Ата-әсәләр йыйылышы
Тема: «Минең балам –һәләтле бала»
Маҡсат: ата-әсәләргә балаларың һәләттәрен асыҡларға ярҙам итеү, уларҙы артабан һәр яҡлап үҫешенә булышлыҡ итеү , ғаилә һәм балалар баҡсаһы араһында мөнәсәттәрҙе яйға һалыу, балаларҙың уңыштарына һөйөнөү тойғоларын уятыу,төрлө йүнәлештә һәләтлелек үҫтереү системаһы булдырыу.
Һәләтле балалар – йәмғиәт ҡиммәте. Донъяның яҡты киләсәге ошо балалар ҡулында.
Һәләтле бала төшөнсәһе ул бик ҡатмарлы күренеш. Ғөмүмән алғанда, һәләтлелек ул һәр кешегә хас сифат. Шуға күрә һәр баланы ла мотлаҡ рәүештә һәләтле тип ҡарарға тейешбеҙ. Һәләтле бала категорияһына бер яҡтан ул - ҡайһылыр йүнәлештә һәләттәре асылған, һәләттәре күренеп торған бала булыуы йәки икенсе яҡтан ҡарағанда һәләттәре әле асылмаған, әле потенциалда ғына күҙаллана торған балаларҙы индерәбеҙ. Балаға һин һәләтле, ә бына һин һәләтһеҙ тип һис әйтергә ярамай. һәләттәре асылған балаларҙа яңы төр һәләттәр ҙә асылыуы ихтимал, сөнки бер йүнәлештә барған һәләт икенсе йүнәлештәге һәләттәре асылыуға сәбәпсе була ала. Әйтәйек, музыкаль һәләте булған баланың художестволы сәнғәт өлкәһендә лә һәләте асылыуы ихтимал, киреһенсә лә булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта баланың һәләте юғалыуы, ваҡытлыса һүнеп тороуы ла ихтимал, быға ғәҙәти хәл тип ҡарарға, сәбәптәрен асыҡларға, кәңәштәр бирергә, ярҙам итергә кәрәк. Ата-әсәнән, уҡытыусыларҙан, тәрбиәселәрҙән, дуҫтарынан дөрөҫ ярҙам, дөрөҫ ҡараш, мөнәсәбәт булырға тейеш. Шуға күрә һәләт үҫеше өсөн мотлаҡ үҫеш мөхите дөрөҫ һәм системалы ойошторолған булырға тейеш. Шул саҡта ғына уның уңышлы һөҙөмтәһе була.
Бөгөнгө көндә балалар һәләтенең төрҙәрен, үҫешен, формалашыуын билдәләргә ярҙам иткән диагностика булдырылған. Һәләтлелек диагностикаһында күҙәтеү, әңгәмәләшеү, һорауҙарға яуап, һәләт үҫеше өсөн кәрәкле шәхес сифаттары алымдарын ҡулланыу тора. Һәләт үҙ өҫтөндә эшләгән кешелә генә юғары кимәлгә етеп, талант булып формалаша. Ни тиклем иртә эш башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтә лә яҡшыраҡ. Ләкин был алымдарҙы, методиканы дөрөҫ ҡулланыу, ата-әсәләргә уларҙы өйрәтеү отошло..
-Балаларҙың һәләтен асыҡлау өсөн беҙҙең балалар баҡсаһы ниндәй ысулдар ҡулланыла һуң?.
Спорт фестивальдәрендә, шашка буйынса турнирҙарҙа, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурстарында, интернет аша олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар алып торабыҙ.
Балалар баҡсаһында киң ҡулланылған инновацион алымдарҙың береһе – ул эҙләнеү-тикшеренеү алымы. Шул уҡ ваҡытта баланың фекерләү һәләтен тейешле кимәлдә үҫтереү технологияһы – ул баланы фекерләргә өйрәтеү дәрестәре. Бының аша үткән балаларҙың һәләттәре бик тиҙ асыла, мотивация – һәләтлелеккә ынтылышы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта проблема ҡуйып уҡытыу, социаль компетентлылыҡ, лидерҙар мәктәбе дәрестәре лә балала шәхес үҫешендә кәрәкле сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итә.
-Талантлы балаларҙың үҙҙәре тураһында ла бер-нисә һүҙ:
(Ата-әсәләр сығышы)
Балаларҙың тәбиғи һәләтен асыу, уны артабан үҫтереү - уҡытыусылар алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Ул, һис шикһеҙ, балаларҙан да, педагогтарҙан да, атай-әсәйҙәрҙән дә ныҡышмалылыҡ, көс талап итә.
-Һәләтлеләр ҡалала күберәкме, әллә ауылдамы?-
Һәләтле балалар банкыһы мәғлүмәттәре буйынса фекер йөрөткәндә, һәләтте үҫтереүгә ҡайҙа күберәк иғтибар бирелә, шунда һәләтлеләр күберәк, һөҙөмтәләре лә яҡшыраҡ, тип ҡарарға кәрәктер. Быға районда йәки ҡалала социаль факторҙарҙы хәл итә белеү, балалар өсөн үҫтереүсе мөхит булдырыу ҙа тәьҫир итә. Район етәкселәренең, ауыл хакимиәте етәкселәренең ниндәй позицияла булыуы ла бик мөһим. Булған аҡсаны балаларға бирмәй, уларҙы конкурстарға, олимпиадаларға ебәрмәй ултырған район, ҡала етәкселәре лә юҡ түгел. Йәки тик спортҡа иғтибар биреп, башҡа һәләттәрҙе күрмәгән мәктәп директорҙары ла осрай. Баланың күңелен, мөмкинлеген үҫтереүсе шарттар булдырыу, ата-әсәләр менән яҡшы бәйләнеш кеүек факторҙар булһа эш алға бара.Федор Иванович Тютчев Германияла консул эшен алып барғас, шиғырҙарын баҫтырып сығара алмай. Рәсәйгә ҡайтҡас ҡына тәүге шиғырын баҫтыра, 74 йәшендә генә билдәле шағир булып китә. Кешелә һәләт булһа, ул юл ярып сыға, тормоштоң һәр этабында ул асыла ала. һәр кеше уңышлы булырға тейеш. Һәләтлелектең бер проценты ғына беҙҙең гендарға һалына, кешенең ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, нимәнелер башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыуы булып сағыла, әммә 99 % кешенең үҙ һәләте өҫтөндә эш алып барыуынан тора, шул саҡта ғына таланттар һәм генийҙар үҫеп сыға.
Шулай итеп, һәләтле балалар беҙҙә етерлек. Тик уларҙы ваҡытында күреп, йүнәлеш бирергә, бер ни тиклем ярҙам итергә, һәр төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә кәрәк.
Ата-әсәләр йыйылышы
Тема: “Минең балам- һәләтле”
6- сы телмәр төҙәтеү төркөмө
Әҙерләне: тәрбәиселәр
Яҙыҡбаева Г.Ғ.
Ҡолмөхәмәтова Р.И.
Сибай-2015 й.