kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу

Нажмите, чтобы узнать подробности

В настоящее время в становлении новой системы образования нельзя представить современное обучение и воспитание учащихся без применения информационно-коммуникативных технологий (ИКТ). Под ИКТ подразумевается использование компьютера, Интернета, телевизора, видео, мультимедиа, аудиовизуального оборудования, то есть всего того, что может представлять широкие возможности для коммуникации.  

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу»




БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ

КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҠУЛЛАНЫУ


Галиахметова Резеда Айратовна












































ИНЕШ


Бөгөнгө донъя ҡатмарлы, тиҙ үҙгәреүсән. Шуның менән бәйле рәүештә мәғарифтең дә яңы шарттарҙа йәшәргә һәләтле кеше тәрбиәләүҙәге яуаплылығы арта бара. Социаль-тари­хи һәм мәҙәни процестың шундай субъекты булып һәр яҡтан камил, рухи яҡтан үҫкән шәхес тора. Ул шул мөхиттә йәшәргә һәләтле булыу менән бергә унда актив эшләү күнекмәләренә лә эйә булырға тейеш. Хәҙерге шарттарҙа «мәғариф» тигән төшөнсә үҙе лә үҙгәрә башланы. Ул элегерәк мәктәптә уҡытыу процесы менән генә тиңләштерелһә, хәҙер киңерәк мәғәнә ала бара. Хәҙер беҙҙең илдә донъя мәғариф тирәлегенә инеүгә йүнәлтелгән яңы мәғариф системаһы урынлаша бара. Был эш педагогик фәнгә һәм уҡытыу-тәрбиә процесына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерә:

- белем эстәлеге яңы күнекмәләр менән байытыла, мәғлүмәт менән эш итеү һәләте үҫтерелә, белем биреү программалары индивидуалләштерелә, фән һәм иҡтисад үҫеше проблемалары ижади хәл ителә;

- мәғлүмәт туплауҙың ғәҙәти ысулдары - һөйләү һәм яҙма телмәр, телефон һәм радио элемтәһе компьютер саралары менән алмаштырыла, телекоммуникация саралары бөтөн донъяла киң тарала;

- уҡытыусының уҡыусылар менән шәхси йүнәлешле аралашыуы-педагогик процестың мөһим состав өлөшө булып тора;

- шәхесте рухи яҡтан тәрбиәләүгә, кешенең әхлаҡи йөҙөн формалаштырыуға ҙур әһәмиәт бирелә;

- белем биреү факторҙарын: мәктәп, ғаилә берҙәмлеген алға таба үҫтерә;

- педагогик технологияларҙы булдырыуҙа фәндең әһәмиәте арта бара.

Рефераттың актуаллеге. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы педагогик технологиялар көндән-көн активраҡ ҡулланыла бара. Бөгөнгө уҡыу-уҡытыу процесы уҡытыусылар алдына яңы педагогик технологияларға таянып эшләү, уҡыу-уҡытыу эшендә уларҙың барыһын да теге йәки был дәрәжәлә ҡулланыу маҡсаттарын ҡуя. Шулар менән бергә, заман алға барған һайын, бөгөнгө уҡыу-уҡытыу процесында иң әһәмиәтле урынды заманса технологияларҙың береһе булған компьютер технологияһы алып тора. Уны дәрестәрҙә ҡулланыу торған һайын үҫә, камиллаша бара.

Эштең маҡсаты: башҡорт телен уҡытыуҙа компьютер технологияһын ҡулланыуҙың роле. Маҡсатыма ирешер өсөн түбәндәге һорауҙарҙы асыҡланым: уҡытыуҙы компьютер ярҙамында ойоштороу, дәрестәрҙә электрон презентациялар төҙөү, Интернет ресурстар ҡулланыу, тестар эшләү, компьютер технологияларын дәрестең төрлө этаптарында ҡулланыу.

Технология (techne – грек һүҙе, сәнғәт, оҫталыҡ тигәнде белдерә) терминының эстәлеге энциклопедик һүҙлектә, «фәндең йәки етештереү өлкәһенең билдәле бер тармағында ҡулланылыусы метод, алым һәм ысулдар йыйылмаһы» тип аңлатыла. Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланыу практик эштә төп урынды алып торорға тейеш. Телде өйрәтеүҙең төп сараларын билдәләү, уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеген ойоштороу һәм үткәреүгә булышыусы барлыҡ уҡыу материалы белем биреү сараһы булып һанала. Заман талаптары бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу процесында ҙур үҙгәреш һорай. Уҡытыусыларыбыҙ алдында бик тә яуаплы һәм әһәмиәтле бурыс тора. Беренсенән, телебеҙҙе һаклап ҡалыу бурысы булһа, икенсенән, рус телле балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү бурысы. Был уҡытыусынан ҙур һөнәри оҫталыҡ, түҙемлелек һәм заман талап иткәнсә, юғары технологияларҙан, информацион сараларҙан хәбәрҙар булыуын, ижади эшләй белеүен талап итә. Педагогик эшмәкәрлектә ижадилыҡ - беренсе сиратта, яңылыҡҡа, үҙгәреүсәнлеккә омтолоу. Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе уңай ҡабул итеү өсөн, уҡытыусының заман менән бергә атлап барыуы мөһим. Тәжрибә педагогик эшмәкәрлектең нигеҙе булһа, яңылыҡҡа омтолоу үҫеш - үҙгәреште тәьмин итә. Бөгөн уҡытыусы, ижади шәхес булараҡ, күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың иң нәтижәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләй белергә лә тейеш. Заманса технологиялар файҙаланып белем биреү түбәндәге мөһим бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә: уҡыусыла телгә ҡыҙыҡһыныу уята; уның танып белеү активлығын үҫтерә; уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен камиллаштыра; белемдәрҙе тәрәнәйтә.

Яңы педагогик технологияларҙы ҡулланыуҙың төп маҡсаты - белемле, тәрбиәле, тормошта үҙ юлын табырға әҙерлекле, яҡшыны ямандан айыра, тейешле ҡарар ҡабул итә белгән шәхес тәрбиәләү. Быға информацион технологи­ялар ҙа ныҡ тәьҫир итә. Технологик инновациялар педагогик метод һәм алымдар эстәлегенең байыуына килтерә, шуның менән бергә улар педагогика үҫешенә тула­йым тәьҫир итә.



















I БҮЛЕК. Дәрестә ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИК САРАЛАР ҠУЛЛАНЫУҘЫҢ РОЛЕ


Заман уҡыу-уҡытыу эшсәнлегенең барлыҡ тармағына ла үҙгәрештәр индерә, беҙгә, уҡытыусыларға ла, яңы талаптар ҡуя. Сифатлы белем биреү өсөн, мәғариф өлкәһендә модернизациялау кәрәклеген аңлап, беҙ ҙә дәрестәребеҙҙә инновацион технологиялар ҡулланып эшләргә тейеш. Нимә һуң ул инновация? Инновация - латин һүҙе. Беҙҙең телгә тәржемә итһәк, «яңартыу, яңылыҡ, үҙгәртеү» тигәнде аңлата. Педагогик инновация - ул уҡыусыны уҡытыу һәм тәрбиәләү эшен яҡшыртыуға йүнәлдерелгән үҙгәрештәр. Бөгөнгө педагогик инновацияның төп бурысы - педагогҡа кәрәкле яңылыҡтарҙы туплау-йыйыу, өйрәнеү һәм классификациялау. Белем биреүҙең нәтижәлелеген күтәреү уҡытыу процесының яңы, тағы ла эффектлыраҡ технологияһын эҙләүҙе талап итә. Технология инновацион процестарҙа тулыһынса яңыртыла. Ул иҫә уҡытыу процесы субъекттарын -уҡытыусының да, уҡыусының да әҙерлекле булыуын талап итә. Был хәҙерге заман дәресен ойоштороу өсөн мотлаҡ. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: уҡытыуҙың традицион системаһында булған иң яҡшы алым, методтарҙы ҡуллана, үҫтерә барып эшләгәндә генә, инновацион технология яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүгә ярҙам итә ала.

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең илебеҙҙә компьютер тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә үтеп керҙе. Уҡытыусы профессияһы ла уҡытыу процесында компьютер технологияларынан файҙаланыуҙы талап итә. Информацион технологияларҙың ҙур тиҙ­лек менән үҫеүе йәш быуындың белемле, ижади фекер йөрөтөүгә һәләтле булыуын талап итә. Бөгөнгө йәмғиәт тығыҙ информация селтә­ре менән уратып алынған.

Хәҙерге заман дәресе проблемалы ситуацияларҙан, информацион технологияларҙан башҡа үҫтерешле була алмай. Бынан бер нисә йыл элек уҡыу-уҡытыу процесында уҡытыусының төп эш ҡоралы булып таҡта менән аҡбур торһа, хәҙер инде бөтөнләй башҡаса. Мин үҙем башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, дәресте мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн компьютер ҡулланыуҙы бик отошло һәм кәрәкле алым тип һанайым.

Компьютер технологиялары белем биреүҙең йөкмәткеһен, методтарын, ойоштороу формаларын сифатлы итеп үҙгәртә, уҡыусыларҙың шәхси һәләттәрен, үҙенсәлектәрен, танып белеү һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә, ә уның көсө, интеллектуаль базаһы, күргәҙмәлелек менән ярашыуы ваҡиғаларҙа туранан – тура ҡатнашыусы булырға мөмкинлек бирә, үҫеше менән идара итергә этәрә.

Информацион технологиялар донъяһында яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу теләге уятыуҙа компьютер технологияларын ҡулланыу бик отошло. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә информацион технологияларҙы ҡулланыуҙың өҫтөнлөклө яҡтары күп: дәрес материалы юғары дәрәжәлә була, уҡыусының шәхси үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бар, төрлө дәрестәрҙең үҙ-ара бәйләнешен булдырыу, дәрес уҡытыу формаларын һәм ысулдарын төрләндереү дәрес эстәлеген байыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ итә. Былар барыһы ла компьютер технологияларын ҡулланғанда уҡытыусы өсөн алмаштырғыһыҙ ярҙам итеүсе сифаттар. Был инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йөкмәткеһен беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙәге ысынбарлыҡҡа бәйләргә, шул мөхиттә шәхестең үҙ урынын билдәләргә ярҙам итә. Төп маҡсат уҡыусыларҙа фәнни фекерләү, ижади эшләү һәләтен үҫтереү, йәмғиәттә үҙ урынын таба алырлыҡ толерант шәхес тәрбиәләү.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙың мультимедиа мөмкинлектәренән киң файҙаланып була. Дәрестәрҙә төрлө видео, презентациялар ҡулланыу, телмәр үҫтереү дәрестәрендә презентацион Power Point программаһында эшләнгән иллюстрациялар ҡулланыу уҡыусыларҙың теманы үҙләштереү дәрәжәһен үҫтерә. Белемдәрен баһалау, хаталарын асыҡлау, уларҙы анализлау һәм төҙәтеү юлдарын билдәләү өсөн тестар бик уңайлы.

II БҮЛЕК. УҠЫТЫУҘЫ КОМПЬЮТЕР ЯРҘАМЫНДА ОЙОШТОРОУ


Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, бөтөн фәндәр буйынса дәрестәрҙә компьютерҙар әүҙем ҡулланылырға тейеш. Дәрес – уҡыу-уҡытыу эшсәнлегенең иң төп урыны. Нәҡ дәрестә уҡыусылар уҡытыусылары етәкселегендә үҙ интеллекттарын үҫтереү, белем алыу һәм тормош мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мәғлүмәт туплау маҡсатында компьютер технологияларын ҡулланырға өйрәнә. Компьютер – бөгөнгө заманда белем алыу өлкәһендәге маҡсаттарға ирешеү, уҡытыу процесын байытыу, бала шәхесе һәм уҡытыусының һөнәри оҫталығы үҫешенә йоғонто яһау сараһы ул. Бының өсөн уҡытыусыға:

  • компьютерҙан файҙаланыуҙың үҙенә хас үҙенсәлектәрен педагогик әсбап булараҡ аңлау, уның мөмкинлектәрен һәм етешһеҙ яҡтарын билдәләй белеү;

  • уҡыу материалын аңлата алыу һәм уҡыусылар белемен тикшереүҙең бер ысулы булараҡ веб-ресурстарҙан файҙалана белеү тәжрибәһенә эйә булыу;

  • үҙең уҡыта торған фән уҡытыусылары өсөн тәҡдим ителгән ҡулланма программа менән эш итә белеү алымдарын үҙләштереү кәрәк.

Мәғариф ойошмаларын компьютерлаштыру – мәғариф үҫешендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Шунлыҡтан мәктәптәр интерактив таҡталар, мультимедиа проекттары менән йыһазлана, дәрестәрҙә компьютерҙар ҡулланыла. Башҡа күп кенә һөнәрҙәр кеүек үк, уҡытыусы һөнәре лә компьютер технологияларын нәтижәле ҡулланыуҙы күҙ алдында тота. Компьютер технологияһын файҙаланыу – хәҙерге көндә уҡытыу методикаһының мөһим бурысы. Яңы төр эшсәнлек уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә ирешеү - әлеге технологияның иң өҫтөнлөклө яғы. Төрлө фән дәрестәрендә, шул иҫәптән башҡорт теле дәрестәрендә лә был технологияларҙы киңрәк һәм нәтижәлерәк ҡулланалар. Технологик яңылыҡҡа балалар һоҡланып ҡарай, һәм, әлбиттә, уларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм танып-белеү активлығын үҙ шәхестәренең үҫешенә йүнәлдереү мөһим. Нәҡ дәрестә уҡыусылар уҡытыусылары етәкселегендә үҙ интеллекттарын үҫтереү, белем алыу һәм тормош мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мәғлүмәт туплау маҡсатында компьютер технологияларын ҡулланырға өйрәнә.

Дәрестә компьютерҙан файҙаланыу методик яҡтан нигеҙләнгән булырға тейеш. Уҡытыуҙың башҡа саралары отошлораҡ булғанда, компьютер ҡулланыу мәжбүри түгел. Башҡа уҡытыу ысулдары менән сағыштырғанда юғарыраҡ нәтижәләргә ирешеү мөмкинлеге биргән осраҡта ғына мәғлүмәти технологияларға мөрәжәғәт итеү мөһим. Әлеге технологиялар яңы материалды өйрәнеү дәрестәрендә, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштергәндә, шулай уҡ практик дәрестәрҙә яҡшы нәтижәләр бирә.

Яңы төрҙәге дәрестәрҙе үткәргәндә кластың әҙерлек кимәлен иҫәпкә алырға кәрәк. Уҡыусыларҙың белем кимәле төрлө булһа, класс шартлы рәүештә көслө, уртаса, йомшаҡ белгән уҡыусылар төркөмөнә бүленә һәм һәр төркөм өсөн айырым уҡыу бурыстары билдәләнә.

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерлеге лә мөһим роль уйнай. Уҡыусылар компьютер программалары менән эшләүҙе ни тиклем яҡшы белһә, дәрестең темпы һәм уңышы шул тиклем юғарыраҡ була.

Дәрестә компьютер ҡулланыуҙың иң файҙалы яғы шунда: һәр уҡыусы компьютер программаһы менән үҙенә уңайлы темпта эшләй ала. Традицион дәрес ваҡытында уҡытыусы дәрестең һәр этабына билдәле ваҡыт бүлә. Уҡыусыларҙың ҡайһы береһе ҡуйылған бурысты тиҙ генә үтәп өлгөрә, ҡайһылары был ваҡытта эштең яртыһын да эшләй алмай. Әгәр компьютер ҡулланылған дәрестәрҙе традицион принципта төҙөһәң, уның эффекты, өҫтөнлөгө юғала. Шуға күрә компьютер программаһы һәр уҡыусы менән диалогҡа инергә тейеш. Был диалогтың интеллектуаль кимәлен – уҡытыусы менән программа, темпты һәм файҙалы мәғлүмәтте нисек алыуҙы уҡыусы үҙе билдәләй.

Компьютер программаһы менән эшләгәндә традицион эш дәфтәренең әһәмиәтен дә оноторға ярамай. Яңы теманы программа ярҙамында өйрәнгәндә кәрәкле билдәмәләрҙе, ҡағиҙәләрҙе дәфтәргә күсереү мотлаҡ. Уҡытыусы традицион дәрестә компьютер программаһы ярҙамында эшләгән ҡайһы бер схемаларҙы иҫкә төшөрөүҙе талап итһә, яңы төр дәрестәрҙең файҙаһы тағы ла артасаҡ.

Уҡыусыларҙы компьютер артына парлап ултыртҡанда, ике эш төрөн – клавиатура менән эшләүҙе һәм дәфтәрҙә яҙыуҙы алдан планлаштырыу мөһим, сөнки бер үк ваҡытта программа менән ике бала эшләй алмай. Парлап эшләгәндә бер уҡыусы икенсеһенең инициативаһын баҫырға тейеш түгел.

Компьютер программаһына ниндәйҙер кимәлдә шартлылыҡ хас икәнен оноторға ярамай. Әгәр яңы тема аңлатыу компьютер ярҙамында үткәрелһә, киләһе дәрестә уҡыусыларҙың теманы үҙләштереү кимәлен мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Компьютерһыҙ ҙа балалар тема буйынса һорауҙарға яуап бирергә, яңы материалды аңлауын иҫбат итә алырға тейеш.

Компьютер ярҙамындағы дәрестәрҙе йыш үткәрергә ярамай, сөнки уҡыусыларҙың аңында башҡорт теле буйынса айырым ҡағиҙә компьютер кнопкалары йәки экрандағы әҙер схемаларға бәйле нығынасаҡ. Уҡыусы яҙма эщтә ҡағиҙәне компьютерһыҙ ҡуллана алмаясаҡ, йәнле телмәр ситуацияһында шулай уҡ юғалып ҡаласаҡ. Әгәр бала компьютер ярҙамында, дәреслектән уҡып, уҡытыусының аңлатыуы аша үҙләштергән ҡағиҙәләрҙе оҫта ҡулланып, күңелендәге хис-тойғоно, башындағы фекерҙәрҙе ҡағыҙға төшөрә ала икән, педагог үҙ маҡсатына иреште, тип әйтергә мөмкин.

Дәресте компьютер ярҙамында уңышлы үткәреү өсөн дидактик, методик һәм ойоштороу бурыстарының үтәлеүе мөһим. Уҡыу материалдары, конкрет өйрәтеү программаһы һәм аппаратура дидактик сығанаҡтарҙы тәшкил итә. Теманы аңлатыуҙа, дәрестең һөҙөмтәләрен анализлауҙа һәм маҡсат ҡуйыуҙа компьютерҙы ҡулланыу методтарын билдәләү – методик бурыс булып тора. Традицион дәрестә еңел хәл ителгән ойоштороу бурысы яңы төр дәрестә иң төп бурысҡа әйләнә. Уҡыу программаһы менән эшләү күнекмәләрен нығытҡанда балаларҙың арымау, шулай уҡ ваҡытты бушҡа үткәрмәүе лә мөһим. Әгәр уҡыусылар һанына ҡарағанда компьютерҙар һаны әҙерәк икән, бурысты тормошҡа ашырыу ауырлаша. Проблеманы хәл итеү өсөн төркөмдәр менән эшләргә, эш төрҙәренә ваҡытты рациональ бүлергә кәрәк.

Теманың үҙләштерелеү кимәлен тестар ярҙамында тикшергәндә яңы төр дәрестәрҙең етешһеҙлеге күренә, сөнки теста яуаптар өсөн әҙер һөйләмдәр бирелә, уҡыусы һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибе тураһында уйланмай. Шуға күрә тикшереүҙең тест формаһы менән үтә мауығырға ярамай. Әммә балаларҙың ҡайһы бер төркөмдәре өсөн бындай эш бик уңайлы. Мәҫәлән, “йомшаҡ” уҡыусылар ябай ғына тесты дөрөҫ эшләһә лә, уларҙа үҙҙәренә ҡарата ихтирам уяна.

Ләкин программа менән эшләгәндә ҡайһы балаларҙың аңғармаҫтан кәрәкмәгән клавишаға баҫып йәки клавиатура регистрын алмаштырырға онотоп, ғәҙәти хаталар менән бер рәттән, техник хата ебәреүе мөмкин. Ошо ваҡытта уҡытыусының кәңәше, йылы һүҙе, ҡарашы уҡыусының эшен баһалауҙа ҙур роль уйнай.

Үтелгән материалдарҙы ҡабатлау һәм йомғаҡлау дәрестәрендә компьютер ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Компьютер - уҡыусы менән белем системаһы араһында аралашсы, белем алыу сараһы. Компьютерҙан файҙаланыу уҡытыу эшмәкәрлеген байыта, уҡытыу процесын ҡыҙыҡлы һәм ижади итеп ойошторорға мөмкинлек бирә. Интерактив таҡта ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла ҡыҙыҡлы, нәтижәле итергә ярҙам итә. Төрлө технологиялар, компьютер, мультмедиа технологиялары күргәҙмәлелекте, контроллекне тәьмин итеп һәм күп мәғлүмәт биреп, уҡытыуҙың сифатын күтәрергә ярҙам итә, этәргес бирә. 


III БҮЛЕК. Дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуҙың юлдары һәм ысулдары


Башҡорт теле дәрестәрендә лә информацион технологияларҙы ҡулланыуҙың өҫтөнлөгө бәхәсһеҙ. Барынан да элек, әлеге технология – шәхескә йүнәлтелгән, ныҡлы һәм вариатив булыуы менән айырылып тора. Компьютер, күргәҙмәлелекте һәм контроллекте тәьмин итеп, күп мәғлүмәт биреп, уҡытыуҙың сифатын күтәрергә ярҙам итә. Дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуҙың юлдары һәм ысулдары күп төрле. Шуларҙың береһе – электрон презентациялар. Дәрестәр өсөн презентациялар яһау уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы яңы теманы аңлатҡанда, материалды нығытҡанда, яҙыусыларыбыҙҙың тормош юлдары менән таныштырғанда, кластан тыш сараларҙа ҡулланып була. Microsoft Power Point программаһы нигеҙендә төрлө темаларға презентациялар һәм слайдтар әҙерләргә, уларҙы һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр киң ҡулланған ҡағыҙ плакат һәм таблицалар урынына күргәҙмәлелек рәүешендә файҙаланырға була. Шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә өй эштәре итеп тә, ижади эш формаһында ла, өҫтәмә белем биреү дәрестәрендә (түңәрәктәрҙә) лә уңышлы ҡулланырға мөмкин.

Дәрестә ҡулланылған теләһә ниндәй визуаль мәғлүмәттең ыңғай нәтижәһе бар. Һәр бер уҡытыу сараһы дәрес материалын үҙләштереүгә этәргес бирә. Шулай ҙа бындай саралар ҡулланып үткәрелгән дәрестәр ғәҙәти, уҡыусы өсөн дә, уҡытыусы өсөн дә уңайлы булырға, тышҡы биҙәктәре менән уҡыусы иғтибарын ситкә йүнәлдермәскә тейеш. Ҡайһы бер дәрестәрҙә ҡағыҙҙан яһалған бер нисә таблица йәки схема күрһәтеү ҙә етә. Әгәр ҙә инде улар иҫкергән булһа, ул саҡта электрон презентация - әлеге мәсьәләне хәл итеүҙең заманса һәм уңай юлы. Уны ҡулланыу урынлы, сөнки ул балаларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтмәй. Электрон презентация бары даими ҡулланылған осраҡта ғына уңай нәтижә бирәсәк, шул уҡ ваҡытта уны һәр дәрестә ҡулланыу менән дә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәрәк.

Электрон презентация – уҡытыусы тарафынан дәрестә ҡулланыла торған һәм уның аңлатмалар биреүен һәм өҫтәмәләр кертеүен талап иткән ярҙамсы сара. Презентация слайдтарын дәрес материалын аңлатҡанда, үҙләштергән белемдәрҙе нығытҡанда йәки дәрестә проблемалы ситуациялар булдырған саҡта ҡулланыу айырыуса уңышлы. Дәрестәрҙә компьютер презентацияларын файҙаланыу башҡорт теле фәнен тағын да эстәлеклерәк, тәьҫирлерәк, нәтижәлерәк уҡытыу мөмкинлеге бирә. Ул өлкән кластарҙа үткәрелә торған лекция тибындағы дәрес структураһына ла бик урынлы кереп урынлаша.

Презентация өсөн материал фәннилек, аңлайышлылыҡ, күргәҙмәлелек принциптарына яуап бирерлек итеп һайланырға тейеш. Презентацияны дәрестең барлыҡ этаптарында ла ҡулланырға мөмкин:

Белемде актуалләштереү уҡыусылар менән әңгәмә рәүешендә уҙа. Бындай әңгәмә һорауҙарын слайдтар менән тулыландырыу отошло. Схемалар, таблицалар рәүешендә бирелгән үткән дәрестәрҙә алған, уҡыусыларға таныш булған теоретик материал бирелә. Үтелгән материалды тиҙерәк иҫкә төшөрөү өсөн уҙған дәрес презентацияларын да файҙаланырға була, был осраҡта ассоциатив хәтер эш итәсәк. Ҡайһы бер слайдтарҙа яуап табыу өсөн өҫтәмә һорауҙар ҙа яҙылған булырға мөмкин, әммә яуаптар яҙылмай.

Яңы материалды аңлатҡан саҡта презентация бирелешенең мөмкинлектәре бик ҙур. Слайдтарҙы күрһәтеү тәртибе һәм төҙөү логикаһы өйрәнелә торған материалдың йөкмәткеһенә, айырым класс уҡыусыларының уны үҙләштереү үҙенсәлектәренә, уҡытыусы шәхесенә бәйле. Был осраҡта уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәттең ниндәй булыуы ла иғтибарға алынырға тейеш. Слайдтарҙы текст менән сыуарламаҫҡа кәрәк. Унда, башлыса, даталар, исем, термин, рәсем, схема, ҙур булмаған таблицалар, ҡыҫҡаса тезистар яҙыла. Слайдтың масштабы, төҫө, фоны алдан уйланыла.

Дәрес темаһын аңлатыу – тулыһынса презентациялап барырға тейеш тигән һүҙ түгел. Аңлатыу барышында дәреслек менән дә эшләнә, таҡтаға һәм дәфтәрҙәргә лә яҙыла, ҡағиҙәләр менән дә эш ителә. Был осраҡта слайдтарҙа бары тик терминдар йәки ҡағиҙәләр генә яҙыла. Дәрес материалын беренсел нығытҡанда әңгәмә һәм тестар менән эш итеү ҡулайлыраҡ.

Әгәр презентация дәрестең барлыҡ этаптарында ла ҡулланылһа, уның айырым өлөштәрен төрлө фондарҙа күрһәтеү отошлораҡ. Тик шуныһы бар: дәрестә слайдтарҙы кирәгенән артыҡ күп ҡулланыу менән мауыҡмаҫҡа кәрәк, шул уҡ ваҡытта бер төрлө лә булмаһын – бына шул саҡта ғына уларҙы ҡулланыу уңай нәтижә бирәсәк.

Белемдәрҙе йомғаҡлау һәм системалаштырыу. Ҡағиҙә булараҡ, был – үҙе бер дәрес. Бындай дәрес презентацияһына өйрәнелә торған терәк схемалар, таблица, диаграммалар, күнегеү фрагменттары индерелә. Бындай презентация ҡатғи логика менән айырылып торорға тейеш түгел. Төрлө фондарҙы, анимация элементтарын да ҡулланырға була.

Дәрестәрҙә презентациялар төҙөү һәм ҡулланыу тураһындағы фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, түбәндәгеләрҙе әйтергә мөмкин:

  • Анимация күп һәм артыҡ актив булмаҫҡа тейеш. Баланың төп иғтибар теманы үҙләштереүҙән ситкә китергә тейеш түгел.

  • Фонға айырым иғтибар бирелергә тейеш. Ҡараңғы һәм артыҡ киҫкен төҫтәргә яҙылған яҙыуҙар уҡыусы иғтибарын ситкә ебәрә. Төҫтәрҙең һәм тексттың йыш алмашыныуы ла файҙаға түгел.

  • Тауыш ҡатнашында биреү ҙә артыҡ. Был осраҡта уҡытыусы аңлатма биреп бармаған видеофрагменттар ғына иҫкәрмә булып тора.

  • Электрон презентацияларҙы өй эшенең бер төрө итеп тә бирергә мөмкин. Бындай биремдәрҙе үтәгән саҡта уҡыусылар компьютер менән эш итергә, үҙ фекерҙәрен төгәл һәм ҡыҫҡа итеп әйтергә өйрәнә. Был презентацияларҙы уҡытыусы аңлатҡан саҡта ла, өй эштәрен тикшергәндә лә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн ваҡыт та аҙ һорала. Уҡыусылар яңы презентациялар менән тәнәфес ваҡытында ла, дәрестән тыш буш ваҡыттарҙа ла бик теләп таныша алалар. Улар, үҙҙәре башҡарған эштең кәрәклеген тойоп, өй эше биремдәрен үтәүгә етдирәк тә ҡарай башлай. Хатта докладтар һәм төрлө сығыштар әҙерләргә бик үк атлығып тормаған уҡыусылар ҙа компьютер менән бик теләп эшләйҙәр.

Электрон уҡыу әсбаптары түбәндәге дидактик бурыстарҙы хәл итергә булыша:

- айырым фәнгә ҡараған база белемен үҙләштереү;

- дәрес материалы менән мөстәҡил эш иткәндә уҡыусыларға уҡыу-методик ярҙам күрһәтеү;

- уҡыу материалы менән үҙ аллы эшләй белеү күнекмәләре булдырыу;

- үҙләштергән белемде билдәле бер ҡалыпҡа һалыу;

- айырыуса ҡатмарлы, сетерекле һорауҙарға яуап бирергә күнектереү;

- үҙ-үҙеңә контроллек итеү күнекмәләре булдырыу;

- уҡыусыла дөйөм белем алыу күнекмәләре булдырып, уны тиҙ арала имтихан биреүгә әҙерләү.

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә Интернетҡа тоташыу бар. Тимәк, дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа интернет-материалдарҙы киңрәк ҡулланырға була тигән һүҙ. Барлыҡ фәндәр буйынса ла, шул иҫәптән башҡорт теленән дә, мәғлүмәти ресурстар һаны арта. Интернет торған һайын уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегендә файҙалана алырлыҡ мөмкинлектәргә эйә була бара.

Бөтөнләй яңы мәғлүмәтте эҙләп табырға, уны башҡалары менән сағыштырып, конструктив аралашыуға ҡоролған проблемалы ситуация булдырырға мөмкин. Материал дәреслектә бөтенләй юҡ, шул яғы менән ул ҡыҙыҡлы ла. Тикшереү һәм эҙләнеү барышында уҡыусылар әлеге проблемаға ҡарата үҙ фекерен, үҙ мөнәсәбәтен әйтеп бирә ала.

Алдан уҡ уйланылған тема буйынса күҙәтеү бурысы ҡуйыла. Был – уҡыусының ижади эше булараҡ бәйәләнә ала. Интернет мөмкинлекләренән файҙаланған осраҡта белем сифаты дәрәжәһе, уҡыуға булған теләк-омтолош тағын да арта.

Тимәк, уҡытыусының белемен күтәреүҙә һәм дәрестәр үткәреүгә әҙерләнеүендә Интернеттың ресурстарынан белеп файҙаланыуының да әһәмиәте ҙур.

Башҡорт телен уҡытыуҙағы бөгөнгө көн талаптары һәм мәғариф системаһына берҙәм дәүләт имтихандарының үтеп кереүе уҡытыусыларҙы ижади эҙләнеүҙәргә китерҙе. Билдәле булғанса, БДИ нигеҙен төрлө формалағы тестар тәшкил итә. Ә тестарға дөрөҫ яуап биреү өсөн, фәнни камил белеү менән бергә, уҡыусыларҙы кесе кластарҙан уҡ тестар менән эшләргә өйрәтеү мотлаҡ. Ҡағыҙға яҙып, уны уҡыусыларға таратып, һуңынан йыйып алып тикшереү уҡытыусынан бик күп ваҡыт талап итә. Компьютерға кертелгән махсус программалар тестар төҙөү һәм сисеү өсөн уҡытыусы хеҙмәтен күпкә еңеләйтә. Тестар төҙөү өсөн My Test, Hyper Test программалары отошло. Әлеге программалар белемде ни дәрәжәлә үҙләштереүҙе асыҡлау өсөн бик тә уңайлы.

Кесе кластарҙан уҡ компьютерҙа тестар менән эшләргә өйрәнгән уҡыусылар тора-бара үҙҙәре лә мөстәҡил рәүештә тестар төҙөй башлайҙар һәм өлкән кластарҙа имтихандарға ла үҙ аллы әҙерләнә аласаҡтар.











ЙОМҒАҠЛАУ


Бөгөн уҡытыусынан бик күп нәмә талап ителә: үҙ фәнеңде бик яҡшы белеү, балаларҙы яратыуҙан тыш, уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, уҡыу-танып белеү эшмәкәрлеген ойоштороу, рухи һәм физик үҫешен тәьмин итеү. Ә бының өсөн мөғәллимдән үҙ шәхесенә тәнҡит күҙлегенән ҡарау, яңылыҡҡа омтолоу, заман һулышын тойоп, белемде өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, уҡытыу-тәрбиә процесына ижади яҡын килеп эшләү һорала.

Дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу түбәндәге маҡсаттарға ирешеүгә йүнәлтелә:

1) уҡыусыларға бащҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нигеҙҙәре буйынса ғәмәли белем биреү;

2) балаларҙың һөйләм һәм яҙма телмәр күнекмәләрен үҫтереү; телмәр эшмәкәрлегенең барлыҡ төрҙәре буйынса күнекмәләр формалаштырыу;

3) уҡыусыларҙың ижади активлығын камиллаштырыу, уларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә омтолош һәм ҡыҙыҡһыныу, уңай мөнәсәбәт булдырыу;

4) балаларҙың рухи донъяһын байытыу, төрлө милләт вәкилдәре араһында дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.

Ике теллелек шарттарында шулай уҡ информацион компьютер технологияларын ҡулланыу башҡорт телен, уның культураһын, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙә ҙур мөмкинлектәр аса, ситтән тороп экскурсияларҙа булыу шарттары тыуҙыра. Был технологияны ҡулланыу уҡыусыларҙа фән менән ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡорт телен ауыр үҙләштереүсе уҡыусыларҙың да бындай дәрестәрҙә активлашыуы күҙгә күренеп арта.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә информацион технологияларҙы ҡулланыуҙың өҫтөнлөклө яҡтары күп:

  • материал юғары күрһәтмәле дәрәжәлә булыуы менән отошло;

  • уҡыусының шәхси сифаттарын асыҡларға мөмкинлек бар;

  • контроль һәм үҙеңде тикшереү дәрәжәһе юғары (материалды ҡабат уҡып, хатаны шунда уҡ төҙәтергә, проблема сисеүҙең бер нисә вариантын файҙаланып ҡарарға мөмкин;

  • уҡытыуҙы интенсивлаштырыу өсөн тестарҙы нәтижәле ҡулланырға мөмкин. Уҡыусыларҙың теманы үҙләштереү дәрәжәһен тикшереү, белемдәрен баһалау, хаталарын  асыҡлау, уларҙы анализлау һәм төҙәтеү юлдарын билдәләү  өсөн дә тестар уңайлы;

  • белем һәм күнекмәләрҙе нығытыу күнегеүҙәрен күпләп эшләргә була.  

  • Төрлө дәрестәрҙең үҙ-ара бәйләнешен булдырыу, дәрес уҡытыу формаларын һәм ысулдарын төрләндереү, дәрес эстәлеген байыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ итә.      

Мультимедия технологияһы слайд - иллюстрациялар күрһәтергә, ситтән тороп экскурсия үткәрергә мөмкинлек бирә. Әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияһы ҡулланыу сағыштырмаса анализ яһарға ла ярҙам итә. Уҡыусыларҙың башҡорт телендәге информация менән ҡыҙыҡһыныуҙары башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер ҡулланыуҙың бик күп мөмкинлектәрен аса:

  • Интернет – башҡорт әҙиптәренең яңы әҫәрҙәрен һәм танылған яҙыусыларҙың һирәк баҫмалары менән таныша алыу;

  • компьютер ярҙамында уҡытыу - тиҙ һәм нәтижәле итеп үткән материалды актуалләштерә ала;

  • уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалауҙа ярҙам итә;

  • әҙәбиәт дәрестәрендә иллюстрациялар, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре биреү һәм шағирҙарҙың көйгә һалынған йырҙарын тыңларға мөмкин. Дәрестең төрлө этаптарында материал мультимедиа аша бирелә.

Компьютер ҡулланыу дәресте ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итә. Информацион технологияларҙы ҡулланыу, баланың ижади мөмкинлеген, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын һәм мөстәҡиллеген үҫтерә, күҙаллауҙарын киңәйтә, фекерләү һәләтен камиллаштыра.

Практика күрһәткәнсә, дәрестәрҙә компьютер ҡулланыу белем биреүҙә традицион методтарҙан өҫтөн булыуын раҫлай, уҡыусы дәрестәрҙә актив ҡатнашыусы була. Компьютер программалары уҡытыуҙы индивидуалләштереүгә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүҙәрен ойошторорға мөмкинлек бирә.

Компьтер ҡулланыу түбәндәге осраҡтарҙа үҙен аҡларға мөмкин:

  • объект һәм күренештәрҙе күрһәтеү өсөн;

  • анимация, моделләштереү өсөн;

  • белемдәрҙе тикшергәндә тест һорауҙарына яуап алыу өсөн;

  • виртуаль экскурсиялар үткәреү өсөн.

Информацион технологияларҙы ҡулланыу формалары:

  1. Әзер электрон продукттарҙы ҡулланыу. Белем биреүҙең сифатын яҡшырта, күргәҙмәлелек принцибын асыҡ итеп тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

  2. Мультимедиалы презентациялар ҡулланыу. Уҡыу материалын тейешле бер эҙлеклелектә биреп, материалды ассоциатив рәүештә иҫтә ҡалдырырға булыша.

  3. Интернет селтәре ресурстары ҡулланыу. Белем алыуға кәрәкле информацияны таба белергә һәм системаға һалырға ярҙам итә.

Мультимедиа саралары менән эшләү дәрес формаларын төрләндереү мөмкинселеге бирә һәм уны дәрестең төрлө этаптарында ҡулланырға була:

  • проблемалы ситуация тыуҙырыу өсөн,

  • яңы материалды аңлатыу өсөн,

  • өй эшен тикшереү өсөн,

  • дәрес барышында белемдәрен тикшереү өсөн.

Видео-, аудио һәм текст материалын берләштереү теманы комплекслы асырға, уны ижади ҡабул итергә, уҡыусыларҙың активлығын күтәрергә булыша.

Презентациялар Power Point программаһында эшләнә. Презентацияны тулы бер дәрескә йәки дәрестең айырым бер этабына ғына ла эшләргә мөмкин. Информацион-коммуникатив технологиялар класты активлаштыра һәм дәресте нәтижәле итеп үткәрергә ярҙам итә. Презентация күрһәтмә материалды тәртипкә килтерергә булыша. Ҙур экранда иллюстрацияларҙы төрлө ҙурлыҡта йәки уның айырым өлөштәрен генә, иң әһәмиәтлеләрен айырып алып, төрлө төҫтәр менән күрһәтергә мөмкин. Иллюстрацияларҙы текст менән бәйләргә йәки музыка фонында бирергә була. Ошолай эшләгәндә бала күреп һәм ишетеп кенә ҡалмай, иң әһәмиәтлеһе унда эмоциялар барлыҡҡа килә. Ә эмоциялар, кисерештәр аша бирелгән белем үҫтерелешле уҡытыуҙың нигеҙе булып тора. Дәрестәрҙә информацион технологияларҙың төрлө формаларын ҡулланыу уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтә, күҙаллауҙарын үҫтерә. Предмет буйынса өлгөрөштәрен арттыра. Мөстәҡил эшләргә өйрәтә. Үҙ уңыштарын күреп, һөйөнөү, ҡыуаныу хистәрен тыуҙыра.

Әгәр уҡытыусы үҙе үҙләштергән методтар, алымдар менән генә эшләһә, уның хеҙмәте бик сикләнгән булыр ине. Ундай уҡытыусы белем биреүҙә юғары нәтижәләргә ирешеүҙән генә туҡтап ҡалмай, ә шәхес булараҡ та үҫеүҙән туҡтай. Инновацион алымдар ҡулланыу ғына уҡытыусының ителлектуаль үҫеүенә ярҙам итә. Ул уны яңы белемдәр, яңы мәғлүмәттәр эҙләүгә этәрә һәм уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшсәнлегендә тормошҡа ашырырға булыша. Шулай итеп инновацион эшләү педагогтың информацион культураһы үҫеүенең төп сығанағына әүерелә. Ә ул үҙ сиратында белеменең үҫеүенә һәм инновацион процестарҙың тиҙләнеүенә сәбәпсе була.

Һығымта яһап әйтһәк, беҙ шуны күрәбеҙ: мәктәптә уҡытыусының инновацион эшмәкәрлегенең нәтижәлелеге күп төрлө сараларға бәйле. Былар методологик, ойоштороу-педагогик, методик һәм техник саралар. Ләкин хәл иткес сара булып, әлбиттә, педагогтың белем биреү өлкәһендәге һәр яңылыҡты күрә белеүе һәм уны үҙ эшендә ҡулланыуы тора.



ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ


1. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2010.

2. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2011.

3. Фәхрисламова Г.И. Дәресте заманса төҙөү методикаһы хаҡында

// Башҡортостан уҡытыусыһы, №12, 2012

4. Социальная сеть работников образования nsportal.ru.

5. http://saliramilya.ucoz.ru

6. http://pedsovet.su/




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу

Автор: Галиахметова Резеда Айратовна

Дата: 16.10.2019

Номер свидетельства: 522863


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства