Ҡаламдың ете мөғжизәһе.
Маҡсат: Сибай ҡалаһының ете билдәле урындары менән уйын-ярыштар аша таныштырыу; Етеҙлек, сослоҡ , сәмселлек, үҫтереү; Берҙәмлек, тыуған илгә һәм ҡалаға һөйөү, ғорурлыҡ, дуҫлыҡ тойғолары булдырыу;
Йыһазландырыу: ноутбук, экран, мультимедиа, сәкән һәм шайбалар , аттар, янып торған шәмдәр менән стакандар, ҡоршауҙар, түңәрәктәр, туптар, кәрзиндәр, киндер сюрприз кәнфите эслектәре, аттар, яулыҡтар, ободоктар, йәшел банттар, сысҡанға ҡойроҡтар, эткә һәм бесәйгә эмблемалар;
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, хеҙмәткәрҙәр. Һеҙҙе Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге гимназия уҡытыусылары, Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы һәм “Аманат” балалар баҡсаһы педагогтары һәм хеҙмәткәрҙәре осрашасаҡ спорт байрамында күреүебеҙгә шатбыҙ. Осрашасаҡ командаларҙы тәбрик итеп ҡаршы алайыҡ:
-Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге гимназия командаһы рәхим итегеҙ; ,
- Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы командаһы;
-“Аманат” балалар баҡсаһы командаһы рәхим итегеҙ;( командалар марш аҫтында теҙелешеп инеп торалар)
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ , тип башлайым мин
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Бер –береһен тәбрикләр өсөн һүҙ командаларға бирелә (команданың исеме, девизы һ.б.).
Дуҫтар йыйылған залға,
Ситтә ҡалма кил ҡара.
Жюрилар ҙа йыйылған,
Улар бирерҙәр баһа.
Беҙҙең бәйгебеҙҙе күҙәтеп, баһалап ултырыусы жюри ағзалары менән танышып үтәйек.
Алып брыусы: Быйыл беҙҙең тыуған ҡалабыҙ Сибай өсөн ҙур дата тора. Уның тыуған көнөндә 60 йәш тула.
Тыуған илебеҙ тағы ла бер ҙур ваҡиғаны билдәләргә йыйына. Бөйөк Ватан һуғышында яулаған Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. Ошо ике ҙур дата сиктәрендә- Бөйөк еңеүгә 70 йыл һәм тыуған ҡалабыҙҙың юбилейы байрамына арналған “Ҡаламдың ете мөғжизәһе” тип аталған патриотик-спорт байрамыбыҙҙы асырға рөхсәт итегеҙ.
Ете һаны етегәндә генә түгел
Ете һаны ете ырыуҙа,
Ете һаны символ ҡурайҙа.
Рәсәйемдең ете мөғжизәһе,
Илебеҙҙең яҡты көҙгөһө.
Башҡортостан ете мөғжизәһе
Халҡыбыҙҙың ғорур билдәһе.
Атайсалдың ете мөғжизәһе-
Таң ҡалырлыҡ гүзәл ерҙәре-
Беҙгә бар(ы)һы күптән билдәле.
Ете һаны тыуған ҡаламдың,
Ете генә түгел етмеш ете
Матур ере барҙыр Сибайҙың.
Барыбыҙға ла билдәле булыуынса ҡалабыҙ бик матур, таҙа, бөхтә, бик күп күренекле урындары, күрһәтер әйберҙәре бар. Әммә шуларҙың иң-иң күренекле урындарына ғына туҡталырбыҙ, ҡалабыҙҙың иң матур, билдәле ете ере менән танышырбыҙ. Сибай ҡалаһының ете мөғжизәле ерҙәре әлегә рәсми рәүештә билдәләнмәгән.
Экранда Сибай ҡалаһының өҫтән төшөрөлгән фотоһы. Тимәк беҙ Сибай буйлап сәйәхәт итәсәкбеҙ, мин һеҙҙе экскурсияға саҡырам.
Юлға сығыр алдынан күңелле көй аҫтында балалар яратҡан әкиәттәге йомро икмәккә ҡушылып бейеп, үҙебеҙҙе ярышҡа әҙерләйек.
Сибай ҡалаһы буйлап экскурсиябыҙ барышында һәр туҡталыш һайын беҙҙең экранда ете тажлы ҡурай таждары янып барасаҡ. Сәйәхәтебеҙҙе башлайбыҙ.
Беҙҙең беренсе туҡталышыбыҙ, экранда күренеүенсә, Еңеү паркындағы мәңгелек ут. Ул Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан, еңгән , яу ҡырында ятып ҡалған батыр һалдаттар иҫтәлегенә арналған. Әйтеп үтелгәнсә , беҙ быйыл Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Беҙ ул мәңгелек утты һүндермәҫкә, ҡаһарман һалдаттар батырлығын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Бөгөнгө беҙҙең осрашыуыбыҙҙың беренсе ярышы “Мәңгелек ут” тип атала. Янып торған таяҡты тотоп, билдәләнгән урынды урап килеү, таяҡты артабан биреү. Ҡайһы команда алдан бөтә, шул команда еңеүсе тип билдәләнә.
Ете тажлы ҡурайыбыҙҙың бер тажы балҡып янып китте.
Артабанғы туҡталышыбыҙ шул уҡ Еңеү паркында Пушка һәйкәленә туҡтала. Экранға иғтибар итегеҙ. Пушка Бөйөк Ватан һуғышында булған ҡорал. Беҙ күрһен тип, һәйкәл итеп ҡуйғандар. Ярыштың исеме “Пушка”. Һеҙҙең алдығыҙҙа обруч эсендә дүрт туп һәм шулай уҡ арыраҡ дүрт буш түңәрәктәр ята. Туптар пушка йәҙрәләре икән, ти. Шул йәҙрәләрҙе буш түңәрәктәр эсенә һәр береһен айырым алып барып һалыр кәрәк. Йәғни беренсе тупты алып, беренсе ятҡан түңәрәккә алып барып һалабыҙ. Кире йүгереп килеп икенсе тупты алып икенсе түңәрәккә алып барып һалабыҙ. Артабан өсөнсө туп һәм дүртенсе туп һәр береһе айырым килеп алып барып һалына. Туптар таратып һалынып бөткәс йүгереп икенсе уйнаусыға усына һуғып эстафета тапшырыла. Икенсе уйнаусы шул уҡ тәртиптә тупты йыйып обручҡа һала. Ҡайһы команда алдан бөтә, шул еңеүсе тип һанала.
Ете тажлы ҡурайыбыҙҙың икенсе тажы янды.
Артабанғы сәфәребеҙ шул уҡ парк эсендә. Унда ҡалабыҙҙың биҙәге булған бик матур фонтандар бар. Өсөнсө ярышыбыҙ “Фонтан” тип атала. Һәр команда алдында етешәр обруч ята. Шул обручты алып беренсе торған уйнаусы икенсегә алып кейҙерә. Ә икенсеһе үҙ сиратында обручты үҙенән сисеп өсөнсөгә алып кейҙерә. Шул рәүешле бөтә обручтар ҙа иң һуңғы уйнаусыға тиклем күсә барып кейҙереп ҡуйыла. Үҙ сиратында һуңғы уйнаусы обручтарҙы арттан алға ҡарай үрҙәгесә алға ебәрә. Ҡайһы команданың обручтары беренсе торған уйнаусыға кейҙерелеп бөтә, шул команда еңеүсе тип билдәләнә.
Афарин! Был һынауҙы ла бик уңышлы үттегеҙ. Беҙҙең ҡурайыбыҙҙа өсөнсө таж янды.
Сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең юлыбыҙҙа артабан Төнъяҡ амурҙары һәйкәле осрай. Ул һәйкәл 1812 йылда булған Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары батырлығына арнап ҡуйылған. Ул Сибай ҡалаһында ат менән эшләнгән беренсе һәйкәл. Һуғышҡа китер алдынан бөтә башҡорт яугирҙары хәҙерге Сибайҙың көнсығыш яҡ ситендә , Төйәләҫ йылғаһы буйында йыйылғандар. Шуға күрә лә был һәйкәл ҡаланың көнсығыш яҡтан ингән ергә ҡуйылған. Ул йылдарҙа Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары атта ла оҫта һыбай йөрөгәндәр, мәргән дә булғандар. Беҙҙең дүртенсе ярышыбыҙ “Төнъяҡ Амурҙары” тип атала. Таяҡ атҡа атланып билдәләнгән ергә ҡаршылыҡтарҙы урап барып етергә. Атты һалып тороп , ҡулға киндер-сюрприз кәнфитенең эске ҡабығын алып (эсендә таш) ике метр алыҫлыҡта торған биҙрәгә ташларға. Ҡайһы команда биҙергә күп ташлай ала, шул еңеүсе.
Афарин, дүртенсе ҡурай тажы ла үҙ сиратында балҡып янды.
Артабанғы юлыбыҙ Дуҫлыҡ һәйкәле аша үтә. Урыҫ халҡы һәм башҡорт халҡы дуҫ йәшәгәне , 400 йыл бергә булғандары өсөн был һәйкәлде ҡуйғандар. Был һәйкәл янындағы ярышыбыҙ “Дуҫлыҡ” тип атала. Беренсе торған уйнаусы урындан алыҫлыҡҡа һикерә, икенсе торған уйнаусы уның янына тороп, уға аяғын тигеҙләп тиңәлә һәм ул да урындан алыҫлыҡҡа һикерә. Командала уйнаусылар шулай бер – береһенә тиңәлеп барыһы ла һикереп бөткәс һуңғы һикереүсенең үксә тәңгәлен билдәләйҙәр. Һәр команда һикереп бөткәс, ҡайһы команда алғараҡ китеп һикереүен асыҡлайҙар.
Был ярышыбыҙ беҙҙең ҡурайыбыҙҙың бишенсе тажын яндырҙы.
Юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек. Беҙ Мәжит Ғәфүри исемендәге һәм ял паркына килеп сыҡтыҡ. Был паркта ҡалабыҙҙың ғорурлығы булған балалар ижады үҙәге һәм Ирәндек боҙ һарайҙары урынлашҡан. Был һарайҙарҙа беҙҙең балаларыбыҙ төрлө йүнәлештә үҙҙәренең буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү форсаты таба алалар. Балалар ижады үҙәге балалаларҙы бассейн булыуы менән ылыҡтырһа, Ирәндек боҙ һарайы йәйге эҫе көндәрҙә лә конькиға баҫыу мөмкинселеге бирә. Был ярышыбыҙ “Йылғыр спортсылар” тип атала. Беренсе торған уйынсы обруч аша үтә сығып, иҙәндә ятҡан обручтар буйлап һикерә, артабан сәкән менән шайбаны зиг-заг юлы буйлап алып барып урап килтереп кире тәү ятҡан урынына һала, шул уҡ күнегеҙәрҙе башҡарып ҡайтып эстафетаны тапшыра. Ҡайһы команда алдан бөтә, шул еңеүсе тип һанала.
Һеҙҙең ярҙам менән алтынсы тажда ла уттар балҡый.
Беҙ юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек. Беҙҙең ҡалабыҙҙа беҙ ял итергә барырға яратҡан культура йорттары ла байтаҡ. Шулар араһында театрҙар ҙа ҙур урын биләй. Ҡалабыҙға йәм биреп тороусы Арслан Мөбәрәков исемендәге театр һәм Сулпан балалар театрҙары беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәп, илһам ала торған йорттар. Беҙҙең һуңғы ярышыбыҙ “Тамаша” тип атала. Беҙ һеҙҙең менән бөтәбеҙгә лә билдәле “Шалҡан” әкиәтен уйын аша сәхнәләштерәбеҙ. Бер уйнаусы 8-10 метр алыҫлыҡта шалҡан булып ултыра. Икенсе уйнаусы бабай була. Ул йүгереп килеп шалҡанды урай, ҡайтып әбейҙе артынан тотондороп тағып йүгерә, артабан ейәнсәр, шунан эт Муйнаҡ, бесәй, сысҡан үҙ сираттарында тағылып алалар. Иң аҙаҡ сысҡанға тотоноп шалҡан йүгереп ҡайта. Ҡайһы командала шалҡанды алып ҡайтып теҙелеп торалар, шул еңеүсе була.
Был ярышыбыҙ беҙҙең ҡурайыбыҙҙың бөтә таждарын да ҡабыҙырға ярҙам итте.
Беҙ һеҙҙең менән Сибай ҡалаһын гиҙеп, уның ҡайһы бер билдәле ерҙәрендә булып үттек. Шуны ҡабатлап әйтке килә, тыуған ҡалабыҙҙы яратайыҡ, матурлайыҡ һәм үҙебеҙҙең эшебеҙҙә лә уның матур ерҙәрен һөйләп балаларға еткерәйек. Тыуған илебеҙгә һөйөү, халҡыбыҙҙы яратыу, телебеҙҙе белеү бәләкәй тыуған ил – тыуған ереңде, ҡалаңды өйрәнеүҙән башлана.
Командаларҙың ултырыуҙарын һорайым. Жюри ағзалары ярышҡа йомғаҡ яһағансы беҙ бәләкәй генә викторина һорауҙарына яуап бирәйек.
1. Рәсәйҙә ете мөғжизә билдәләп үтелде. Шуларҙы һанап үтегеҙ.
2. Башҡортостандың ете мөғжизәһе тип билдәләнгән ерҙәрҙе атап үтегеҙ.
3. Атайсалдың ете мөғжизәһен һанап үтегеҙ.
Афарин, бик яҡшы яуаптар. Командалар теҙелдек.
Һүҙҙе хөрмәтле жюри ағзаларына бирәйек
(Еңеүсе командаларҙы тәбрикләү).
Берҙәмлектә көс ҡеүәт.
Дуҫлыҡта ла бәрәкәт.
Дуҫлыҡ ҡәҙерле була
Һынау үтһәң бергәләп.
Беҙҙең был осрашыуыбыҙ һуңғыһы булмаҫ тигән өмөттә һеҙҙең менән хушлашабыҙ.