kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Р. Бикбаев ”Халҡыма хат”.11-се башҡорт класы,

Нажмите, чтобы узнать подробности

Маҡсат:

1)Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат”әҫәрен анализлау;

2)балаларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып,төрлө кимәлдәге эштәр ҡулланып,уҡыусыларҙың фекерләүен һәм ижади фекерләүен үҫтереү;

3)башҡорт теленең байлығын,матурлығын тойорға өйрәтеү,туған телгә һөйөү тәрбиәләү;

Эпиграф.

Кеше 3 нәмәгә табынырға тейеш:

Иленең уҙғанына,уның бөгөнгөһөнә

 Һәм тыуыр киләсәгенә.

Әүәлге менән киләсәк кешенең ике ҡанаты.

Просмотр содержимого документа
«Р. Бикбаев ”Халҡыма хат”.11-се башҡорт класы,»

Тема:Р.Бикбаев.”Халҡыма хат”.11-се башҡорткласы,

Маҡсат:

1)Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат”әҫәрен анализлау;

2)балаларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып,төрлө кимәлдәге эштәр ҡулланып,уҡыусыларҙың фекерләүен һәм ижади фекерләүен үҫтереү;

3)башҡорт теленең байлығын,матурлығын тойорға өйрәтеү,туған телгә һөйөү тәрбиәләү;

Эпиграф.

Кеше 3 нәмәгә табынырға тейеш:

Иленең уҙғанына,уның бөгөнгөһөнә

Һәм тыуыр киләсәгенә.

Әүәлге менән киләсәк кешенең ике ҡанаты.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу.

-Хәйерле көн, һаумыһығыҙ,уҡыусылар!Һәр иртәбеҙ,көнөбөҙ,һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән башлана.

Үткән дәрестә һеҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижадын өйрәндегеҙ. ( күргәҙмәгә күрһәтеп һөйлә).Шуның буйынса тест эшләп китәйек. (Уҡыусыларға тест һорауҙары тапшырыла)

Тест.

1.Шағирҙың тыуған ере.

а) Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Хәсән ауылы

б) Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Тәгеш ауылы

в) Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылы

г) Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылы

2.Тәүге шиғырҙар йыйынтығы

а)”Дала офоҡтары”

б)”Ҡош юлы”

в)”Автобиография”

г) “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай”

3.”Ғүмеребеҙҙең аҫыл миҙгелендә

Ебәрмәйек елгә ир һүҙен”. Был өҙөк авторҙың ниндәй шиғырынан?

а)”Ваҡыт менән һөйләшеү”

б)”Ғүмер уртаһы”

в)”Ете быуыным”

г) “Халҡыма хат”

4.”Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ!”поэмаһындаБашҡортостандың ниндәй ҡалаһы тураһында һүҙ бара?

а) Өфө

б) Стәрлетамаҡ

в) Салауат

г) Ишембай

5. Шағирға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем нисәнсе йылда бирелә?

а) 1992

б) 1993

в) 1994

г) 1995


6. “...үҙе лә яҡлауға мохтаж...” Р.Бикбаев.

Төшөп ҡалған һүҙҙе яҙығыҙ.

а) тәбиғәт

б) матурлыҡ

в) кеше

г) изгелек


7. Р. Бикбаев ниндәй күренекле башҡорт шағирының әҫәрҙәрен руссаға тәржемә иткән?

а) Б. Бикбай

б) М. Кәрим

в) Ш. Бабич

г) Р. Ниғмәти

8.”Эй, ...! Ҡылған ҡылыҡтарың

Тетрәтерлек хатта йәнһеҙҙе...”

Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

а) моңһоҙлоҡ

б) ялҡаулыҡ

в) ғәмһеҙлек

г) аңҡаулыҡ

9. “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында ҡайһы шағирҙың әҫәренән өҙөк килтерелә?

а) Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”

б) Р. Ғарипов “Аманат”

в) М. Кәрим “Башҡорт халҡына яуап хат”

г) Ш. Бабич “Башҡортостан”

10. Поэмала ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ниндәй тау тураһында һүҙ бара?

а) Йөрәктау

б) Торатау

в) Шаһтау

г) Ҡуштау

Баһалау критерийҙары (экранда)

95-100% - «5»

80-90% - «4»

60-70% - «3»

60-тан кәм – ҡабатларға.

III.Төп өлөш.Яңы тема.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

  • Башҡорт халҡында бер матур традиция йәшәп килә. Ул заманаларҙың, йәмғиәт тормошоноң ауыр йәки хәл иткес саҡтарында халыҡҡа шиғри хат менән мөрәжәғәт итеү йолаһы.

Сәсәндәр борон илгә яу килгәндә йәки ил-йорт эсендә ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр килеп тыуғанда шиғри һүҙ, ҡобайыр менән йыйындарҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итер булғандар. Мәҫәлән, С. Юлаев яугирҙарҙы көрәшкә әйҙәп, шиғри телмәр тота. Байыҡ сәсән халыҡты француздарға ҡаршы яуға сығырға саҡырып ҡобайыр әйтә. Ш. Бабич та “Башҡорт халҡына көйлө хитап” менән мөрәжәғәт иткән.

Ошо традицияларҙы дауам итеп, шағир Р. Бикбаев та “Халҡыма хат” шиғырын яҙа.

Р. Бикбаев был әҫәрен шиғыр тип атай. Әммә уны ғалимә Мәҙинә Хәмиҙуллина Бабич традицияһында ижад ителгән хитапнәмә тип әйтеү дөрөҫ, тип билдәләй.

-Ә нимә ул хитап?

-Әйҙә,әле СветаҒ.Хөсәйеновтың”Әҙәбиәт ғилеме”һүҙлегенән 197-се биттән


“Хитап” һүҙенең аңлатмаһын уҡып ишеттер.

-Дөрөҫ,хәҙерге заманда Р.Бикбаевтың“Халҡыма хат”шиғыры шулай уҡ халыҡҡа хитап-мөрәжәғәттең берүрнәге”,-тип билдәләй Ғ.Хөсәйенов

-Уҡыусылар, Р.Бикбаев ни өсөн был шиғырҙыяҙа?

Яҙылыу тарихы.

1989 ,йыл.15 июнь.Өфөлә Салауат Юлаев

һәйкәле янында шиғриәт байрамы бара.Р.Бикбаевҡа бер егет хат тапшырып китә.Хаттың бер өҙөгөн уҡыусы уҡый.

Ошо хатты алғас, Р.Бикбаев бына нимә ти яҙа. Уҡытыусы уҡыуы.

-Уҡыусылар, Р.Бикбаев“Автобиография”китабының баш һүҙендә: “Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш.Иленең уҙғанына,уның бөгөнгөһөнә Һәм тыуыр киләсәгенә.Әүәлге менән киләсәк кешенең ике ҡанаты” .Ошо һүҙҙәрҙе бөгөнгө дәрестең эпиграфы итеп алайыҡ.

-Уҡыусылар,был әҫәр нимә тураһында?

-Эйе,туған телебеҙ яҙмышы, уның үткәне,бөгөнгөһө,киләсәге тураһында.

-Телебеҙяҙмышын,уның үткәнен,бөгөнгөһөн, киләсәген тамырҙары тәрән,олоно ныҡ,япраҡтары ҡуйы булған ағас итеп күҙ алдына килтерәм. (экранда ағас).

-Ә хәҙер шиғырҙан башҡорт халҡының үткәнен сағылдырған юлдарҙы табып уҡығыҙ. (балалар китаптан табып уҡыйҙар)

Тик батшалар телен киҫкәндә лә

Башҡортом бит телһеҙ булмаған”- тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

(балаларҙың яуаптары)

- Ошондай ауырлыҡтар булғанда ла башҡорт халҡы үҙ рухына, теленә, иленә тоғро ҡалған.

Шағир тарихи ваҡиғаларҙы бөгөнгө көн менән нисек бәйләй?

Ул ҡайһы строфала бирелә?

Телен ҡырҡҡан саҡта батырҙарҙың

Алҡымына ҡандар тулғанда,

Уйлауы ла хатта ҡурҡыныс бит-

Көткәндәрме үҫер бер саҡ

Телле көйө телһеҙ уландар?

- Телле көйө телһеҙ уландар үҫеүендә кемдәр ғәйепле?

- Ғаилә, ата-әсә, мәктәп, йәмғиәт тормошо. Беҙҙең ғәмһеҙлек, битарафлыҡ, моңһоҙлоҡ, ҡуштан-ялағайлыҡ һ.б.

Блиц-опрос.

-Әйҙәнеҙ, һеҙҙең фекерҙәрҙе белеү өсөн, блиц-һорау үткәреп алабыҙ.

- Тыуған ерең?

- Башҡортостан.

-Милләтең кем?

-Башҡорт.

-Туған телең?

-Башҡорт теле.

- Тотҡан юлың?

-Халҡым барған юл.

4. Физминутка (Лидия йыры) Экранда.

Ә халыҡ барған юл – хаҡлыҡ юлы. Юҡҡа ғына беҙ Рауил Бикбаевтың мөрәжәғәтен уҡыманыҡ. Р. Бикбаевтың ошо шиғырын уҡығас, күптәр уйланды, борсолдо. Ошо шиғырға ауаздаш йырҙар тыуҙы. Әйҙәгеҙ, шундай йырҙарҙың береһен тыңлайыҡ. Йырҙың һүҙҙәре –экранда, ҡушылып йырлағыҙ. (йырлайҙар)

- Ултырығыҙ, рәхмәт!

- Р. Бикбаев телебеҙ киләсәге тураһында нимә тип яҙған? Шул юлдарҙы шиғырҙан табып уҡығыҙ. (уҡыусылар табалар, уҡыйҙар)

-Уҡыусылар, һеҙ ҡыған ошо юлдарҙа аңҡаулыҡ, ләғнәт, йәннәт тигән һүҙҙәр осраны. Һеҙ уларҙың мәғәнәләрен беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, ниндәй мәғәнә аңлатҡанын һүҙлектән ҡарап китәйек.

-Шулай итеп, Р. Бикбаев яҡты киләсәккә өмөт итә. Ә киләсәк, уҡыусылар, һеҙҙең ҡулда. Киләсәктә һеҙ туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инегеҙ, шул турала һөйләшеп алайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә бәләкәй генә ижади эш тәҡдим итәм. Һеҙҙең алдығыҙҙа “Әгәр мин президент булһам..”, “Әгәр мин мәктәп директоры, ҡала хакимиәте башлығы, атай, әсәй, эшҡыуар булһам...” тигән темалар ята. Үҙ фекерҙәрегеҙҙе дәфтәргә яҙығыҙ, һеҙгә бының өсөн ике минут ваҡыт бирелә.

(1-2 баланан уҡытыу)

-Рәхмәт, уҡыусылар, бик матур фекерҙәр әйттегеҙ. Һеҙҙең кеүек йәштәребеҙ булғанда, телебеҙ киләсәге яҡты булыр, милләтебеҙ сәскә атыр.

- Уҡыусылар, Р. Бикбаевтың ошо шиғырының тел-стиль үҙенсәлектәрен ҡарап китәйек. Бының өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа ошондай ҡағыҙҙар ята. Әммә һеҙ уларҙың береһен генә һайлап эшләйһегеҙ.

Һары төҫтәге ҡағыҙҙа еңел эш

Икенсеһендә – уртаса

Алһыу төҫтәгеһендә – ҡатмарлы эш бирелгән.

  • Шулай итеп, һүрәтләү сараларын дөрөҫ таптығыҙ. Әҫәр бай, халыҡсан телле. Ошондай матур һүрәтләү саралары ни өсөн ҡулланылған?

  • Һөйләмдәргә матурлыҡ биреү өсөн

  • Күңелдәргә үтеп инә, тетрәндерә һ.б.

  • Шулай, Р. Бикбаев шиғырында һүрәтләү сараларын һөйләмдәргә матурлыҡ биреү өсөн генә түгел, ә әҫәрҙең төп идеяһын тәьҫирле, образлы итеп еткереү сараһы булараҡ оҫта ҡулланған.

  • Ә әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (халыҡ образы, батырҙар образы, батша, палач, башҡорт ҡурайы, һалдат, әсә, ҡуштан – түрә, балта образы)

  • Балта образына туҡталып китәйек. Балта – символик образ. Экранға ҡарағыҙ (балта һүрәте)Ул нимәне һынландыра?

  • Балта беҙҙең тамырҙы ҡоротоусы – ғәмһеҙлек, моңһоҙлоҡ,ялҡаулыҡ.

  • Туған телен белмәгән кеше, милли аңын, милли рухын да юғалта бара. Туған тел әсә теле генә түгел, туған халҡыңдың да теле.

  • Телебеҙҙең тамырын ҡоротоусы “балталар” булмаһын өсөн, беҙ нимәләргә нигеҙләнә алабыҙ? Ниндәй закондар бар?

  • Тел тураһында закондар, РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы һ.б.

  • РФ, БР мәғариф тураһындағы законда: “Һәр бала үҙ туған телендә белем ала, туған телен өйрәнә алыу хоҡуҡтарына эйә”,- тип яҙылған.

  • Башҡорт теле Юнесконың юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлегенә индерелгән. Тимәк, ул айырыуса һаҡлаға, үҫтереүгә мохтаж. Ә бының өсөн нимәләр эшләргә тейешбеҙ?

(Яуаптар)

  • 21 февраль Халыҡ – ара Туған телдәр көнө билдәләнә. Туған телдәргә ихтирам, иғтибар итеү, тәрбиәләү маҡсаты.Ысынлап та, һәр кем туған телендә белем алырға, уҡырға хоҡуҡлы. Әммә ниндәй генә закондар, ҡарарҙар ҡабул ителмәһен, ул беҙҙең телебеҙҙе һаҡлауҙа ярҙам итә алмай. Уның өсөн һәр кем үҙе тырышырға тейеш.

  • Ошоға бәйле “Башҡортостан” гәзитендә Башҡортостандың Дәүләт ҡоролтайы депутаты Р. Бикбаевтың “Ышаныстар һәм борсолоуҙар” исемле мәҡәләһе донъя күрҙе. Мәҡәләлә бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә бәйле көнүҙәк проблемалар күтәрелгән. Р. Бикбаев кеүек милләтем тип янып йәшәүсе рухлы шәхестәребеҙ булғанда, телебеҙ яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ.

  • Дәресебеҙҙе йомғаҡлайыҡ. Өйгә эш:

  • Интернет селтәрендә башҡорт телендәге (экранда адрестар) “Туған тел”, “Мин – башҡорт”, “Күк бүре” кеүек башҡорт сайттарына телебеҙ, илебеҙ, милләтебеҙ киләсәге хаҡында мөрәжәғәтнамә яҙырға.

  • Баһалау.

  • Бүләктәр.













8



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 11 класс

Скачать
Р. Бикбаев ”Халҡыма хат”.11-се башҡорт класы,

Автор: Насырова Илюза Баязитовна

Дата: 20.02.2018

Номер свидетельства: 458719

Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства