kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

?ки?т ??йл?? б?йге?е: "?ки?т йом?а?ы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Балалар ба?са?ында 3 – 7 й?шлек балалар ара?ында  ?ки?т ??йл?? б?йге?е.Залда   ?ки?т  тура?ында йыр?ы? к?й? башлана, балалар ?ки?т герой?ары кейеменд? бейеп сы?алар. Ике алып барыусы йыр башлай. Йыр б?тк?нсе бейе? дауам ит?.    Балалар сы?а. Ике алып барыусы уртала ?ала.         

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«?ки?т ??йл?? б?йге?е: "?ки?т йом?а?ы" »

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Бала үҫтереү үҙәге - «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы






Әкиәт һөйләү бәйгеһе:

Әкиәт йомғағы



(балалар баҡсаһында 3 – 7 йәшлек балалар араһында әкиәт һөйләү бәйгеһе)






ГМО етәксеһе:

Йыһангирова Г. М.






Сибай - 2014

Әкиәт йомғағы

(балалар баҡсаһында 3 – 7 йәшлек балалар араһында әкиәт һөйләү бәйгеһе)


Залда әкиәт тураһында йырҙың кәйө башлана, балалар әкиәт геройҙары кейемендә бейеп сығалар. Ике алып барыусы йыр башлай. Йыр бөткәнсе бейеү дауам итә. Балалар сыға. Ике алып барыусы уртала ҡала.

1– се алып барыусы З. В.: Һаумыһығыҙ хөрмәтле тамашасылар!

2 – се алып барыусы Г. Р.: Хәйерле көн кескәй дуҫтарыбыҙ.

1– се алып барыусы: Беҙ һеҙҙе “Йомро – йомро йомғағым” фестиваль – конкурста күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

2 – се алып барыусы: Гөлнәзирә, ҡара әле күпме тамашасылар йыйылған.

1– се алып барыусы: Зимфира, сәхнә бит ул тамаша, ҡараһаң күҙ ҡамаша

2 – се алып барыусы: Ысынлап та, күпме күҙҙәр беҙгә ҡарап төбәлгән.Улар бит беҙҙән ниндәйҙер тылсым көтәләр!

1– се алып барыусы: Тылсымлы әкиәт донъяһына, республикабыҙҙа уҙғарылған мәҙәниәт йылын арналған “Йомро – йомро йомғағым” әкиәт һөйләүселәр фестиваленә рәхим итегеҙ.

2 – се алып барыусы: Бөгөн бында “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре балалар сығыш яһаясаҡ.

1– се алып барыусы: Улар бит, әкиәт һөйөүселәр, төрлә әкиәттәр алып килгәндәр.

2 – се алып барыусы: Бәйгене башлар алдынан жюри ағзаларын атап әйтеп китәйек:

1 Харисова М. Р.

2 Уразбаева А. Ф..

3 Йыһангирова Г. М

1– се алып барыусы: Алҡышлап жюриларҙы ҡаршы алайыҡ, һәр бәйгесегә дөрөҫ баһа бирерҙәр тип ышанып ҡалабыҙ.

2 – се алып барыусы: Беренсе бәйгене ҡаршы алығыҙ

1– се алып барыусы Аҡбуҙат балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Буранбаева Аэлина Ул беҙгә бөгөн”Йомро икмәк” әкиәтен алып килгән. Рәхим ит.

2– се алып барыусы: Аминева Айзилә уртансылар төркөмөнә йөрөй. Ул беҙгә “Төлкө, ҡуян һәм әтәс” әкиәтен алып киләгн алҡышлап ҡаршы алайыҡ.

1– се алып барыусы: Мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Рыскужин Илмир “Бүре ни өсөн олой?” әкиәтен һөйләй ишеттерергә теләй. Рәхим ит.

2– се алып барыусы:Уртансылар төркөмөнән Кыздарбекова Руфина “Бесәй менән сысҡан” әкиәтен тәҡдим итә. Рәхим ит.

1– се алып барыусы: Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ

Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы.

Ниндәй моңһоу булыр ине икән

Әгәр ерҙә тылсым булмаһа

2 – се алып барыусы: Бик борондан килә әкиәттәр

Яҙылмаған улар бер көндә.

Йылдар үтә, һыуҙар аға

Ә әкиәт йәшәй бөгөн дә.

1– се алып барыусы: Һеҙҙең алдығыҙҙа Таланттар йәйғоро бәйгеһендә беренсе урын яулаусы уртансылар төркөмө балалары сығыш яһай. “Йомроҡай” йыры

1– се алып барыусы З. В.: Кескәй дуҫтарым, ҡунаҡтар ә һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы.

2 – се алып барыусы Г. Р.: Земфира, бөгөн бында әкиәт һөйөүселәр йыйылған да инде.

1– се алып барыусы З. В.: Әйҙә улайһа һеҙең менән уйнап алайыҡ. Был уйын “Ниндәй әкиәттән? “тип атала.

2 – се алып барыусы Г. Р.: Беҙ һеҙгә берәй сюжет әйтәбеҙ, ә һеҙ ниндәй әкиәттән булыцын билдәләргә тейешһегеҙ.

1– се алып барыусы З. В.: “Йомро –йомро йомғағын эҙләп һарыҡ көтөүсеһе янына килеп сыҡҡан” (Гөлбикә)

2 – се алып барыусы Г. Р.: “Арыҫлан бик асыуланып ҡоҙоҡҡа ҡараған икән, унда үҙе кеүек бер арыҫланды күргән” ( )

1– се алып барыусы: Беҙҙең киләһе бәйгесене ҡаршы алығыҙ. Ул 12 һанлы телмәр төҙөтеү төркөмөнән Рахимов Ильяс. Ул беҙгә “Сихри моң” әкиәте менән килгән. Рәхим ит.

2 – се алып барыусы: Өлкәндәр төркөмөнән Аитбаев Арслан “Бүре һәм кәзә бәрәстәре” әкиәтен тәҡдим итә. Рәхим ит.

1– се алып барыусы: Киләһе бәйгесебеҙ өлкәндәр төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Сыбарғошова Камила Ул беҙгә бөгөн”Йомроҡай” әкиәтен алып килгән. Рәхим ит.

2 – се алып барыусы: Уртансылар төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Ишмуллина Әминә бөҙгә “Ҡошсоҡ йыры” исемле әкиәт менән килгән Рәхим ит.

1– се алып барыусы З. В.: Балалар, ә кистәрен кем һеҙгә матур әкиәттәр һөйләй? Кемдәр һеҙҙе батыр, матур, аҡыллы булып үҫһен өсөн барлыҡ көстәрен йәлләмәй?

2– се алып барыусы: Әлбиттә әсәй. Бееҙҙең киләһе бәйгесебеҙ ғаилә, әсәй тураһында әкиәт алып килгән. Ҡаршы алығыҙ 6 һанлы телмәр төҙәтеү төркөмөнән Исламғолова Диана “Саҡ менән суҡ” әкиәтен һөйләргә теләй. Рәхим ит.

1 – се алып барыусы: Өлкәндәр төркөмөнән Азаматова Алтынай “Ҡурсағым” әкиәтен тәҡдим итә. Рәхим ит.

2– се алып барыусы: Беҙҙең киләһе бәйгесебеҙ мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Ишмурзина Руфина. Ул беҙгә “Ебәк ҡыҙ” әкиәтен алып килгән. Рәхим ит.

1– се алып барыусы З. В.: Абубакировтар ғаиләһе беҙгә әсәйҙәр тураһында йыр бүләк итергә теләй. Рәхим итегеҙ “Балам”

1– се алып барыусы З. В.: Бәйгене дауам итәйек. Уртансылар төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Хамзина Сулпан “Йәшелсәләр бәхәсе” әкиәтен тәҡдим итә. Рәхим ит.

2 – се алып барыусы Г. Р.: 12 һанлы телмәр төҙәтеү төркөмөнән Усманова Рузанна “Ҡояш менән ай” әкиәтен тәҡдим итә. Рәхим ит.

1– се алып барыусы З. В.: Гөлнәзирә, беҙҙең балалар баҡсаһында бик күп таланттар бар икән.

2 – се алып барыусы Г. Р.: Әйе шул, Земфира. Беҙҙең жюриларға бик ауырға тура килерме икән. Жюрилар һәр бәйгесенең сығышын баһалар өсөн уларға ваҡыт бирәйек.

Жюри ағзалары сыға. Көй башлана “Бәхет ҡуласаһы” йыры башлана, балалар бейеп сығалар, ҡулдарында шарҙар. Өсөнсө куплет башланыу менән бәйгелә ҡатнашҡан балалар әкиәт геройҙары менән берлектә сәхнәгә сығалар ярымтүңәрәк яһап торалар.

1– се алып барыусы З. В.: Ә беҙ һеҙҙең менән ял итеп алайыҡ. Музыкаль күнегеүҙәр.

2 – се алып барыусы Г. Р.: Жюриға һүҙ бирәйек. Еңеүселәрҙе алҡышлап оҙатайыҡ.
























Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
?ки?т ??йл?? б?йге?е: "?ки?т йом?а?ы"

Автор: Зигангирова Гульнара Маратовна

Дата: 25.02.2015

Номер свидетельства: 178665


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства