kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

?алдаттар бе??? ?уна?та.

Нажмите, чтобы узнать подробности

?алдаттар  бе??? ?уна?та.
Телм?р т???те? т?рк?м?.
Байрамса би??лг?н зал?а к??елле баш?орт к?й?н?  балалар т?рби?сел?р мен?н  ин?л?р ултыралар.Бер ?ы? й?гереп  ин? зал?а.
?ы?: Ура,ура ми?? хат килде,был ?см?й?шл? хат мине? ?алдат а?айымдан килг?н.
Т?рби?се: ? ним? тип я?а ?у? а?айы? ?рмен?н
?ы?: О?а?ламай мине? а?айым ??ене? ду?тары мен?н ?айтаса?.?й??ге? берг?л?п д?ртле йыр?ар мен?н улар?ы ?аршы алайы?.
Т?рби?се: Балалар ?й??ге? ?алдаттарыбы??ы ?алдат йыры мен?н ?аршы алайы?.
Йыр “Ер??н ?алдат атлай”
(Йыр б?т??г?  зал?а атай?ар ин?л?р ?алдаттар кейемд?ренд?,кемде? кейеме ю? улар инде ?алдаттар?ы?  фуражкаларында)
Т?рби?се: ?й??ге? р?хим итеге? бе??е? ???ерле ?алдаттарыбы?.Р?хс?т итеге? ?е??е етеп килг?н байрам мен?н ?отлап ?терг?.
А.б.Бер байрам бар февралда
 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«?алдаттар бе??? ?уна?та.»

Һалдаттар беҙҙә ҡунаҡта.

Телмәр төҙәтеү төркөмө.

Байрамса биҙәлгән залға күңелле башҡорт көйөнә балалар тәрбиәселәр менән инәләр ултыралар.Бер ҡыҙ йүгереп инә залға.

Ҡыҙ: Ура,ура миңә хат килде,был өсмөйөшлө хат минең һалдат ағайымдан килгән.

Тәрбиәсе: Ә нимә тип яҙа һуң ағайың әрменән

Ҡыҙ: Оҙаҡламай минең ағайым үҙенең дуҫтары менән ҡайтасаҡ.Әйҙәгеҙ бергәләп дәртле йырҙар менән уларҙы ҡаршы алайыҡ.

Тәрбиәсе: Балалар әйҙәгеҙ һалдаттарыбыҙҙы һалдат йыры менән ҡаршы алайыҡ.

Йыр “Ерҙән һалдат атлай”

(Йыр бөтөүгә залға атайҙар инәләр һалдаттар кейемдәрендә,кемдең кейеме юҡ улар инде һалдаттарҙың фуражкаларында)

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ рәхим итегеҙ беҙҙең ҡәҙерле һалдаттарыбыҙ.Рөхсәт итегеҙ һеҙҙе етеп килгән байрам менән ҡотлап үтергә.

А.б.Бер байрам бар февралда

Ҡәҙерле ул һәр кемгә

Уны ҙур байрам тип

Мөмкин хатта әйтергә


А.б.Ул тыныслыҡ байрамы

Уны һәр кеше белә.

Ватанды һаҡлаусылар

Байрамы тип йөрөтөлә.

Хәйерле көн, олатайҙар, атайҙар, ағайҙар, ҡустылар! Хөрмәтле ир – егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған.

Бала: Бына минең һеҙгә һорауым бар әрмелә хеҙмәт итер өсөн ниндәй булып үҫергә кәрәк?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Ә беҙҙең балалар көслө,ҡыйыу,батыр булып үҫер өсөн спортты ғына түгел, дәртле бейеүҙәрҙе лә яраталар.Әйҙәгеҙ балалар рәхим итегеҙ.

Дәртле бейеү.

Бала:Ә һеҙ әрмелә ниндәй һалдат булдығыҙ?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ балалар менән бергә йәш саҡтарығыҙҙы иҫкә алып уйнап ял итеп алайыҡ.

Игра "На парад идут войска" 
красный флаг - дети шагают и кричат "ура!", 
синий флаг - дети летают на самолётах, 
зелёный флаг - скачут на лошадках.

Эстафета «Волшебный мяч»

Папы и мальчики – мяч между ног «Кенгуру» до ориентира, обратно бегом.

Бала: Бәлки һеҙ беҙгә үҙегеҙ менән әрмелә булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға менән таныштырырһығыҙ?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Беҙҙең бөгөнгө һалдаттарыбыҙ араһында атайҙар ҙа бар.

Әсәйҙәрҙе иң ҡәҙерле тибеҙ,

Атайҙарһыҙ йәшәп буламы?!

Таба алмам алыштырыр кеше –

Әйләнһәм дә бөтә донъяны.

“ Балам” тиеп бер әйтеүелә

Йылы һала йәнгә, күңелгә

Ҡайғыртыуың өсөн рәхмәт, атай,

Шулай булһын инде ғүмергә.-тип ҡыуанып йырлайҙар беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ атайҙарын байрам менән ҡотлап.

Йыр “Атайым”

Бала:Һеҙҙең миҙалдарығыҙ бармы?Нимә өсөн бирҙеләр?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе:беҙҙең атайҙарҙың,ағайҙарҙың ғына түгел хатта олатайҙарыбыҙҙың да тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеп,уны дошмандан һаҡлағандары ,тыуған илгә еңеү алып ҡайтҡандары өсөн алған миҙалдары бар.беҙҙең балалар ошо хаҡта йыр беләләр.Әйҙәгеҙ йырлайыҡ әле.

Йыр “Олатайым миҙалдары”

Бала: Ә ҡыҙҙарҙы әрмегә алалармы?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҙа малайҙарҙан ҡалышмайҙар,ҡыйыу,көслө булып үҫер өсөн бөтәһен дә эшләйҙәр.Әйҙәгеҙ ярышып көс һынашып алайыҡ.

Ярыш “Өсмөйөшлө хат”

Уйын “Эҙәрмәндәр”

Ярыш “Тиҙлеккә ҡәлғә төҙөү”

Тәрбиәсе:Әйҙәгеҙ әрмеләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттарҙың әрме тураһында белемдәрен тикшереп ҡарайыҡ әле.

Викторина.

1.Россия әрмеһен ойоштороусы булып кем тора? (Петр I)
2. Россия флотын кем ойоштыра? (Петр I)
3. “Гардемарин” нимәне аңлата? (“гардемарин” французса “диңгеҙ гвардияһы” тип тәрҗемә ителә, йәғни гардемарин ул диңгез академиясен тамамлаусы кеше. Был дәрәҗә Петр I тарафыннан индерелә)
4. Винтовка осына беркетелә торған ҡорал нимә тип атала? (штык)
5. “Улар бер тапҡыр ғына яңғлышалар”, — тип кемдәр тураһында әйтәләр? (Сапер)
6. Нинди яйланма ярҙамында ағыулы газдарҙан һаҡланып була? (Противогаз)
7. Хәрби кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлаусы склад нимә тип атала? (Арсенал)
8. Төҙ атыусыны кем тип әйтәләр? (Снайпер)
9. Корабль менән идара итеүсе рульде нимә тип атайҙар? (Штурвал)
10. Моряктар араһында киң таралған өҫ кейеме нимә атала? (Тельняшка)
11. Сигнал уттары менән юл күрһәтеүсе яр буйындағы башня нимә тип атала? (Маяк)

Тәрбиәсе:һай,афарин һалдаттарыбыҙ.Әминә һинең тағы ла һорауың бармы әллә?

Әминә: Эйе.Әрмелә һеҙ кем булып хеҙмәт иттегеҙ?

Атайҙарҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Беҙҙең малайҙарыбыҙҙа,бәлки ҡыҙҙарыбыҙҙа аҡыллы һау-сәләмәт булып үҫкәс әрмеләргә барырҙар.Бына Роман да олатаһы кеүек моряк булып,атаһы кеүек ил һаҡсыһы булып хеҙмәт итергә хыяллана.Әйҙә Роман рәхим ит.

Йыр “Мин дә һалдат булырмын”

Ҡыҙ:мин һеҙҙе барығыҙҙы байрам сәйенә саҡырам,әсәйем ағайымдың әрменән ҡайтыуын бик ныҡ көттө,тәмлекәстәр әҙерләнеләр.Әйҙәгеҙ минең менән барығыҙҙы саҡырам.

Бөтәһе лә төркөмгә ҡайталар.












Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
?алдаттар бе??? ?уна?та.

Автор: Кунакбаева Гульназира Робертовна

Дата: 17.03.2016

Номер свидетельства: 306967


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства