kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

День Республики

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий тематического мероприяти на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«День Республики»

Байрам барышы:

Балалар көй аҫтына инеп, ултырғыстары янына торалар. “БР Гимны” яңғырай. Балалар тороп тыңлайҙар, унан һуң ултыралар.

Алып барыусы. Балалар, беҙ һеҙҙең менән “Республика көнөн” үткәрергә, тыуған еребеҙгә мөхәбәтебеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе белдерегә йыйылдыҡ. Беҙ үҙебеҙҙең тыуған көнөбөҙгә бүләктәр алырға яратабыҙ. Беҙ ҙә бөгөн Тыуған илебеҙгә бүләктәр бирәсәкбеҙ – ул йырҙар, шиғырҙар, уйындар.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр.

  1. Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө

Тыуып үҫкән ил бит ул,

Йөрәктәрҙә тамыр йәйгән

Шиңмәй торған гөл бит ул.

  1. Тыуған илем – дуҫлыҡ иле,

Беҙҙә халыҡ дуҫ йәшәй;

Бөтә милләт халыҡтарын

Тыуған итте ҙур Рәсәй.

  1. Тыуған илем – бәхет иле,

Тыныслыҡтың маяғы;

Һинең өсөн йән йәл түгел,

Эй һин, изге Тыуған ил!

Алып барыусы.

Тыуған көнөң менән һине, Республикам!

Тыуған көнөң менән һине, тыуған Башҡортостан!

Алып барыусы. Балалар, һәр-бер Ер йөҙөндәге һәр- бер дәүләттең, илдең, республиканың 3 айырмалы символикаһы бар. Һанап сығығыҙ әле! (флаг, герб, гимн. Күрһәтә.) Балалар, ә гимн нимә ул? (Балалар яуап бирәләр.)

Алып барыусы. Ул беҙҙең тыуған илебеҙҙең төп йыры. Ул бөйөк, шатлыҡлы. Гимн матурлыҡты? Ә ҡайҙа нимнды ишетергә мөмкин?

Балалар. Радиола, телевизорҙа.

Алып барыусы. “Юлдаш” радиоһы үҙенең передачаларын Башҡортостан гимнынан башлай. Гимн көйө башҡорт халыҡ йыры “Урал” дан алынған. Уны композитор Фәрит Иҙрисов яҙған. Нисек гимнды тыңлар кәрәк?

Балалар. Тороп, тыңлаған ваҡытта һөйләшергә ярамай.

Алып барыусы. Дөрөҫ. Бөтә башҡорт халҡына хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Гимнды тыңлап үтәбеҙ.

Башҡортостан Гимны яңғырай.

Алып барыусы. Беҙ үҙебеҙҙең күп халыҡлы республикабыҙ менән ғорурланабыҙ! Уның ғорурлығы һәм матурлығы менән таң ҡалабыҙ! Бай урмандары, матур күлдәре, ярҙары тулған йылғалары, иҫ киткес тауҙары – был беҙҙең Башҡортостан! Башҡорт халыҡ йырын тыңлап үтәбеҙ…

Башҡорт халыҡ көйө “Сибай”, ҡурай уйнай.

Алып барыусы. Көй бик матур. Ә ниндәй инструмент яңғыраны? Дөрөҫ, ҡурай. Ҡурай – башҡорттарҙың халыҡ инструменты. Беҙҙең балалар “Ҡурай” исемле уйын уйнап күрһәтәлр.

Ҡурай” уйыны.А. Гершова музыкаһы.

Алып барыусы. Элек башҡорт халҡы нимәләрҙә йәшәгәндәр?

Балалар. Тирмәләрҙә.

Алып барыусы. Дөрөҫ, Тирмә – ул башҡорттарҙың элекке күсмә өйө булған. Тирмәләрҙе тиҙ арала емереп һәм йыйып була, шуға ла улар йәйләүҙән йәйләүгә күсеүе еңел булған.

Тирмә” уйыны. А. Гершова музыкаһы.

Алып барыусы. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы нисек атала?

Балалар. Өфө.

Алып барыусы. Дөрөҫ, тағы нидәй ҡалалар, ауылдар беләһегеҙ? (балалар яуап бирәләр.) Беҙ йәшәгән ҡала нисек атала?

Балалар. Сибай.

Алып барыусы. Эйе, беҙҙең ҡалабыҙҙы Башҡорт урал аръяғының центры тип әйтергә була. Ул Әбйәлил, Баҡмаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарын берләштерә. Беҙҙең ҡалабыҙҙа төрлө халыҡтар: урыҫтар, башҡоттар, татарҙар, белорустар, ҡаҙаҡтар, хемәт итәләр һәм татыу йәшәйҙәр. Кем генә һәм кемдәр менән генә булмаһын, Башҡортостанды беҙ илебеҙ тип атайбыҙ, сөнки беҙ бында тыуҙыҡ, йәшәйбеҙ, хеҙмәт итәбеҙ һәм йәшәйбеҙ.

Минең Ватаным”йыры. А. Гершова музыкаһы.

Алып барыусы. Афарин! Башҡорттарҙың иң яратҡан байрамын атап үтегеҙ. (балалар яуап бирәләр.) Дөрөҫ, һабантуй.

Алып барыусы. Һабантуй – башҡорт халыҡ байрамы. Был байрамда бик күп уйындар. Йәш егеттәр үҙҙәренең көсөн һәм сослоғон күрһәтәләр. Көрәш һәм ат сабышы булмаһа, ул һабантуй түгел. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән көсөбөҙҙө һәм сослоҡто тикшереп ҡарайбыҙ.

Баҡыр төп” уйыны.

Алып барыусы. Афарин! Беҙҙең егеттәребеҙ бик шәп икән!

  1. Беҙҙең Ватан шундай матур,

Ҡояштай балҡып тора.

Тауҙары, зәңгәр болоттай,

Күктәргә ҡалҡып тора.

  1. Һыуҙары терегөмөштәй

Йылтырап ағып тора.

Баҡсаларында емештәр

Ерҙәргә тамып тора.

  1. Урмандар, әкиәт шикелле,

Гөр килеп, шаулап тора,

Ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр

Күҙҙәрҙе ялмап тора.

Алып барыусы. Беҙҙең байрамыбыҙ аҙағына ла килеп етте. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

Ритаям көйө ишетелә, балалар төркөмдәренә ҡайталар.






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
День Республики

Автор: Гульназ Билаловна Исламгулова

Дата: 06.12.2020

Номер свидетельства: 565694

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(123) "Сценарий тематического мероприятия "День Республики Башкортостан""
    ["seo_title"] => string(67) "stsenarii_tematicheskogo_meropriiatiia_den_respubliki_bashkortostan"
    ["file_id"] => string(6) "614131"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1664524636"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(38) "ДЕНЬ РЕСПУБЛИКИ КРЫМ"
    ["seo_title"] => string(19) "dienriespublikikrym"
    ["file_id"] => string(6) "279467"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1453228071"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(91) "Клубный час на тему «11 октября – День Республики»"
    ["seo_title"] => string(48) "klubnyi_chas_na_temu_11_oktiabria_den_respubliki"
    ["file_id"] => string(6) "592491"
    ["category_seo"] => string(6) "corect"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1637746859"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(93) "Сценарий утренника в мини-центре "День Республики" "
    ["seo_title"] => string(55) "stsienarii-utriennika-v-mini-tsientrie-dien-riespubliki"
    ["file_id"] => string(6) "198235"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1428385600"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(80) "Классный час "День Республики Башкортостан""
    ["seo_title"] => string(42) "klassnyi_chas_den_respubliki_bashkortostan"
    ["file_id"] => string(6) "481117"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1539877172"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства