kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Разработка урока по башкирскому языку и литературе в 10 классе на тему "Словообразование в башкирском языке. (По творчеству М.Акмуллы)"

Нажмите, чтобы узнать подробности

В данной разработке урока рассматриваются способы словообразования в башкирском языке на примере стихотворения известного башкирского просветителя Мифтахетдина Акмуллы "Башкиры, нужно учиться!"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по башкирскому языку и литературе в 10 классе на тему "Словообразование в башкирском языке. (По творчеству М.Акмуллы)"»

Заявка на участие в конкурсе


Ф.И.О. автора

Туктамышева Гульназира Фаниловна

Должность.Квалификационная категория. Стаж работы

Учитель башкирского языка и литературы, высшая категория, Почетный работник общего образования РФ, стаж работы 29 лет.



Полное название образовательной организации, в которой работает участник конкурса

МБОУ « Школа №101 с углубленным изучением экономики» городского округа город Уфа РБ

E-mail

g.tuktamysheva @mail.ru

Название методической разработки

Словообразование в стихотворении М.Акмуллы «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”

Для какого класса предназначена методическая разработка урока

Урок по родному башкирскому языку в 5 классе

Применяемые в данной разработке педагогические технологии

Проблемная технология, ИКТ, личностно-ориентированная технология, игровая технология

Адрес, контактный телефон

Г.Уфа, ул.Центральная, 26;

8 9373151576


















Тема. Башҡорт телендә һүҙъяһалыш. (М.Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырында үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғаулы һүҙҙәр.)


Маҡсат. Башҡорт телендә ялғауҙарҙың төрҙәре тураһында төшөнсә биреү; бәйләнешле телмәр үҫтереү; М.Аҡмулланың ижадына таянып, уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.


Йыһазландырыу. М.Аҡмулланың портреты, слайдтар


Дәрес барышы.


  1. Ойоштороу моменты.

  2. Белемде актуалләштереү.


а) Уҡыусыларҙың түбән кластарҙа һүҙъяһалыш буйынса алған белемдәрен иҫкә төшөрөү.

Яһаусы ялғау һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы мәғәнәле һүҙ яһай: урман-сы, баҡса-сы-лыҡ

Үҙгәртеүсе ялғау һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, формаһын ғына үҙгәртә. Үҙгәртеүсе ялғауҙарға килеш, күплек, эйәлек заты, хәбәрлек, ҡылымдың йүнәлеш, юҡлыҡ, һөйкәлеш, заман, зат, һан ялғауҙары инә.


б) Слайдтағы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшереү (тамырын, нигеҙен, ялғауҙарҙың төрҙәрен асыҡлау).

Балаларҙа, көслөләр

в) Слайдта « Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән яҙыу

-Уҡыусылар, был шиғыр юлдарының авторы кем? Аҡмулла тураһында нимәләр беләһегеҙ?

М. Аҡмулланың биографияһын алдан әҙерләнгән уҡыусынан һөйләтеү, презентация ҡарау.

3.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғыры өҫтөндә эшләү. ( Был шиғырҙың тексы уҡыусыларға алдан таратып бирелә).

а) Шиғырҙы тасуири уҡыу.

б) Һүҙлек эше, һүҙҙәрҙең синонимдарын уҡыусылар үҙҙәре таба.

шәй - предмет – әйбер (нәмә)

кәрәмәт- чудо – мөғжизә

ырыҫ – счастье – бәхет

афәт – беда -ҡайғы

яһиллыҡ- злость - яуызлыҡ

харам – нечестный- намыҫһыҙ

жәләл – хорошо – рәхәт


в) Кластер төҙөү. Уның ярҙамында шиғырҙың йөкмәткеһен асыҡлау.

Аҡмулланың был шиғырында белемле кеше нисек һүрәтләнә?



Ни эшләр? Нисек йәшәр?


һыуҙа йөҙөр жәләл

күктә осор намыҫ ҡушыуы буйынса

Белемле кеше

бәхетле булыр өсөн арыҫландан көслө батыр

ғилем-һөнәр алыр өсөн


Ни өсөн уҡый? Ул кем?

г) Проблемалы һорау тыуҙырыу.

-Уҡыусылар, 19-сы быуат уртаһында был шиғырҙы яҙырға Аҡмулланы нимә мәжбүр итте икән? Ни өсөн ул шиғырға шундай исем биргән? Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра? (Уҡыусылар таблицалағы яуаптарҙы ҡулланып яуап бирәләр)


4.Ғәмәли эштәр башҡарыу.

Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар тураһында алынған белемде шиғырға таянып нығытыу.

а)Яһаусы ялғауҙар менән бәйле эш төрҙәре:

1.Шиғырҙан килеш менән үҙгәргән һүҙ төркөмдәрен табып, таблицаны тултырырға. Кем күберәк һүҙ табыр?



Исем

һан

алмаш

Төп килеш




Эйәлек килеш




Төбәү килеш




Төшөм килеш




Урын-ваҡ.к.




Сығанаҡ к.





Дөрөҫ яуаптар



Исем

Һан

алмаш

Төп килеш

төн

у н

был

Эйәлек килеш



һинең

Төбәү килеш


алтыға

шуға

Төшөм килеш

сәғәтте

берҙе


Урын-ваҡ.к.

күктә

унда

Сығанаҡ к.

арыҫландан




  1. Шиғырҙан күплектә килгән исемдәрҙе табып, ялғауҙарын күрһәтергә.

(Наҙан-дар, кәрамәт-тәр, шәрафәт-тәр, туған-дар, афәт-тәр, шәй-ҙәр)


4. Түбәндәге схемаларға ярашлы һүҙҙәрҙе табырға.

Тамыр+ күпл. ялғ. +1-се эй.заты.ялғ. ( башҡорт-тар-ым)

Тамыр+ 3-сө эй. заты ялғ.+ Төш. к. (шишмә-һе-н)


б) Яһаусы ялғауҙар буйынса эш төрҙәре:


1.Бел тамыр һүҙенә яһаусы ялғауҙар ҡушырға. Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә, телдән һөйләм төҙөргә.( Белем, белеү, белемле, белгес, белеүсе, белемлелек, белемһеҙ )


2. Наҙанлыҡтан, белемлелек. һүҙҙәрен составы буйынса тикшерергә.


в) Уйын. Ҡайһы рәт таблицаны дөрөҫ һәм тиҙ тултыра?

Яһаусы ялғаулы

һүҙҙәр

(1-се рәт)

Үҙгәртеүсе ялғаулы

Һүҙҙәр

(2-се рәт)

Яһаусы һәм үҙгәртеүсе

ялғаулы һүҙҙәр

( 3-сө рәт)





Слайдта һүҙҙәр бирелә: туғандар, һыуҙа, айыуҙан,төшөң,

көслө, белемлелек,наҙанлыҡтан, яһиллыҡтан. Был һүҙҙәрҙе бирелгән таблицаға төркөмләп яҙырға


5. Рефлексия.

Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

Быуаттар төпкөлөнән Аҡмулла беҙгә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тип мөрәжәғәт итә. Республикабыҙҙың киләсәге, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең яҙмышы белемле, аҡыллы йәштәр ҡулында. Бөйөк Аҡмулланың һүҙҙәрен һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоп, белемгә ынтылығыҙ, тәртипле, тырыш, ҡыйыу кешеләр булып үҫегеҙ.


6.Өйгә эш. М. Аҡмулланың башҡа шиғырҙарынан үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғаулы һүҙҙәргә 5 –шәр миҫал яҙып килергә.

7. Баһалау.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 10 класс.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Туктамышева Гульназира Фанилова

Дата: 13.11.2016

Номер свидетельства: 358490


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства