kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Балага исем кушыу йолахы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий обрядового праздника нп башкирском языке для детей младших и средних групп.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Балага исем кушыу йолахы»












Балаларға исем ҡушыу йолаһы

(Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн)













Төҙөнө: Даньянова Г.С.













Балаларға исем ҡушыу йолаһы

(Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн)

Маҡсат: балаларға үҙ халҡына , ғөрөф- ғәҙәттәренә, йолаларына һәм мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мөнәсәбәт формалаштырыу.

Бурыстар: - балаларҙы исем ҡушыу йолаһы менән таныштырыу;

-балала башҡорт халҡыны ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

-милләт төйғоһо һәм милли ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү;

-быуындар бәйләнешен тәрәнәйтеү;

-өлкәндәргә ихтирам , хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: өй күренешенә атрибуттар, мендәр, бишек, бал һәм май һалынған һауыттар, күстәнәстәр, өҫтәлдә һауыт- һаба, ризыҡтар.

Бишектә бәпәй ята. Һалмаҡ ҡына көй ишетелә.

Әсәй кеше өҫтәл эргәһендә йөрөй. Ишек шаҡыу ишетелә.

Өләсәй менән балалар инәләр.

Әсәй: Һаумыһығыҙ, инәй, һаумыһығыҙ, балалар! Әйҙәгеҙ , түргә үтегеҙ.

Өләсәй: Һаумы, һаумы, ҡыҙым. Бына беҙ балалар менән бәпес күрергә килдек әле.

Балалар: Һаумыһығыҙ!

Әсәй: Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ икән. Бөгөн беҙҙә ҙур йола- бәпәйгә исем ҡушабыҙ.

Өләсәй: Бәпәй ҡарарға рөхсәт итәгеҙме? Бүләкһеҙ бәпәйҙе ҡарарға ярамай икәнлеген беләбеҙ.

1-се бала: Ярҙамсы бул!

2-се бала: Ата-әсәле бул!

3-сө бала: Изгелекле бул!

4-се бала: Эш ярат!

5-се бала: Таҙалыҡ ярат!

6-сы бала: Бәхетле бул!

( Бәләкәйгә бүләген бишек ситенә һалалар)

Өләсәй: Мин дә буш ҡул менән килмәнем. Бәпәйгә ойоҡбаштар бәйләнем. Йылы аяғында туҙһын.

-Күстәнәскә ҡоймаҡтар ҙа бешерҙем, рәхим итеп алығыҙ.

Әсәй: Рәхмәт, рәхмәт, бүләктәрегеҙгә, күстәнәсегеҙгә.

-Бына, балаҡайҙар, бөгөн бәпескә исем ҡушабыҙ. Ошо көнгә тиклем, аллаға шөкөр ,баланы яңғыҙ өйҙә ҡалдырырға тырышманыҡ. Ингән – сыҡҡан арала бала эргәһенә ҡайсы һалып сыға торғайныҡ.

Өләсәй: Бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ә беҙ балалар менән бүләккә тағы ла йыр- бейеү алып килдек.

-Әйҙәгеҙ, балалар, түңәрәккә баҫығыҙ, уйын уйнап алайыҡ.

(Балалар түңәрәккә баҫалар)

Күрһәт әле үҫкәнем” уйыны.

Әсәй: Һай, рәхмәт, күңелде асып ебәргәнегеҙ өсөн.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ, шаяртыу уйыны уйнап алайыҡ.



(Музыка яңғырай, балалар бер-береһенә ағас ҡалаҡ бирәләр, кемдә ағас ҡалаҡ туҡтай музыка тымғас, шул шаяртыу әйтә)

-Зәкей, бөкөй,

Кәзәһе төкөй.

-Вәскә, Вәскә

Урмандағы сәскә.

-Юлай, Юлай

Юрған аҫтында тулай.

-Әнисә, Әнисә

Бер самауыр сәй эсә.

-Салауат, Салауат

Ике ботло карауат.

Дауыт, Дауыт

Көл һалынған һауыт.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ, хәҙер бейеп тә күрһәтәйек.

(Ҡыҙҙар бейеүе, әсәй бәпәйҙе сәңгелдәктән алып килә)

Бергәләп: Кеше артты доньяла, ризығың менән, төклө аяғың менән!

Өләсәй:

Балда, майҙа йөҙөп йәшә,

Бал ҡап, май ҡап.

(балғалаҡ менән һауыттарҙан алып, бәпәйгә бал, май ауыҙына ҡаптыра)

Һүҙең, тормошоң яҡшы булһын,
Май ҡап, май ҡап

Ҡылған эшең яҡшы булһын,

Бал ҡап, бал ҡап.

Ата-әсәңә алмашсы бул,
Бал ҡап, май ҡап.

Тьфү, Собханалла, күҙ теймәһен, бигерәк матур икән, тәүфиҡлы булһын. Әйҙәгеҙ исем ҡушайыҡ.

-Баланы, аяғы ҡояш батҡан яҡҡа ҡаратып, мендәргә һалығыҙ.

-Әсәһе , бәпәйгә ниндәй исем һайланығыҙ?

Әсәһе: Улыма Илһөйәр исемен һайланыҡ.

Өләсәй: Бәхетле булғыры,

Тәүфиҡле булғыры,

Белемле булғыры,

Ата-әсәле булғыры,

Исемең Илһөйәр булһын!

Уң ҡолағыңа аҙан, һул ҡолағыңа –исем!

Исемең Илһөйәр булһын!

Исемең Илһөйәр булһын!

Исемең Илһөйәр булһын!





-Балаға исем ҡушыу-яуаплы эш.

Элек исемдәрҙе уйлап ҡушҡандар. Ҡыҙҙарға күберәк сәскә исемдәрен ҡушҡандар, сәскә кеүек матур булһын тигәндәр. Ә малайҙарға тимер һымаҡ ныҡ булһын өсөн Тимерхан, Биктимер исемдәрен, бай булһын өсөн Байбикә, Алтынбикә, Байбулат тип ҡушҡандар.

Улығыҙға бик мәғәнәле исем ҡуштығыҙ. Илһөйәр- илен, тыуған ерен һөйөп йәшәр тигәнде аңлата.

Әсәй: Минең Илһөйәр улым үҫеп етһә,исеменең матурлығына шатланыр ул.

(Бала илаған тыуыш ишетелә)

-Улым уянды. Балалар , баланы илағанда нисек әурәтәләр?

1-се бала:Һәтес-һәтес-һәтес тә,

Бәләкәс кенә бәпес тә.

2-се бала:Сәп-сәп- сәпәкәй

Майға бешкән әпәкәй.

3-сө бала:Һоп-һоп-һоп итә

Илһөйәр үҫеп китә

Әсәй: Улым, улым ул кеше-

Улым булыр ҙур кеше,

Батырҙан –батыр ише,

Тауҙағы бөркөт ише,

Төн яҡтыртҡан нур ише!

Әсәй: Һай, афарин, балалар! Илһөйәр улымды әүрәттегеҙ. Әйҙәгеҙ , бәпәйҙе бишек йыры йырлап йоҡлатайыҡ та, үҙебеҙ ҡоймаҡлап, баллап, майлап сәй эсеп алырбыҙ.

(Бишек йырын бергәләп йырлау)

Әлли-бәлли бәпкәһе,

Эшкә киткән әсәһе,

Ҡайтыр әле, ҡайтыр әле

Иламаһын бәпкәһе.

Ҡайтып килә, ҡайтып килә,

Эшкә киткән әсәһе.

Иламай ҙа, мыжымай ҙа,

Йоҡлап ята бәпкәһе.

(Бәпәйҙе бишеккә һалып, балаларҙы сәй эсергә ултыртыу)














































Ҡулланылған әҙәбиәт

-Ғәләүетдинова И.Ғ. “Балалар фольклоры. Бала- саҡ уйнап-көлөр үҫер саҡ”, -1994.

-Бикбулатов Н.В., Юсупов Р.М., Шитова С.Н., “ Башкиры. Этническая история и традиционная культура”, 2002.

-Кусимова Т. “Исемдәр доньяһында” -1991.

-Юлмөхәмәтов М.Б, Йәғәфәрова А.И. “Кескәйҙәр өсөн тыуған телдән уҡыу китабы”, -1989.



8



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Балага исем кушыу йолахы

Автор: Даньянова Гузелия Салиховна

Дата: 14.10.2024

Номер свидетельства: 657629


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства