу: Ҡарбабай, һин иреп ҡуйма! Балалар, әйҙәгеҙ, Ҡарбабайҙы һәм Ҡыш бабайҙы туңдырма менән һыйлайыҡ.

Уйын “Туңдырма”


Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, ә һин бер нимә лә онотманыңмы? Бүләктәреңде балаларға таратаһыңмы?

Ҡыш бабай: Әлбиттә, таратам. Шул тиклем тәртипле, һөнәрле, балаларға бүләк таратмай булмаҫ. (шыршы эргәһенә килә) Ҡайҙа икән минең тоғом?

Ҡарһылыу: Күрҙем, күрҙем, тоғоңдо һайыҫҡан менән ҡарға беҙ уйын уйнаған саҡта осороп алып киттеләр, ләкин, тоҡ ауыр булғас, анауында көрткә төшөп ҡалды.

Ҡыш бабай: Ә минең ярҙамсым бар - был бау! Бау ярҙамында хәҙер бүләктәрҙетартып сығарасаҡмын.

(Бауҙы ишек аша ырғыта, беренсе тапҡыр –итек, икенсеһендә- буш коробка, өсөнсөһөндә тоҡ һөйрәтеп сығара.

Ҡыш бабай: Булды, хәҙер инде бүләктәрҙе таратырға була.

Ҡарһылыу: Һай , афарин, Ҡыш бабай. Балаларҙы бүләкһеҙ ҡалдырманың, рәхмәт.

Ҡыш бабай: Ә миңә артабан китер кәрәк.

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, әйҙә тағы берҙе балалар менән күңел асып ал әле.

Шыршы тирәләй бейеү.

Ҡыш бабай: Һеҙҙең менән бик күңелле булды.

Әйҙә , Ҡарбабай, минең ярҙамсым булырһың.

Һаубулығыҙ!

Ҡарбабай: Һаубулығыҙ!

Ҡарһылыу: Һаубулығыҙ, киләһе йыл тағы ла һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Байрам тамам. Барағыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә таҙалыҡ, һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, уңыштар теләйбеҙ! Һаубулығыҙ!!!






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Сценарий новогоднего утренника для средней группы на башкирском языке

Автор: Даньянова Гузелия Салиховна

Дата: 14.10.2024

Номер свидетельства: 657626


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
1390 руб.
2320 руб.
1180 руб.
1960 руб.
1500 руб.
2500 руб.
1580 руб.
2640 руб.
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства