kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»

Нажмите, чтобы узнать подробности

патриотическое воспитание для дошкольников, одно из востребуемых занятий в доу

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
««Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»»

«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»


Консультацияның маҡсаты:


Тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлауға әҙерлек,

өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү,

тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уны

бысраныуҙан, ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү; хоҡуҡи белемгә ынтылыш

тәрбиәләү, үҙенең һәм уны уратып алғандарҙың йәмғиәттәге тәртибе өсөн,

башҡаларҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеүгә яуаплы ҡарарға өйрәтеү;

мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәренә, халыҡ ижадына һаҡсыл ҡараш, тыуған

халҡыбыҙҙың традицияларына ихтирам тәрбиәләү; уҡыусылырҙың йәмәғәт

әүҙемлеген үҫтереү, тыуған халҡының мәнфәғәтенә хеҙмәт итерҙәй аңлы

һөнәрмәндәр әҙерләү.


Патриотик тәрбиә биреү бөгөнгө көндә иң актуаль һорау. Йәмғиәтебеҙ

кризис кисергән мәлдә, илебеҙҙә төрлө проблемалар ишәйгәндә Ватанға

ҡарата патртотик тойғоно һаҡларға өйрәтеү бик мөһим мәсьәлә. Һәр кеше

ата- әсәһенең улы, йәки ҡыҙы ғына түгел,ә Тыуған иленең гражданины ла. Ә

гражданиндың Тыуған иле алдында хоҡуҡтары ла, бурыстары ла бар.

 Батырлыҡ тураһында белемдәр байытыу. Башҡорт тарихына балаларҙы ылыҡтырыу. Салуат ижады һәм уның тормошо менән таныштырыу.

Рәсәйҙең, Башҡортостан республикаһының дәүләт гимндарын,

атрибуттарын белеү;

баҡса музейына, ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү

музейына, ҡалабыҙҙың

иҫтәлекле

урындарына, республикабыҙҙың тәбиғәт һәйкәлдәре тип танылған

урындарына экскурсиялар ойоштороу;

«Тыуған илеңде беләһеңме?» тигән темаға уйындар, диспуттар,

викториналар үткәреү;

«Башҡорт шағирҙары әҫәрҙәрендә Тыуған ил», йәки «Мин Тыуған

илемде яратам» темаларына кисәләр, шиғырҙар , йырҙар бәйгеһе, һүрәттәр

бәйгеһе ойоштороү;

Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙ

тураһында класс сәғәттәреә. әңгәмәләр үткәреү.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын осрашыуҙарға саҡырыу, уларға

бүләктәр әҙерләү, уларға көнкүрештә ярҙам итеү өсөн шефлыҡ ойоштороу;

Паспорт алған уҡыусылар өсөн «Мин гражданин булдым» исемле

патриотик рухта байрам әҙерләү;

Йәш үҙенсәлектәренә ҡарап Мәрйәм Бураҡаеваның «Тормош

һабаҡтары» дәреслеген тыуған илгә ҡағылышлы материалдарын

үҙләштереү.

Илебеҙҙә быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген артабан нығытыу оло әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән балаларҙа гражданлыҡ, ватансылыҡ һәм илһөйәрлек хистәре тәрбиәләүҙе эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатҡа йүнәлешле ойошторорға тейешбеҙ, сөнки ул милли именлекте тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы сирек быуат арауығында патриотик тәрбиәне ойоштороуҙың совет осоронда тупланған бай тәжрибәһе етерлек ҡулланылманы.

Ошо хаҡта даими уйланыуҙар нигеҙендә беҙ йәш быуын вәкилдәрен ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙең, уларҙы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә мөмкин тиклем иртәрәк ылыҡтырыуҙың билдәле ысулдарын ниндәйҙер дәрәжәлә тергеҙеү тураһында килештек. Әлбиттә, уҙған быуатта ете тиҫтә йыл самаһы ҡулланылғанды бөгөнгө шарттарға яраҡлаштырырға кәрәк ине.

Илһөйәрлек тәрбиәләүҙе заманса ойоштороу йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш ике быуат киҫешкән осорҙан уҡ алып барыла ине. Бында шулай уҡ «һәр балаға етеү» принцибы ла иғтибар үҙәгендә булды. Һәр үҫмерҙе әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы яңы үрҙәр яулауға әйҙәү төп йүнәлештәр булды. Бына ошо өлгәшелгәндәр нигеҙендә патриотик тәрбиә ойоштороу буйынса заманса технологиялар булдырылды.

Был, дөйөм алғанда, йәмғиәтебеҙ өсөн төплө белемле һәм рухлы граждандар әҙерләү менән бергә милли һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Ошо тәрбиә эше балалар баҡсаһынан башланып, егеттәр һәм ҡыҙҙар мәктәпте тамамлағансы дауам итә. Белем алыуҙың, асыҡланған маһирлыҡты үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре дөйөм тәрбиәүи маҡсатҡа ҡарай һәм уҡыу-уҡытыу барышында, дәрестәрҙән тыш сараларҙа тормошҡа ашырыла. Бының өсөн сабыйҙарҙың баҡсалағы төркөмдәре, артабан мәктәптәге класс коллективтары, балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт берекмәләре уңышлы ҡулланыла.

Ата-әсәләргә кәңәштәр.

Тыуған илгә арналған әңгәмәләрҙе, байрамдарҙы

төптән уйлап, йөкмәткеле итеп үткәреү талап ителә.

«Тормош һабаҡтары» дәреслектәрен тәрбиә

эшендә ҡулланыу отошло булы.

Был йүнәлештәге эшмәкәрлектең буласаҡ һөҙөмтәләре.

Ысын гражданин, патриот үҙенең Тыуған илен ярата, уның менән

ғорурлана, халҡының тарихи - мәҙәни , рухи мираҫын өйрәнә, гражданлыҡ

бурысына тоғро, Ватанын һаҡларға һәр ваҡыт әҙер була.









Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Бала үҫтереү үҙәге- ”Аленушка” балалар баҡсаһы











Ата-әсәләр өсөн консультация

«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»















Башҡарҙы: тәрбиәсе Асылбаева З С





Сибай-2019


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»

Автор: АСЫЛБАЕВА ЗЕМФИРА СУЛТАНОВНА

Дата: 19.05.2019

Номер свидетельства: 511047

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(96) "«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»"
    ["seo_title"] => string(48) "kesk_iz_rg_patriotik_t_rbi_bireu_uzens_lekt_re_1"
    ["file_id"] => string(6) "560302"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1602938782"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства