Муниципаль автономлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
“Сулпылар” балалар баҡсаһы
Ата-әсәләр йыйылышы:
“ Интеллектуаль уйындар
иленә сәйәхәт ”.
(уртансы төркөм)
Әҙерләне: тәрбиәсе
Өмөтбаева Г.М.
Сибай, 2016 йыл
Тема: Интеллектуаль уйындар
иленә сәйәхәт.
Маҡсат : 4-5 йәшлек балаларҙың аң-зиһенен үҫтереү өсөн, ата-әсәләрҙе интеллектуаль уйындар менән таныштырыу. Ата- әсәләрҙең һәм пед.коллективтың бәйләнешен нығытыу.
Көн режимы:
Интеллектуаль уйындарҙың әһәмиәте.
Интеллектуаль уйындар иленә сәйәхәткә сығыу.
Төрлөләр.
Сәй эсеү.
Йыйылыштың барышы:
Хәйерле кис хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Йыйылышҡа ваҡыт табып килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Бөгөнгө йыйылышта беҙ интеллектуаль уйындар тураһында һөйләшәбеҙ. Темаға күсер алдынан беҙҙең төркөмдә студенттар практика үтәләр. Улар пед колледждан килгәндәр, 3 курсталар, ата-әсәләр менән эш алып барыуҙы өйрәнергә килгәндәр. Хәҙер улар һеҙҙең менән танышырға теләйҙәр.
Бөгөнгө көн режимы:
1. Интеллектуаль уйындарҙың әһәмиәте.
2.Интеллектуаль уйындар иленә сәйәхәткә сығыу.
Төрлөләр.
Сәй эсеү.
1. Балаларҙың үҫешендә интеллектуаль уйындарҙың әһәмиәте тураһында бер аҙ һөйләп үтәйем.
Мәктәпкәсә йәштәге баланың Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп принципы - баланың танып-белеүҙәге ҡыҙыҡһыныуын төрлө эшмәкәрлектәрҙә формалаштырыу. Шулай уҡ стандарт, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль үҫеше сифатына йүнәлтелгән. Шулай булғас, программа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың шәхесен төрлө эшмәкәрлектә үҫештерергә тейеш.
Был документ белем биреү өлкәһендә танып-белеү үҫешен былай тип билдәләй:
- баланың ҡыҙыҡһыныуын һәм аң-зиһенен;
- фекерләү һәләтен һәм ижади активлығын;
- үҙе тураһындағы тәү күҙаллауҙарҙы, башҡа кешеләр тураһында, тирә-йүн объекты, уларҙың сифатын (форма, төҫ, дәүмәл материалы, яңғырауы, ритмы, темпы, күләме, һаны, өлөш һәм бер бөтөнлөгө, арауыҡ һәм ваҡыт, хәрәкәт һ.б.) формалаштыра. Хәҙерге заманда, балаларҙың аҡыл-зиһенен үҫтереүгә көстө күберәк һалырға тейешбеҙҙер тип уйлайым.
Шуға күрә, мин тәрбиәсе булараҡ, үҙемдең эшемдә күберәк балаға уйын аша белем бирергә тырышам. В.А. Сухомлинский яҙыуы буйынса: «Уйынһыҙ баланың тулыһынса үҫеше юҡ. Уйын – ул ҙур, яҡты тәҙрә, шул тәҙрә аша баланың рухи донъяһына аңлау, белем дәрте ағыла.
Уйын – ул осҡон, ҡыҙыҡһыныусанлыҡты ут кеүек ҡабындыра».
Шунлыҡтан мин төркөмдә күберәк балаларҙың аҡыл-зиһенен, танып-белеүҙәрен, уйлау, фекерләү һәләттәрен үҫтереүсе уйындар ҡулланам. Был уйындар балаланан артыҡ белем һорамай. Уйын барышында балалар һиҙмәйҙә ҡала, нимәгәлер өйрәнгәндәрен. Ләкин, һиҙмәҫтән мәктәпкәсә йәштәге балалар үҙҙәре һанайҙар, теҙеп һалалар, алалар, логик мәсьәләләр сисәләр, схемалар һәм төрлө модельдәр төҙөйҙәр.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар үҫеше өсөн тәғәйенләнгән материалдар араһынан, мин күберәк әһәмиәтемде ошондай уйындарға бирәм:
-Дьенеш блоктары;
-Кюизенер таяҡсалары:
-Танграм уйыны;
-Воскобович йомортҡаһы.
Һеҙҙә үҙегеҙҙең балаларығыҙ менән ошондай уйындар уйнай алаһығыҙ.
-Ә һеҙ өйҙә, аң-зиһен үҫтереү буйынса ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?
-Нисек уйлайһығыҙ баланы был уйындар нимәгә өйрәтә?
Был уйындарҙы уйнаған ваҡытта тәрбиәсе балалар баҡсаһында, ата-әсәй өйҙә дөрөҫ итеп аңлатырға тейеш. Артыҡ һүҙҙәр ҡулланып аңлатырға кәрәкмәй, баланың иғтибарын тиҙ ебәрә.
2. Ә хәҙер ваҡытлыса, үҙегеҙҙе бала итеп хис итеүегеҙҙе һорайым. Һеҙҙең менән төрлө интеллектуаль уйындар уйнап алайыҡ. Ризаһығыҙмы?
Улай булғас уйындар иленә сәйәхәткә сығайыҡ.
(тылсымлы музыка)
Тылсым таяғым менән һелтәйем,
Серле мөғжизәгә илтәйем.
Атай-әсәйгә ярҙам итеп,
Изге фея булайым!
Күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ,
1,2,3
Балаларға әйләнәйек!
Афариндар, балалар. Сәйәхәтебеҙгә сығайыҡ.
(Поезд тауышы)
Иғтибар. 1 туҡталыш. Туҡталыш нисек атала икән?
(Йомаҡтар сисеү)
Он в яйце есть и в цыпленке, В масле, что лежит в масленке, В каждом спелом колоске, В солнце, в сыре и в песке. (желтый цвет)
(выставляются человечки соответствующего цвета)
Он с лягушкой может квакать, Вместе с крокодилом плакать, Из земли с травой расти, Но не может он цвести. (зелёный цвет)
Всех быков он возмущает, Ехать дальше запрещает, Вместе с кровью в нас течет, Щеки всем врунам печет.(красный цвет)
Им треть флага занята, Он в название кита, И в букете васильковом, И на ящике почтовом. (синий цвет)
Йәгеҙ әле әйтегеҙ әле был туҡталыш нисек атала. Әйе “Төҫтәр” туҡталышы.
“Төҫлө флагтар” менән уйын.
Ҡыҙыл-сәпәкәй итеү
Йәшел-һикереү
Күк-урында атлау
Һары-урындарға ултырыу.
Ҙур рәхмәт. Артабан киттек.(музыка) Киләһе туҡталыш нисек атала икән?
(Йомаҡтар сисеү)
Ни угла, ни стороны, А родня – одни блины. (круг)
Обведи кирпич мелком На асфальте целиком, И получится фигура – Ты, конечно, с ней знаком. (прямоугольник)
Злая рыба хвост-лопата Откусила полквадрата – Целый угол, верь не верь! Кто ж он, бедненький, теперь? (треугольник)
Кубик в краску окуни, Приложи и подними. Вася десять раз так сделал – Отпечатались они.(квадраты)
Треугольник с полукругом Круг дразнили "толстым другом". Круг, расстроившись до слез, Уже стал и вверх подрос. Кто же угадает тут, Как теперь его зовут.(овал)
Был туҡталыш нисек атала? Аңланығыҙмы?
Әйе “Геометрик фигуралар” туҡталышы
Уйын “Өйөн тап” тип атала.
Миңә 2 бала кәрәк. Кем теләй?
-Төрлө обручтар һалам, һәм ошонда кубиктар һалам. Һеҙгә обручтың төҫөнә тап килтереп, кубиктарҙы обруч эсенә һалыр кәрәк.
- ошо уҡ кубиктарҙы һүрәтенә тап килтереп обруч эсенә һалыр кәрәк.
Афариндар, һеҙ бигерәк зирәк балалар икәнһегеҙ.
Артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек. (Музыка) Был ниндәй туҡталыш икән? Бында беҙҙе нимә көтә икән?
Бында беҙҙе аң-зиһенде, танып-белеүҙе, уйлау, фекерләү һәләттәрен үҫтереүсе уйындар көтә икән.
1-уйын “Дьенеш блоктары”
2-уйын “Кюизенер таяҡсалары”
4. Һуңғы туҡталышҡа юл тотайыҡ. (Музыка)
Был туҡталыш интеллектуаль уйындар күргәҙмәһе тип атала. Бында төрлө-төрлө уйындар бар. Быларҙы аҙаҡтан ,яйлап ҡарай алаһығыҙ.
Ә хәҙер сәйәхәтебеҙҙән ҡайтыр ваҡыт етте.
(Тылсымлы музыка)
Тылсым таяғым менән һелтәйем,
Серле мөғжизәгә илтәйем.
Балаларға ярҙам итеп,
Изге фея булайым!
Күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ,
1,2,3
Ололарға әйләнәйек!
Өйҙә балалаларығыҙ менән ошондай уйындар уйнай алаһығыҙ. Беҙҙең сәйәхәт һеҙгә оҡшағандыр, файҙалы булғандыр тип ышанам.
Төрлөләр.
Свидетельстволар.
Студентларҙың анкета һығымтаһы.
Предметлы үҫеш мөхит.