kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Бе? буласа? ?алдаттар

Нажмите, чтобы узнать подробности

?алдаттар  бе??? ?уна?та.
Телм?р т???те? т?рк?м?.
Байрамса би??лг?н зал?а к??елле баш?орт к?й?н?  балалар т?рби?сел?р мен?н  ин?л?р ултыралар.Бер ?ы? й?гереп  ин? зал?а.
?ы?: Ура,ура ми?? хат килде,был ?см?й?шл? хат мине? ?алдат а?айымдан килг?н.
Т?рби?се: ? ним? тип я?а ?у? а?айы? ?рмен?н
?ы?: О?а?ламай мине? а?айым ??ене? ду?тары мен?н ?айтаса?.?й??ге? берг?л?п д?ртле йыр?ар мен?н улар?ы ?аршы алайы?.
Т?рби?се: Балалар ?й??ге? ?алдаттарыбы??ы ?алдат йыры мен?н ?аршы алайы?.
Йыр “Ер??н ?алдат атлай”
(Йыр б?т??г?  зал?а атай?ар ин?л?р ?алдаттар кейемд?ренд?,кемде? кейеме ю? улар инде ?алдаттар?ы?  фуражкаларында)
Т?рби?се: ?й??ге? р?хим итеге? бе??е? ???ерле ?алдаттарыбы?.Р?хс?т итеге? ?е??е етеп килг?н байрам мен?н ?отлап ?терг?.
А.б.Бер байрам бар февралда
???ерле ул ??р кемг?
 Уны ?ур байрам тип
М?мкин хатта ?йтерг?

А.б.Ул тыныслы? байрамы
Уны ??р кеше бел?.
Ватанды ?а?лаусылар
Байрамы тип й?р?т?л?.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Бе? буласа? ?алдаттар»

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған

Тыныслыҡ, именлек һағына һеҙ кәрәк!”

исемле байрам сценарийы



А.б.Бер байрам бар февралда

Ҡәҙерле ул һәр кемгә

Уны ҙур байрам тип

Мөмкин хатта әйтергә


А.б.Ул тыныслыҡ байрамы

Уны һәр кеше белә.

Ватанды һаҡлаусылар

Байрамы тип йөрөтөлә.

Хәйерле көн, олатайҙар, атайҙар, ағайҙар, малайҙар! Хөрмәтле ир – егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә Ир – егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир – егеттәр, Һеҙгә, эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы теләйбеҙ.

Хөрмәтле, атайҙар,олатайҙар! Һеҙҙе ҡотларға һүҙҙе балаларға бирәйек .

Шиғырҙар

Йыр “ Ерҙән һалдат атлай”


А.б. Беҙҙең атайҙар йыйылған

Ял итер өсөн бөгөн

Һүҙҙәребеҙҙең иң матурын

Әйтмәйсә мөмкин түгел.

А.б.Һеҙ – беҙҙең күңелгә мәңгелек ышаныс!

Һеҙ – көслө, һеҙ – батыр, һеҙ – беҙҙең ҡыуаныс!

Һеҙ – алтын бағана, ғаиләлә һеҙ – терәк!

Тыныслыҡ, именлек һағында һеҙ кәрәк!

А.б.Киңәйтегеҙ түңәрәкте

Майҙан булһын киңерәк

Майҙан булһын киңерәк

Бейергә күңеллерәк.


Дәртле бейеү


А.б.Ул ерҙә иң шәп кеше

Шәп кеше, ғәжәп кеше,

Һабантуйҙа еңмәһә лә

Ул иң – иң көслө кеше.

Баһадир төҫлө кеше

Ул зирәк тә, шаян да,

Аҡыллы һәм һәйбәттә

Кем тиһегеҙме? Ул кеше

Минең атайым, әлбиттә.


А.б. Бала тәрбиәләүҙә атай кешенең роле бик ҙур. Ул балаһына үрнәк тә, терәк тә булырға тейеш. Һәр бала атаһы менән ғорурланып йәшәһен.

Атайҙар уҙған ерҙә

Йәшәрә гөлдәр

Тыныс гөлдәрҙе бүләк итеүсе,

Илебеҙҙең данын бөйөк йөрөтөүсе,

Атайҙар – бит тыуған ил көсө.

Конкурс «Разминка»

(Участники передают мяч между ногами, когда мяч окажется у последнего, он вместе с мячом перебегает и становится первым. Когда первый снова встал первым – эстафета окончена.)

Конкурс «Браво, капитаны»

(Как можно больше загнать клюшкой воздушных шаров в ворота.)

А.б.« Армия» һүҙе латинсанан « ҡоралландырылған» тиеп тәржемә ителә. Ләкин армия ҡоралы менән генә түгел, ә үҙенең ҡыйыу, батыр һалдаттары менән дә көслө. Ир – егеттәр – тыуған ил, армия көсө.

А.б. Әсәйҙәрҙе иң ҡәҙерле тибеҙ,

Атайҙарһыҙ йәшәп буламы?!

Таба алмам алыштырыр кеше –

Әйләнһәм дә бөтә донъяны.

“ Балам” тиеп бер әйтеүелә

Йылы һала йәнгә, күңелгә

Ҡайғыртыуың өсөн рәхмәт, атай,

Шулай булһын инде ғүмергә.

Йыр “Атайым”

А.б.Илде һаҡлау – изге бурыс. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи – сәлләм дә « Илде һаҡлау – имандың бер өлөшө», тигән. Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген тәьмин итеү – изге йола. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, йәшәгән ерен дошмандан ҡурсалау уның төп бурысы һаналған, ир – егеттәрҙе лә батыр, һуғышсан, көслө рухлы итеп тәрбиәләгәндәр. Революциянан һуң Рәсәй егеттәренә ете йыл хеҙмәт итеү индерелгән, һуңынан – 5, артабан – 3, ә хәҙер 1 йыл хеҙмәт итәләр.

Ә беҙҙең атайҙарыбыҙ,олатайҙырыбыҙ әрме тураһында яҡшы беләләрме икән?Әйҙәгеҙ уларға Викторина зирәклектәрен тикшереп ҡарайыҡ.

Викторина.

1.Россия әрмеһен ойоштороусы булып кем тора? (Петр I)
2. Россия флотын кем ойоштыра? (Петр I)
3. “Гардемарин” нимәне аңлата? (“гардемарин” французса “диңгеҙ гвардияһы” тип тәрҗемә ителә, йәғни гардемарин ул диңгез академиясен тамамлаусы кеше. Был дәрәҗә Петр I тарафыннан индерелә)
4. Винтовка осына беркетелә торған ҡорал нимә тип атала? (штык)
5. “Улар бер тапҡыр ғына яңғлышалар”, — тип кемдәр тураһында әйтәләр? (Сапер)
6. Нинди яйланма ярҙамында ағыулы газдарҙан һаҡланып була? (Противогаз)
7. Хәрби кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлаусы склад нимә тип атала? (Арсенал)
8. Төҙ атыусыны кем тип әйтәләр? (Снайпер)
9. Корабль менән идара итеүсе рульде нимә тип атайҙар? (Штурвал)
10. Моряктар араһында киң таралған өҫ кейеме нимә атала? (Тельняшка)
11. Сигнал уттары менән юл күрһәтеүсе яр буйындағы башня нимә тип атала? (Маяк)


А.б.Ә хәҙер ял итеп уйнап алайыҡ бергәләп.

Игра "На парад идут войска" 
красный флаг - дети шагают и кричат "ура!", 
синий флаг - дети летают на самолётах, 
зелёный флаг - скачут на лошадках.

Эстафета «Волшебный мяч»
- Папы отбивают мяч до ориентира и обратно.
- Мальчики – мяч между ног «Кенгуру» до ориентира, обратно бегом.
А.б.Бейе әле, бейе әле

Бейегәнең күрһендәр

Баҫҡан ерҙән ут сығара

Беҙҙең балалар тиһендәр

Бейеү “Моряктар”


А.б.Күрешеү бер ғүмер тип,

Юҡҡа әйтмәйҙер халыҡ

Күстәнәскә йыр бирәбеҙ

Йөрәк түренән алып

Беҙҙең кескенә күстәнәс

Шифалы булһын инде

Һәммәгеҙҙең күңеленә

Нур булып инһен инде.


Йыр “Мин дә һалдат булырмын”

А.б. Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Йылмайып, көлөп торһон

Яҙгы ҡояш нурылай

Ҙур эштәргә рухландырһын

Сәләмәтлек – Юлдашығыҙ

Матур, татыу тормошоғоҙ,

Күңел һөйгән хеҙмәтегеҙ-

Барыһы булһын мулдан.

А.б.Шаулай урман, гөрләй болон

Япраҡ яра тал – тирәк!

Матур тормош төҙөү өсөн,

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Бәхетле матур баласаҡ

Беҙҙең беренсе теләк

Атай янда булһын өсөн

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Күк йөҙо аяҙ, тыныс, байрамығыҙ мөбәрәк булһын!







Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Бе? буласа? ?алдаттар

Автор: Кульмухаметова Равиля Ирековна

Дата: 20.03.2016

Номер свидетельства: 307813


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства