kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Ҡобайырҙар һөйләүсе йәш сәсәндәрҙе әҙерләү методикаһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был хеҙмәтте  студенттар курс, диплом эше яҙғанда ҡуллана алһа, уҡытыусыларға ул методик ярҙам булараҡ файҙалана ала

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Ҡобайырҙар һөйләүсе йәш сәсәндәрҙе әҙерләү методикаһы»

Ҡобайырҙар һөйләүсе йәш сәсәндәрҙе әҙерләү методикаһы 
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошондай һүҙҙәре бар: “Кеше үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә баш эйергә тейеш. Үткән һәм киләсәк – кешелектең ике ҡанаты ул”. Үҙ халҡының үткәне һәм хәҙергеһе менән ҡыҙыҡһынған, уның традицияларын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләүҙә төрлө ижади конкурс, фестиваль, ярыштарҙың роле баһалап бөткөһеҙ «Башҡортостан ынйылары», «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр бәйгеһе, «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» кеүек конкурстар уҡыусыларҙың башҡорт теленә булған ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Телде өйрәнеүгә ниндәйҙер яңы ынтылыш тыуҙы, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәр араһында башҡа милләт балалары ла барлыҡҡа килде.

Йыл һайын «Урал батыр»ҙы яттан һөйләүселәр конкурсы ойоштороуҙың матур йолаға әүерелеүен дөйөм халҡыбыҙ ҡаҙанышы тиһәк, хаҡ булыр.   Башҡортостандың халыҡ сәсәне, бар булмышын халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйыуға арнаған фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов кешелеккә оло бүләк ҡалдырҙы, беҙҙең милли ауыҙ-тел ижадын бар донъяға танытты. Бөрйән ерендә башланғысын алған эпоста һүрәтләнгән ваҡиғалар бөтә донъяны һыу баҫҡан дәүер – туфан ҡалҡҡан замандарҙан һуң ер йөҙөндә кешелек цивилизацияһының Уралдан башланыуына ишара итә. Башҡорт халҡының донъя барлыҡҡа килеүен үҙенсә күҙ алдына килтереүе, донъяуи ҡараштарының тәрәнлеге, йыһандағы һәм ерҙәге йәшәү-үлем серҙәрен аңлатыуы  эпоста аныҡ сағыла. 

Конкурс Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында үткәрелеп килә. Бәйгенең маҡсаты изге – сәсәндәр башҡарыусыларҙың мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, конкурста ҡатнашыусыларҙың шағирлыҡ талантын үҫтереү, фекерләү һәм телмәр ҡеүәһен камиллаштырыу. Үҫеп килеүсе быуындың ҡобайырҙарыбыҙға битараф булмауы, йылдан-йыл уны тулыһынса ятлаған балаларҙың һаны артыуы ҡыуандыра. Йәш сәсәндәрҙең төрлө телдә тәржемәләрен һөйләүе лә оло һоҡланыу тойғоһо уята.  

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләүселәрҙең сәсәнлек йолаларына яҡынайыуы, сәсән рухын яңыртыуы заманса фәнни һәм мәҙәни күренеш. Тарих тәгәрмәсе кире әйләнмәгән кеүек, боронғо сәсәндәрҙе ҡайтарыу мөмкин түгел, әммә үлемһеҙ һүҙ һәм фекер ҡала, тел һәм рух йәшәй, хис һәм дәрт илһам бирә.
Ҡобайыр нигеҙендә халҡыбыҙҙың быуаттар аша әйтер һүҙе, йәшәйеш тураһындағы тәғлимәте, рухи бѳйѳклѳгѳ һәм бейеклеге һалынған. Шуның өсөн дә үҫеп килеүсе быуындың  күңеленә милли рух орлоғо һалып тәрбиәләргә тейешбеҙ. Кешенең тел байлығы әҙәби әҫәр уҡып, йәнле аралашыуҙа формалаша.

Ҡобайыр - милләттең конститутцияһы, бик борондан туҡылған алтын. Уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйрәнеү мөмкин түгел. Уҡыусыларға йыл буйы, йылдар буйы өйрәтеп, ятлатып, уларҙың хәтерендә бикләнергә тейеш. Был эш һәр кемдең ҡулынан да килмәй: “ундайҙарҙы Тәңре тәғәлә үҙе билдәләй”, тип яҙғайны Р.Ә.Солтангәрәева «“Урал батыр” – башҡорт халҡының донъя кимәлендәге рухи ҡомартҡыһы!» тигән мәҡәләһендә. [3;45]

Ҡобайырсы булыу- эпосты ятлау, ятлатыу был майҙанда башҡорт теле статусы, милли үҙаң, балаға яҡшы тәрбиә биреү кеүек мәсьәләләр менән бермә – бер бәйле. Әммә “Урал батыр”ҙы һөйләүсенең ҡобайырсы булыуы һәм башҡорт милли аң- булмышын, фәлсәфәһен һамаҡлап һөйләп биреүсе халыҡ профессионалы булып етешеүе – әле хәл ителәһе бик ҙур мәсьәлә! Шуға ла инде күптән асылырға тейешле сәсән мәктәбе һәм уның маҡсаттары көн кеүек асыҡ. Был бик ҙур ҡатмарлы эш, әммә кәрәкле, сөнки ил аҡһаҡалы – сәсәне ҡалдырған мираҫты белеп үҫкән бала ғына милләтенә битараф булмай.

Бындай милли традицион сәнғәт мәктәбе халыҡтың күрке һәм күрһәткесе, булып ҡалһын өсөн өс принцип теүәл үтәлергә тейеш: халыҡ ижадына тоғролоҡ, этник бөтөнлөк, милли ижади уҙаллыҡҡа тоғролоҡ һаҡлау, башҡарыу, өйрәнеүҙә даимилыҡ , киләһе быуынға мотлаҡ тапшырыу. Сәсәнселек мәктәбенең нигеҙендә уҡыусыларҙың фекерләү, ижади һәләтен һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар көсәйтелгән булырға тейеш. Әлбиттә, һәр сәсәнлек мәктәбенең программаһы булырға тейеш. Был программа балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, башланғыс, урта һәм юғары төркөм уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгәнме икәнлеген күрһәтеү мотлаҡ.

Йәш сәсәндәрҙе әҙерләү мәктәбенең төп бурыстарын ҡарап үтәйек:

-Башҡорт халыҡ ижады миҫалында уҡыусыларҙың фекерләү, ижад һәләтен камиллаштырыу;

  • Баланың телмәре аша дөйөм кимәлен үҫтереү;

  • Коммуникатив мөмкинлектәрен асыу;

  • Һәр балала айырым шәхесте күрә белеү һәм үҫтереү,милли үҙаң формалаштырыу;

  • Туған тел аша башҡорт мәҙәниәтен, философияһын, психологияһын үҙләштереү;

  • Халҡыбыҙҙың рухи байлығы, алтын хазинаһы булған әҫәрҙәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү;

2. Көтөләсәк һөҙөмтәләр:

  • Һәләтле балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү системаһын формалаштырыу.

  • Уҡыусыларҙың ижади үҙаллылыҡ һәләттәрен үҫтереү.

  • Балалар баҡсаһы, башланғыс синыф, урта һәм өлкән синыфтар араһында күсәгилешлек булдырыу.

  • Район һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләү бәйгеһендә, олимпиадаларҙа, ижади эҙләнеү эштәрендә урын алыу.

  • Ижадҡа маһир булған уҡыусыларҙың китапсыҡтарын баҫмаға сығарыуҙа әҙерлек эштәрен ойоштороу.

  • Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына һәләтле балаларҙы әҙерләү һәм вуздар менән хеҙмәттәшлек итеү.

Сәсәнлек традициялары нигеҙендә һәр яҡтан үҫешкән һәләтле балалар тәрбиәләү, ижади һәләтен һәм телмәрен үҫтереү өсөн сәсәнлек мәктәбе башҡа түңәрәктәр, предметтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. [3;45]


Музыка мәктәбе

Балалар баҡсаһы Башланғыс синыф


Сәсәндәр

мәктәбе

Түңәрәктәр

“Йәш хәбәрселәр” Дәрестәр Мәктәп музейы

“Драма” Башҡорт теле һәм “Йәш эҙәрмәндәр”

әҙәбиәте

Башҡортостан мәҙәниәте

һәм тарихы


Сәсәнлек мәктәбендә ҡобайырсыларҙы әҙерләгәндә, уларҙың тасуири һөйләүҙәренә иғтибарҙы ныҡ бүлергә кәрәк.

Тасуири уҡыуҙа тауыштың яғымлы, яңғырауыҡлы, көслө һәм матур булыуы шулай уҡ ҙур урын тота. Тасуири уҡыу баларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҫәрҙең эмоциональ нәфислеген тойорға, әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итергә лә ярҙам итә. Шуға ла әҙәби әҫәр өйрәнгәндә төп иғтибарҙы тасуири уҡырға йүнәлтер кәрәк. Уҡыусыларҙың бай йөкмәткеле ҡобайырҙарҙы бер ниндәй хис – тойғоһоҙ һөйләүен ишетергә мөмкин. Бала геройҙар кисерешенә битараф ҡалмаһын өсөн ни эшләргә? Уҡыусыларҙың тасуири уҡырға өйрәтеү методтары һәм алымдары бик күп төрлө. Ҡобайырҙарҙы тасуири уҡырға өйрәтеү өсөн уҡыусылар уҡығанда ебәргән етешһеҙлектәрҙе билдәләргә кәрәк:

-әҫәрҙе интонацияһыҙ, бер тонда уҡыу;

-диалог, тура телмәрҙе дөрөҫ уҡымау;

-әҫәрҙе йә бик ҡабалан, йә бөтөнләй яй уҡыу;

- пауза һәм баҫымды дөрөҫ яһамау. [4;12]

Уҡыу, тасуири уҡырға өйрәтеү – ҡатмарлы эш. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа уҡыусыларҙы дөрөҫ тын алыу, тауыш менән идара итеү, дикция серҙәрен өйрәтеү ҡарала.

Иң мөһиме – уҡытыусының тасуири уҡыу өлгөһө. Уҡыусылар күбеһенсә уҡытыусыға оҡшатып һөйләшергә тырыша. Шуға ла А. С. Макаренко уҡытыусының үҙ тауышына хужа булыуын талап иткән. “Мин “Бында кил” тигән һөйләмде ун биш төрлө әйтергә өйрәнгәс кенә, үҙемде һөйләү оҫтаһы тип һанай башланым” – ти А.С. Макаренко. Был алым иң таралған методтарҙың береһе һанала. Мөмкин булғанда фонояҙмалар тыңлатырға мөмкин.

Уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәткәндә тасуири уҡыу техникаһының өс компонентына иғтибар итмә мөмкин түгел. Улар – һулыш, тауыш, дикция. Дөрөҫ тын алыу, һауаны дөрөҫ сығарыу, тауышты дөрөҫ ҡуя белеү, телмәр мәҙәниәтенең элементы булараҡ дикцияны үҙләштереү, яйға һалыу – былар әҙәби әҫәрҙең бөтә матурлығын тыңлаусыға еткереү өсөн мөһим шарттар булып тора. Тасуири уҡыуҙа логик баҫым менән пауза әһәмиәтле роль уйнай. Баланы уҡығанда, һөйләгәндә дөрөҫ пауза яһарға өйрәтеү бик мөһим. Тейешле интонация менән дөрөҫ уҡырға өйрәтеүҙең киң таралған юлы булып имитация тора. Хор менән уҡығанда бала еңел генә оҡшатып уҡыуға өл0гәшергә мөмкин. Сөнки ул үҙен иркен тота, дөрөҫ тон таба ала.

Дөрөҫ интонация уҡыусының телмәр культураһын үҫтерә, төрлө тойғоларҙы, фекерҙәрҙе тауыш ярҙамында белдерергә мөмкин.

Уҡыусыға һәр образдың уй – кисерештәрен күңеле аша үткәреү мотлаҡ. Тасуири уҡығанда, әҫәрҙең идеяһы образдары ҡылыҡһырлау ҙур йүнәлеш бирә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре һөйләү телмәрен дә үҫтерә. Баланың тойғоһо, фекере, аңы активлаша. Уҡыусы әҫәрҙәге геройҙарҙың кисерешен, эшен, улар тураһында үҙ фекерен, ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен асыҡ аңлап һөйләп бирә.

Шиғри телмәр музыкаль һәм ритмлы, шуға күрә лә ул һәр ваҡыт баланы үҙенә тарта. Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеүҙе, сәсмә әҫәрҙән айырмалы, үҙенә хас итеп ойоштороу талап ителә. Уҡытыусы әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеү аша баланың аңына шиғырҙың уй – фекерен, поэтик образдарҙы, авторҙың эске донъяһын, хисен, кисерештәрен, поэзияның үҙенсәлекле формаһын, нәфислеген, яғымлы яңғырашын еткерә алһын.

Тасуири уҡыу тәртибен түбәндәгесә ойошторорға мөмкин:

-уҡыуға әҙерлек әңгәмәһе (һүҙлек эше, әһәмиәтле һөйләмде аңлатыу);

-уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;

-ҡобайырҙы строфалап уҡыу һәм тикшереү;

-тотош тасуири уҡыу

-йомғаҡлап уҡыу (айырым уҡыусыларҙан уҡытыу, хор менән уҡыу)

Балаға тасуири уҡырға өйрәткәндә иптәштәренең уҡыуын тыңлап анализлау һәм баһалау өсөн һорауҙар тәҡдим итергә мөмкин. Был уның күҙәтеүсәнлеген арттыра. Мәҫәлән,

- Уҡыусы әҫәрҙең идеяһын күрһәттеме?

-Образдар дөрөҫ бирелдеме?

-Уҡыусының әҫәргә ҡарашы һиҙелдеме?

-Паузалар һәм баҫымдар дөрөҫ бирелдеме?

-Тауыш меннән идара итә беләме?

-Орфоэпик хаталар осранымы?

-Тыңлаусыларға нисек тәъҫир итте?[4;13]

Уҡыусының әҫәрҙә сағылдырылған ваҡиғаларға, геройҙарға булған мөнәсәбәте уҡыуҙың интонацияһын дөрөҫ билдәләүҙә төп шарт булып тора. Ҡобайырҙы тасуири уҡырға әҙерләгәндә әҫәрҙең йөкмәткеһенә, уның характерына тура килерлек тауыш төп тонды билдәләү бик мөһим. Уҡығанда дөрөҫ тон һайлау әҫәрҙең идея йөкмәткеһен, ундағы мәғәнәүи нескәлектәрҙе дөрөҫ алып барып еткерергә ярҙам итә.Әҫәрҙе тәүге эмоциональ ҡабул итеү уны беренсе ҡат тасуири уҡыған ваҡытта барлыҡҡа килә. Икенсе ҡат аңлатмалар биреп уҡыу, айырым цитата, өҙөктәрҙе ҡайтанан уҡыу, анализ яһау тәүге ҡат уҡығанда тыуған тойғоларҙы фекерҙәр менән беркетә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, формаһын, улар араһындағы бәйләнеште төшөнөргә мөмкинлек бирә.

Ҡобайыр ятлатыр алдынан әңгәмә юлы менән уның нигеҙендә төп конфликт булып яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше ятыуы аңлатылырға тейеш. Был конфликт образдарҙы төркөмләү принциптарын да билдәләгәнлеге күрһәтелә. Мәҫәлән, “Урал батыр” ҡобайырын өйрәнгәндә, Бер яҡта Урал батыр, Ҡарағаш, уларҙың улдары Иҙел, Яйыҡ, һаҡмар, Аҡбуҙат һәм халыҡ образдары торһа, икенсе яҡта яуызлыҡты кәүҙәләндергән образдар тороуы төшөндөрөлә. Урал батыр образында халыҡтың иң яҡшы идеалдары сағылыуы билдәләнә.

Образға ҡылыҡһырлама биргәндә, уҡыусыларҙың иғтибары Урал батырҙың ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүе, атаһының һүҙенә нисек ҡарауы, атаһынан алмас ҡылыс алғанда, уға нисек яуап биреүе, дейеү менән көрәштә үҙен нисек тотоуы һ. б. деталдәргә йүнәлтелә. «Урал батырҙың еңеүе халыҡҡа нимә алып килә? Ул үлер алдынан ни өсөн Тереһыуҙан баш тарта?» кеүек һорауҙар уҡыусыларҙы ҡобайырҙа халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше, тәбиғәттең, тормоштоң, ерҙәге тереклектең үлемһеҙлеге идеяһы дөйөмләштерелеүен аңлауға алып килә.

Урал батыр образын ҡылыҡһырлай торған төп сифаттарҙың береһе булып халыҡ бәхете өсөн, ерҙә тереклектең мәңгелеге өсөн үҙ бәхете, ғүмерен генә түгел, үҙ балаларының ғүмерен дә ҡорбан итеү тора. Урал батыр кеүек үҙ ғүмерен халыҡ бәхете өсөн ҡорбан иткән геройҙар образын беҙ башҡа халыҡгар фольклорында, әҙәбиәттә һәм грек мифологияһында күп осратабыҙ. Был урында уҡытыусыға грек мифологияһындағы Прометей образын иҫкә төшөрөү урынлы. Урал батыр образы Прометей һәм башҡа халыҡтар фольклорындағы ошондай образдар менән сағыштырыла, улар өсөн уртаҡ сифаттар билдәләнә, төрлө халыҡтар өсөн уртаҡ идеалдар күрһәтелә.

Уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәтеүҙең тағы ла бер алымы - ролләп уҡыу. Ҡобайырҙарҙы өйрәнгәндә ролләп уҡыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Һәр геройҙың характерына хас итеп, ситуацияға тура килтереп матур итеп ролләп уҡыу белеү – талант.

Сит телдәрҙә ролләп уҡыу алымы күптән билдәле. Бындай алымдар дәрестә коммуникатив атмосфера тыуҙыра. Эшмәкәрлек контексын киңәйтә, диалогик аралашыу мотивын булдырыу өсөн эффиктив сара булараҡ та сығыш яһай. Ролләп уйнауҙағы аралашыу ситуациялары телмәр эшмәкәрлеген реаль коммуникацияға яҡынайта, телде аралашыу сараһы булараҡ ҡулланыу мөмкинлектәрен аса.

Шулай итеп, тасуирлыҡтың төп элементтары – тон, пауза, баҫым, темп, тойғо - һаҡланышын күҙәтеү, был элементтартарҙың береһе генә лә ситтә ҡалмай, тасуирлыҡҡа өйрәткәндә үҙ функцияһын теүәл башҡарырға тейешлеген аңлау мөһим. Йәш сәсәндәр тәрбиәләгәндә уҡытыусыға ҙур иғтибар, тырышлыҡ талап ителә. Сөнки ҡобайырсылар ҡобайырҙы матур, тасуири һөйләүҙән башҡа, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен яҡшы белергә, әҫәрҙе йөрәге аша үткәреп, һәр һүҙгә иғтибарын йүнәлтеп һөйләргә тейеш. Сөнки ҡобайырҙарыбыҙҙа халҡыбыҙҙың ижади ҡөҙрәте тупланған, унда ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы, тормошобоҙҙоң асылы сағыла. Үҙ халҡының ҡобайырын белгән, уның асылын аңлаған кеше генә тормошта үҙ юлын табасаҡ, тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы булып үҫәсәк.

Йәш сәсәндәр мәктәбен булдырыу ваҡытлы күренеш булып ҡына ҡалырға тейеш түгел. Ул эш системалы барғанда ғына маҡсатҡа ирешә. Бындай мәктәптә тәрбиәләнеүсе уҡыусыларҙа һөйләшеү, фекерләү, ижад итеүҙе камиллаштырыу, белем-тәрбиә биреүҙә ифрат фәтеүәле алым һәм мөмкинлектәре уның бик ҙур.

Ғөмүмән, балаларҙың аҡылы, хәтере, фекере, ижади ҡомары – гениаль һәм феноменаль милли генофонд йәншишмәһе ул. Уға дөрөҫ йүнәлеш бирә белһәк, беҙ XXI быуатта ифрат кәрәкле һәм тейешле, һәм милләтте ҡотҡарғыс ҡеүәтле эш эшләй алырбыҙ. “Йәш сәсәндәр мәктәбе” үҫһен, камиллашһын өсөн асылған эксперименталь майҙансыҡты булдырыу ғына түгел уны үҫтерергә, мәктәптең курке һәм күрһәткесе итеп күрһәтергә кәрәктер.










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 5 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Ҡобайырҙар һөйләүсе йәш сәсәндәрҙе әҙерләү методикаһы

Автор: Минниахметова Гульфира Раисовна

Дата: 11.03.2018

Номер свидетельства: 461300


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства