Әсәйҙәр көнө менән!
Күңелле көй яңғырай. Залға 2 малай йүгереп килеп инә. Береһенең ҡулында нимәлер бар.
1 малай: Ҡулыңда нимә, күрһәт әле.
2 малай: Күрһәтмәйем, был беҙҙең ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә бүләк. Уларҙың байрамы бит.
1 малай: Улай булғас, әйҙәгеҙ дуҫтарыбыҙҙы саҡырайыҡ.
2 малай: Әйҙәгеҙ, уларҙы алҡышлап ҡаршы алайыҡ.
(Күңелле көй аҫтында балалар залға инә)
Алып барыусы : Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле әсәйҙәр!
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,
Был донъяның таймаҫ терәге,
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең,
Бөтә кешелектең йөрәге.
Әсәй! Ошо һүҙҙе ишетеү менән күңелдәр яҡтырып китә. Шатлыҡ булһын мы, ҡыйын булһын мы беҙ һәр саҡ иң беренсе әсәйгә киләбеҙ. Әсәй, ул йыуата ла ала, кәңәш бирә лә ала. Ул иң ышаныслы кеше донъяла.
Бөгөнгө байрамыбыҙ ҡәҙерлеләрҙән – ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән – ғәзиз әсәйҙәребеҙгә бағышлана. Ниндәй мәрхәмәтле, изге йөрәкле ул әсә! Һин бишектә ятҡанда тау саҡлы мәшәҡәт сиккән кеше ул – һинең әсәйең. Иң беренсе һүҙҙе әйтергә, тәпәй баҫырға өйрәткән кеше ул. Һаҡлаусы, яҡлаусы, йыуатыусы, дәрт биреүсе лә әсә.
Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ
Шат бейеүҙәр матур йырҙар
Шиғырҙар һәм уйындар
Һеҙгә тип әҙерләнек.
Шиғырҙар
Йыр Мин үҙемде яратам (Балалар ултыралар).
Алып барыусы:
Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Алып барыусы:
Матур кейемдәрен кейеп
Сыҡтылар уртаға бейеп
Аяҡтары тик тормай
Тыпыр-тыпыр тыпырлай.
Бейеү “Дуҫлыҡ”
Алып барыусы:
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын
Юлдаш булһын ҙур – ҙур уңыштар
Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар
Алып барыусы: Әсәйҙәр тураһында күпме йырҙар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, әйтемдәр бар. Әйҙәгеҙ мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп әйтеп китәйек.
Әсә - өйгә нур сәсә.
Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала.
Әсәй өйҙә - ҡот өйҙә.
Әсә ҡулы алтын.
Әсәле бала – иркәле бала.
(Карлсон килеп инә. Ҡулына ҙур кәнфит тотҡан)
Карлсон: Һаумыһығыҙ балалар! Мин һеҙҙең шундай матур итеп уйнап, йырлап бейегәнегеҙҙе ҡыйыҡ башынан ҡарап ултырҙым да, түҙмәнем, килеп еттем. Тик минең бер һорауым ғына бар, ниндәй байрам ды байрам итәгеҙ?
Алып барыусы: Нисек инде, ниндәй байрам, бөгөн әсәйҙәр көнө уларҙың ғына байрамы!
Карлсон: Әәәәә, шулай тип уйлағайным да ул, тик әллә яңылышам микән әллә тип кенә һораным. Мин ҡыйыҡ башында ултырғанда, бииик матур итеп йырлай инегеҙ, әллә тағы ла йырлап күрһәтәгеҙ ме?
Алып барыусы :Булдырабыҙ беҙ уны, һин ошонда ултырып тор. (карсон ултыра)
Хөрмәтле әсәйҙәр, тик һеҙҙең өсөн балаларығыҙ башҡарыуында
Йыр “Зореньки краше” (русса)
Карлсон : Был йырҙы тыңлап ултырғас, минең дә йырлағы килеп китте әле.
Әллә берҙе үҙем дә йырлап ишеттерәйем ме.
Алып барыусы : Йә, йырлап ҡара
Карлсон: Байрамға, байрамға килдем мин
Ля – ля – ля – ля Ҡотлайым байрам менән
Ля – ля – ля – ля Шунан нисек, матур йырлайым мы? былай үҙемсә килештерегә тырыштым инде.
Алып барыусы : Афарин Карсон, күберәк ҡыйыҡ башында түгел, ә балалар баҡсаһына йөрөһәң, һинән бик шәп йырсы сығасаҡ.
Карлсон : Эйе ме. Ҡалай һеҙ мине ҡыуандырҙығыҙ. Улайһа, мин ни бик матур уйын да беләм ул, байрам булғас, байрам булһын, әйҙәгеҙ балалар уйнап алайыҡ.
Уйын “Эҙлә” ”
Алып барыусы : Рәхмәт Карлсон.
Карсон: Мин бында уйлап ултырҙым да, мин әллә әсәйҙәрҙе лә уйнатып алайыммы?
Алып барыусы : Була инде, бик шәп булыр ине.
Карлсон: Ундай рөхсәт биргәстәр, хәҙер мин уны
Уйын “Күңелле бейеү – торт бешереү”
Алып барыусы:
Ниндәй рәхәт байрам көндә
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Бейеү “Дуҫлыҡ”
Карлсон: Афарин балалар, минең тағы ҡыҙыҡ ҡына уйыным бар ине, әйҙәгеҙ шуны уйнап алайыҡ. Әсәйҙәр беҙҙең хәҙер бөтәһе лә тигәндәй руль артында, уларҙың бит ҡулдарынан килмәгән нәмә юҡ. Машинаны ла улар бик оҫта йөрөтәләр. Шулаймы? Быны белер өсөн миңә уйыным ярҙам итер.
Уйын “Автоледи” (Тәүҙә 4-6 әсәй сыға, уйнай, “кеглиларҙы” уратып йөрөй шунан 2 әсәйҙең күҙен бәйләп уйнатыу, кеглилар алына)
Алып барыусы: Рәхмәт карлсон.
Карлсон. Төрлө – төрлө тәмлекәстәр, Күстәнәстәр алып килдем Яратҡан балаларыма тип Бүләк итеп бирермен
(Карлсон балаларға тотоп килгән ҙур кәнфитен бүләк итә)
Ә инде миңә китергә ваҡыт, тегендә ҡыйыҡ башында, минең дуҫтарым, ҡоштар көтөп ултыра, уларға ашыға һалайым. Ә һеҙҙе, әсәйҙәр, барығыҙ ҙы ла күркәм байрам менән ҡотлайым. Күңелдәрегеҙ шат, йөрәгегеҙ бәхетле булһын. Һау булығыҙ!
(Карлсон сығып китә)
Алып барыусы:
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ
Һәр саҡ хөрмәт итәбеҙ
Байрам һайын беҙ уларға
Йырҙар бүләк итәбеҙ
Йыр “Әсәйем ҡәҙерлем”
Алып барыусы :Әсәй!
Оҙон – оҙаҡ йәшә һин ерҙә
Яҡты нурын һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә
Һин иҫән – һау ғына булғанда.
Алып барыусы: Әсәй!
Ырыҫ бәхет һеҙгә юлдаш булһын
Күтәреңке булһын күңелегеҙ
Һаулыҡ – шатлыҡ, именлектә генә
Гөрләп үтһен һинең ғүмерегеҙ!
Ҡәҙерле әсәйҙәр ! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.