kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мамочка моя

Нажмите, чтобы узнать подробности

Алып барыусы:Х?йерле к?н ?с?й??р,?л?с?й??р!?аумы?ы?ы? бары?ы??а.?е??е етеп килг?н я?ты нурлы байрам мен?н ?отлар?а р?хс?т итеге?.

                        (Балалар ултыралар.)

1бала:?с?й??р?е? ?ур байрамы

           ?иге?енсе март б?г?н        

           Байрам бул?ас бигер?к й?мле       

           Барыбы??а шат б?г?н

           Ирт? тор?о? йыуынды? та

           Матур итеп кейендек

           Берг?л?шеп ет?кл?шеп

           Ба?са?а й?гереп килдек.

1бала:?с?к?йем ???ерлем

           ?ин ми?? ??мер бир?е?

           Кейендер?е? ??тер?е?              

           Т?мле аштар бешер?е?

           Кист?рен бик ары?анда

           ?ки?тт?р ??йл?не?.

           С?ст?ремд?н ?ыйпап-?ыйпап

           Т?мле йо?о тел?не?.

3 бала:?с?й??рг? б?г?н бе??е?

           И? ???ерле ???ебе?

           Шат бейе???р матур йыр?ар                            

           Ши?ыр?ар ??м уйындар

           ?е?г? тип ??ерл?нек.

Йыр”?с?й??р байрамы

Алып барыусы:Матур к?лд?кт?рен кейеп

           Сы?тылар урта?а бейеп

           Ая?тары тик тормай

           Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Бейе?”С?ск?л?р”

                  Инценировка”Умырзая с?ск?л?ре”

                  (к?рзин тотоп бер малай урта?а сы?а)

Алып барыусы:?ин ?ай?а йыйынды?.

Малай:Б?г?н ?с?й??р байрамы,мине? ?с?йем? умырзая б?л?к иткем кил?.

Алып барыусы:с?ск?л?р бит урманда ??? х??ер ?ар а?тынан таба алыр?ы?мы ?у?.

Малай:с?ск?л?р?е э?л?рмен табыр?а тырышырмын.

Алып барыусы:улай бул?ас мин ?и?? к?ст?н?ст?р бир?йем осра?ан й?нлект?р?е ?ыйлар?ы? улар ?и?? яр?ам итер??р.

Малай:Р?хм?т!

                     (музыка уйнай малай китеп бара,?уян осрай)

?уян:?ур?ма, мин у?ал т?гел. ?ин кем? Исеме? нисек була?

Малай:Мин Иль

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мамочка моя»

Дошкольное образовательное учреждение

Центр развития ребенка-детский сад “акбузат”





Сценарий утренника:

Мамочке моей в подарок первые цветы”






(Подготовительная группа)



Г. М.

Выполнила:

Кульмухаметова Р.И.






2014 йыл





(мәктәпкә әҙерлек төркөмө)


Алып барыусы:Хәйерле көн әсәйҙәр,өләсәйҙәр!Һаумыһығыҙ барығыҙҙа.Һеҙҙе етеп килгән яҡты нурлы байрам менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.

(Балалар ултыралар.)

1бала:Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы

Һигеҙенсе март бөгөн

Байрам булғас бигерәк йәмле

Барыбыҙҙа шат бөгөн

Иртә торҙоҡ йыуындыҡ та

Матур итеп кейендек

Бергәләшеп етәкләшеп

Баҡсаға йүгереп килдек.

1бала:Әсәкәйем ҡәҙерлем

Һин миңә ғүмер бирҙең

Кейендерҙең үҫтерҙең

Тәмле аштар бешерҙең

Кистәрен бик арығанда

әкиәттәр һөйләнең.

Сәстәремдән һыйпап-һыйпап

Тәмле йоҡо теләнең.

3 бала:Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ

Шат бейеүҙәр матур йырҙар

Шиғырҙар һәм уйындар

Һеҙгә тип әҙерләнек.

Йыр”Әсәйҙәр байрамы

Алып барыусы:Матур күлдәктәрен кейеп

Сыҡтылар уртаға бейеп

Аяҡтары тик тормай

Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Бейеү”Сәскәләр”

Инценировка”Умырзая сәскәләре”

(кәрзин тотоп бер малай уртаға сыға)

Алып барыусы:Һин ҡайҙа йыйындың.

Малай:Бөгөн әсәйҙәр байрамы,минең әсәйемә умырзая бүләк иткем килә.

Алып барыусы:сәскәләр бит урманда үҫә хәҙер ҡар аҫтынан таба алырһыңмы һуң.

Малай:сәскәләрҙе эҙләрмен табырға тырышырмын.

Алып барыусы:улай булғас мин һиңә күстәнәстәр бирәйем осраған йәнлектәрҙе һыйларһың улар һиңә ярһам итерһәр.

Малай:Рәхмәт!

(музыка уйнай малай китеп бара,ҡуян осрай)

Ҡуян:Ҡурҡма, мин уҫал түгел. Һин кем? Исемең нисек була?

Малай:Мин Ильшат

Ҡуян:Мин оҙон ҡолаҡ булам.Һин ҡайҙа китеп бараһың?

Малай:Мин әсәйемә умырзая сәскәһен эҙләйем.

Ҡуян:Улай булғас ошо юлдан барһаң сәскәне таба алырһың.

Малай:Рәхмәт ҡуян!Бына һиңә күстәнәс.(кишер бирә)

(китеп барғанда төлкө осрай)

Малай:төлкөбикә нигә илайһың?

Төлкө:Иламайса ни эшләйем.Ҡолаҡтарым ауырта ялан баш йөрөп һалҡын тейҙерҙем.

Малай:Мә яулыҡ.

Төлкө:Рәхмәт! Ә һин нимә эшләп йөрөйһең?

Малай:Мин умырзая сәскәһен эҙләп йөрөйөм.(юл күрһәтә төлкө)


Алып барыусы:Умырзаяларһы тапҡансы йырлап-бейеп алайыҡ.

Йыр”Ике биҙерәм”

1-2 бала шиғыр һөйлй.

(малайға Фея осрай)

Фея:һаумы батыр.Ҡайҙа юл тоттоң?

Малай:умырзая сәскәһен эҙләйем ләкин таба алманым,йәнлектәр ҙә ярҙам итә алманылар.

Фея:күрәһеңме минең тылсымлы таяғымды,ул һиңә ярҙам итер.(түңгәккә тейһә ҡар аҫтынан сәскәләр кәрзиндә)

Фея менән малай:бына ул умырзая сәскәләре.

(күңелле көй уйнай)

Малай:Бына ҡыҙҙар малайҙар сәскәләр әйҙәгеҙ әсәйҙәргә бүләк итеп бирәйек.

(сәскәләр бүләк итеү)

Алып барыусы:

Байрамығыҙ ҡотло булһын

Яҙығыҙ шаулы булһын

Йөҙҙәрегеҙ нурлы булһын.

Әйҙәгеҙ балалар байрамды йәмләндереп түңәрәктә йырлап-бейеп алайыҡ.

Йыр”таҡмаҡтар”(Ал бәйлә ҡулыңа)

Алып барыусы: Ә хәҙер әсәйҙәрҙе уйнатып алайыҡ. Уларға һәм үҙебеҙгә ярыш ойошторайыҡ.

Уйын”Таҫма бәйлә

Алып барыусы:

Ниндәй рәхәт байрам көндә

Ҡояштай балҡый бүлмә

Күбәләктәй осоп ҡына

Бейейбеҙ бергә-бергә.


Коллектив бейеү ”Парлы бейеү”

Алып барыусы: Ә хәҙер балаларҙы ла уйнатып алайыҡ.

Уйын”Өй йыйыштырыу”

(Бәләкәй туптарҙы һепертке, һоҫҡо менән йыйып алыу.)

Алып барыусы:Афарин балалар,әсәйҙәр.

Йыр “Мамина улыбка”

Бейеү “Моряктар”


1бала:

Өләсәйем уңған минең

Аш бешерә сәй эсерә

Ҡоймаҡтымы ул ҡоймаҡты

Тел йоторлоҡ бешерә

Йөн иләй ҙә ойоҡ бәйләй

Буш тормай бер ҙә ҡулы

Апайым менән үҙем дә

Бик-бик яратам уны.




Ғ. Илшат Йыр “Бәхет ҡуласаһы”

2 бала:

Ике өләсәйебеҙ бар

Икеһе лә тиҫтерҙәр

Беренсе атайымды

Икенсе әсәйемде

Кеше итеп үҫтергән.

Малайҙар башҡарыуында йыр “Егеттәр”


Алып барыусы:

Ниндәй матур,ниндәй һәйбәт

Шиғырҙар ҙа бар икән

Әсәйҙәр өсөн генә

йырҙар йырлайҙар икән.




Р. Ғәбитова һәм Лина башҡарыуында йыр “Балалҡайым”

Алып барыусы:Рәхмәт һеҙгә балалар.

Әсәй: Рәхмәт һеҙгә балалар

Уйнанығыҙ бейенегеҙ

Бүләктәрҙә бирҙегеҙ

әсәйҙәрҙән һеҙгә бөгөн

ошо булыр күстәнәс.

(пирог бирә)

5 Ҡыҙ башҡарыуында йыр “Баҡсабыҙ – гөлбаҡса”

Алып барыусы:Әсә һөйөүе ҡояш кеүек тормошҡа илһам бирә,һәр йәнгә әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр алып бара хатта йыһанға.

Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт

Бөтмәҫ көс һәм дәрт биргәнгә

әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!

Йыр “Байрам бөгөн”

Ә хәҙер төркөмгә ҡайтып әсәйҙәр күстәнәсе менән сәй эсәйек.

(Балалар сығалар)

























Икенсе кескәйҙәр төркөме № 4

Берҙән-берем әсәйем”

А.б.:Хәйерле көн әсәйҙәр,өләсәйҙәр.Һеҙҙе барығыҙҙы ла етеп килгән яҡты нурлы яҙҙың тәүге байрамы ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.(балалар ултыра)

1-2 бала шиғыр һөйләй

А.б.:нимә бүләк итергә тип

Башта аптырап ҡалдыҡ

Һуңынан инде таптыҡ

әсәйҙәргә йыр яҙҙыҡ.

Йыр”Әсәйемдең байрамы”

А.б.:Әсәй!Был донъяла иң изге,иң яғымлы,иң тылсымлы һүҙ.

1-2 бала шиғыр.

А.б.:Ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙҙең өсөн тик һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Бейеүсенең итәге

Бейей-бейей ҡыҫҡара

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Бейей-бейей оҫтара.

Бейеү”Биҙрәләр”

А.б.:Әйҙәгеҙ балалар уйнап алайыҡ инде.

“Әсәйемә бүләк”

(ике бала сыға,өҫтәлдә сәскә төҙөй.)

А.б.:Афарин балалар.бигерәк матур сәскәләр килеп сыҡты.Балалар беҙгә ҡунаҡҡа Өләсәй килергә тейеш тик ниңәлер оҙоҡлай.

Өләсәй килгәнсе йырлап алайыҡ.

Нимә бүләк итергә тип

Башта аптырап ҡалдыҡ

Һуңынан инде таптыҡ

әсәйҙәргә йыр яҙҙыҡ.

Йыр”Бәпес алып ҡайтығыҙ”

(Өләсәй инә)

А.б.:Бына Өләсәй ҙә килде.

Өләсәй:Һаумыһығыҙ балалар.Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар.

А.б.:Балалар һине бик һағынып көттөләр.йыр-бейеүҙәр әҙерләнеләр.Малайҙар әйҙәгеҙ Өләсәйгә бейеп күрһәтегеҙ әле.

Бейеү”Яблочко”

Өләсәй:Һай,афарин малайҙар.Мин дә һеҙгә тип уйын алып килдем.

Уйын”Йомғаҡты ура”

А.б.:Йырҙар йырлап бейей-бейей

Түңәрәктә уйнайбыҙ

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

Уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ.

Йыр”Яратам мин гөлөмде”

Өләсәй:Матур йырланығыҙ.Бергәләп уйнап алайыҡ.

Уйын”

А.б.:Ниндәй рәхәт байрам көндә

Ҡояштай балҡый бүлмә

Һандуғастай моңло итеп

Йырлайбыҙ бергә-бергә.

Йыр”Гөлөм”

Өләсәй:Балалар һеҙ матур итеп бейенегеҙ,уйнанығыҙ.Мин бит һеҙгә буш килмәнем һеҙгә тип күстәнәс алып килдем.Бына һеҙгә тип ҡоймаҡтар алып килдем,төркөмгә ҡайтҡас бергәләп тәмләп сәй эсерһегеҙ.Әсәйҙәрегеҙҙе,апайҙарығыҙҙы тыңлап матур аҡыллы балалар булып үҫегеҙ.Өйҙә минең эштәрем күп ҡайтырға ваҡыт һеҙҙең менән күңелле булды,һаубулығыҙ.

А.б.:Балалар,Өләсәйгә рәхмәт әйтәйек.Һеҙҙе лә беҙ байрам менән ҡотлайбыҙ,ауырымағыҙ бәхетле булығыҙ.Һаубулығыҙ.

(Өләсәй сыға)

А.б.:Өләсәйҙә ҡайтты ә беҙҙә байрам дауам итә.

Матур күлдәген кейеп

Сыҡты уртаға бейеп

Аяҡтары тик тормай

Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Түңәрәк уйын “Сәп-сәп сәп итә”

А.б.:Афарин.Әйҙәгеҙ бергәләп Өләсәйҙең ҡоймаҡтары тураһында йырлап алайыҡ.

Йыр”Ҡоймаҡтар”

А.б.:Балалар ә хәҙер төркөмгә ҡайтып өләсәйҙең ошо тәмле ҡоймаҡтары менән сәй эсәйек.Һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ яҙ ҡояшы һымаҡ килер көндәрегеҙ яҡты нурлы булһын.

(Балалар сығалар)




















Маҡсат:Балаларҙа патриотик тойғо тыуҙырыу,тыуған илгә,атай-әсәйгә һөйөү тәрбиәләү,өйрәнгән йыр-бейеүҙәргә йомғаҡ яһарға,уларҙа ысын буласаҡ һалдаттар тойғоһо уятыу.

Дәрес барышы:

Ойоштороу:

-Иҫәнләшеү,түңәрәккә тороу.

-Ҡунаҡҡа килгән һалдат ҡурсаҡ менән танышыу,дәрестең һәр бер өлөшөндә лә һалдатты иҫкә алырға.

Бейеү өлөшө:”Яблочко”көйөнә хәрәкәттәр яһау:

-атлау

-аяҡ кейемен һөртөү

-бинокольдан ҡарау

-арҡан тартыу

-урында маршҡа атлау

Тыңлау өлөшө:

-Г.Ишҡыуатова һүҙҙәре һәм көйө “Минең атайым”

-Йырға анализ яһау.Атайҙарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Музыкаль дидактик уйын

-”Болот һәм ҡояш”(Иғтибарлы булыу,ҡояш кеүек күңелле көйгә бейергә,яй көйгә болот булып ҡулдарҙы күтәрергә,ултырырға.)

Тауышты көйгә һалыу өсөн күнегеү:

-Мин атайҙы яратам,яратам,яратам-тип бер нисә тональноста йырлау.

Йырлау өлөшө:

-“Ағайым тора һаҡта”

-“Бәпес алып бирегеҙ”

Уйнау өлөшө:

-“Флажоктар”(Марш көйөнә флагты күтәреп атларға,көй туҡтаһа беҙҙә туҡтайбыҙ)

Йомғаҡлау өлөшө:

Дәрестә үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү,ҡабатлау ҡыҫҡаса,анализ яһау,хушлашыу һалдат ҡурсаҡ менән.










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мамочка моя

Автор: Кульмухаметова Равиля Ирековна

Дата: 07.12.2015

Номер свидетельства: 263268

Похожие файлы

object(ArrayObject)#863 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(72) "Утренник: «Самая любимая мамочка - моя!»"
    ["seo_title"] => string(40) "utriennik-samaia-liubimaia-mamochka-moia"
    ["file_id"] => string(6) "314243"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1459669082"
  }
}
object(ArrayObject)#885 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(82) "Развлечение в ясельной группе «Мамочка моя!»"
    ["seo_title"] => string(44) "razvlechenie_v_iaselnoi_gruppe_mamochka_moia"
    ["file_id"] => string(6) "646437"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1709011859"
  }
}
object(ArrayObject)#863 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(33) "Мамочка моя милая!"
    ["seo_title"] => string(18) "mamochkamoiamilaia"
    ["file_id"] => string(6) "305099"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457872481"
  }
}
object(ArrayObject)#885 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(33) "Мамочка моя милая!"
    ["seo_title"] => string(19) "mamochkamoiamilaia1"
    ["file_id"] => string(6) "305100"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457872488"
  }
}
object(ArrayObject)#863 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(33) "Мамочка моя милая!"
    ["seo_title"] => string(19) "mamochkamoiamilaia2"
    ["file_id"] => string(6) "305101"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457872496"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства