kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

День башкирской семьи

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий семейного праздника на башкирском языке в подготовительной группе

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«День башкирской семьи»

Етегән байрамы”

(Слайд 1) Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр, оләсәй – ҡартатайҙар! Беҙ һеҙҙе ғаилә байрамында күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Әйҙәгеҙ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып тороп, бергә – бергә күңел асайыҡ һәм көслө алҡыштар менән беҙҙең байрамда ҡатнашыусыларҙы саҡырайыҡ.

(Слайд 2,3,4) Музыкаль композиция, слайдта балаларҙың фотолары.

(Слайд 5) А.б. Нимә һуң ул ғаилә? Ғаилә ул – тыуған йорт. Ғаилә ул – береңде ярты һүҙҙән аңлау, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә бүлешеү. Ғаилә ул – шундай бәхет һарайы, унда тик тыныслыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрә.

(Слайд 6) 1-се бала: Ғаилә – ул беҙ. Ғаилә – ул мин.

2-се бала: Ғаилә – ул атай, әсәй һәм мин.

3-сө бала: Ғаилә – ул минең яратҡан ҡустым.

4-се бала: Ғаилә – ул беҙҙең йоомшаҡ бесәй.

5-се бала: Ғаилә – ул минең яратҡан өләсәйҙәрем.

6-сы бала: Ғаилә – ул тиктормаҫ һеңлем.

7-се бала: Ғаилә – ул минең туғандарым.

8-се бала: Ғаилә – ул матур биҙәллгән шыршыҡай.

9-сы бала: Ғаилә - ул табын артында байрам.

10-сы бала: Ғаилә – ул бәхет.

11-се бала: Ғаиләлә һине көтәләр һәм яраталар.

(Слайд 7,8) Йыр “Татыу ғаилә”(Слайдта ғаиләләр фотоһы)

(Слайд 9) А.б. Ғаилә – ул беҙҙең Ватаныбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Беҙҙең тыуған илебеҙ бәхетле ғаиләләрҙән тора. Татыу ғаилә – ил тотҡаһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Һәр ваҡыт шундай татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләр илебеҙҙең тотҡаһы, биҙәге булһын.

(Слайд 10) Йыр “Ерҙән һалдат атлай”

А.б. Күптән түгел Ватанда һаҡлаусылар байрамы билдәләнде. Ул байрамда беҙ атай – олатайҙарҙы, ҡусты – ағайҙарыбыҙҙы тәбрикләнек. Ә хәҙер беҙ киләсәктә ил һаҡсылары буласаҡ малайҙарыбыҙҙы залыбыҙ түренә саҡырайыҡ.

Бейеү ВДВ

Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
Ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.

А.б. Беҙ ошо байрамға әҙерлек барышында ғаилә тураһында күп мәҡәлдәр – әйтемдәр өйрәндек. Ә ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙе атай – әсәйҙәр беләме икән? Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ әле. Әгәр атай – әсәйҙәр әйтә алмаһа, балалар ярҙам итә.

(Слайд 11) Ғаилә тураһында мәҡәлдәр

Атай булмай, (атайың ҡәҙерен белмәҫһең).

Ата менән әсә – (алтын ҡанат)

Атаһы ғәйрәтле булһа, (улы ғибрәтле булыр)

Атанан күргән – уҡ юнған, (әсәнән күргән – тун бескән)

Хужаһыҙ йортта (бәрәкәт юҡ).

Әсә һөтө менән инмәгәнгә (кәзә һөтө менән инмәҫ)

Ата-әсәңә ни ҡылһаң,  (үҙең шуны күрерһең.)

Бер олоно тыңла, (бер кесене тыңла)

Атаһыҙ бала етем түгел, (əсəһеҙ бала етем)

Ир бала — өйгә терәк, (ҡыҙ бала — өйгə биҙәк)

Атаны күреп ул үҫер, (əсəне күреп ҡыҙ үҫер)

А.б. Афарин, ата – әсәләр! Ә хәҙер һеҙгә икенсе һынау. Һеҙгә кире һүҙҙәрҙе ыңғай һүҙҙәргә алмаштырырға кәрәк.

Уйын “Киреһен әйт”

Яуызлыҡ – изгелек

Алдау – дөрөҫлөк

Нәфрәт – мөхәббәт

Ҡырыҫлыҡ – яғымлылыҡ, изгелек

А.б. Афарин! Был һүҙҙәр ҙур тылсым көсөнә эйә. Ошо матур һүҙҙәр ғаиләлә күберәк яңғырарға тейеш. Шунда ғына ғаилә ныҡлы, мәңгелек була.

Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ғаиләлә кем баш икән? Атаймы, әсәйме, әллә олатай-өләсәйме?

Әйҙәгеҙ “Диңгеҙ бүреһе” исемле конкурс үткәрәйек. Ысын диңгеҙ йөҙөүсеһе үҙенең ғүмерендә әллә күпме диңгеҙ һыуын тәмләп ҡарай икән. Ә беҙ һеҙгә стакан менән татлы һут тәҡдим итәбеҙ. Кем тиҙерәк эсә, шул еңеүсе. Тик һутты ғаилә менән эсергә кәрәк.

Уйын “Тиҙерәк эсеп бөт”

(Слайд 12) Шиғырҙар

Я считаю, что в семье главная мама.
Много мам на целом свете,
Всей душой их любят дети.
Только мама есть одна,
Всех дороже мне она.
Кто она? Отвечу я – это мамочка моя!

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

Унда күпме яҡтылыҡ.

Шул күңелдең яҡтыһынан

Тормош тағы балҡып китә,

Ерҙә арта яҡшылыҡ.


Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем.


Мин бәхетле, бик бәхетле,

Әсәйем янда һәр саҡ.

Һин булғанға ғына, әсәй,

Көндәрем яҡты һәр саҡ.


Иртән һөйөп уята,

Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

Көләс йөҙлө әсәйем.


Әсәйем, күҙ нурым,

Йылмая йөҙҙәрең.

Йылытып йөрәкте

Нур һибә күҙҙәрең


(Слайд 13) Әсәйем, алтыным,

Һин бит иң яҡыным.

Үҙеңә гел тарта

Күңелең ялҡыны.

Әсәйемдең йөҙө яҡты,

Йомшаҡ, йылы һүҙҙәре.

Тирә – йүнде нурға күмә

Йылмайып - көлөүҙәре


Бер кем дә юҡтыр

Әсәйем ише.

Ул донъялағы

Иң матур кеше.


Әсәкәйем, ҡәҙерлем,

Яратам бит мин һине.

Наҙлы, матур күҙҙәрең

Гел йылмайһындар ине


(Слайд 14) Әсәйемдең эше күп,

Тик тормай шул бер генә.

Һаулыҡ, бәхет һәм шатлыҡ

Теләйем мин гел һиңә.


Әсәйем, ҡәҙерлем,

Һин минең берҙән – берем.

Донъялағы ҙур шатлығым,

Таянысым, терәгем.


Әсәкәйем, берҙән – берем,

Һине бик ныҡ яратам.

Һинең матур исемеңде

Гөл – сәскәгә оҡшатам.


(Слайд 15) А.б. Эйе, нисек кенә булмаһын, әсә – бала өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерлек кеше булып ҡала. Балаһы тураһында һәр әсә әллә нисә томлыҡ китап яҙа алыр ине. Шулай бит, әсәйҙәр? Бына инде әсәйҙәр өсөн конкурс, ул “Балағыҙ тураһында беләһегеҙме?” . Беҙ алдан балалар менән әңгәмәләштек, һәм дөрөҫ яуаптарҙы беләбеҙ. Әсәйҙәр, әҙерһегеҙме?


  • Һеҙ балағыҙҙы уға оҡшағанса нисек атайһығыҙ?

  • Тыуған көнөнә ниндәй бүләккә ул нығыраҡ ҡыуаныр ине?

  • Балағыҙҙың иң яратҡан тәмлекәсе?

  • Яратҡан йәнһүрәте?


( Ике әсәй яуап бирә, аҙаҡ видеонан дөрөҫ яуап).


А.б. Ә әсәй өсөн иң ҙур бәхет, шатлыҡ – ул бөтәһенең дә өйҙә, янында булыуы. “Бөтәһе лә өйҙә саҡта” исемле конкурс үткәрәбеҙ.

Конкурс “Бөтәһе лә өйҙә саҡта”

Был конкурсҡа ике ғаилә кәрәк була: атай, әсәй һәм бала. Әсәй конус янында тора, бала – стартта, атай обруч менән йүгереп әсәйҙе эштән барып ала, шунан икәүләп баҡсанан баланы барып алалар.

А.б. Һәр кем үҙен формала тоторға тырыша, спорт менән шөғөлләнә. Хәҙер йәштәр бигерәк тә сәләмәт тормошто өҫтөн ҡуя. Киләһе конкурсыбыҙҙа ла ярышып иң төҙ (стройный) ғаиләне билдәләйбеҙ. Был конкурсҡа ла ике ғаилә кәрәк була: атай, әсәй һәм бала. Был конкурстың шарты шулай: өҫкә бейеккә үҙергә кәрәк. Бының өсөн күтәрергә, елкәгә ултыртырға мөмкин. Ҡайһы ғаилә иң бейеге икән?

(Слайд 16) А.б. Әсәйҙәр кәрәк булған кеүек, ғаиләлә терәк-таяныс – атайҙарһыҙ ҙа булмай. Атайҙар тураһында ла бик күп шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. Әйҙәгеҙ, балаларға һүҙ бирәйек.

(Слайд 17) Шиғырҙар:

Мой папа — волшебник.

Он самый хороший.

Он вмиг превращается в то,

что попросишь.

Его обниму я и тихо шепну: —

Мой папочка, я тебя крепко люблю!

Ты самый заботливый, самый родной,

Ты добрый, ты лучший и ты только мой!



Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!


Егерме өсөнсө февраль -
Атайҙарҙың байрамы.
Аҡыллы, көслө, ғәҙел —
Унан шәп кеше бармы?


Ватаныбыҙҙы һаҡлаған,
Өйҙә лә ныҡлы терәк.
Көслө булып үҫер өсөн
Атайҙар бик тә кәрәк!

Мин буласаҡ һалдат-һаҡсы,
Әсәйемде һаҡлайым.
Һаҡлайым мин өләсәйҙе,
Апайымды яҡлайым.


(Слайд 18) А.б. Атайҙарыбыҙға беҙҙең ҡыҙҙарҙан бейеү

(слайд-шоу фотографий пап)




А.б. Атайҙарҙың да ҡулдары алтын: улар ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа ҡулдарынан килә. Матур йорт та төҙөйҙәр, ағас та ултырталар, батыр улдар ҙа тәрбиәләйҙәр. Һәм был конкурсыбыҙ атайҙар өсөн.


Атайҙарға конкурс

(балалар ике командаға бүленеп теҙелә, балалар йүгереп атайҙарына модулдәр килтерә, атайҙар шуларҙан йорт төҙөй)



(Слайд 19) А.б. Балалар, хәҙер тыңлағыҙ әле.

Бәйләй йылы ойоҡтар,

Ҡоя тәмле ҡоймаҡтар.

Ул беҙгә иң яҡын дуҫ.

Кем тураһында һүҙ бара? (Өләсәй)

(Слайд 20) Бабушка со мною весело играет

Много знает песенок, сказки мне читает

Знает моя бабушка просто обо всем

Никогда не ссоримся, дружно мы живем.



Ике өләсәйебеҙ бар, 
Икеһе лә тиҫтерҙәр. 
Беренсеһе атайымды, 
Икенсеһе әсәйемде 
Кеше итеп үҫтергән. 
Ике өләсәйебеҙ бар, 
Икеһен дә яратабыҙ, 

(Слайд 21) Йыр “Өләсәйем”

А.б. Беҙҙең ҡәҙерле, хөрмәтле олатайҙарыбыҙ өсөн бейеү.

(Слайд 22) Бейеү

(Слайд 23) А.б. Балалар, һеҙҙең шундай татыу, матур ғаиләләрегеҙ булыу менән бик бәхетлеһегеҙ. Һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә ғаиләлә мөхәббәт бар, атай-әсәйҙәрегеҙ бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тора. Ә иң мөһиме – ғаиләлә һәр ваҡыт татыулыҡ, тыныслыҡ, мөхәббәт хакимлыҡ итһен.

(Слайд 24) Күмәк бейеү

(Слайд 25) А.б. Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Ғаиләләрегеҙҙе һаҡлағыҙ, бер ҡасан да бер-берегеҙҙе рәнйетмәгеҙ, яратығыҙ һәм яратылығыҙ! Бөтәгеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ!







Бабушка со мною весело играет

Много знает песенок, сказки мне читает

Знает моя бабушка просто обо всем

Никогда не ссоримся, дружно мы живем.



Ике өләсәйебеҙ бар, 
Икеһе лә тиҫтерҙәр. 
Беренсеһе атайымды, 
Икенсеһе әсәйемде 
Кеше итеп үҫтергән. 
Ике өләсәйебеҙ бар, 
Икеһен дә яратабыҙ, 



Мой папа — волшебник.

Он самый хороший.

Он вмиг превращается в то,

что попросишь.

Его обниму я и тихо шепну: —

Мой папочка, я тебя крепко люблю!

Ты самый заботливый, самый родной,

Ты добрый, ты лучший и ты только мой!



Я считаю, что в семье главная мама.
Много мам на целом свете,
Всей душой их любят дети.
Только мама есть одна,
Всех дороже мне она.
Кто она? Отвечу я – это мамочка моя!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
День башкирской семьи

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 19.04.2019

Номер свидетельства: 507746

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(123) "Сценарий тематического мероприятия "День Республики Башкортостан""
    ["seo_title"] => string(67) "stsenarii_tematicheskogo_meropriiatiia_den_respubliki_bashkortostan"
    ["file_id"] => string(6) "614131"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1664524636"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(59) "Семья- это то, что с тобою всегда!"
    ["seo_title"] => string(39) "siem-ia-eto-to-chto-s-toboiu-vsieghda-1"
    ["file_id"] => string(6) "248361"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1446718400"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(105) "Внеклассное мероприятие на день Республики Башкортостан"
    ["seo_title"] => string(57) "vnieklassnoiemieropriiatiienadienriespublikibashkortostan"
    ["file_id"] => string(6) "299399"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1456506656"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(105) "Внеклассное мероприятие на день Республики Башкортостан"
    ["seo_title"] => string(58) "vnieklassnoiemieropriiatiienadienriespublikibashkortostan1"
    ["file_id"] => string(6) "299400"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1456506668"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(57) "Я горжусь , тобой символ Родины "
    ["seo_title"] => string(31) "ia-ghorzhus-toboi-simvol-rodiny"
    ["file_id"] => string(6) "197623"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428261768"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства