kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

"Ҡайҙа һин, алтын көҙ?" сценарий осеннего утренника для детей подготовительной группы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡатнашалар: көҙ, алып барыусы, Болоҡһоу, Терпе, Бәшмәк, Тейен, Мәскәй әбей

Музыка аҫтында балалар залға инә.

А.б. Балалар, беҙҙе мөғжизәле байрам көтә. Ҡунаҡҡа беҙгә көҙ килә. Балалар, әйҙәгеҙ, көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп, көҙ миҙшелен саҡырайыҡ, тиҙерәк килеүен һорайыҡ.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«"Ҡайҙа һин, алтын көҙ?" сценарий осеннего утренника для детей подготовительной группы»

Ҡайҙа һин, алтын көҙ?

Ҡатнашалар: көҙ, алып барыусы, Болоҡһоу, Терпе, Бәшмәк, Тейен, Мәскәй әбей

Музыка аҫтында балалар залға инә.

А.б. Балалар, беҙҙе мөғжизәле байрам көтә. Ҡунаҡҡа беҙгә көҙ килә. Балалар, әйҙәгеҙ, көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп, көҙ миҙшелен саҡырайыҡ, тиҙерәк килеүен һорайыҡ.

Шиғырҙар

Көҙ килгән, көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар, тирәктәр, талдар

Һарынан күлдәк кейгән.

Көҙ килгән, көҙ килгән,

Тиҙ килгәнен кем белгән?

Көҙ бит һорап та тормаған,

Баҡсаға барып кергән.

Алтын көҙ килə еремə 
Тирə-яҡҡа көҙ апай 
Һипте һары буяуын: 
Һары урман, һары тау 
Алып тора күҙ яуын. 


Ошо буяу көҙ еткəс, 
Ҡаплап ала ер өҫтөн. 
Йəп-йəшел ужым ғына 
Һаҡлай нисек йəй төҫөн? 

Баҡсаларға көтмәҫтән, 
Ниндәй алтын төҫ керҙе. 
Япраҡтар яуҙы юлға, 
Көҙ килде бит, көҙ килде.

Йыр

Көҙ инә – күңелһеҙ, кәйефһеҙ, ҡайғылы

Көҙ: Ниндәй матур зал: йылы һәм йәмле. Балалар, һеҙ мине шиғырҙар һөйләп саҡырҙығыҙмы? Бына мин килдем.

А.б. Нисек инде һин көҙ? Аңламайым, ни өсөн һин бик күңелһеҙ, сағыу түгелһең? Һинең алтын кейемең ҡайҙа? Ни өсөн ҡайындар бойоҡ? Миләштәр сағыу түгел? Сағандарҙа күҙ йәше?

Көҙ: Бына бәлә шунда шул. Ә ни эшләргә белмәйем. Минең көҙгө бумалам юғалды. Ул бумала менән мин бар тәбиғәтте алтын төҫкә буяй инем: ағастарҙы, яландарҙы.

А.б. Балалар, әйҙәгеҙ көҙҙөң күңелен асайыҡ. Беҙ бит һеҙҙең менән йырҙар беләбеҙ. Көҙҙө уйнарға саҡырайыҡ.

Йыр “Солнце спряталось за тучи”

Болоҡһоу инә. (Непогодушка). АПЧХИ! Алтын көҙ килмәгәс, әйҙә көн боҙолһон, күләүектәр аҡһын, бысраҡ булһын! Йырлай

А я – тетушка Непогодушка,

И не в радость даже мне солнышко.

Нагоняю я облака и дождь.

И беда тому, кто не взял калош.

Непогодушка я дождливая,

То холодная, то сопливая (Апчхи!)

Ну, держитесь теперь, коли я пришла,

За свои возмусь вредные дела.

Болоҡһоу балаларға һыу һибә, өрә.

Көҙ: Һин нимә, һин нимә? Туҡта, алтын көҙ әле килеп етмәгән.

Б.: Бына һиңә кәрәк булһа! Ҡайҙа йөрәгән һуң? Үҙенең ваҡытын йоҡлап үткәргәс, йөрөмәһен бында. Кит бынан, йөрөмә юлда!

Көҙ: Туҡта әле, тыңла әле мине, Болоһоу! Мин бит бәләгә тарыным. Алтын бумалам юғалды. Урман – ағастарҙы нисек итеп хәҙер алтынға буяйым?

Б.: Бумалаң юғалдымы? Ҡайғырма. Мин хәҙер һиңә ярҙам итәм. Ағастарҙың йәшел япраҡтарын йыуып төшөрөргә кәрәк. Әйҙәгеҙ әле, ямҡыр тамсылары. Япраҡтарҙың йәшел төҫөн йыуығыҙ.

Капельки” бейеүе.

Шиғырҙар

Көндөҙ һалҡын ел иҫә,

Таң менән ҡырау төшә.

Ҡояшты болот ҡаплаған

Ҡыҙҙырмай ул йәйгесә.


Ҡыр, баҫыуҙар һап-һары,

Ҡыуарып бөткәндәр бары.

Тик ужым баҫыуҙарын

Йәшел тиергә ярай.


Миләш, балан, гөлйемеш тә

Ҡыҙыл тәлгәштәр элгән.

Ни арала күреп ҡалып,

Турғайҙар осоп килгән.


Үтә күренә урмандар,

Япраҡтар ергә ята.

Ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары

Остолар йылы яҡҡа


Уйын

Көҙ: Беҙ бушҡа тырышҡанбыҙ. Япраҡтар һаман йәшел төҫтә ҡалған.

Б.: Ярай, Көҙ, ҡайғырма! Ана, тағы кемдер күренде.

(Көҙ, Болоҡһоу сығып китәләр. Терпе кейемендә бала сыға.)

Терпе: Китеп барам юлдан, һары япраҡтар эҙләйем. Үҙемдең өйөмдө, өңөмдө ҡышҡылыҡҡа йылытырға уйлағайным. Тик һары япраҡтар күренмәй. Нишләп көҙ килмәгән икән?

Бәшмәк – бала килә. . Ой кем был?

Бәшмәк: Һаумы, терпе? Һары япраҡ эҙләп йөрөйһөң. Көҙ бит алтын бумалаһын юғалтҡан. Шуға ла япраҡтарҙы буяй алмай.

Терпе: Тиҙерәк уға ярҙам итергә кәрәк.

Бәшмәк: Туҡта әле, тороп тор. Һин бер үҙең, ә балалар бында күмәк. Эй, балалар! Һеҙ көҙҙөң бумалаһын күрмәнегеҙме?

А.б.: Беҙ күрмәнек, белмәйбеҙ. Тейендән һорап ҡарағыҙ. Ул бит бейектә. Уға яҡшыраҡ күренә.

Тейен сыға. Эй, терпе, кил бында тиҙерәк.

Терпе: Тейенкәй, беҙҙә бәлә. Алтын бумаланы күрмәнеңме?

Тейен: Иң тәүҙә минең менән уйна.

(Тейен ҡаса, терпе баҫтыра)

А.б. Бына ошолай хәл килеп сыҡты, балалар. Бумала ҡайҙалыр юғалды, ә көҙ ҡайғырып йөрөй, бумаланы таба алмай.

Мәскәй әбей сыға. Ҡулында алтын бумала. Үҙенең өйөн буяй һәм йырлай..

М.ә. Урман ситендә бәләкәй өйҙә йәшәй Мәскәй әбей. Өйө туҙып, ҡыйшайып бөткән. Бына алтын бумала табып алдым, хәҙер өйөмдө буяп ҡуям, ялтырап торһон.

А.б. Бына бит алтын бумала. Мәскәй әбей, бир бумаланы.

М.ә. Юҡ инде. Миңә килеп эләккән нәмә юҡ була.

А.б. Был бумаланы көҙ юғалтҡан бит. Ә ул ошо бумала менән ағастарҙы алтынға мансыр, ерҙе төрлө төҫтәге балаҫ менән ҡаплар ине.

М.ә. Ә-ә, ҡайһылай һеҙ хәйләкәр! Үҙҙәре ер өҫтөн ҡаплар, ағастарҙы матурлар. Ә мин ошо иҫке, алама, ҡыйшайып бөткән өйҙә йәшәргә тейешме? Юҡ инде, юҡ! Хәҙер мин үҙемдә матурлыҡ булдырам һәм рәхәтләнеп йырлай – йырлай йәшәйәсәкмен. Бер кемде лә үҙемә яҡын ебәрмәйем.

А.б. Нимә эшләргә инде? Нисек итеп Мәскәй әбейҙән алтын бумаланы алырға? Әһә, уйлап таптым: Мәскәй әбейгә ҡунаҡҡа барабыҙ. (Туҡылддата)

М.ә. Кем унда?

А.б. Был беҙ, ҡунаҡтар!

М.ә. Ниндәй ҡунаҡтар? Индермәйем!

А.б. Ҡунаҡтарҙы өйөңә индергең килмәгәс, беҙҙе эшселәр итеп ал.

М.ә. Эшселәр? Ә һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

А.б. Беҙ йырлай, бейей беләбеҙ. Баҡсала эшләй алабыҙ, аш та бешерә беләбеҙ.

М.ә. Күрһәтегеҙ миңә һөнәрегеҙҙе.

Уйын.

(М.ә. бумаланы иҙәнгә һала, А.б. уны ала)

М.ә. Һеҙҙең менән уйнап йөрөп, оҙаҡлап киттем. Ҡайтайым. Өйөмдө буяп бөтөрә һалайым. (Һеперткеһен ала – буяй)

М.ә. Бер нимә лә аңламайым.

А.б. Был бит һинең һеперткең.

М.ә. Нисек һепертке? Ә бумала ҡайҙа?

А.б. Йыбанма, эҙләп ҡара. (М.Ә. зал буйлап йүгерә.)

М.ә. Алданылар, оттолар. Танау аҫтынан алып киттеләр! (Сығып китә, көҙ инә)

Көҙ Һеҙҙ нисек итеп риза итергә лә белмәйем. Хәҙер инде мөғжизәләр тыуҙырырға була: урмандарҙы алтынға манам, миләштәргә ҡыҙыл һырғалар эләм, ҡайындарға һап – һары яулыҡ ябам. Ел индә әйҙә ҡыуанһын, япраҡтарҙы осорһон. Һеҙгә көҙҙән ҙур сәләм, көҙгө япраҡтар. (Япраҡтар тарата).

Шиғырҙар

Көҙ апай килә баҙарҙан,
Нимә генә алмаған!
Ниндәй бүләк кәрәклеген
Әйтмәһәңдә аңлаған.


Ҡайындарға - һары яулыҡ,
Миләшкә - ҡыҙыл муйсаҡ,
Сейәгә - көрән алҡалар,
Ал да ҡолағыңа таҡ.


Алһыу, йәшел буяуҙарын
Биргән алма, ҡыярға.
Бөрлөгән ҡыҙыл мәрйенен
Белмәй ҡайҙа ҡуйырға.


Көҙ шулай төрлө төҫтәргә
буяй бөтә ерҙе лә.
Емеш-еләк менән һыйлай
Шатландыра беҙҙе лә



Йыр

Көҙ: Ошо яҡты, матур байрам өсөн ҙур рәхмәт! Бына һеҙгә көҙ байлыҡтары. (Кәрзиндә алма, грушалар)




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
"Ҡайҙа һин, алтын көҙ?" сценарий осеннего утренника для детей подготовительной группы

Автор: Шагигалина Элина Альбертовна

Дата: 02.11.2022

Номер свидетельства: 616583


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства