kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Башланғыс ябай математик төшөнсәләр буйынса ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге “Геометрик фигуралар – түңәрәк, квадрат ”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект ООД по формированию элементарных математических представлений в младшей группе по теме "Геометрические фигуры - круг и квадрат"  

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Башланғыс ябай математик төшөнсәләр буйынса ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге “Геометрик фигуралар – түңәрәк, квадрат ”»

Тема: Геометрик фигуралар – түңәрәк һәм квадрат.

Маҡсат: Балаларҙы геометрик фигуралар - түңәрәк һәм квадрат менән таныштырыу. Бурыстар:

Өйрәтеүсе: Предметтар араһынан түңәрәкте, квадратты формаһы буйынса айыра белергә өйрәтеү. Төҫтәрҙе, “Бер – күп” төшөнсәһен нығытыу.

Үҫтереүсе: Телмәрҙәрен һәм хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен үҫтереү.

Тәрбиәүи: Иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: кеҫә телефоны, автобус, төҫлө билеттар, проектор, экран, таҡта, фигураларҙан төҙөлгән паровоз, төрлө фигуралар менән ҡумта, “Ете тажлы сәскә” – дидактик ҡулланма, логик уйын “ Дьеныш блоктары”, манка ярмаһы, “ Кюизенер таяҡсалары” уйыны.

Аудиояҙма: Автобус, паровоз тауышы, илаған тауыш, йомро икмәк тауышы.

Методик алымдар: мотивациялау, хуплау, һорауҙар биреү, күрһәтеү, аңлатыу, ҡабатлау, дидактик уйындар, һүрәтләү.

Алдан әҙерлек эштәре: “Йомро икмәк” әкиәтен уҡыу, “Ете тажлы сәскә”, “ Дьеныш блоктары” менән уйындар, төҫтәрҙе өйрәнеү.

Ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге кескәйҙәр төркөмөнөң 3 - 4 йәшлек балалары өсөн тәғәйенләнелгән, сәйәхәт формаһында инновациялы технологиялар - “Ете тажлы сәскә” – дидактик ҡулланма, логик уйын “ Дьеныш блоктары” ҡулланып үтә. Эшмәкәрлек аҙағында Йомро Икмәк балаларға яңы уйын “ Кюизенер таяҡсалары” бүләк итә.









Ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

Балалар уйнап йөрөйҙәр. Ҡапыл тәрбиәсенең кеҫә телефоны шалтырай. Телефондан илаған тауыш ишетелә.

Тәрбиәсе: Балалар, ишетәһегеҙме? Кемдер илай. Алло! Кем илай?

Тауыш: Алло! Был “Сулпылыр” балалар баҡсаһымы? Кескәйҙәрме?

Тәрбиәсе: Эйе, эйе!

Тауыш: Мин Йомро Икмәк булам. Мин паровоз төҙөгәйнем, тик ул йөрөмәй. Миңә нимә эшләргә инде? (Илай)

Тәрбиәсе: Туҡта, илама Йомро Икмәк. Балалар, Йомро Икмәккә ярҙам итәйекме? Улай булғас, беҙгә тиҙ генә йыйынып, “Әкиәт” иленә барырға кәрәк. Ә “Әкиәт” иленә нимә менән барып була?

Балалар: “Әкиәт” иленә машина менән барып була.

Тәрбиәсе: Ә мин һеҙгә автобус менән барырға тәҡдим итәм. Һеҙ ризаһығыҙмы? Бына һеҙгә төрлө төҫтәге билеттар. Автобуста билеттарығыҙ төҫөнә тап килгән ултырғыстарға ултырырға ярай. Бөтәгеҙҙә ултырҙығыҙмы? Улай булһа ҡуҙғалдыҡ. (Автобус тауышы сыға) Нәркәс, һинең билетың ниндәй төҫтә, балаларға күрһәт әле. Ә ултырғысың ниндәй төҫтә? Балалар, тимәк Нәркәс дөрөҫ ултырғанмы? Фәриҙә, ә һин дөрөҫ ултырҙыңмы? Ни өсөн улай уйлайһың ? Афарин, балалар, бөтәгеҙҙә үҙ урындарығыҙҙы дөрөҫ тапҡанһығыҙ. Бына беҙ “Әкиәт” иленә лә килеп еттек.

Балаларҙы экранда Йомро Икмәк ҡаршы ала.

Йомро Икмәк: Һаумыһығыҙ, балалар. Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

Тәрбиәсе: Һаумы Йомро Икмәк! Күрһәт әле балаларға төҙөгән паровозыңды. Балалар, һеҙ иғтибар менән ҡарағыҙ, Йомро Икмәк нисә паровоз төҙөгән?

1 – се эш “Паровозды тикшереү”

Балалар: Бер.

Тәрбиәсе: Эйе, паровоз берәү. Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле, паровоз ниндәй фигураларҙан төҙөлгән?

Балалар: Паровоз квадраттарҙан төҙөлгән.

Тәрбиәсе: Балалар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн паровоз йөрөмәй?

Балалар: Сөнки уның тәгәрмәстәре түңәрәк түгел, ә квадрат.

Тәрбиәсе: Йомро Икмәк, һин бит бутағанһың, тәгәрмәс квадраттан түгел, ә түңәрәктән эшләнелә.

Йомро Икмәк: Мин бутаныммы? Ә һеҙ үҙегеҙ түңәрәкте квадраттан айыра беләһегеҙме?

Балалар: Эйе, беләбеҙ.

2 – се эш “Түңәрәкте тап”

Йомро Икмәк: Улай булғас миңә ярҙам итегеҙ. Минең ҡумтамда төрлө фигуралар ята. Шулар араһынан түңәрәкте табығыҙ әле. (Балалар һайлап алғас) Ә түңәрәк икәнен һеҙ нисек белдегеҙ?

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ Йомро Икмәккә түңәрәкте башҡа фигураларҙан айырырға өйрәтәйек. Түңәрәк икәнен беҙ нисек беләбеҙ?

Балалар: Түңәрәк тәгәрәй, мөйөштәре юҡ.

Тәрбиәсе: Ә түңәрәк нимәгә оҡшағанын ошо уйын аша беләйек. (Ете тажлы сәскә менән уйын)

3 – сө эш. Уйын “Ете тажлы сәскә”

Балалар: Түңәрәк тәрилкәгә оҡшаған. Түңәрәк очкиға оҡшаған. Түңәрәк арбузға оҡшаған. Түңәрәк тәгәрмәскә оҡшаған. Түңәрәк йомро икмәккә оҡшаған. Түңәрәк сәғәткә оҡшаған. Түңәрәк ҡояшҡа оҡшаған.

Тәрбиәсе: Эйе, дөрөҫ. Ә хәҙер беҙ һине Йомро Икмәк түңәрәкте табырға өйрәтәбеҙ. Һуҡ бармаҡ менән фигураның ситенән йөрөтөп сығабыҙ. Балалар, бармаҡты түңәрәктең сите буйлап бер туҡтауһыҙ оҙаҡ йөрөтөп була, шулаймы? Түңәрәкте тәгәрәтеп ҡарайыҡ әле. Тәгәрәйме? Тимәк был фигура түңәрәк тип атала. Һин аңланыңмы Йомро Икмәк? Балалар, тағы ла күрһәтегеҙ әле, Йомро Икмәк иҫендә ҡалдырһын. (Бала күрһәтә)

Йомро Икмәк: Ә квадрат тәгәрәйме?

Балалар: Юҡ!

4 - се эш. Эҙләнеү – тикшеренеү эше “Квадратты тәгәрәт”

Йомро Икмәк: Мин ышанмайым! Хәҙер үҙем тәгәрәтеп ҡарайым!Ҡумтамдан квадратты һайлағыҙ әле. Әйҙәгеҙ бергәләп тәгәрәтеп ҡарайыҡ. Бер – ике – өс тәгәрә! Ой, тәгәрәмәй! Нимә тәгәрәргә ҡамасаулай икән!

Балалар: Мөйөштәре ҡамасаулай! Йомро икмәк, квадрат тәгәрәмәй, сөнки уның мөйөштәре бар.

Тәрбиәсе: Квадратты бармаҡтар менән йөрөтөп сығайыҡ әле. Бармаҡты квадраттың сите буйлап алып барабыҙ, беҙҙең бармаҡ мөйөшкә барып терәлә. Ошо мөйөштө урап үткәс, тағы ла квадрат ситенән буйлайбыҙ һәм мөйөшкә барып төкәләбеҙ. Кем үҙе бармаҡтары менән квадрат буйлап йөрөп күрһәтә? (Бала ҡабатлай) Бына ошо мөйөштәр квадратҡа тәгәрәргә бирмәй. Һин аңланыңмы Йомро Икмәк?

Йомро Икмәк: Эйе, мин аңланым! Ә хәҙер миңә паровозды дөрөҫ йыйырға ярҙам итегеҙ, әле. (Балалар квадрат тәгәрмәстәрҙе түңәрәктәргә алыштыралар.) Иғтибар, иғтибар, паровозға ултырырға саҡырабыҙ. (Паровоз тауышы сыға)

Ял итеү минуты.

Поезд килә, поезд килә,

Бип – бип – бип.

Юлда торма,

Кит – кит –кит.

(Балалар алға эйелеп урында атлайҙар. Ҡулдарын бөгөп алға – артҡа хәрәкәт эшләйҙәр)

Йомро Икмәк: Бына артыҡ фигура ҡалды. (Квадратты ҡарай). Ҡыҙыҡ фигура - квадрат, балалар ул нимәгә оҡшаған?

Балалар: Квадрат өҫтәлгә оҡшаған.

Тәрбиәсе: Балалар, уйлағыҙ әле. паровозға нимә етмәй? Квадратты нисек ҡулланырға була?

Балалар: Квадраттарҙан паровозға вагондар эшләргә була.

5 – се эш. Блоки Дьеныша менән эш. Дидактик уйын “Вагон төҙөү”

Йомро Икмәк: Ысынлап та әйҙәгеҙ минең паровозыма вагондар эшләйек! Ниндәй матур вагонлы паровоз килеп сыҡты. Хәҙер беҙ алыҫҡа сәйәхәт итә алабыҙ!

Тәрбиәсе: Балалар, Йомро Икмәк түңәрәкте квадрат менән бутамаһын өсөн, уларҙы һүрәткә төшөрәйек.

6 – сы эш. Манка ярмаһы менән фигураларҙы һүрәтләү.

Йомро Икмәк: Рәхмәт һеҙгә, хәҙер мин түңәрәкте квадраттан айырырға өйрәндем.

Тәрбиәсе: Балалар, тағы ла ҡабатлап китәйек әле, түңәрәк квадраттан нимәһе менән айырыла.

Балалар: Түңәрәк тәгәрәй, уның мөйөштәре юҡ. Квадрат тәгәрәмәй, мөйөштәре бар.

Тәрбиәсе: Ә беҙ быны нисек тикшерәбеҙ?

Балалар: Фигураны бармаҡ менән йөрөтөп сығырға кәрәк, тәгәрәтеп ҡарарға.

Тәрбиәсе: Йомро Икмәк бөтәһен дә иҫендә ҡалдырҙы тип уйлайым. Хәҙер бер ҡасан да түңәрәкте квадрат менән бутамаҫһың, тәгәрмәсте квадраттан эшләмәҫһең. Беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте. Һау бул, Йомро Икмәк!

Йомро Икмәк балаларға “ Кюизенер таяҡсалары” уйынын бүләк итә.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

З.Г. Нафикова .Балалар баҡсаһында математика. Өфа: БМҮИ, 2005.

Интернет – ресурстар.



































4



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Математика

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы

Дата: 01.12.2016

Номер свидетельства: 364821


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства