Башҡортостандың 100 йыллығына, “Алтын тирмә” викторинаһы.
(өлкән төркөм)
Маҡсат:
Башҡортостан тураһында белем кимәлен арттырыу, башҡорт халҡының йолаларын өйрәнеү .
Өфө ҡалаһы тураһында белем кимәлен тикшереү һәм арттырыу. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында уҡыусыларҙың белемен артттырыу.
Тыуған илгә ҡарата һөйөү,патриотик тойғолар уятыу.
Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе үҫтереү, нығытыу.
Байрам балалар һәм әсәйҙәр башҡарыуында, Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы” тураһында шиғыры менән башлана.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары...
Алып барыусы:
-Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, был кемдең шиғыры?Нисек уйлайһығыҙ, ул нимә тураһында?
- Дөрөҫ, был шиғыр беҙ йәшәгән Башҡортостан республикаһы тураһында.
Мостай Кәримдең тыуыуына, Башҡортостаныбыҙға быйыл 100 йыл.
Шуға ла беҙ байрамыбыҙҙы бөйөк яҙыусыбыҙҙың шиғыр юлдары менән башланыҡ.
Алып барыусы:
21 февраль 1919 йылда, Темәс ауылында Өҫкөурал өйәҙендә, Ырымбур губернияһында беренсе хәрби съезды ойошторолған. Йәшерен һөйләшеү ваҡытында Башҡорт Совет Республикаһының ваҡытлыса революция комитеты һайланыла. Унда 12 комиссия ағзаһы һәм алты кандидат була. Председателе итеп Әхмәт-Зәки Вәлиди һайлана. Һөҙөмтәлә был тарихҡа инеп ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Рәсәй һәм Башҡортостан араһында ..............
Башҡорт АССР-ының нигеҙләнеүе егерме өсөнсө март 1919 йыл. балалар, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек, нимәләр беләһегеҙ икән тыуған еребеҙ, уның иҫтәлекле урындары тураһында.
Алып барыусы:
- Беҙҙең республиканың баш ҡалаһы нисек атала? (Өфө)
Уның иң билдәле һәйкәле кемгә бағышлана?
Һеҙгә был ҡала оҡшаймы? Ни өсөн? (Яуаптар)
-Бөгөнгө күркәм сарабыҙҙа беҙ төркөмөбөҙ ғаиләләре араһында Башҡортостандың 100 йыллығына арнап “Алтын тирмә” викторинаһын үткәрергә булдыҡ.
Хәҙер көслө алҡыштар менән беренсе ғаилә Мусиндар ғаиләһен ҡаршы алайыҡ.
( экранда ғаиләләр тураһында мәғлүмәт, фотолар)
Икесе ғаилә,Зәбитовтар ғаиләһе!
(ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырып утәләр. Ырыуҙары, яратҡан шөғөлдөре, тыуып үҫкән ерҙәре Һ.б)
Алып барыусы:
“Алтын тирмә” уйынының беренсе турын башлайбыҙ!
Беренсе тур “Кем сосораҡ” тип атала!
Кем беренсе яуап таба, ҡыңғырауҙы шылтыратып яуап бирә.
Һәр-бер дөрөҫ яуап өсөн бер тәңкә бирелә.
Һорауҙар ;
Башҡортостанда иң бейек тау
Башҡортостанда нисә район бар?
Республиканың суверенитет алған көнө.
Башҡортостан флагында нисә төҫ бар?
Башҡортостандың милли геройы?
Башҡорт дәүләт академия драма театры кем исемен йөрөтә?
Ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының авторы.
Алып барыусы:
-Афариндар !!! шулай итеп беренсе тур тамам. Һәм мин музыкаль тәнәфес иғлан итәм. “Көнбағыштар” төркөмө ҡыҙҙары башҡарыуында, башҡорт ҡыҙҙары бейеүе. Рәхим итегеҙ.
( бейеү)
Ә хәҙер икесе турҙы башлайбыҙ. Ул “Кем башлыраҡ” тип атала.
Һеҙгә төрлө өлкәләр бирелә. Һорауҙар ауырлығына ҡарап билдәләнгән. Бер тәңкә- еңел, ике тәңкә- уртаса, өс тәңкә-ауыр һорау.
Өлкәләрҙе экранда тәҡдим итәм
(өлкәләр буйынса һорауҙар)
(Ҡатнашҡан балаларға ла еңелсә айырым һорауҙар биреү отошло)
Икенсе тур аҙағында тағы ла музыкаль тәнәфес. Малайҙар башҡарыуында бейеү”Ырыуың кем”
Алып барыусы:
Өсөнсө турҙы башлайбыҙ. Ул “Серле һандыҡ” тип атала.
Һандыҡ сығарыла. Эсендә нимә йәшеренгән икән. Башҡорттар бик тә ҡунаҡсыл халыҡ. Уларҙың үҙ аш-һыуҙары һәм эсемлектәре бар. Беҙҙең яҡ файҙалы ҡымыҙы менән дан алған. Ниндәй эсемлек ул? Уны эшләү йолалары борондан килгән. Ҡымыҙ эшләү серҙәре элек-электән быуындбыуындан-быуынға күсеп килгән. Ә нимә ул ҡатыҡ? Бишбармаҡ-башҡортарҙың төп аҙығы. Башҡорт аш-һыуына ҡағылышлы һорауҙар.
Зәбитовтар ҡаиләһе беренсе булып яуапты таба. Һандыҡ эсенә ҡаҙы йәшеренгән икән.
Хәҙер инде командалар үҙҙәре алып килгән башҡорт аш-һыуҙары менән таныштырып китәләр. ( ҡыҙыл эремсек, сәк-сәк) ( нисек эшләнгән, ниндәй файҙаһы бар һ.б)
Тәнәфес иғлан итәм. Янбулаттын әсәһе Рәзинә Ташбулат ҡыҙы Мостай Кәримдең “Ҡоштар осорам” шиғырын һөйләп ишеттерә.
-Ҙур рәхмәт! Бер ваҡытта ла ғәмһеҙ булмайыҡ. Көлөп-шатланып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәйек.
Тәңкәләрҙе һанайбыҙ.
Командаларҙы ҡотлау.
Бөгөн беҙ Башҡортостан тураһында һөйләштек. балалар, беҙ бөгөн ниндәй йолалар, байрамдар, милли үҙенсәлектәр тураһында һөйләштек? Ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ тыуған еребеҙгә ҡарата?
( яуаптар)
Байрамды бөтә төркөм менән, Тамыр студияһының “Башҡортостан ил генәм” йыры менән тамамлайбыҙ.
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге- ”Аленушка” балалар баҡсаһы
Башҡортостандың 100 йыллығына,
ата-әсәләр менән берлектә
“Алтын тирмә” викторинаһы.
(өлкәндәр төркөмө)
Башҡарҙы:
тәрбиәсе Асылбаева З С
Сибай-2019