?с?й??р байрамы.
А.б.Б?г?н бе? ?е??е? мен?н мул к????? сыуа? та, бер а? мо??оу ?а к?н?нд? и? изге, и? я?ты байрамдар?ы? бере?е ?с?й??р байрамы кис??ен? йыйыл?анбы?. ?е??е б?т?ге??е л? ихлас ку?елд?н с?л?мл?йбе?.
Йылы я??ы ?ояш ке?ек
К??елд?р?е на?лап йылыта
Ауыр са?та яр?ам ?улы ?у?а
Сабыр ???е мен?н йыуата.
А.б.Был ?????р?е бе? оло?он да кесе?ен д? кешелекле игелекле абруйлы к???шсе шу?а к?р? л? и?тирам?а лайы? бул?ан ?с?й??р тура?ында ?йт?бе?.
Р?хм?тт?р?е к?пме ?йт??к т?
?? булыр ул ?е??е? х?рм?тк?
Ая? бул?ын к??ел к?кт?реге?
Бе? ?алабы? ошо тел?кт?.
- ?атын-?ы?…. Кем ул! Ул и? т???? ?с?-кеше быуынын дауам иттере?се. Уны? й?г? ?лс??г? ?ыйма?лы?, ?анап б?тк????.
А.б.Та? елд?ре и?к?н минуттар?а
К?н тыу?анда я?ты нур булып
Й?р?кт?р?е? йылы р?хм?тт?ре
Барып етер ?е?г? йыр булып
Йыр “?с?й??р байрамы”
Просмотр содержимого документа
«?с?к?йем - г?з?лк?йем!»
Әсәйҙәр байрамы.
А.б.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән мул көҙҙөң сыуаҡ та, бер аҙ моңһоу ҙа көнөндә иң изге, иң яҡты байрамдарҙың береһе әсәйҙәр байрамы кисәһенә йыйылғанбыҙ. Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас куңелдән сәләмләйбеҙ.
Йылы яҙғы ҡояш кеүек
Күңелдәрҙе наҙлап йылыта
Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа
Сабыр һүҙе менән йыуата.
А.б.Был һүҙҙәрҙе беҙ олоһон да кесеһен дә кешелекле игелекле абруйлы кәңәшсе шуға күрә лә иғтирамға лайыҡ булған әсәйҙәр тураһында әйтәбеҙ.
Рәхмәттәрҙе күпме әйтһәк тә
Әҙ булыр ул һеҙҙең хөрмәткә
Аяҙ булһын күңел күктәрегеҙ
Беҙ ҡалабыҙ ошо теләктә.
- Ҡатын-ҡыҙ…. Кем ул! Ул иң тәүҙә әсә-кеше быуынын дауам иттереүсе. Уның йөгө үлсәүгә һыймаҫлыҡ, һанап бөткөһөҙ.
А.б.Таң елдәре иҫкән минуттарҙа
Көн тыуғанда яҡты нур булып
Йөрәктәрҙең йылы рәхмәттәре
Барып етер һеҙгә йыр булып
Йыр “Әсәйҙәр байрамы”
Шиғырҙар
А.б.Сәскәгә балҡып, күкрәп үҫер өсөн ҡояш кәрәк. Йылы, наҙлы ҡояш, ә әсәйһеҙ бер генә сабый ҙа бәхетле була алмай.
Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ
Шат бейеүҙәр матур йырҙар
Шиғырҙар һәм уйындар
Һеҙгә тип әҙерләнек.
Бейеү “Ҡурсаҡтар”
А.б. Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләй балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Балалар: беләбеҙ бөтәбеҙҙә.
Бала: ҡотлайбыҙ һеҙҙе әсәйҙәр
Көләс йөҙлө өләсәйҙәр
Эштә уңған апайҙар
Әсәйҙәр көнө менән!!!
Ә хәҙер балаларҙы уйнатып алайыҡ.Уларға һәм үҙебеҙгә ярыш ойошторайыҡ.
Уйын “Күңелле һепертке”
(между кеглями провести мячики. Уйын эстафета формаһында бара.Ике һепертке менән ике туп кәрәк.)
А.б.Афарин балалар.
1бала:
Өләсәйем уңған минең
Аш бешерә сәй эсерә
Ҡоймаҡтымы ул ҡоймаҡты
Тел йоторлоҡ бешерә
Йөн иләй ҙә ойоҡ бәйләй
Буш тормай бер ҙә ҡулы
Апайым менән үҙем дә
Бик-бик яратам уны.
2бала:
Ике өләсәйебеҙ бар
Икеһе лә тиҫтерҙәр
Беренсе атайымды
Икенсе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
А.б.
Ниндәй матур,ниндәй һәйбәт
Шиғырҙар ҙа бар икән
өләсәйҙәр өсөн генә
йырҙар йырлайҙар икән.
Йыр”Өләсәйемә”
А.б.
Ниндәй рәхәт байрам көндә
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Бейеү “Батырҙар”
А.б.Һәр бер әсә бала яҡшылыҡ эшләһә яратып ҡыуанып ҡала.Беҙҙең балалар ҙа әсәйҙәрен ҡыуандырып.үҙҙәрен яраттырырға бик тә яраталар.Әсәйҙәр тураһында матур йырҙар йырлап уларҙы һөйөндөрәләр.
Йыр “Әсәйемә”(өс бала)
Алып барыусы:
Нимә бүләк итергә тип
Башта аптырап ҡалдыҡ
Һуңынан инде таптыҡ
Әсәйҙәргә йыр яҙҙыҡ.
Йыр “Әсәйемдең байрамы”
Алып барыусы:
Бала сағың бер генә
Уҙып китер тиҙ генә
Ваҡытында уҡып ҡал
Уйнап-бейеп йырлап ҡал
Бейеү “Тирәккәйем”
Йыр “Әсәй йомағы”
Шиғырҙар
А.б.Беҙҙең ҡыҙҙар әсәйҙәр тураһында бик матур йыр беләләр.
Йыр “Мамочка моя”
А.б. Байрамығыҙ ҡотло булһын
Көнөгөҙ шаулы булһын
Йөҙҙәрегеҙ нурлы булһын.
А.б.Баҫ,баҫ өҙә баҫ
Матур баҫа түгелме
Матур баҫып бейегәндә
Күңел аса түгелме.
Бейеү “Һыбайлылар”
А.б.Бәхет өсөн кәрәкле 3 кәңәште әйтәһе килә һеҙгә;
А.б.Әсә бәхете - балала. Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсләр оло хөрмәткә лайыҡ. “Әсәй бәхете –балала, бала бәхете - әсәлә”- тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.Беҙҙең Камила һылыуыбыҙ ҙа бәхет тураһында бик матур йыр йырлап ишеттерә.
Йыр “Бәхет ҡуласаһы”
А.б.Әсәйҙәр беҙгә тыныс йоҡо теләп әкиәттәр һөйләһәләр,балалар йыр йырлайҙар.Илзиә һәм Гөлзиә әсәйҙәренә тәмле йоҡо теләп киләһе йырҙы йырлайҙар икән.Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар.
Йыр “Әсәй йоҡоһо”
А.б. Беҙҙә байрам дауам итә.Балалар әсәйҙәргә өйҙә ярҙам да итәләр.Уйнап алайыҡ бергәләп.
Уйын “Өй йыйыштырыу”
А.б.Әсә һөйөүе ҡояш кеүек тормошҡа илһам бирә,һәр йәнгә әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр алып бара хатта йыһанға.
Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт
Бөтмәҫ көс һәм дәрт биргәнгә
әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!
Йыр “Әсәйҙәр йылмайғас”
Ә хәҙер төркөмгә ҡайтып әсәйҙәр күстәнәсе менән сәй эсәйек.