kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

«Чем занять ребёнка дома»

Нажмите, чтобы узнать подробности

этот консультация для родителей очень актуальна в современном образовании

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
««Чем занять ребёнка дома»»


Ижади проект

«Балалар баҡсаһында башҡорт телле балаларҙың телмәрен

үҫтереүҙә һүҙ ижады»



Номинация: “Мәктәпкәсә белем биреү эшмәкәрлегендә тыуған телде өйрәнеү буйынса иң яҡшы практик эш”


Тематик йүнәлеш: ижади эшмәкәрлек.



Башҡортостан республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы "Бала үҫтереү үҙәге "Аленушка" балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе Аҫылбаева Земфира Султан ҡыҙы. Телефон: 89273253048













Аннотация

Проекттың төп идеяһы — мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында һүҙ ижады эшмәкәрлеге системаһын булдырыу, ойоштороу. Балаға туған телен өйрәнергә мөмкинселек биргән система булдырыу, телдең бөтә нескәлектәрен өйрәнеү, телмәрҙә башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе уңышлы ҡулланыу. Балалар һүҙ ижады аша үҙенең тыуған телендә иркен аралашырға өйрәнә, тимәк, телде тулыһынса үҙләштереүгә ирешә. Шулай уҡ балалар баҡсаһы менән ата-әсәләр (законлы вәкиле) араһында тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килә.

Проектта ҡатнашыусылар: тәрбиәләнеүселәр, балалар баҡсаһы педагогтары, ата-әсәләр ( законлы вәкилдәр)

Проекттың маҡсаты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади телмәрен үҫтереү.

Бурыстары:

1. Телмәр үҫтереүгә ыңғай шарттар булдырыу;

2. Танып белеү һәм ижади һәләт үҫтереү нигеҙҙәрен формалаштырыу;

3. Диалогик, монологик һәм грамматик һүҙлекте байытыу.

Проектты тормошҡа ашырыу этаптары

1 этап Телмәр үҫтереү һәм ижад итеү өсөн шарттар булдырыу.

2 этап Проект сиктәрендәге эшмәкәрлек.

3 этап Эш тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу.

Проект өс йүнәлештә тормошҡа ашырыла.

1 йүнәлеш - Педагогик һәм методик эшмәкәрлек.

2 йүнәлеш - Балалар менән эшмәкәрлек.

3 йүнәлеш - Ата- әсәләр менән эшмәкәрлек.

Көтөләсәк һөҙөмтә: телмәр төҙөү оҫталығы, ижади әүҙемлек өсөн шарттар булдырыу, баланың үҙаллылығын үҫтереүгә, үҙ аллы ижад итеүгә булышлыҡ итеү; (йомаҡ, хикәйә, әкиәт, шиғырҙар, әҫәрҙәр).

Работа по данному проекту формирует у детей следующие речевые умения:

Был проект эше буйынса балаларҙа түбәндәге телмәр оҫталығы формалаша:

  1. Телмәрҙе дөрөҫ формалаштырыу

  2. Баланың эмоциональ үҫеш кимәле арттырыу

  3. Коммуникатив оҫталыҡ үҫтереү

  4. Телмәр этикеты.




Аңлатма яҙыуы

Проблеманың ҡуйылышы

Үҙ эшем барышында баларҙың телмәр үҫеше кимәле ҡәнәғәтләнерлек түгеллеген аңланым.

Әгәр тәрбиәселәр, ата-әсәләр үҙҙәре матур итеп туған телдә һөйләшә икән, уларҙың телмәре бала өсөн үрнәк булып тора һәм балаға киләсәктә донъяны танып белергә, кешеләр менән аралашыуға асҡыс булып тора, сөнки телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла. Ләкин һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы мәктәпкәсә йәштәге күп балаларҙың телмәр етешһеҙлектәре һаны артыуы борсой. Бигерәк тә өндәрҙе дөрөҫ әйтмәү, уларҙы “йотоу” , йәғни төшөрөп ҡалдырыу, боҙоп әйтеү йыш осрай. Һүҙҙәге ижектәрҙең урындарын бутау, дөрөҫ әйтмәү осраҡтары ла бар. “Баланың телмәре дөрөҫ үҫешһен өсөн нимә эшләргә һуң?”,- тигән һорау килеп тыуғас, ошо проектты яҙыу һәм балалар менән өҫтәмә рәүештә эш башларға тигән маҡсат ҡуйҙым.

Балалар ижадын иҫ киткес ғалим, педагог һәм психологтар өөйрәнгән: А.В. Запорожец, Ф.А. Сохин, Л.А. Венгер и их последователи: Л.А. Парамонова, Н.Н. Поддьякова, О.С. Ушакова, Е.Е. Кравцова. Күренекле педагогтар Г. К. Селевко, С. А. Шмаков, Л. Н. Петрановская, Л. И.Пироговалар хеҙмәттәрендә балаларҙың белем алыуында, ижади үҫеүендә,уйлап сығарыу һәләттәрен үҫтереүендә һүҙ ижады мөһим роль уйнауын иҫбатлайҙар.

Баланың үҙ аллы ижади эшләү һәләтен үҫтереүҙә һүҙлек эштәре һис шикһеҙ ярҙам итә. Һүҙлек эшен төрлөләндереү аша ғына баланың һүҙгә, һүҙ байлығына, мәғәнәһенә мөнәсәбәтен, иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереп була.Тимәк, баланың телмәр үҫешендә ижад итеү мөһим роль уйнай.


Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә. Уның өсөн һөйләгән һүҙе – асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.

Проекттың актуаллеге

Кешенең бөтә тормошо тел менән бәйләнгән. Тел - кешене ғүмере буйы оҙатып йөрөүсе юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше менән бергә йәшәй.Туған тел – кеше тормошоноң бер ваҡытта ла һулымай торған һәм мәңге сәскә атып торған гөлө ул. Туған тел баланың күңеленә туранан-тура йоғонто яһай, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә.

Балалар баҡсаһында баланы тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә уның, телмәрен үҫтереү – тәрбиәсенең изге бурысы булып тора.

Балала оҡшатыу рефлекстары бик көслө була. Ул дүрт йәштәр тирәһендә ололарҙан ишеткән һүҙҙәрҙе генә түгел, ә тотош фразаларҙы анализлай башлай. Ошо ваҡытта баланың һүҙҙәрҙе һәм һүҙ төҙөлөшөнөң мәғәнәһен зиһенгә алыу һәләте ололарҙыҡына ҡарағанда үткерерәк була. Балалар телмәрен өйрәнеү телде үҫтереүҙә ҙур роль уйнай һәм хәҙерге тел ғилемендә актуаль проблемаларҙың береһе булып тора.

Шуға күрә лә балаларҙы төрлө яҡлап йылдам үҫтереү маҡсатында төрлө ысулдар, алымдар ҡулланып эш итеү тик ыңғай һөҙөмтәләргә генә килтерә лә инде. Федераль дәүләт белем биреү стандарты ла был йәһәттән балаларға белем биреү сифатын күтәреү өсөн ныҡлы нигеҙ булып хеҙмәт итә һәм белем биреүҙе заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡорорға өндәй. Бының өсөн педагогтарға төрлө заманса инновацион технологиялар ярҙамға килә. Шундай технологияларҙың береһе – һүҙ ижады (словотворчество) технологияһы

Проект эшенең объекты һәм предметы

Объектом данного проекта является процесс речевого развития детей.

Был проекттың объекты булып балаларҙың телмәр үҫеше процесы тора.

Предмет-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр оҫталығын коммуникатив рәүештә формалаштырыу һәм активлаштырыу.

Проекттың маҡсаты

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади телмәрен үҫтереү.

Бурыстары:

1. Телмәр үҫтереүгә ыңғай шарттар булдырыу;

2. Танып белеү һәм ижади һәләт үҫтереү нигеҙҙәрен формалаштырыу;

3. Диалогик, монологик һәм грамматик һүҙлекте байытыу.

Проект төрө: ижади

Башкарылыу ваҡыты: оҙайлы

Проектта ҡатнашыусылар: тәрбиәләнеүселәр, балалар баҡсаһы педагогтары, ата-әсәләр ( законлы вәкилдәр)

Проектты тормошҡа ашырыу этаптары

1 этап Телмәр үҫтереү һәм ижад итеү өсөн шарттар булдырыу.

2 этап Проект сиктәрендәге эшмәкәрлек.

3 этап Эш тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу.

Төп принциптары


  1. Өйрәнеләсәк материалдың ҡул аҫтында булыуы.

  2. Үҙ аллы фекерләүҙе үҫтереү, индивидуаль ижад итеү.

  3. Ҡуйылған проблеманы башҡарыу.

  4. Бай тематикалы биремдәр.

  5. Баланы ылыҡтырғыс эштәр менән тәьмин итеү

  6. Аудио- видеотехника ҡулланыу.

  7. Өлкәндәр һәм балалар араһындағы йылы мөнәсәбәт

  8. Бөтә ижади эшмәкәрлекте лә хуплау, нисек бар шулай ҡабул итеү.


Көтөләсәк һөҙөмтә: телмәр төҙөү оҫталығы, ижади әүҙемлеге өсөн шарттар булдырыу, баланың үҙаллылығын үҫтереүгә, үҙ аллы ижад итеүгә булышлыҡ итеү; (йомаҡ, хикәйә, әкиәт, шиғырҙар, әҫәрҙәр).

Проекттың практик әһәмиәте

Был проект 2 йылға иҫәпләнгән– өләкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө. Дәрестәрҙән тыш балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә «Видео әкиәттәр» ижад итә. Ата-әсәләр, балалар һәм педагогтар берлектә әкиәт уйлап сығаралар, әкиәткә һүрәттәр эшләп, тексты аудиоға яҙҙырып ижади эш башҡарып, үҙ эштәрен ҙур аудиторияға тамашасылар хөкөмөнә сығаралар Был эш ыңғай һөҙөмтәләр бирә, баланың уйлау һәләте, дикцияһы үҫешә. Аудитория менән темп, ритм, интонация, тауыш көсө менән эшләргә өйрәнә.

Шулай уҡ, балалар яҙған әкиәттәр, шиғырҙар айырым китап булып баҫтырылып сығарыла. Бала үҙенең эшен күрә, ҡыуана, тиҫтерҙәре менән бүлешә. Төркөм бүлмәһендә “Китап” мөйөшөнә баланың эше ҡуйыла.

Балалар телмәре – үҙе бер хазина. Улар телмәрендә осраған ҡыҙыҡлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү бик кәрәкле алым.

Шулай итеп, был проект буйынса, балаларҙың түбәндәге телмәр оҫталыҡтары үҫешә:

1.Дөрөҫ телмәр формалаштырыу

  • Телмәр мәҙәниәтен үҙләштереү

  • Тасуири һөйләү һәләте үҫтереү

  • Телмәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ формалаштырыу;

  • Һүҙлек запасы арттырыу

  • Ишетеү һәләтен арттырыу


2.Эмоциональ яҡтан үҫеш

  • Үҙеңдең оҫталығыңды үҫтереү;

  • Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу;

  • Үҙ-үҙеңде тотоу. Тәртипкә өйрәнеү;

  • Үҙ кисерештәреңде ҡулда тотоу.

  1. Коммуникатив оҫталыҡты үҫтереү

  • Ижад итеү оҫталығы ;

  • Тыңлай белеү һәләтен үҫтереү;

  • Хистәр менән эш итеү

4. Телмәр этикеты

  • Телмәрҙә йылы һүҙҙәр ҡулланыу;

  • Аралашыу;

  • Эмоциялар менән дөрөҫ идара итеү;.


Эшмәкәрлектең йөкмәткеһе


Проект сиктәрендә эшмәкәрлек.

  1. Педагогик һәм методик эшмәкәрлек.

Педагогтың һөнәри компетенцияларын камиллаштырыу өлкәһендә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында, белем биреү процесына һүҙ ижады технологияларын индереү.

Методик әспаб әҙерләү «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади телмәрен төрлө технологиялар аша үҫтереү”

Шуға күрә лә балаларҙы төрлө яҡлап йылдам үҫтереү маҡсатында төрлө ысулдар, алымдар ҡулланып эш итеү тик ыңғай һөҙөмтәләргә генә килтерә лә инде. Федераль дәүләт белем биреү стандарты ла был йәһәттән балаларға белем биреү сифатын күтәреү өсөн ныҡлы нигеҙ булып хеҙмәт итә һәм белем биреүҙе заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡорорға өндәй. Бының өсөн педагогтарға төрлө заманса инновацион технологиялар ярҙамға килә. Шундай технологияларҙың береһе – һүҙ ижады (словотворчество) технологияһы.






Балалар менән эшмәкәрлек.

Балаларҙың телмәр үҫтереү мөхитен булдырыу.

Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу.




Ата- әсәләр менән эшмәкәрлек.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү тураһында мәғлүмәтте ата-әсәләргә еткереү.







«Друдлы» технологияһы

Был технология балаларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, күҙаллау һәләттәрен, фантазияны үҫтерә. Технологияның төп маҡсаты коллектив менән һүрәттәр ҡарау һәм фекер алышыу. Ҡара-аҡ төҫтәге һүрәттәр тәҡдим ителә, был һүрәттәрҙә тәү ҡарашҡа нимә һүрәтләнгәнен әйтеүе ҡыйын. Сөнки друдлы- ул йомаҡ, башватҡыс. Балалар һүрәттәрҙе ҡарап, фантазиялай, күҙаллай, төрлө оҡшаш һүҙҙәр уйлап таба, сағыштыра. Тәү башлап ижад итә башлағанда был технология бик ҡулайлы.



2) «Лимерика» технологияһы

Лимерика балаларҙың һүҙ ижадын үҫтереүҙә иң мөһим сараларҙың береһе булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, лимерика биш юлдан торған шиғыр.

Шиғырҙа юлдары түбәндәгесә: беренсе менән икенсе, өсөнсө менән дүртенсе юлдар тап килергә тейеш, ә бишенсе юл һығымта яһай. Был ысул менән өс йәштән алып шөғөлләнергә мөмкин. Лимерика менән эш башлағанда, төрлө уйындар тәҡдим ителә.



«Киреһен әйт»



Тәрбиәсе балаларға һүҙҙәр әйтә, балалар ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙ табып яуапларға тейеш.

Бик матур һүҙ беләм – “яҡшы”.

Киреһе ниндәй һуң? – (Яман.)

Мин һиңә әйтәмен – “дөрөҫ”,

Тиҫкәре яуап бир – (“ялған”.)



«Кем күберәк әйтер»

Балалар ике командаға бүленә. Таҡтаға ике сюжетлы һүрәт эленә. Һәр команда үҙ рәсеме буйынса ярышып һүҙҙәр әйтә.



«Уйлап әйт»

Тәрбиәсе һөйләмдең башын әйтә, балалар аҙағын уйлап яуапларға тейеш.



«Беҙ оҡшаш»

Тәрбиәсе балаларға бер һүҙ әйтә һәм шул уҡ мәғәнәне аңлатҡан йәки мәғәнәһе буйынса яҡын булған һүҙҙәр табырға ҡуша (көслө – ҡыйыу, батыр, ғәйрәтле)



Артабан балаларға ошондай текст тәҡдим ителә:

Йәшәгән ти объект

Ниндәй?

Нимә эшләгән?

Кемдәр менән аралашҡан?

Һығымта

Ҡуян-ялман

Ат-шат

Япраҡ-ҡалпаҡ

Алма- һалма

Ошо һүҙҙәр менән шиғыр төҙөйбөҙ.

Тәүҙә балаларға ике юлды рифмалаштырыу ҡатмарлы кеүек булһа, артабан ҡыҙыҡ шиғыр юлдары күберәк килеп сыға һәм йөкмәткеһе буйынса тулыраҡ була.

һөҙөмтәлә балаларҙың телмәре байый, фекерләү, уйлау һәләттәре үҫешә.

  1. Синквейн технологияһы

Синквейн-мәктәпкәсә  йәштәге  балаларҙың  телмәрен үҫтереүҙә  бик  

кәрәкле алым һынала.                        

Синквейн   - француз   һүҙе, биш  тигәнде  аңлата , йәки биш юллыҡ шиғыр .  

Был технологияны Аделанда  Крипси  уйлап тапҡан.  

Беренсе юл  бер һүҙҙе тәшкил итә, исем йөкмәткеһен  билдәләүсе  һүҙ.

Икенсе юл ике һүҙҙән тора. Был әйберҙең йәки күренештең үҙенсәлеген,сифатын асыҡлаусы һүҙҙәр булыуы мөмкин.

Өсөнсө  юлда -  төп темаға   ҡағылышлы  эш- хәрәкәтен  белдереүсе  һүҙҙәр.

 Дүртенсе  юлда  бала   билдәләнгән  темаға  ҡағылышлы   һөйләмдәр төҙөй. 

Бишенсе юлды бер генә  һүҙ  йәки һүҙбәйләнеш  тәшкил итә.Был һүҙ, һүҙбәйләнеш  бирелгән теманың  төп  йөкмәткеһен  асыҡлай.    




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
«Чем занять ребёнка дома»

Автор: Земфира Султановна Асылбаева

Дата: 31.05.2022

Номер свидетельства: 608501

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(110) "Консультация для родителей на тему "Чем занять ребёнка дома""
    ["seo_title"] => string(62) "konsultatsiia_dlia_roditelei_na_temu_chem_zaniat_rebionka_doma"
    ["file_id"] => string(6) "605077"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1650293081"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(107) "Консультация для родителей "Чем занять ребёнка 1-2 лет дома""
    ["seo_title"] => string(62) "konsultatsiia_dlia_roditelei_chem_zaniat_rebionka_1_2_let_doma"
    ["file_id"] => string(6) "586702"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1631616538"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(90) "Консультация для родителей " Чем занять ребёнка?" "
    ["seo_title"] => string(54) "konsul-tatsiia-dlia-roditieliei-chiem-zaniat-riebionka"
    ["file_id"] => string(6) "218080"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1433616822"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(113) "Консультация для родителей "Чем занять ребёнка дома в 3-4 года?""
    ["seo_title"] => string(71) "konsul_tatsiia_dlia_roditieliei_chiem_zaniat_riebionka_doma_v_3_4_ghoda"
    ["file_id"] => string(6) "355956"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1478447136"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(68) ""чем занять ребёнка-дошкольника дома""
    ["seo_title"] => string(37) "chem_zaniat_rebionka_doshkolnika_doma"
    ["file_id"] => string(6) "549931"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1589612305"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства